Үҙем башҡорт телен яҡшы кимәлдә белмәйем, әммә бер аҙ аңлайым. Ләкин бөгөн Башҡортостан мәғариф учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу тураһында һүҙ барғанда, мин "Мотлаҡ уҡытырға тейешбеҙ!" тиеүсе кешеләр яҡлымын.
Сөнки, беренсенән, беҙ йәшәгән республика нәҡ башҡорт халҡы үҙ мәҙәниәтен, телен, йолаларын тулы кимәлдә һаҡлай алһын өсөн тәғәйенләнгән. Шуға күрә, Рәсәйҙәге бөтә милли республикалар территорияһында аҫаба халыҡтарҙың туған телен бөтәһе лә өйрәнергә, уҡырға тейеш. Шундай дуҫтарса, туғандарса мөнәсәбәт булмай тороп, күпселекте тәшкил иткән аҙ һанлы халыҡтар рус теле менән конкурентлыҡ шарттарында туған телдәрен һаҡлап ҡала алмаясаҡ. Бөгөнгө заман шарттарында тел архаик вариант ҡына булып һаҡлана алмай, ул үҫешергә, үҙгәрергә тейеш һәм бының өсөн матди база булдырыу мотлаҡ. Тимәк, башҡорт теле йәшәһен өсөн ул заманса шарттарға ҡулайлашып, үҫешеп, рус теле менән тиң булырға тейеш. Шуға күрә, урыҫ телле кешеләр ярҙамынан тыш, башҡорт теле үҫешә алмай. Быны аңлап, башҡорт телен туған теле итеп белгәндәр ҙә, икенсе туған теле итеп күргәндәр ҙә, сит тел итеп ҡабул иткәндәр ҙә уны уҡырға, өйрәнергә үҙе теләк белдереп торорға тейеш, тип уйлайым.
Мин үҙем сығышым менән Әлшәй районынан, башҡорт телендә бик үк яҡшы һөйләшмәһәм дә, уны мәктәптә өйрәнмә-һәм дә, башҡорт һәм татар таныштарым, дуҫтарымды икмәк-тоҙлоҡ аңларға өй-рәндем. Күп милләтле республикала кешеләрҙең бер-береһенең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен хөрмәт итеп йәшәүе һәм йәш быуынға ла ошо дуҫлыҡты һәм татыулыҡты тапшырыуы мөһим. Бына шуның өсөн дә башҡорт теле уҡытылырға, башҡорт телендә уҡырға тейеш йәш быуын.
Николай БЕССИЛИН,
БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|