«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДҮРТЕНСЕ ҠИММӘТ НӘМӘ - ШӨКӨР, ТИГӘН…
+  - 

"Туйғансы икмәк ашар көндәр тыуырмы бер ҡасан...", йәиһә, "Илдәр байығас, тик икмәк бешереп кенә күрше-күләнде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлар инем..." тип ҡасандыр хыял иткән атай-әсәйҙәребеҙҙең хәтирәләрен тыңлап үҫкәндәр вәкиленән булараҡ, бына ошо хаҡта бер аҙ фекер итеп алырға булдым.

Аталары утыҙынсы йылдарҙа золом ҡорбаны булған, етемлектә үҫкән ҡайным мәрхүмдең һәр саҡ: "Икмәк етерлек булғас, башҡа нимә кәрәк инде беҙгә. Бына шуныһы өсөн Аллаһы Тәғәләгә һәр саҡ шөкөр итеп йәшәргә кәрәк", - тигән һүҙҙәре һаман хәтеремдә. Ысынлап та, хәҙерге көндә беҙ барына риза булып йәшәйбеҙме һуң? Тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ. Кемде бөгөнгө көндә икмәк мәсьәләһе борсой? Ундай кешене илебеҙҙә көн-төн эҙләһәк тә таба алмаясаҡбыҙ! Ул ғына ла түгел, урам буйында йыш ҡына кемдер ашап бөтмәй ташлаған икмәк һыныҡтарына юлығабыҙ. Бөгөнгө көндә икмәк тураһында һүҙ йөрөтөү хатта уңайһыҙ ҙа һымаҡ. Ә шулай ҙа был хаҡта ғүмеребеҙ буйы иҫләргә кәрәктер ул, ә?..
Телевизорҙа күрһәтелгән сит ил хәл-ваҡиғаларын ҡарап ултыра торғас: "Аллаға шөкөр, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа һуғыштар, ер тетрәүҙәр, цунами кеүек нәмәләр, ҡоротҡос елле осһоҙ-ҡырыйһыҙ сүллектәр юҡ. Африка илдәрендәге крокодилдар, дүртәр метрлыҡ варандар, үлемесле кобралар, кеше балаһын йоторҙай анакондалар ҙа юҡ", - тигәйне бер заман хәләл ефетем. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ысынлап та, беҙ Ер шарының иң-иң яҡшы урынында йәшәйбеҙ бит, йәмәғәт! Африка, Ғәрәбстан илдәрендә халыҡ ҡоролоҡтан, аслыҡтан интеккән мәлдә, һәр төрлө һуғыштарҙан, йоғошло сирҙәрҙән меңәрләп ҡырылған осорҙа, беҙҙең илебеҙҙә - хөрриәт! Тик йыш ҡына кешеләрҙең теге йәки был нәмә менән риза булмай "бурылдағанын" ишетергә тура килә. Кемгәлер һалҡын оҡшамай, кемдер, киреһенсә, көндөң эҫе булыуы менән ҡәнәғәт түгел, кемдәрҙер ямғырҙың артыҡ күп, йәиһә аҙ яуыуы менән килешеп етмәй. Көнкүреш мәсьәләһенә килгәндә лә бәғзеләрҙе хәҙер үҙебеҙҙә сыҡҡан "Жигули"ҙар мөрхәтһендермәй, "Москвич" йәиһә "шестерка" хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ, ҡайһылар хатта "корейский" менән дә хушһынмай. Ауыл урамы буйлап китеп барһаң, бик һирәк (ул да булһа, яңғыҙ әбейҙәр йәшәгән) өйҙәрҙең генә гаражһыҙ булыуын күрәһең. Фатирыбыҙ ике бүлмәле икән, беҙ өстө теләйбеҙ, ә өслө икән - ике ҡатлы коттедж хаҡында уйлана башлайбыҙ. Бер-нисә йыл ҡулланған өй йыһаздарыбыҙ, телевизор, һыуытҡыстарыбыҙ ҙа иртә "иҫкерә". Кешеләрҙән ҡалышҡыбыҙ килмәй, "кредит" тип аталған ифрат та гонаһлы бурыстар ҡармағына (процентҡа биреү генә түгел, ә алыу ҙа күҙ уңында тотолған, оло гонаһҡа сәбәп булырҙай бындай нәмә диндә "риба" тип атала) үҙ иркебеҙ менән барып инәбеҙ. Кейемдәребеҙ ҙә туҙмай, ә тик "моданан сыға"... Һәр кемебеҙҙең тиерлек өҫтәле төрлө ашамлыҡтарҙан һығылып торған ошо дәүерҙә (тапҡан-таянғанын хәмергә әйләндереп, хәйерселеккә төшкәндәр хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә) башта иҫкә алған икмәк тураһында ниҙер һөйләү, ысынлап та, урынһыҙ һымаҡ.
Тәрәнерәк фекерләй башлаһаң, беҙҙән дә бәхетле кешеләр юҡ ошо донъяла. Беҙ бит ошо Ер шарының экологик яҡтан иң таҙа, иң ҡулайлы өлөшөндә урынлашҡанбыҙ. Иң матур тәбиғәт тә - беҙҙеке. Иң саф һауа, һыу, ризыҡ үҙебеҙҙең республикабыҙҙа. Иң ябай, эскерһеҙ, әҙәпле, ихлас күңелле халыҡ та беҙҙә бит! Беҙҙең халыҡ, милләткә ҡарамай, барса кешеләргә хөрмәт итеүсәнлеге менән айырыла. Хаталаныуым да мөмкин, әммә яҡташтарыбыҙ башҡа халыҡтарҙы хатта үҙебеҙҙекенән дә нығыраҡ ихтирам иткән һымаҡ тойола миңә. Әллә әлеге "көнсөллөк" тигән насар нәмә шундай хистәргә этәреп, эсте көйҙөрә микән... Ҡунаҡсыл халҡыбыҙ, ысынлап та, бүтән яҡтан килгәндәр алдында өлтөрәп торған һымаҡ. Ә шулай ҙа халыҡ-ара дуҫлыҡ тойғолары тик бер яҡлы, йәғни, беҙҙә генә түгел, ә башҡа милләт вәкилдәрендә лә булыу мотлаҡ икәнен дә онотоп ебәрмәйек.
"Шөкөр" тигән һүҙ ғәрәпсәнән урыҫсаға "благодарность", тип тәржемәләнә. Ә беҙгә ул һүҙ шул көйөнсә, динебеҙ менән бергә килеп ингән, тип уйлау кәрәк. Шуның өсөн дә халҡыбыҙ башҡортсалап "Аллаға шөкөр", тип әйтер булған. Раббыбыҙға шөкөр итеү һүҙҙәрен "Әлхәмдүлиллаһ", тип тә әйтәләр, йәғни, барса маҡтау - Аллаһҡа. Изге Ҡөрьән аяттарында Аллаһы Тәғәлә кешеләргә Үҙе биргән һанһыҙ ниғмәттәр хаҡында йыш ҡына иҫкәртә һәм аҙағынан: "...ә фә лә йәшкүрүн", йәғни, "шөкөр ҡылмаҫтармы ни улар", тип ҡуя. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: "Әҙәм балаһына бер тау алтын бирһәң - уның нәфсеһе икенсеһен теләр, ә икенсе тау алтын бирһәң - өсөнсөһөн теләр. Ысынында, кешене тик ер генә туйҙыра ала..." - тип әйтә. Йәғни, был донъя артынан күпме генә ҡыуһаҡ та, һәммәбеҙ ҙә иртәме-һуңмы ер ҡуйынына биреләбеҙ. Унда беҙҙең өсөн донъя малынан бер нәмә лә кәрәкмәйәсәк, беҙ тик үҙебеҙҙең тереклектә ҡылған һәм ҡылмаған, изге һәм гонаһлы ғәмәлдәребеҙ менән генә тороп ҡалабыҙ. Ахирәттә фәҡәт ана шулар өсөн генә яуап бирәсәкбеҙ. Унда беҙҙе донъя малы һис ҡотҡара алмаясаҡ. Беҙгә тик Аллаһы Тәғәләгә килтергән иманыбыҙ, ҡылған намаҙ, ураҙа һәм башҡа ғибәҙәттәребеҙ, Уның ризалығына өмөт итеп атҡарған яҡшы эштәребеҙ, Уға әйтелгән зикерҙәребеҙ, доғаларыбыҙ ғына ярҙам итәсәк. Мәшһүр Аҡмуллабыҙ әйтмешләй:

...Тар ләхеттә мул малың
Юлдаш булыр тиһеңме;
Бер имандан башҡаһы
Моңдаш булыр тиһеңме...

"Шөкөр итеп" йәшәүҙе донъялағы һәр нәмәгә битараф булып, "арҡыры ятҡанды буйға һалмай", вайымһыҙ ғүмер кисереүгә тиңләү кәрәкмәй, Аллаһ һаҡлаһын! Һәр нәмәгә объектив баһа биреп, төҙәтергә тейешле нәмәләрҙе үҙ ваҡытында төҙәтеп, хәлеңдән килгәнсе етеш, яҡшы йәшәргә тырышыу, әлбиттә, һәммәбеҙҙең бурысы. Тик, һәр кемебеҙ үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ менән ҡәнәғәт булып, күршебеҙҙең тауығын "күркәләй итеп күрмәй" генә, үҙебеҙгә бирелгән һәр нәмә өсөн, оло ниғмәтебеҙ - ғүмеребеҙ өсөн, балаларыбыҙ өсөн тик бер Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, һәммәбеҙгә иң кәрәк булған иман байлығын Унан һорап, был донъяла ғына түгел, ахирәттә лә бәхет биреүенә өмөт итеп йәшәйек. Хәленән килгәндәрҙең байып, йыллыҡ килеменең бер өлөшөнән мохтаждарға зәҡәт биреп йәшәүе, әлбиттә, бик яҡшы. Әммә байығыуҙы ғына үҙмаҡсат итеп ҡуйыу ярамай. Аҡсаһы күп булғандар ғына түгел, ә барына риза булып йәшәгәндәр ҙә был донъяла ысын бәхет таба. Иң мөһиме - Раббыбыҙҙың биргәндәренә ризалыҡ ҡылып, донъя йыйыуҙы бер аҙ икенсе планғараҡ күсереп, әлеге Аҡмулла олатай әйтмешләй, "төҙ юл менән йүгер"ергә ашығып, тере сағыбыҙҙа шуға өлгөрөп ҡалырға тырышырға тейешбеҙ. Шулай итәйек!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 974

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru