«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КИСКЕ ӨФӨ" АРБАҺЫ БАЙМАҠТА ҺӘМ...
+  - 

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы. Әле генә йәй хозурлығына һоҡланып бөтә алмаһаҡ, әлеге сәйәхәттә алтын көҙ биҙәктәренә хайран булдыҡ. Архангел, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары биләмәләрендәге тәбиғәт күренештәрен - әле урман-тау, әле һөҙәк битләүҙәр, әле йәм-йәшел ҡарағай-шыршы шырлығы, әле ҡыҙыллы-һарылы ҡайын-уҫаҡ сауҡалыҡтары, әле ялан-ҡыр булып китеп, күҙҙәрҙе һөйөндөрөүен ябай тел менән һөйләп бөтөп кенә лә булмаҫ.

Тәбиғәткә тамаша ҡылып та, ашығып, ашҡынып та беҙҙе көткән урынға - Баймаҡ районының Билал ауылына килеп еттек. Мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алыусы китапханасы Райхана Булатова менән осрашыу булаһы урынға, мәктәпкә йүнәлдек. Шул арала бер автобусҡа тейәлеп, Баймаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре лә килеп етте. Ҡалғандар - Һәмән, Өмөтбай, Күгиҙел, Таһир ауылы ағинәйҙәре, Билал ауылы халҡы, ауыл биләмәһе башлығы, китапханасылар, уҡытыусылар, юғары синыф уҡыусылары мәктәп алдында көтә ине. Гармун, ҡурай моңо аҫтында, ике рәткә теҙелгән балаларға сәләм биреп, мәктәп биләмәһенә үтәбеҙ. Болдорҙа мәктәптең ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылары ансамбле башҡорт бейеүен башҡара. Сығыш тамамланыуға балаларҙың дәррәү тауышы яңғырай: "Беҙ башҡорт балалары! Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ!" Бөгөн интернет селтәрҙәрендә йәштәрҙең, балаларҙың был оранын йыш ишетәбеҙ. Әммә Билал мәктәбе уҡыусыларының ораны икенсерәк, үҙенсәлеклерәк яңғыраны: ошонда йыйылған ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар уны йәш быуындың оло быуын алдындағы ант һүҙе һымағыраҡ ҡабул итте."Борсолмағыҙ, милләт киләсәге, башҡорт теле ышаныслы ҡулдарҙа!" тигәндәй яңғырап, күңелдәрҙе тулҡынландырҙы был оран.
Балаларҙы сәләмләп, уларға бер нисә теләк еткергәндән һуң, ололар мәктәптең ҙур бер бүлмәһенә инеп урынлашты. Түңәрәк ҡорҙо ойоштороусы һәм алып барыусы Райхана Булатова һөйләшәсәк темаға матур итеп ишара яһаны: "Туған телебеҙ, уны киләһе быуындарға тапшырыу, һаҡлау, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн, - тине ул. - Мәрйәм апай Бураҡаева бер сығышында былай тигәйне, бөгөн "Әҫәрҙәремде кем уҡыр?" тигән һәр шағир, яҙыусы; "Йырҙарымды кем тыңлар?" тигән һәр композитор, йырсы; "Тарихыбыҙ кемгә кәрәк булыр?" тигән һәр ғалим; "Республикабыҙ һаҡланмаһа, вазифаһыҙ ҡалмаммы?" тигән һәр етәксе, уҡытыусы, китапханасы, рәссам һәм башҡалар был туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш!" Артабан Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов, Билал ауылының хаҡлы ялдағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илдүсә Әминева, балалар баҡсаһы мөдире Рима Мырҙина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люциә Даутова, Һәмән ауылы ағинәйе Ишһылыу Әминева, һәүәҫкәр композитор, уҡытыусы Вилюр Мәүлитов, Күгиҙел ауылы ветерандар советы, "Атайсал" клубы рәйесе Әхәт Урмантаевтар Сәғирә Кәримованың мауыҡтырғыс слайдтары һүрәтләнеше аҫтында бер-бер артлы телмәр тотто һәм уларҙың фекерен бик тос ҡына итеп ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мәжит Заманов йомғаҡлап ҡуйҙы. Билалдарҙың "Киске Өфө", "Һаҡмар" гәзите журналистарын, район, биләмә ағинәйҙәрен һәм аҡһаҡалдарын халыҡты йыйып, туған тел уҡытыуға, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүебеҙгә булышлыҡ итеүсе башҡа мәсьәләләргә арнап түңәрәк ҡор ойоштороп ебәреүе был төбәктә рухлы, ҡыйыу һәм аңлы кешеләр йәшәүен һәм уларҙың милләт, туған тел яҙмышына битараф булмауын күрһәтте.

...БӨРЙӘНДӘ

Билалдағы осрашыуҙан рухланып, артабан Бөрйән районына, Иҫке Собханғол ауылы мәҙәниәт йортонда үтәсәк сараға ашыҡтыҡ. Район ағинәйҙәре үҙҙәре эшләгән эшкә йомғаҡ яһарға, алдағы көндәргә бурыстар билдәләргә, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса һөйләшергә йыйылғайны. Тәүҙә сараға килгән халыҡты "Киске Өфө" гәзитенә яҙылып, бүләккә календарҙар алыу мөмкинлегенән файҙаланырға саҡырҙыҡ. Рәхмәт яуғырҙары, гәзитебеҙгә дәррәү яҙылдылар. Шунан мәҙәниәт йорто фойеһына ҡуйылған ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап сыҡтыҡ. Нимә-нимә, ҡорама ҡорорға оҫта Бөрйән ағинәйҙәре. Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина үҙе күптән шөғөлләнә был ҡул эше менән, ул ойошторған "Кәрәҙ" клубына халыҡ коллективы исеме лә бирелгән. Ағинәйҙәрҙе әүҙемләштереүҙә лә уға ошо шөғөлө ярҙамға килә, ауылдарҙа йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы боронғо һөнәрҙе тергеҙеү эшенә ылыҡтырған. Әлеге көнгә райондың 21 ауылында уның тарафынан ҡорама буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән. Сарала Рәшиҙә Хәй ҡыҙы ошо юҫыҡта башҡарылған эштәрен барланы.
- Ағинәйҙәребеҙ республика кимәлендә ойошторолған "Селтәр", мөнәжәтселәр конкурстарында ла, милли кейем парадтарында ла әүҙем ҡатнашты, - тип һөйләп китте ул. - Был сараларҙа ҡатнашыу өсөн, әлбиттә, һинең әҙерлегең кәрәк. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына тупланыу беҙҙең районда ла һәр ағинәйҙең үҙ милли кейемен тектереүҙән башланды бит. Район мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән селтәр һәм ҡашмау эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Был йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, сөнки 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы саралары беҙҙең Бөрйәнгә лә киләсәк бит. Ғөмүмән, милли асылыбыҙ өлгөләрен, онотолған йолаларыбыҙҙы ҡайтарыу буйынса күп эшләйһе бар әле. Һәм был бурыс бөгөн тап беҙҙең ағинәйҙәр иңенә һалынған. Үткән аҙнала бына Ҡолғанала Гөлсәсәк Вәлиева тарафынан "Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар!" исемле байрам ҡарарға насип булды. Мин унда нисәмә йыл район буйлап эҙләгәнемде таптым, тип әйтә алам: кейеҙҙе биҙәүсе серге тыштың һәр төрлөһөн, борондан ҡалғанын да, әле яңы әҙерләнгәнен дә, күрергә яҙҙы был байрамда. Афарин!
Йола, тигәндән, ошо көндәрҙә күршеләремдең бәрәңге ҡаҙғанын күреп ҡалдым да, үҙебеҙ бала саҡта башҡарылған йоланы иҫкә төшөрөп, ҡойма аша: "Кәтмән! Кәтмән бирмәһәң, китмәм!"- тип ҡысҡырҙым. Баҡсалағы йәштәр аптырашып ҡалды минең был ҡылыҡҡа. Шул ваҡыт был ғаиләнең өләсәһе, 65 йәшлек Мәрйәм апай, теге йоланы иҫләп алды һәм итәгенә матур-матур бәрәңгеләрен йыйып алып, минең эргәгә ыңғайланы. Мин үҙ сиратымда уға ошо уңышты донъя именлегендә, йән тыныслығында, сәләмәтлектә, ғаилә бөтөнлөгөндә ашарға яҙһын, тигән теләктәр теләп, уның кәтмәнен ҡабул ҡылдым. Был күренешкә шаһит булған балаларҙың, моғайын, хәтерендә ҡалыр был йола, улар уны үҙ балаларына тапшырыр. Һәм тағы. Һәр бер хужабикәнең ҡулынан килә торған милли ризыҡтар әҙерләү, онотола төшкәндәренең ысулдарын тергеҙеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмаһа ине. Ошо теләктән сығып, буҙа әҙерләү серҙәрен интернет аша ла, һәр кемгә күрһәтеп тә, бик күптәр менән бүлешә алдым."Нимә була ул шул буҙа тигәндәре? Эсеп ҡарайым әле!" - тигәндәр үҙҙәре хәҙер буҙа оҫталарына әйләнде...
Бөрйәндәрҙең ағинәйҙәр эшенә заманса бер яңылыҡ индереүе, йәғни Башҡорт википедияһында эшләргә волонтерҙар тәрбиәләүе, Бөрйән порталында район тураһында башҡорт телендә мәҡәләләр туплауы тураһында Байназар ауылынан килгән ағинәй Көнһылыу Ҡотлобаева һөйләне. Ул шулай уҡ, халыҡ дауаһы менән шөғөлләнеүсе булараҡ, райондың гүзәл заттарын халыҡ медицинаһы нигеҙҙәрен өйрәнергә саҡырҙы, был өлкәнең үтә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы яҡтарын аңлатты. Сарала район хакимиәтенең кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитик эштәр бүлеге мөдире Марсель Ғүмәров, район имам-хатибы Рәсүл Мөхәмәтйәнов, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, шағирә, райондың "Таң"гәзите журналисы Айһылыу Ғарифуллина сығыш яһаны, Бөрйән ағинәйҙәре башҡарған эштәрҙең тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһаланы.
Шулай итеп, меңәр саҡрым юлдар үтеп, республиканың төпкөл төбәгендәге сараларҙа ҡатнашып, әллә күпме ҡыҙыҡлы кешеләр, ваҡиғалар эсендә ҡайнап йөрөп, ылау башын ҡайтыуға ҡайырҙыҡ. Халыҡ араһына сығып, улар һулышын тойоп, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеп алыу киләсәккә ышаныс та бирә кеүек. Әгәр ҙә шул халыҡ, баймаҡтар, әбйәлилдәр, бөрйәндәр, йылайырҙар, әлшәйҙәр һ.б. берҙәм булып ойошмаһа, милләт мәнфәғәте, милләт намыҫы, туған тел, йолаларыбыҙ, тип йән атмаһа, был ышаныс та булмаҫ ине. Бәхеткә күрә, ошондай ышанысты уятыусы милләттәштәребеҙ бар һәм булыр ҙа.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 1178

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru