«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪАБА ХАЛЫҠҠА ИХТИРАМ УНЫҢ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ ЛӘ САҒЫЛА
+  - 

Ольга ПАНЧИХИНА, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе: Тәү сиратта үҙең йәшәгән ерҙе, аҫаба халыҡты һәм уның мәҙәниәтен, телен ихтирам итергә кәрәк, тигәнгә күптән инанғанмын. Әлбиттә, Рәсәй Федерацияһында бихисап төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, Башҡортостан Республикаһында ғына улар йөҙҙән ашыу. Әммә нәҡ Башҡортостанда йәшәүселәргә генә башҡорт телен өйрәнергә уникаль мөмкинлек бирелгән.
Заманында мәктәптәрҙә "Башҡортостан мәҙәниәте", "Башҡортостан тарихы" предметтарын да уҡыталар ине, әсәйем оҙаҡ йылдар география уҡытыусыһы булып эшләне һәм балаларға "Башҡортостан географияһы" предметы буйынса дәрестәр бирҙе. Был предметтарҙың барыһы ла кәрәк, сөнки беҙ донъя буйлап сәйәхәт итәбеҙ, ә йыш ҡына үҙ төбәгебеҙҙә ниндәй тәбиғәт ҡомартҡылары, хозур урындар булыуын, уларға бәйле ниндәй тарих һаҡланыуын, ошо төбәктән донъя кимәлендә билдәле ниндәй арҙаҡлы шәхестәр сығыуын да белмәйбеҙ.
Мин, әсә булараҡ, бер ваҡытта ла ҡыҙҙарымдың башҡорт телен өйрәнеүенә ҡаршы килгәнем булманы, урыҫ милләтле булһаҡ та, улар мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнде. Балалар телде генә түгел, башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы, йолалары менән яҡындан таныша алды. Сөнки башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн хатта дәүләт теле булараҡ аҙнаһына ике сәғәт уҡытыу ҙа етмәй. Шулай ҙа ҡыҙҙарымдың башҡорт теле буйынса үткәрелгән олимпиадала ҡатнашып китеүе тәүҙә минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Был, һис шикһеҙ, уларҙың уҡытыусыларының хеҙмәт ҡаҙанышы. Тәүҙә өлкән ҡыҙым башҡорт теле буйынса үткәрелгән олимпиадала район кимәлендә икенсе урын яуланы, һуңынан бәләкәсе Өфө ҡалаһы кимәлендәге олимпиадала беренсе урын яулап, республика кимәлендә лә төп еңеүсе тип танылғас, ғорурлығымдың сиге булманы. Бәләкәс ҡыҙым һуңынан Рәсәй Федерацияһы республикалары дәүләт телдәре буйынса мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, финалға үтте. Был ярыштан ҡайтҡас, ҡыҙым: "Әсәй, унда бөтәһе лә үҙ туған телен белеү кимәлен күрһәтергә барған, минең кеүек республиканың икенсе дәүләт телен белгән башҡа милләт кешеләре булманы", - тип тулҡынланып һөйләне.
Быны мин ни өсөн һөйләйем? Сөнки ата-әсәләр бөгөн балалары өсөн ниндәй телде уҡытыуҙы хәл иткән саҡта ошо миҫалды ла күрергә, белергә тейеш. Башҡортостанда күп милләттәр йәшәй, беребеҙ ҙә бынан ситкә күсеп китергә йыйынмай һәм аҫаба халыҡҡа, уның рухи ҡиммәттәренә, теленә ҡарата ихтирам күрһәтергә бурыслы. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, республика граждандары ике дәүләт телен дә яҡшы өйрәнергә, башҡа халыҡтарҙың туған телдәрен ихтирам итергә, үҙ-ара татыу һәм аңлашып йәшәргә тейеш. Балалар үҫә, улар ғүмер буйы ата-әсә хәстәренә мохтаж булмаясаҡ, бер ваҡыт хатта тыуған йортон ташлап, ситкә уҡырға, эшләргә сығып китәсәк. Өҫтәп тағы ла икенсе тел белеү бер ҡасан да ҡамасауламай. Башҡорт телен белгән кеше бик күп милләттәр, бигерәк тә 30-ҙан ашыу төрки телле милләттәр менән аңлаша ала. Һәр хәлдә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен аҙнаһына ике сәғәт уҡыу ошо республикала донъя көткән төрлө милләт кешеләренә тормошта кәрәк буласаҡ, тип һанайым.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.17 | Ҡаралған: 894

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru