Хәбәр ителеүенсә, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, шағир, журналист Азамат Рәмил улы ЮЛДАШБАЕВ менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт cәнғәт институтының кафедра мөдире, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берлеге рәйесе Артур Борхан улы ҒАЙСАРОВ күптән түгел 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автомобиль сәйәхәтендә булып ҡайттылар. Әңгәмәбеҙ ошо сәйәхәт тәьҫораттары тураһында һәм... ул турала ғына ла түгел.
Азамат Рәмил улы, һеҙҙе заман менән бергә атлаусы йәмәғәт эшмәкәре, тип тә беләбеҙ. Ә һеҙ үҙегеҙҙе кем тип тояһығыҙ?
А. Юлдашбаев: Сәйәхәтсе типтер, моғайын. Мин - юлсы, мосафир. Ни өсөн тигәндә, беҙ, кешеләр, бөтәбеҙ ҙә - мосафирҙар: был тормош буйлап сәйәхәт менән үтәбеҙ, сәфәр ҡылабыҙ. Асылда, тыуым - юлдың, сәфәрҙең тәүге аҙымы булһа, ауыл осондағы ҡайынлыҡҡа тиклемге һуңғы юлыбыҙ иһә - ер йөҙөндә үткән аҙаҡҡы сәйәхәтебеҙ. Башланмыштан ахыр юлға тиклем туҡтауһыҙ сәфәр ҡылабыҙ. Ә инде сәфәрҙең эстәлеген нимә менән тултырыу - һәр кемдең үҙ ихтыярында, үҙ ҡарамағында. Беҙ уны эшмәкәрлек, һөнәр, уҡыу, хеҙмәт итеү менән, йә булмаһа, телевизор ҡарап ултырыу менән тултыра алабыҙ.
Артур Борхан улы, юғарыла һанап киткән вазифаларығыҙҙан тыш, һеҙҙе талантлы ҡурайсы тип тә беләбеҙ. Ә һеҙ үҙегеҙҙе кем тип тояһығыҙ?
А. Ғайсаров: Ҡурайсы тип тоям, әлбиттә. Азамат Рәмил улы менән килешәм. Ысынлап та, беҙ - юлаусы һәм юлыбыҙҙы ни менәндер тултырабыҙ. Мин юлымды ҡурай моңо менән байытам. Ҡурай сәнғәтен һаҡлау, ниндәйҙер кимәлдә уны камиллаштырыу юлында булыу һәм йәштәргә ошо мираҫты ҡалдырыу, уны яңы кимәлгә күтәреү - төп маҡсатым. Бәлки, беҙҙең тырышлыҡтар, киреһенсә, ҡасандыр яуланған һәм йылдар һуҙымында юғалтылған юғары кимәлгә табан хәрәкәт кенәлер?..
Күптән түгел һеҙ оло сәфәрҙән ҡайтып төштөгөҙ. Бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың төп маҡсаты ла ошо сәфәрҙән алған тәьҫораттар тураһында һөйләшеү ине...
А. Юлдашбаев: Эйе, әле генә сәфәр эсендәге бер сәфәрҙән, йыраҡ юлдан, Волга-Дон ярҙарынан ҡайттыҡ. Башта шуны әйтәйем әле: ҡәбер янында ҡурай уйнау йолаһы элек булғанмы, юҡмы, белмәйем. Әммә беҙ үҙебеҙгә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдан үтергә һәм ошо юлдағы 9 туғандар ҡәберлегендә туҡтап, имам доға уҡығандан һуң мотлаҡ ҡурай уйналырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйғайныҡ. Воронеж өлкәһенең Деев утарында совет яугирына ҡуйылған һәйкәл эргәһендә ҡурай тыңлап торғанда, бер уй башыма килде: ҡасандыр батша, туҡтауһыҙ ихтилалға күтәрелгәндән һуң, ҡорал эшләмәһендәр, тип, башҡорттарға тимерселекте тыйған. Батшаның ахмаҡлығы инде был. Ул беҙҙең төп ҡоралды белмәгән. Әгәр ҙә шул ваҡытта ул тимерселекте лә, үҙе тыйған башҡа нәмәләрҙе лә ҡалдырып, ҡурайҙы ғына тыйған булһа ла, бөгөн башҡорт булмаҫ ине. Шуға күрә, милләтебеҙҙең төп ҡоралдарының береһе ул ҡурай. Ҡурай, беренсенән, быуындан-быуынға милли хәтерҙе, икенсенән, рухты, өсөнсөнән, халҡыбыҙҙың ҡеүәтен еткереүсе. Ҡеүәт тигәндәй, ҡурай уйнағанда, иғтибар иткәнһеңдер, Артур, уның тауышын ишетеп, беҙ, башҡорттар ғына үрә баҫманыҡ, хатта казактар ҙа "смирно" баҫып торҙо. Бына ҡурайҙың ҡеүәте ниндәй! Тимәк... Ярай, беҙ ҡурайҙы беләбеҙ, "Урал" йырының барлыҡҡа килеү тарихын да легендаларҙан ишеткәнебеҙ бар, "Урал" йыры беҙҙең өсөн - гимн. Тик казактар быны белмәй бит. Әммә улар ҙа ҡурайҙың тылсымлы көсөнән, тылсымлы моңонан әҫәрләнә, улар ҙа, ниндәйҙер кимәлдә, беҙгә рухташ милләт. Казак атамандарының "смирно" баҫыуы ҡиммәт. Бөгөн беҙ рух тураһында, милләт тураһында, илһөйәрлек тураһында һөйләшәбеҙ икән, ҡурайҙы һис кенә лә шул төшөнсәләрҙән айырып ала алмайбыҙ.
А. Ғайсаров: Ысынлап та, кем өсөндөр ҡурай биш тишекле көпшә генә. Ә беҙҙең милләт өсөн ул - рух сығанағы. Ул үҙе - илаһи моң. Ҡурайҙа ниндәй генә сит көй башҡарылмаһын, ул көй һәр кемдең, айырыуса, ҡурайҙы ишетеп үҫкән башҡорт кешеһенең күңеленә ятышлы моңға әүерелә. Ҡурай шул яғы менән көслө лә. Уның көсөн мин тап шул үҙенсәлегендә күрәм. Тәү ҡарашҡа, ул ябай ғына уйын ҡоралы. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү ҡәҙимге кешегә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әммә беҙҙең халыҡта булған ген арҡылымы, әллә беҙ белмәгән башҡа сәбәп арҡаһындамы, был музыка ҡоралы ниндәйҙер рухи көскә эйә. Уны, бәлки, һүҙ менән дә аңлатып булмайҙыр... Ҡурай - ул ҡорал, әммә музыка ҡоралы ғына түгел.
Бөгөн һүҙ алып барылған сәфәргә мине лә саҡырыусыларға, уны ойошторорға ярҙам иткән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына оло рәхмәтлемен. Был сәфәр минең өсөн асыш, тетрәнеүҙәр аша алынған тәжрибә, иңемә оло бурыс йөкмәү булды. Ошо юлда халҡыңдың, ата-бабаларыңдың илде һаҡлау өсөн меңәрләп ҡорбан биреүенең бар бөйөклөгөн һәм фажиғәһен тағы ла нығыраҡ аңлағандай булдым. Республикабыҙҙан меңәр саҡрымға алыҫайған һайын, сит яҡтарҙа халҡыбыҙ ҡалдырған эҙҙәргә яҡыная барыуымды тойҙом.
Был сәфәрҙең ҡурайыбыҙ тураһында шундай ғәжәп һығымталар яһатырлыҡ ваҡиғалары менән дә иҫтәлекле булғанын ишеттек. Ә шулай ҙа авто-сәйәхәттең тәүге маҡсаты был булмағандыр?
А. Юлдашбаев: Сәфәргә сығыр алдынан ҡуйылған маҡсат хәҙер, йөрөп ҡайтҡандан һуң, бер ҡатлы ғына булып тойола. Башта Еңеүҙең 72-се йыллығына, легендар дивизияның яуға инеүенең 75 йыллығына арнап, яу үткән ерҙәрҙе күреп ҡайтырға ғына уйлағайныҡ. Волгоградҡа етеү менән маҡсатыбыҙ бөтөн-ләй үҙгәреүен аңланыҡ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең исемдәрен барлау, тергеҙеү һәм уларҙы халҡыбыҙ хәтеренә яңынан ҡайтарыу беҙҙең төп маҡсатҡа әүерелде. Йылдар һуҙымында "Шайморатов генерал"ды йырлап йөрөһәк тә, барыбер ҙә дивизияның яҙмышын бар тулылығында аңлап, кисереп етмәгәнбеҙ, күңел аша үткәрмәгәнбеҙ икән. Беҙ дивизияла нисә кеше һуғышҡаны тураһында күп һөйләйбеҙ, кемдәр ҡатнашҡанын, нисә герой сыҡҡанын да беләбеҙ. Әммә кисерештәребеҙ, тәьҫораттарыбыҙ барыбер тулы түгел. Дивизия тураһында бөтә сығанаҡтарҙы өйрәнеп, уҡыған булһам да, мин дә бер мәғлүмәтте белмәгәнмен. Ул мәғлүмәтте Дон, Волга ярҙарында асыҡланым. Чугунка балкаһы менән унан өҫтәрәк урынлашҡан Санеев балкаһы араһында булғаныбыҙҙа урындағы халыҡ вәкилдәре тарих һөйләй башланы. Башҡорттар түгел, тарихсылар түгел - урындағы халыҡ. "Ошонда ҡарағыҙ. Бына - балка. Ошонда һыбайлылар торған, ошонан дошман самолеттары килгән. Меңәрләгән кеше ҡырылған", - тинеләр... Меңәрләгән кешенең ҡырылыуы - бер. Нисек кенә аяныслы яңғырамаһын, һуғыш булғас, ҡорбандары була инде. Әммә ана шул ҡырылған кешенең нисәүһе билдәле урында ерләнгән? Нисә ҡәберлектә исемдәр күрһәтелгән? Шул уҡ Алексеев утарында 50-ләп фамилия бар. Шуларҙың нисәүһелер мосолман фамилияһы. Лобачёвта 300 кеше ерләнһә лә, 44-енең генә фамилияһы күрһәтелгән. Ростов өлкәһе Обливская ауылында фамилиялар күберәк - 80 самаһы... Ҡалғандарының исем-аты ҡайҙа һуң? Шуға күрә сәфәр барышында маҡсат үҙгәрҙе: бөгөн 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының Белая Калитва менән Обливская араһындағы яуҙар ваҡытында ҡалған һәр бер яугирының исемен асыҡларға тейешбеҙ.
А. Ғайсаров: Һәр ауыл-ҡалала хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемлеге бар. Кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы, бер яҡтан, сәйер күренеш. Кеше энә түгел дә инде, тип уйлап та ҡуяһың. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар ерләнгән урындарҙа булыу, фажиғәнең масштабын аңлау миңә тетрәндергес тәьҫир итте. Йыл һайын Бөйөк Еңеүгә арналған митингыларҙа теге йәки был тораҡ урында нисә кешенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, уларҙың нисәүһе кире әйләнеп ҡайтыуы, нисәүһе һәләк булыуы, күпмеһе хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында әйтелә. Ләкин был ҡот осҡос мәғлүмәттәр беҙҙең өсөн ниндәйҙер һан ғына булып ҡабул ителә. Беҙ яу үткән урындарға барып, ата-бабаларҙың ни өсөн хәбәрһеҙ юғалыуын күрҙек. Уларҙың билдәләнмәгән килеш туғандар зыяратына ерләнеүен белдек. Күпме әсәләр хәбәрһеҙ юғалған улдарының ҡайтыуын көтөп ала алмаған. Күпме ватандаш хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарының, туғандарының ҡайҙа ерләнгәнлеген әле булһа белмәй йөрөй... Яугирҙарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштерергә тейешбеҙ!
А. Юлдашбаев: Военкоматтарҙа һуғышҡа алынған һәр кем тураһында мәғлүмәттәр бар. Юғалған һалдаттар тураһында мәғлүмәттәрҙе асыҡлауҙың яңы алгоритмдары ла билдәле. Беренсенән, һалдаттың һуңғы хаты, йә "ҡара ҡағыҙы" ҡайҙан килгән? Әлеге мәлдә ул яҡта йәшәгән Владимир Буйдаков тигән яҡташ егет 1 йыл эсендә архивтан 500 кешенең награда ҡағыҙҙарын "күтәргән". Награда тултырыла, ҡайһы һуғыш өсөн, ҡайһы яу өсөн награда биреү ҡарала. Әгәр награда ҡағыҙына "Һәләк булғандан һуң бирелде" тип теркәлгән икән, тимәк, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың ерләнгән урыны ошонда, тигән һүҙ.
Мөмкинлектән файҙаланып, өндәшкем килә: һәр кемдең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған туғаны барҙыр. Яугирҙарҙың ейәндәре, бүләләре, зинһар, беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡһындар. Мәхмүт Сәлимов менән бәйләнешкә сыҡһындар. Военкоматтар менән... Тапһындар мәғлүмәт. Бөгөн һәр кем үҙенең туғаны тураһында мәғлүмәт табыу мөмкинлегенә эйә. Иң мөһиме, Обливскаяла, Морозовскиҙа урындағы халыҡ, урындағы етәкселек, хакимиәт башлыҡтары - бөтәһе лә ярҙам итергә ризалар. "Беҙ һәр бер һәйкәлгә исемдәре асыҡланған яугирҙарҙы өҫтәп яҙасаҡбыҙ. Туғанығыҙҙың ошонда ерләнгәнен иҫбатлағыҙ ғына", - тиҙәр. Бына, илһөйәрлек тураһында һөйләшәбеҙ, ә бит шул уҡ патриотизм ул Ҡыҙыл майҙан, йә Ирәмәлгә булған мөнәсәбәт түгел дә инде. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған олатайыңдың ҡәберен табып, уны барып күреп, уның рухына доға уҡыу ҙа - илһөйәрлек...
Беҙҙең өсөн был маршрут нимәһе менән әһәмиәтле булдымы? 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Обливскаяла иң ҙур юғалтыуҙар кисергән. Был - иң ҡурҡыныс факт. Обливская тигән бәләкәй генә станицаға беҙҙекеләр 1 ай инә алмайҙар. Унан Сталинградты көнбайыш менән бәйләп торған, фашистарҙың Сталинградҡа көс һәм ҡорал ташыған тимер юл үтә... Шуға күрә был станицаның әһәмиәте ҙур булған.
А. Ғайсаров: Мине ундағы халыҡтың битараф булмауы аптыратты. Суворов әйткәнсә, һуғыш һуңғы яугир ерләнгәндән һуң ғына тамамлана. Улар өсөн һуғыш, ысынлап та, бөтмәгән. Улар һуғышты ныҡ хәтерҙә тоталар. Деев утарында кеше йәшәмәй. Утар 30 йыл элек үк бөткән. Юл да юҡ. Әммә беҙ күргән стела һәм исемлек тә, һалдат һәйкәле лә - ҡараулы, тәрбиәләнгән. Былар барыһы ла урындағы халыҡтың яугирҙарға мөнәсәбәтен күрһәтә. Улар, бында ерләнгән кешеләрҙең туғандары бер мәл килер тип, һаман көтә.
Илһөйәрлек төшөнсәһе, тәү ҡарашҡа, ябай ғына һымаҡ. Шулай ҙа һәр кем уны үҙенсә аңлай. Ә һеҙҙең өсөн илһөйәрлек нимәнән башлана?
А. Юлдашбаев: Битараф булмауҙан. Ғәмһеҙлектән ҡотолһаң, моңһоҙлоҡтан арынһаң - шунан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙенән барып, шул ерҙәрҙә бер генә батырҙың исемен билдәләп, ташҡа яҙҙырыу ҙа илһөйәрлекте күтәреү ул. Илһөйәрлек бит ул 9 Майҙа түшеңә "Георгий таҫмаһы" тағып үтеү түгел. Илһөйәрлек - ул ниндәйҙер хеҙмәт, ниндәйҙер аҙым, ниндәйҙер тәүәккәллек, ниндәйҙер проект булырға тейеш.
Илһөйәрлекте күтәреүҙең икенсе яғы бар - һуңғы йылдарҙа Рәсәй халыҡтарының, милләттәрҙең, әйтәйек, башҡорттоң, мариҙың, сыуаштың, яҡуттың, һәр береһенең милли үҙаңы күтәрелә. Был бит илһөйәрлек менән туранан-тура бәйле. Ошо сәфәребеҙҙә казактар менән һөйләшкәндә лә шундай фекергә килдек: "Казактар казак булып ҡалғанда, башҡорттар башҡорт булып ҡалғанда, илһөйәрлек күпкә юғарыраҡ буласаҡ". Сөнки башҡорт - үҙенең башҡортлоғон, казак - үҙенең казаклығын, сыуаш - үҙенең сыуашлығын, мари үҙенең марилығын онотһа, улар кемгә әйләнә? Үҙенең тамырҙарын, нәҫелен, тыуған ерен, тыуған төйәген, тарихын белмәгән маргиналға әйләнә. Ә маргиналдың илһөйәрлек тойғоһо булыуы мөмкин түгел. Бөгөн быны бөтәһе лә аңлай. Быны, ниһайәт, юғары даирәләге федераль үҙәктә лә аңлаһындар ине. Һәр бер милләт үҙенең ҡайһы милләт вәкиле булыуын белеп, үҙенең милли үҙаңын, милли мәҙәниәтен, милли асылын һаҡлап ҡалғанда ғына илһөйәрлек, патриотлыҡ буласаҡ.
А. Ғайсаров: Рәсәйҙең көсө ошо милләттәрҙең күплегендә һәм һәр береһенең үҙе йәшәгән ер өсөн йәнен бирергә әҙер тороуында, йәғни илһөйәрлегендә бит инде. Ни өсөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышында шундай ҙур юғалтыуҙар кисергәнбеҙ, әммә еңеп сыҡҡанбыҙ? Сөнки һәр кем аңлы рәүештә үҙенең тыуған төйәге өсөн көрәшкән. Әгәр ҙә маргиналға әйләнеп, ил бөтөнлөгөн тотоп торған илһөйәрлектән яҙһаҡ, әлбиттә, юғалып ҡаласаҡбыҙ.
А. Юлдашбаев: "За Родину! За Сталина!" тип ҡысҡырып яуға күтәрелгәндәр. "За Сталина!" тигәне аңлашыла. Ә "За Родину!" тигәндә һәр кем үҙенең бәләкәй тыуған ерен күҙ алдына килтергән. Башҡорттар - Ағиҙел өсөн, Урал өсөн, Торатау өсөн күтәрелһә, казактар - Дон өсөн, яҡуттар үҙҙәренең тундраһы өсөн күтәрелгән.
Азамат ағай, һеҙ йәштәр менән аралашаһығыҙ, йәштәр өсөн тәғәйенләнгән күп ҡыҙыҡлы проекттарҙың ойоштороусыһы ла булып тораһығыҙ. Ошо тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
А. Юлдашбаев: Аллаһы Тәғәләнең шундай хикмәте булды: йәштәр миңә, минең даирәгә үҙҙәре ынтыла башланы. Әлеге көндә минеке һымаҡ булып тойолған күп проекттар минеке түгел. Улар Артур Батыршиндың, Тимур Ямаловтың, Эдуард Дилмөхәмәтовтың, Алина Ғәлиеваның, Артур Ғайсаровтың һәм башҡаларҙың башланғысы. Уларҙың һәр береһенең үҙ эше бар. Мин уларға саҡ ҡына кәңәш биреп, саҡ ҡына юл күрһәтеп ебәрә генә алам... Иң мөһиме, уларҙы "Һеҙҙең ҡулдан бар эш килә!" тип ышандырырға кәрәк. Бөгөн йәштәр менән ниндәйҙер бейеклектән танау буйлатып ҡарап һөйләшергә ярамай. Тиң, бер "телдә" һөйләшергә кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ: "Йәштәр ниндәй?" - тип һораһағыҙ, мин былай тип яуап бирәм: бөгөн башҡорт йәштәрендә күҙәтелгән рухи күтәренкелек беҙҙең милләттә күптән булғаны юҡ ине. Бәлки, 1919 йылдан бирле булмағандыр. Башҡорт йәштәренең бөгөнгө рухи күтәренкелеге ул, моғайын, 100 йылға бер тапҡыр күҙәтелә торған күренештер. Улар уҡымышлы, белемле, зиһенле һәм, беҙҙең быуындыҡылар һымаҡ, ике ҡатлы стандарттар менән эш итмәйҙәр. Улар үҙҙәренең фекерен ярып әйтә белә. Иң мөһиме, улар ниндәйҙер графаға билдә ҡуйыр өсөн, исем өсөн эшләмәй, улар аныҡ эштәр менән шөғөлләнә.
Әле һүҙ барған сәфәргә йәштәрҙән Артур Ғайсаров, Эдуард Дилмөхәмәтов, Алмаз Бәширов, Айбулат Ишназаровтар барҙы. Мин уларҙың барғандағы, ҡайтҡандағы йөҙҙәрен күрҙем. Беләһегеҙме, улар ирҙәр булып ҡайтты. Һәм ошо сәфәрҙән һуң улар бер нәмәгә лә битараф булмаясаҡ. Ниндәйҙер сер, тәжрибә юҡ бында. Бары тик йәштәргә ышанырға һәм уларҙың идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Йәштәргә ярҙам итә алмайһың икән, бер генә девиз булырға тейеш: "Йәштәргә ҡамасаулама!"
А. Ғайсаров: Был күтәрелеш ҡурай сәнғәтендә лә күренә, сөнки, 2000 йылдан башлап, халыҡ музыкаһына, традицион музыкаға ҡарата ҡараш ҡырҡа үҙгәрҙе. Быға тиклем беҙ сәнғәттә күп темаларҙы, идеяларҙы сит илдән, урыҫтарҙан алдыҡ, хәҙер ҡурай сәнғәте яҡшы үҫеш алды. Ҡурайсылар, тигәндә, мин, ғөмүмән, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙы күҙ уңында тотам. Элек ҡурайсылар - ҡурайсы, думбрасылар - думбрасы ине. Хәҙерге көндә беҙҙең шундай берәмегебеҙ бар - Башҡортостан Республикаһының Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры. Ул да беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙең матур күрһәткесе. Халыҡтың үҙенең милли музыка ҡоралдарынан торған оркестры бар икән, беҙҙең халыҡ рухи яҡтан үҫешкән, тигән һүҙ.
А. Юлдашбаев: Шул уҡ ваҡытта, "Ҡурайсы" төркөмө, "Арғымаҡ", "Заман", "Йатаған" этно-төркөмдәре бар. Беҙҙә бит ул тиклем этно-төркөмдәр булғаны юҡ ине. Әле яңыраҡ Азат Биксуриндың симфоник оркестр менән эшләгән проектын ҡараным. Симфоник оркестр менән ҡурай - төптө яңы күренеш
А. Ғайсаров: Этно-төркөмдәргә ҡаршы килеүселәр ҙә бар. Әммә был беҙҙең үҫештең күрһәткесе. Әгәр ҙә ҡурай сәнғәтен үҫтергәнбеҙ, таратҡанбыҙ икән, уны бер сиктә тотоу дөрөҫ булмаҫ ине.
А. Юлдашбаев: Дөрөҫ юлдабыҙ. Шунан һуң, глобалләшеү, урбанизация тигән процестарҙы ла иҫтән сығарырға ярамай. Быға тиклем ҡурай ул ҡурай, этно, боронғо, архаик музыка ҡоралы тип ҡаралһа, боронғоса кейенеп, тирмә эргәһендә генә уйнала торған ауыл музыка ҡоралы тип ҡабул ителһә, хәҙер ул цивилизация кимәлендә тормошҡа ашҡан, күтәрелгән һәм шул кимәлдә булырға тейешлеге иҫбатланған музыка ҡоралы. Шул уҡ ваҡытта ҡурайға иғтибар итеүселәр ҙә ишәйә бит. Ҡайһы милләт Ла Скала опера театрында үҙ музыкантын милли кейемдә сығыш яһата алғаны бар әле? Беҙ Ла Скаланың тарихында бер генә кешегә - Роберт Юлдашевҡа ғына фракһыҙ сәхнәгә сығырға рөхсәт ителеүе менән маҡтана алабыҙ! Шуға күрә, был бит танылыу. Ҡабатлап әйткәндә, ҡурай ул - ҡорал, ул рухи ҡорал, милләтте туплай торған, күтәрә торған инструменттарыбыҙҙың береһе.
Һорауығыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, тәжрибәләр кәрәк ул. Шул уҡ йәштәрҙең тәжрибәләре... Хәҙер мин, әйтәйек, 53 йәшлек "бабай" булып: "Улай ярамай, беҙ йәш сағыбыҙҙа ҡурайҙы улайтып уйнамай инек", - тип ултырһам, ул һүҙҙәрҙән файҙа булмаҫ ине. Заман үҙгәрә. Яңы талантлы йәштәр килә. Бабич 19-20 йәшлек сағында "Тулҡын" ойошмаһының манифесын ҡабул итә һәм унда, беҙ һөрһөгән күңелдәрҙе аҡтарып, яңыны тыуҙырырға тейешбеҙ, тигәнерәк (ғәфү, яттан һүҙмә-һүҙ иҫләмәйем, әммә мәғәнәһе шулай) фекер әйтә. Бөгөн йәштәр үҙҙәренең манифесы менән килергә тейеш. Донъябыҙ йәштәр ҡулында. Беҙ, өлкәндәр иһә, яңы заманды иҫке аҡыл менән тыуҙырмайҙар икәнен аңларға, йәштәргә ҡамасауламаҫҡа тейешбеҙ.
А.Ғайсаров: Шул уҡ ваҡытта эштә лә, тормошта ла быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш. Быуындар бәйләнеше өҙөлөүөн күрҙек, уның эҙемтәләрен үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Хәҙер ул хаталарға юл ҡуймайыҡ.
А.Юлдашбаев: Ҡабатлап әйтәм: рухи күтәрелешкә (мин бында революция, ихтилал тураһында һүҙ алып бармайым), ижтимағи аңды үҙгәртергә һәләтле, үҙ һүҙеңде, үҙ фекереңде йөрөтөр кеше булыр өсөн йәш булырға кәрәк. Бабичтар заманын алығыҙ, Салауат Юлаевтар заманын алығыҙ, 60-сы йылғыларҙы алығыҙ... Нисә йәш булған уларға?..
Йәштәр тураһында фәһемле һүҙҙәр әйттегеҙ, ә шулай ҙа дөйөмләштереп ҡуяйыҡ әле: бөгөнгө йәштәр өсөн иң мөһиме нимә?
А. Юлдашбаев: Мәғрифәтселек. Бөгөн Аҡмулла заманындағы нео-мәғрифәтселек, яңы мәғрифәтселек осоро. Бөгөн төп инвестиция, милли инвестиция - ул мәғрифәтселек. Донъяуи белем алыу. Донъяуи кимәлдә конкурентлыҡҡа һәләтле белгес булыу. Һин үҙеңдең меҫкенлегеңдән, бахырлығыңдан арынып, донъяуи хеҙмәт баҙарында шведтар менән, немецтар менән, япондар менән бер тиң торорға тейешһең. Ҡайҙалыр, ниндәйҙер вакант вазифаға конкурс иғлан ителде икән (Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә, донъяның ҡайһы ғына илендә булһа ла), шунда еңеп сыға алырға тейешһең. Ә "Атайым шылтыратыр, ярҙам итер, эшкә урынлыштырыр әле" тигән һүҙ булырға тейеш түгел. Шул уҡ IT технологиялар өлкәһендә, нано-технологиялар өлкәһендә, ген инженерлыҡ өлкәһендә лә, бөтә өлкәлә лә донъя кимәлендәге конкурентлыҡҡа һәләтле булырға тейеш беҙҙең йәштәребеҙ.
Шулай итеп...
Милләтебеҙҙең төп ҡоралы - моң, ҡурай моңо, тигән һығымта ла яһалды бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә. Бар нәмәгә битараф кешене "моңһоҙ" тиҙәр түгелме әле? Әңгәмә тәьҫиренә бирелеп, халҡыбыҙға "Моңһоҙ булмайыҡ!" тигән саҡырыу ташлағы килә.
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА