«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНСА ШАРТТАРҘА МИЛЛӘТТЕ НИСЕК БИЛДӘЛӘРГӘ?
+  - 

Егерменсе йөҙ йыллыҡтың социаль процестары Рәсәйҙең күпселек халҡының милли оҡшашлығын (берҙәйлек) һиҙелерлек үҙгәртте. Төрлө сәбәптәр арҡаһында күптәребеҙгә милләтен билдәләү еңел түгел. "Донъя саты" булып һаналған Пермь крайы өсөн был проблема бигерәк тә киҫкен.

Генетик анализ ярҙамында милләтте билдәләүҙең иң ябай ысулы күптәр өсөн мөмкин түгел. Хәйер, беҙгә, башҡорттарға, был ысул һәр саҡ тап килмәй, сөнки башҡорт халҡы - төрки, монгол, фин-уғыр, иран ырыуҙарынан һәм кельттарҙың вариҫтарынан барлыҡҡа килгән союз ул. Шуға күрә проблеманы хәл итеүҙең иң перспективалы ысулы булып мәҙәни код тора. Бында ла, төбәк халҡының этник мәҙәниәт кимәленең бик түбән булыуын иҫәпкә алғанда, барыһы ла ябай ғына түгел. Әммә һайлау юҡ, күрәһең. Йәш быуындың милләтен юғалтыуын күреп, уларҙың ғына түгел, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн хәүефле булып китә.
Темаға урап ҡайтып, шуны билдәләге килә: Пермь крайының киң территорияһына ҡасандыр башҡорттар - барыһына ла билдәле ғәйнә башҡорттарынан тыш, Көнгөр районында ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары ла йәшәгән - хужа булған. Тап ҡыпсаҡтарҙы, Петр Беренсе указына ярашлы, яһаҡ түләүсе татарҙарға әйләндергәндәр. Әммә башҡорттарҙы край территорияһында күсереүҙең оҙайлы тарихына ҡарамаҫтан, һан буйынса беҙ бөгөн Пермь крайында ни бары өсөнсө урындабыҙ. Тимәк, бындай сәйер күренештең сәбәбе генетик факторға ғына бәйле түгел, тип әйтергә мөмкин.
Тәүҙә уҙған быуат башында Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү процесын иҫкә төшөрәйек. Тап шул ваҡытта, күпселек тикшеренеүселер фекеренсә, башҡорттарҙың берлегенә һиҙелерлек зыян килтереүсе хаталар ебәрелә. Ул ваҡытта төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәрҙе татар теленә боролорға мәжбүр итәләр. Быға административ саралар ҙа йоғонто яһай, оҙаҡ ваҡыт Кама алдында бары тик татар теле генә уҡытыла. Һөҙөмтәлә, хатта край властары ярҙамы менән 2013 йылдан тормошҡа ашырылып килгән Ғәйнә диалектын үҫтереү программаһы ла тейешенсә баһаланмай. Программаның етешһеҙлектәре булған хәлдә лә, уларҙы киләсәктә төҙәтергә мөмкин бит.
Шулай уҡ край кимәлендә үткәрелгән һабантуй, мосолман донъяһы һ.б. кеүек сараларҙа татар һәм башҡорт музыкаль номерҙарының нисбәтен сағыштырып, төбәктең мәҙәни донъяһындағы һиҙелерлек салышлыҡты күрергә мөмкин. Был сараларҙың сифаты ла бик күп һорау тыуҙыра. Сәбәбе башҡарыу оҫталығында ғына түгел. Эйе, башҡарыу оҫталығын да камиллаштырырға кәрәк. Этник мәҙәниәттең төп йүнәлештәрен үҫтереүгә хатта ишара ла юҡ. Һөҙөмтәлә йәш башҡорттар аңлы рәүештә атай-олатайҙарыбыҙҙың мең йыллыҡ тәжрибәһенән баш тартып, татар оҫталарына өҫтөнлөк бирә. Был да һағайта. Ә бит тап ғәйнә башҡорттары Пермь ерҙәренә беҙҙең дәүерҙең 7-10-сы быуаттарында, коми-пермяктар менән бер үк ваҡытта тиерлек, килеп ултырған. Тап ғәйнә башҡорттары башҡа ырыуҙарҙан алдараҡ ер эшкәртә башлаған. Бынан тыш, ғәйнәләр еҙ һәм тимер тапҡан, тимерлек эшен үҫтергән, аш тоҙо сығарған. Әлбиттә, был эштәрҙе башҡа ырыу башҡорттары ла башҡарған, әммә, тарихсылар фекеренсә, тап ғәйнәләр заман менән бергә атлаған. Шуға күрә, ни өсөн ғәйнәләрҙең үҙ мәҙәниәтен шулай түбән төшөрөүе аңлашылмай.
Генетик яҡтан r1b кельт гаплотөркөмөн йөрөтөүсе ғәйнәләрҙең төркиҙәргә бер ҡатнашлығы ла юҡ икәнлеген белгәс, быны аңлау тағы ла ҡатмарлаша. Әммә был осраҡта тап ғәйнә башҡорттарына генетика милләтен билдәләүҙә ярҙам итә ала. Ҡатнаш никахтар был бурысты бер ни тиклем ҡатмарлаштырыуға ҡарамаҫтан, ҡыпсаҡ ырыуы ла - төрки. Был да мәҙәни код файҙаһына бер дәлил. Белемдәре етеңкерәмәгәнлектән, Кама алдының күпселек халҡы үҙенең этник музыкаль ҡоралдарын, вокал традицияларын, халыҡ бейеүҙәрен белмәгәнлектән, мәҙәни кодтың универсаллеге хаҡында һөйләү иртәрәк. Әлеге ваҡытҡа тиклем Кама алдының мәҙәни донъяһы этник музыканан бик алыҫ торған татар эшмәкәрҙәренең ижады менән тулған. Өҫтәүенә, беҙҙең заманда бик йыш алыштырыуҙар ҙа осрай. Мәҫәлән, башҡорт ҡурайын татарҙар ғына түгел, башҡа төрки халыҡтары ла үҙҙәренә алырға тырыша. Материалды эшкәртеп тә тормай, ҡайһы берҙә билдәле башҡорт клиптары татарҙыҡы итеп күрһәтелә. Аудиояҙмалар менән хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ.
Ҡурайҙың бөтөн ерҙә лә түгел, хатта Башҡортостандың һирәк урындарында ғына үҫеүе бер кемгә лә сер түгел. Тап беҙҙең ата-олатайҙар бөтөн донъяға билдәле ҡурайҙа уйнау мәктәбен булдырған. Шулай уҡ башҡорт ҡумыҙында, өс ҡыллы башҡорт думбыраһында, һыҙғыслы ҡылҡумыҙҙа уйнау мәктәптәре бар. Ә башҡорт өзләүенән башҡа күпселек ҡобайыр-эпостарҙы башҡарыу мөмкин дә түгел. Тыва, алтай, хакас һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙан айырмалы, башҡорттар төрки, монгол, фин-уғыр, иран һәм кельт халыҡтарының меңәр йыллыҡ тәжрибәһен бер гөлләмәгә туплай алған. Беҙҙең көй-моңдарыбыҙ, бик боронғо булыуҙарына ҡарамаҫтан, Рәсәй халыҡтарының барыһы тарафынан да йылы һәм яҡын ҡабул ителә. Шул иҫәптән был да, хатта белгестәргә билдәле булған нескәлектәргә төшөп тормағанда ла, хәҙерге эшмәкәрҙәрҙең түбән сифатлы ижады баҫымсаҡлағына ҡарамаҫтан, башҡорттоң мәҙәни кодының бөйөклөгөн аңларға ярҙам итә. Әгәр беҙҙең мәҙәни код күңелдәге гармонияны тойҙорторлоҡ иң нескә ҡылдарҙы тирбәлтергә һәләтле икән, тимәк, һеҙ үҙ өйөгөҙҙә, тимәк, атай-олатайҙарыбыҙ төҙөгән меңәр йыллыҡ нигеҙгә баҫырға әҙерһегеҙ.
Ә инде атай-олатайҙарҙың тиңһеҙ тәжрибәһе һеҙгә үткәндәрҙең тәжрибәһен яңынан аңларға ярҙам итеп кенә ҡалмаҫ, тормош сифатығыҙҙы яҡшыртырға, уны мәғәнә менән тултырырға ярҙам итер. Бары тик асылыңа төшөнөп һәм дөйөм халыҡ яҙмышы һүрәтләнгән картинала үҙеңдең урыныңды аңлап ҡына булмышыңды ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Икенсе осраҡта һөҙөмтә лә башҡа буласаҡ.

Радик ҒАРИПОВ.
Пермь крайы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.17 | Ҡаралған: 893

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru