Башҡортостандың матур төбәгендә - Һаҡмар-Наҙарғол (Һаҡмар Бүреһе) ауылында районыбыҙҙың данлыҡлы фольклорсылары Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа һәм Әсмә Усмановаға бағышланған "Сәсән һүҙе нур сәсә!" тип аталған төбәк-ара сәсәндәр һәм йырауҙар бәйгеһе үтте. Ошо саранан үҙемдең кисерештәремде сағылдырыуҙы кәрәк тип таптым, сөнки был ваҡиға миндә ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ та, ойоштороусыларҙың эше менән ҡәнәғәтлек тойғоһо ла, сәсәндәрҙең маһирлығына һоҡланыу хистәре лә тыуҙырҙы.
Бер урамдан торған төҙөк Һаҡмар-Наҙарғолда егәрле, берҙәм, етеш халыҡ йәшәй. Улар ҙур байрамға алдан әҙерләнгән. Ауылда бер матур йола бар: йыйылыш булһынмы, берәй ҙур ҡунаҡ көтөлһөнмө, халыҡ дәррәү сығып, урамдарын таҙарта һала. Был юлы ла байрам көнөндә иртәнге алтыла бүреләрҙең урамы көҙгөләй ялтырай ине инде! "Төҙөк ауыл" конкурсында, валлаһи, беренсе урынды алыр рәттәре бар!
Уңған килендәр байрам яланында бөтә ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар өсөн һыйлы өҫтәл әҙерләне. Ҡартатайым Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың вафатына 16 июлдә 40 көн тулғайны. Уға бағышлап ҡорбан салынды. Апай-еңгәйҙәргә айырым рәхмәт әйткем килә - улар әҙерләгән табында башҡорттоң аш-һыуының бөтә өлгөләре лә бар ине.
Бәйге майҙаны - сәхнә мәғрүр тауҙар фонында ҡоролғайны, эргәһенә тирмә-музей урынлаштырылған. Бында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың тормош юлын, ижадын сағылдырған стенд һәм Әсмә Усманованың сәсән телле генә түгел, ә оҫта ҡуллы, башҡорт кейеменең тарихын белеүсе икәнен сағылдырған күргәҙмә ойошторолған. Уның һәр ырыуға хас булған биҙәк-тегелешле башҡорт кейемдәрен Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Сибай, Өфө ҡалаларынан килгән конкурсанттарҙың өҫтөндә күрергә насип булды.
Бәйгене башлап, имам-хатиб Камил Илембәтов фатихаһын бирҙе, бар халыҡҡа һаулыҡ, уңыштар, бәйгеселәргә ярыш сәме теләне. Сараны ошолайтып изге һүҙ менән эш башлау, ҡорбан салыу беҙгә, йәштәргә, фәһем алырлыҡ ваҡиға булып тойолдо.
Жюри составына яҙыусы, журналист, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай һәм ҡартатайымдың, Әсмә инәйҙең ижади ҡомартҡыларын халыҡҡа еткереүсе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, "Шәжәрә" үҙәге ғилми хеҙмәткәре Илгиз Солтанморатов һәм дә Хәйбулла район мәҙәниәт йорто методисы, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәрфуға Азаматова индерелгәйне. Уларға, әлбиттә, 7-нән 90-ға тиклем йәштәге сәсән телле йырауҙарҙы баһалау, еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Сәхнәлә баҫып тороусы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ата-бабаларыбыҙҙың йыр-моңона ғашиҡ кешеләр, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев һәм Әсмә Усманова һаҡлап ҡалған мөнәжәт-бәйеттәрҙе күңелдәренә һеңдереп кенә ҡалмай, уларҙың тәрән мәғәнәһен халыҡҡа еткерә алыусы бәйгеселәр ине.
Әлбиттә, мин еңеүселәрҙе теҙеп һанап тормайым. Дүрт кешегә - беренсе, ете кешегә - икенсе, туғыҙ кешегә өсөнсө урын бирелде. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙең дә иҫәбе байтаҡ ине. Иң мөһиме, берәү ҙә бүләкһеҙ, иғтибарһыҙ ҡалманы. Сәсәндәрҙең балалары - Фәтих Ҡаҙаҡбаев hәм Рәзилә Туғыҙбаева-Усманова әҙерләгән ҡиммәтле махсус бүләктәр бәйгеселәрҙең күңеленә хуш килде. Фәтих Мөхәмәтйән улы Гран-приға лайыҡ Камил Илембәтовҡа тәғәйен телевизорҙы үҙ ҡулдары менән тапшырҙы. Камил Илембәтовҡа Гран-прины жюри ғына түгел, халыҡ та бер тауыштан билдәләне. Был оҫта ҡурайсы, матур тауышы менән дан тотҡан шәхес сығыш яһағанда мин, Йәмилә ҡыҙымды күтәреп, Һаҡмар буйына төшкәйнем. Камил ағай сәхнәлә ҡартатайымдың "Мәғри" йырын йырлай ине. Тауҙан тауға бәрелгән моңло тауыш ҡапыл ҡартатайымдыҡына оҡшап китте. Әйтерһең дә, бейек тау башында тороп, ҡартатайым да уға ҡушылып йырлай...
Туғандарыбыҙ исеменән Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Һаҡмар-Наҙарғолда йәшәүселәргә был эште юғары кимәлдә атҡарып сыҡҡандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Шәүрә ҒӘББӘСОВА-ҠАҘАҠБАЕВА,
Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре.
КИРЕ СЫҒЫРҒА