«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНГЛИЗ ТЕЛЕН ТУҒАН ТЕЛ НИГЕҘЕНДӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ
+  - 

Был тормошта һәр кемдең яҙмышына яҙылған тәғәйенләнеше була. Кемдер дан артынан ҡыуа, кемдер эшенең, йәшәйешенең, хеҙмәтенең баһаһын уҡыусыларында күреп, уларҙың ҡаҙаныштары менән ҡыуанып, ғорурланып йәшәй. Эйе, бөгөнгө ауыр заманда ул да һөнәрен алмаштыра йәки аҡсалы эш артынан китә алыр ине, әммә уның тормош рәүеше - балаларға белем биреү. Рубрикабыҙҙың бөгөнгө әңгәмәсеһе - өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен балаларға инглиз телен өйрәтеүгә арнаған, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Диана ЗАКИРОВА. Уның менән бала сағына сәйәхәт ҡылыуҙан башлап, телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индермәксебеҙ.

Бөгөн ҡалала башҡорт мәктәптәре, етерлек булмаһа ла, бар, һеҙҙең осорҙа улар бик булмаған да. Ҡайһы мәктәптә белем алдығыҙ, уҡыу йылдары ни яғы менән хәтерегеҙҙә ҡалды?

- Баш ҡаланың әле үҙем эшләгән 20-се башҡорт мәктәбендә белем алдым. Унда Ильяс ағайым уҡый ине, беҙҙән һуң Светлана һеңлем, өс ҡустым да ошо мәктәпте тамамланы. Мәктәп йылдарын әле лә һағынып, йылмайып хәтерләйем. Башланғыс класта һәйбәт уҡыһам да, уҡыуға бик әҙер булмағанмын, күрәһең, күберәк хистәргә бирелә торғайным. Инәйем: "Беренсе көн мәктәптән ҡайтҡас та, "Шуларҙың каникулдары ҡасан башлана һуң", тип һораның", - ти. Икенсеме, өсөнсөмө синыфта иртән трамвайҙа сумкамды онотоп ҡалдырып киткәнемде лә яҡшы хәтерләйем, һуңынан инәйем менән депоға барып, эҙләп алып ҡайтҡайныҡ. Класташтарымдың күбеһе менән бер балалар баҡсаһына йөрөгәнлектән, бер-беребеҙҙе белә инек. Ата-әсәләребеҙ тиҫтер, йә курсташтар булды. Белеүемсә, улар ата-әсәләр йыйылышына күберәк бер-береһен күрер, аралашыр өсөн йөрөгән, хатта йырлашып та ултырғандар.
Беренсе уҡытыусыма - Рәзинә Фәрхетдиноваға ҙур рәхмәтлемен, ул беҙгә ныҡлы белем биргән, бик талапсан ине, унан хатта ҡурҡа торғайным. Әлеге ваҡытта ла уның күҙҙәре менән генә йылмайған йөҙө, күлдәге күҙ алдымда ап-асыҡ тора. Үҙем мәктәптә эшләй башлағас, ни тиклем көслө уҡытыусыларҙа уҡығанымды бигерәк тә нығыраҡ аңланым. Урта һәм өлкән кластарҙа Марат Хафизовтың, Зөһрә Ҡотошованың - тарих, Фәнзиә Сәләхованың - рус һәм рус әҙәбиәте, Мөхәммәт Моратовтың, Мәүлиха Ислахованың, Вилүрә Йәнтүринаның - математика, Татьяна Пегованың, Фәриҙә Бикбаеваның, Рина Уразаеваның инглиз теле дәрестәрен яратып уҡыным. Уҡыусының мәктәпкә, уҡытыуға ҡарата һөйөүе көслө, тәрән белемле, эшен, балаларҙы яратҡан уҡытыусынан тора, бигерәк тә беренсе уҡытыусынан. Үкенескә күрә, әлеге ваҡытта ундай уҡытыусылар бик әҙ.

Бөтөн нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, тиҙәр. Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдығыҙ, башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡый инегеҙме, ғаиләлә башҡортса һөйләштегеҙме?

- Инәйем дә, атайым да эште беренсе урынға ҡуйҙылар. Атайым, Дияс Хатип улы Йәндүрин, бөтә көсөн, ғүмерен Башҡорт дәүләт университетына бирҙе, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Инәйем - Тәнзилә Аҫылғужа ҡыҙының сығышы Тәтегәс бей нәҫеленә барып тоташа, Юрматы ырыуынан, дүрт балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән. Аҫылғужа олатайым 1942 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғала, бөтә ауырлыҡ Фатима өләсәйемә төшә. Йәйгеһен беҙ уның янында йышыраҡ була, уға "әсәй" ти инек. Инәйем оҙаҡ йылдар балалар йортонда эшләне, унда аҡсаһы ла күберәк, иң мөһиме - күп балалы ҡатын өсөн эштең сменалы булыуы ҡулайлы булғандыр. Сөнки өй эше лә, магазинға йөрөү, бала ҡарау уның өлөшөнә күберәк төштө. Беҙ, ике ҡыҙ, уға бәләкәйҙән ярҙам итергә тырыштыҡ. Ул эштә ваҡытта одеалдарҙан, ултырғыстарҙан өй ҡороп уйнайбыҙ ҙа, уның ҡайтыр ваҡыты етә башлаһа, йүгереп йөрөп өй йыйыштырабыҙ. Иҙән йыуыу, туҙан һөртөү беҙҙең бурыс булды. Атайым инәйемдән иртәрәк ҡайта ла, тәмле итеп ашарға бешерә ине. Беҙҙән бер ваҡытта ла - дөйөм ятаҡта йәшәгәндә лә, фатирға күскәс тә, кеше өҙөлмәне. Атайым менән инәйем һәр килгән кешегә ярҙам ҡулын һуҙҙы, байрамдарҙа ла ҡунаҡтар килеп тула ине. Ғаиләбеҙ ҙур булһа ла, инәйемдең йүнселлеге һөҙөмтәһендә өҫтәлебеҙҙә ризыҡ һәр саҡ мул булды. Ағайымдың дуҫтары, минең, һеңлемдең әхирәттәре беҙгә килеп, ҡунып та ҡала инеләр. Бәлки, шуға ла беҙ ҙә кешеләргә ҡарата асыҡ, ярҙамға әҙер булып үҫкәнбеҙҙер.
Өйҙә бәләкәйҙән башҡортса һөйләштек, йәй ваҡытында инәйем яғына, Ғафури районының Яугилде ауылына ҡайта торғайныҡ. Бала саҡта инәйем һөйләгән "Саҡ-Суҡ" бәйетен илап, Туҡайҙың "Һыу инәһе"н иҫебеҙ китеп тыңлай инек. Инәйем шиғырҙырҙы ла матур итеп, үҙәккә үткәрерлек итеп һөйләне, йырға ла оҫта булды. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә, тегене уҡығыҙ, быны уҡығыҙ, тип тылҡып тороусы булманы. Өйҙәге ҙур китапханалағы китаптарҙы һәр беребеҙ үҙ ваҡыты, үҙ теләге менән уҡый башланы. Китаптарҙан тыш, һәр саҡ бер ҡосаҡ гәзит-журнал алдырҙыҡ. Атайым да, инәйем дә буш ваҡыттарында гел уҡыны.

Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, тиҙәр. Ҡалала иң яратҡан урынығыҙ? Мөмкинлегегеҙ булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ? - Атайым менән әсәйем университетты тамамлағас, Ильяс ағайымды күтәреп, үҙ теләктәре менән атайымдың ауылына эшкә киткәндәр. Мин - Лағырҙа, Светлана һеңлем Малаяҙҙа тыуа. Атайым аспирантураға уҡырға ингәс, ҡабат Өфөгә ҡайтҡанбыҙ, шуға ла аңлы йылдарым Өфө менән бәйле. Ун йылдан ашыу БДУ-ның беренсе дөйөм ятағында йәшәнек, һуңынан - Октябрь проспектында, аҙаҡтан Ғафури урамына күстек. Шуға ла баш ҡалала яратҡан ерҙәрем ошо урындар менән бәйле - Ғафури, Луначарский парктары, Ағиҙел буйы, Салауат Юлаев монументы, Коммунистик урамын бик ныҡ яратам. Мөмкинлегем булһа, Вәлиди урамындағы элекке заводты һәм әлеге "Мир фирмаһы"ндағы тегеү фабрикаһын ҡабаттан тергеҙер инем, сөнки халыҡҡа эш урыны булдырырға кәрәк. Юҡһа, хәҙер бөтөн кеше һатыу итә, үҙҙәре текмәй, етештермәй, өйҙәр төҙөй - һатып ала алмай, ир-егеттәр эшһеҙ эсеп йөрөй, ауырлыҡ күберәген ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә.

Ул осор башҡорт интеллигенцияһына хас булғанса, һеҙ күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәнһегеҙ. Бөгөн һәр кем үҙе өсөн генә йәшәгәндә, нимә ул һеҙҙең өсөн туғанлыҡ хисе, туғанлыҡ тойғоһо?

- Ысынлап та, беҙҙең ата-әсәләр, күп ваҡытта хатта балаларын, ғаиләләрен иғтибарҙан мәхрүм итеп, "эш", тип, "халҡым", тип йәшәне. Бөгөн кеше матди яҡҡа күберәк иғтибар бирә. Минеңсә, иң тәүҙә үҙеңде, ғаиләңде хәстәрләргә кәрәк, аҙаҡ инде хәлеңдән килгәнсә, туғандарыңа, яҡындарыңа һәм халҡыңа хеҙмәт итеү бурыс булып торорға тейеш. Йәһүдтәрҙе алайыҡ - улар балаларына бәләкәйҙән үк дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырыша. Атайым менән инәйем ғүмер буйы намыҫлы эшләп, дача, машина, бүтән байлыҡҡа эйә булманылар, уларҙы маҡсат итеп тә ҡуйманылар, кешеләргә ярҙам итеп, үҙҙәре ярҙам һорай белмәнеләр. Беҙҙә лә ундай сифаттар юҡ, бөтә нәмәне үҙ көсөбөҙ, тырышлығыбыҙ менән яулайбыҙ. Һеңлем менән арабыҙ бик яҡын, сит илдә йәшәһә лә, йыл һайын тигәндәй бер-бер артлы уның янына ҡунаҡҡа барабыҙ. Салауат ҡустым да бөтәбеҙгә лә ярҙам итергә әҙер. Ҡалған ике туғаным үҙҙәре ярҙамға мохтаж, фатирҙары юҡ, атай-инәй менән торалар. Шулай итеп, арабыҙҙа ҡайсаҡ төрлө мөнәсәбәттәр булһа ла, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып йәшәйбеҙ.

Һеҙ - инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡорт телен белһәң, инглиз телен өйрәнеүе еңелерәк, тиҙәр. Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек? Ғөмүмән, телдәрҙе өйрәнеү өсөн нимә кәрәк?

- Башҡорт дәүләт университетының роман-герман бүлеген тамамлағас, туған мәктәбемә ҡайтып, хәҙер инде унда 27 йыл эшләйем. Тәүге йылдар бик ауыр булды - кабинетым юҡ ине, кабинеттар эҙләп ҡаттан-ҡатҡа йүгергән ваҡыттар ҙа булды, барыбер бирешмәнем, сыныҡтым ғына. Уҡытыусыларымдан өйрәнергә тырыштым, йәш булғанғалыр, үҙемә лә ышанысым ҙур ине. Аҙағыраҡ биш йыл инглиз теле буйынса директор урынбаҫары булып, Хәйбуллин Хисам Салауат улының ҡулы аҫтында эшләнем. Талапсан, көслө администратор, алдынғы ҡарашлы, баш эймәҫ кеше менән эшләргә, бер яҡтан, ауырыраҡ булһа ла, күп нәмәгә унан өйрәнеп ҡалдым. Әлбиттә, үҙ телен яҡшы белгән кеше сит ил телен дә яҡшыраҡ үҙләштерә. Инглиз һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш өндәр бар - был яҡтан башҡорттарға һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, дөрөҫ ятларға еңелерәк. Икенсе яҡтан, башҡорт телен белгән кеше генә инглиз телен еңелерәк өйрәнә, тип тә әйтеп булмай. Телде өйрәнеү күп нәмәнән тора: беренсенән, уҡытыусынан, икенсенән, кешенең һәләтенән, өсөнсөнән, иң мөһиме - уның тырышлығынан. Уҡытыусы йүнләп уҡытмаһа, башҡорт теле һиңә нисек ярҙам итһен? "Башҡорт теле аша инглиз телен уҡытабыҙ", тигән фекер ҙә йөрөй. Мин бының менән һис тә риза түгелмен, башҡорт теле нигеҙендә, тиһәк - дөрөҫөрәктер. Беҙҙең осраҡта ҡала балалары күберәк русса аралаша, шуға ла башланғыс синыфта инглиз телен күп осраҡта рус теле нигеҙендә индерәбеҙ. Ғөмүмән, инглиз телен тик инглиз теле аша ғына өйрәнеп була. Бында шуны ла әйтеп китер инем: 2004 йылда гимназия нигеҙендә Рәсәйҙә беренсе булып халыҡ-ара гуманитар программаны тормошҡа ашырыу башланды. Был программаның маҡсаты - Өфө ҡалаһының социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрендә тәрбиәләнгән үҫмерҙәр өсөн инглиз телен бушлай өйрәтеү, уларҙың лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү ине. Был эштең уңышлы булыуына элекке директорыбыҙ Хисам Хәйбуллин, Америка-Башкорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайко күп көс һалды. Гимназиянан проекттың координаторы булып эшләү бәхете миңә тейҙе. Әлеге ваҡытта был халыҡ-ара программа Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгендә уңышлы алып барыла. Ошо йылдар эсендә үҫмерҙәр аҙнаһына ике тапҡыр инглиз телен төрлө ысулдар аша үҙләштерҙе. Программаның иң күңелле өлөшө булып йәйге лагерь тора. Быйыл ул 13-сө тапҡыр үҙенең ишеген 28 бала өсөн асты. Ошо программа арҡаһында балалар йыл буйы американдар менән аралаша, телмәрҙәрен үҫтерә, үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен сит ил мәҙәниәте менән сағыштырып өйрәнә ала. Уҡытыусылар өсөн дә был программа бик файҙалы, йыл һайын йәйге лагерь эсендә Өфө ҡала инглиз теле уҡытыусылары өсөн Интерколледж менән берлектә Американан йәки икенсе инглиз телендә һөйләшкән илдән саҡырылған лектор-ҡунаҡтар ҡатнашлығында семинарҙар ойошторола.
Шулай итеп, йыл һайын гимназияла инглиз теленән дәүләт имтихандары иң юғары һөҙөмтә бирә. Күп уҡыусыларыбыҙ инглиз телен үҙҙәренең һөнәре итеп һайлай. Бының менән нимә әйтергә теләйем, беҙ, башҡорттар, үҙ телебеҙҙе генә түгел, мотлаҡ рәүештә сит ил телдәрен, башҡа фәндәрҙе яҡшы белергә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына әлеге ысынбарлыҡта юғалып ҡалмаясаҡбыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.17 | Ҡаралған: 1305

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru