«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

62. Фәнил Әсәновтың "Ер аҫтында ай ярым" повесы.
63. Ноғман Мусиндың "Мин дә ата балаһы" повесы.
64. Раил Байбулатовтың "Оятыңдан үлмәй тор!" повесы.
65. Нурислам Шәйхуловтың "Хәүефле сәфәр" китабы.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының исемлегенә бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итәм, һәр береһе уҡыған кешегә файҙалы, ҡыҙыҡлы булыр. Фәнил Әсәновтың "Ер аҫтында ай ярым" исемле мажаралы повесын балалар бик яратып уҡый. Ноғман Мусиндың "Мин дә ата балаһы" повесы ата-әсәләрҙең үҙенә лә ҡыҙыҡлы булыр, унда ир балалар тәрбиәһе буйынса аҡыллы фекерҙәр табылыр. Раил Байбулатовтың "Оятыңдан үлмәй тор!" повесын да был исемлеккә мотлаҡ индерергә кәрәк, сөнки әҫәр үҫмерҙәргә, юғары синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Әҫәрҙә автор хеҙмәт-тәрбиә колонияһына эләгеп аяныс тәҡдиргә төшкән үҫмер тормошон, ауыр уй-кисерештәрен һүрәтләй.
Нурислам Шәйхуловтың "Хәүефле сәфәр" китабы "Башҡорт китабы топ-100+" исемлегенә индерелһә ине. Был китаптың йөкмәткеһенә "Урман ҡосағында" хикәйәһен айырым билдәләп китергә кәрәк. Автобиографик планда яҙылған был әҫәрҙе йәш быуын һуғыш осоро балалары яҙмышын, күргән ыҙаларын белһен өсөн уҡырға тейеш, минеңсә", - тип яҙа Өфө ҡалаһынан Әлфиә Зәбдинова.

66. Яныбай Хамматовтың "Салауат" һәм "Һырдаръя" романдары. "Яныбай Хамматовтың һәр әҫәре китап уҡырға яратыусы кеше күңеленә хуш килерлек. Уның бер китапҡа тупланған "Салауат" һәм "Һырдаръя" тарихи романдары ла башҡорт халҡының тарихи үткәне, билдәле шәхестәре тураһында белергә теләгән кеше өсөн мауыҡтырғыс буласаҡ. Салауат Юлаевтың тормошо, бригадир дәрәжәһенә күтәрелгән йәш егеттең ихтилалға ни өсөн ҡушылыуы, азатлыҡ өсөн көрәше "Салауат" романында тасуирлана. Был романды уҡып, бер аҙға булһа ла, Салауат батыр йәшәгән осорға барып эләгәһең һәм унда тап автор һүрәтләгән кеүек булғандыр, тип хис итәһең. "Һырдаръя" романы башҡорт халҡының мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы тураһында. Әҫәрҙә шағир йәшәгән осор, шул заманда йәшәгән кешеләр аша уларҙы борсоған мәсьәләләр, халыҡтың көнкүреше һәм рухиәте сағылдырыла. "Салауат" һәм "Һырдаръя" романдары ике төрлө осорҙа йәшәгән шәхестәр тураһында яҙылһа ла, улар икеһе лә үҙ халҡы өсөн бөтә йөрәген, күңелен һалып, хатта йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булып хеҙмәт итеүен тасуирлай. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһының исемлегенә индереп, киләсәктә йәш быуындарға ошо китапты уҡырға тәҡдим итеүемдең сәбәбе халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен иҫтән сығармау, улар тураһында мәғлүмәттәрҙе әҙәби әҫәрҙәр аша ла алыу, рухи тәрбиәгә бәйле", - тип яҙа Лилиә Дәүләтбаева.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.17 | Ҡаралған: 1260

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru