«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯЛА ҠУРАЙҒА ЕТКӘН УЙЫН ҠОРАЛЫ ЮҠ
+  - 

Хакасияла үткән III "Ут йыры" Бөтөн Рәсәй этник эстрада фестиваль-конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһап, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Карауан" төркөмө солисы Тимур РАМАЗАНОВ беренсе урынға лайыҡ булды. Йәш талантты ошо еңеүе менән ҡотлап, әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Тимур, яҙ айҙарында ғына республикала үткән Ф. Ҡудашева исемендәге XVI "Дуҫлыҡ моңо" Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә I урын алғайның. "Ут йыры" кеүек юғары кимәлдәге бәйгенән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?

- Һәр бәйге үҙенә күрә тәжрибә, үҙеңде һынап ҡарау, шуға ла уларҙың еңеле, ҡатмарлыһы булмайҙыр ул. Әлбиттә, "Ут йыры" фестивалендә тулҡынланыу күберәк булды, сөнки ул Хакас республикаһының мәҙәни бренды иҫәпләнә һәм Азия музыка мәҙәниәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Быйыл унда Рәсәйҙең 9 төбәгенән - Башҡортостан, Ҡырым, Татарстан, Алтай, Бүрәт, Тыва, Хакас республикаларынан, Новосибирск өлкәһенән һәм Красноярск крайынан 36 бәйгесе ҡатнашты. Үҙемә ышаныс уянды, төрлө төбәктәрҙән килгән йырсылар менән таныштым, улар менән аралашып, дуҫлашып ҡайттым.
Көслө йырсылар, төркөмдәр йыйылғайны. Асыҡ тауыш биреү булды. Ярымфинал һөҙөмтәләре буйынса финалға 12 бәйгесе - 3 төркөм, 2 дуэт, 7 солист һайланды. Финал "РТС" компанияһы телевидениеһында тура эфирҙа барҙы. Гран-приға "Иренек хан" тигән этно-рок төркөмө лайыҡ булды. Конкурстың төп маҡсаты - этник мәҙәниәттәргә ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү, һаҡлау, шулай уҡ этник эстрада йырын таратыу.

Этник эстрада - ул этник музыкала яңы йүнәлешме? Беҙҙә этник эстрада тигән күренеш бармы?

- Ул яңы түгел, беҙгә күптән таныш йүнәлеш. Этник эстрада, тимәк, халыҡ йырҙарын заманса аранжировкалар ярҙамында тамашасыға еткереү. Миҫал итеп "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөн әйтергә булыр ине. Боронғо йырҙарға зыян килмәҫме, улар беренсел формаһын юғалтмаҫмы тип, күптәр был күренештән хәүефләнә. Тик йырсылар бит халыҡ йырын, ул хатта заманса эшкәртелгән булғанда ла, башҡарғанда уны еренә еткереп йырлай, тимәк, уны бер нисек тә боҙмай. Бәйгелә мин халыҡ йыры "Азамат"ты йырланым, композитор Урал Иҙелбаев уға аранжировка эшләне. Әйткәндәй, Урал Иҙелбаев этник йүнәлеште нескә тоя һәм уның йырҙары ныҡ уңышлы килеп сыға. Шулай уҡ "Һуңғы ғәйнә" спектакленә ул ижад иткән "Мин һине яратам, Ҡарасәс" йырын, үҙем ижад иткән "Йәшәйбеҙ" йырын алып барҙым. Йәғни, башҡорт эстрадаһында этник эстрада тигән төшөнсә бар һәм беҙ был йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ әле.

Был бәйгелә ҡатнашып, үҙең өсөн ниндәй фәһем алдың?

- Иң тәүҙә, бер кемдән дә кәм булмауыбыҙға тағы бер тапҡыр инандым. Хатта, киреһенсә, ҡурайға, уның моңона еткән уйын ҡоралы бер халыҡта ла юҡ икәнен аңланым. Урал Иҙелбаев "Азамат"ҡа аранжировка эшләнгәндә ҡурайҙы ла яҙҙырҙы, шуға ла йыр бик уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым. Ҡурай моңон баһалама ағзалары ла тыныс ҡына тыңлай алманы. Йырҙың төп үҙенсәлеге лә шунда, уны аңлау өсөн ул ижад ителгән телде белеү мотлаҡ түгел. Һәр бәйгесе үҙенең моңо, мәҙәниәте - кейеме, уйын ҡоралдары аша халҡын күрһәтте бында. Хакас республикаһы Башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Владимир Крафт та үҙенең сығышында әйтте был турала. "Беҙҙә 193 халыҡ вәкиле йәшәй, беҙ 270 телдә һәм диалектта һөйләшәбеҙ. Беҙгә бер-беребеҙҙе аңларға моң ярҙам итә. Тап моң аша беҙ башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә бағабыҙ", - тине ул. "Ут йыры" фестивале бының ысынлап та шулай икәнен күрһәтте.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.17 | Ҡаралған: 966

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru