«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КҮСМӘ ТҮГЕЛ, Ә САУҘӘГӘР ҘӘ, ИГЕНСЕ ЛӘ, СӘНӘҒӘТСЕ ЛӘ
+  - 

Башҡорт халҡының тарихын төплөрәк өйрәнгән һайын ниндәйҙер яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыла бара. Уны бары ҡалыплашҡандан айырып, яратып, үҙ итеп өйрәнергә генә кәрәк. Ошондай фекерҙә хөрмәтле шәхесебеҙ, тарих фәндәре докторы Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН. Беҙ ҙә уның был фекере менән килешәбеҙ һәм уның бәйәнендә гәзит уҡыусыларыбыҙға тарихыбыҙҙың ҡайһы бер ҡыҙыҡлы биттәре менән танышырға тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортто күсмә халыҡ итеп тә, ултыраҡ тормошло итеп тә иҫбатлаусы яҙмалар күп. Ошо юҫыҡта һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

- Тарих оҙаҡ йылдар башҡортто күсмә халыҡ итеп күрһәтеп килде. Хатта әллә күпме башҡорт ҡалалары хаҡындағы мәғлүмәттәргә ҡарамай, ҡайһы бер төрки халыҡтары менән тиңләп, әле лә беҙҙе "күсмә" тип нарыҡлаусылар етерлек. Был башҡорт халҡының тарихын әлегә тиклем бик тар күҙлектән ҡарауыбыҙҙан килә. Дворян-буржуаз тарихсыларҙың "Шул-шул халыҡ ер эшкәртмәгән, иген сәсмәгән, сауҙа итмәгән һ.б." тип яҙған тәғлимәттәренән сығып фекер йөрөттө заманында совет тарихсылары һәм һаман да шуға эйәрә хәҙерге ғалимдар ҙа. 1795 йылда үткәрелгән генераль межевание, йәғни ер үлсәү материалдарында, 18-се быуат аҙағында ер эшкәртеү менән таныш булмаған, тип иҫәпләнгән төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының (Ҡурған, Екатеринбург башҡорттары) йән башына һөрөлгән ере урыҫтыҡынан да, татарҙыҡынан да күберәк була. Шул генераль межевание материалдарының "Иҡтисади иҫкәрмә" тигән бик бай сығанағы бар. Шул сығанаҡҡа ҡарағанда, урыҫтарҙа бер хужалыҡҡа 5-6, татарҙарҙа - 3-4, ә башҡорттарҙа 10-12 дисәтинә һөрөлгән ер тура килгән. Ошо мәғлүмәт кенә лә башҡорттоң күсмә йәки ярым күсмә булыуын инҡар итә.
Бөгөн шәп йөрөгән машинаға ултырып, башҡорт ерҙәренең көньяҡ сигенә сыҡһаҡ, мәҫәлән, Ырымбурҙың Соль-Илецк районынан төньяҡҡа, Пермгә тиклем егерме биш километр ҡалған урындағы Ҡуян тигән башҡорт ауылына тиклем сама менән 800 километр тирәһе юл үтәһең. Ә теге заман башҡорттары был ерҙәрҙе ат өҫтөндә йөрөп ҡарарға, тәрбиәләргә, һаҡларға тейеш булған. Ә башҡорт ерҙәренең көнсығыш яғында, академик Миллерҙың яҙмаларынан күренеүенсә, башҡорт ерҙәре бөгөнгө Себерҙең Төмәненә бер аҙ ғына барып етмәгән, шул урындарҙа башҡорт йәйләүҙәре булған. Көнбайыш сиктә иһә данлыҡлы Зәй шишмәһе лә беҙҙең ерҙәргә ингән. Был майҙан эсенә Дания, Голландия кеүек бер нисә Европа иле инеп ултырыр ине. Шулай булғас, ошо ҡәҙәре ерҙәр биләгән башҡорт нисек итеп бер генә формалы социаль-иҡтисади үҫештә була алһын?
Заманында Раил Кузеевтың тарихи тикшеренеүҙәрен шелтә менән ҡабул иттеләр, ә бит уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. Көнбайышта башҡорттар ер эшкәртеүселәр, көньяҡ-көнсығышта - ярым күсмә, йәғни миҙгел менән мал күсереп йөрөтөүселәр, ерҙәрҙең өстән бер өлөшөн биләп торған урман буйы халҡы урман кәсептәре менән йәшәгән. Артыҡ алыҫҡа китмәй, 17-18-се быуаттарҙы ғына алып ҡарағанда ла, башҡортто бер генә төрлө социаль төркөмдә торған, тип һис тә раҫлап булмай.

"Бер генә социаль төркөмдә торған, тип әйтеп булмай" тигәндә, башҡорттарҙың ер эшкәртеүҙән тыш, тағы ла ниндәй кәсептәрен күҙ уңында тотаһығыҙ?

- Һуңғы бер 25 йыл арауығында башҡорттарҙың сәнәғәт кәсебе менән дә шөғөлләнгәнен иҫбатлаған материалдар тупланым. Был хәҡиҡәтте Рәсәйҙәге генә түгел, Рәсәйҙән ситтә булған ғалимдар ҙа ҡабул итте. Шул тикшеренеүҙәрҙән һуң Санкт-Петербургтың тау университетына "Был университетты башҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов һалдырған" тигән таҡтаташ элдек. Шулай итеп, милләттәшебеҙҙең хеҙмәтен Рәсәй кимәлендә баһаланыҡ. Шундай уҡ таҡтаташ Сибай политехник колледжында ла тора.
Бер архив документтары буйынса, заманында башҡорттар Себерҙең Ирбит йәрминкәһенә барып, көтөү-көтөүе менән ат һатҡандар. Тимәк, улар сауҙаны ла яҡшы белгән. Яҙмаларҙа, башҡорттар бер килгәндәрендә 400 башҡа тиклем мал ҡыуалар, тип яҙыла.
Екатерина II заманында Уложенная комиссия төҙөлөп, дәүләт архивындағы бөтөн юридик документтар яңыртыла. Шунда Ҡарғалы татарҙарының бер наказы була (үҙ күҙҙәрем менән күрҙем). Ошо ҙур күләмле наказда татар сауҙагәрҙәре былай тип яҙа: "Губернатор беҙҙе өй ҡыйыҡтарын һалам менән ябырға ҡуша, әммә беҙ быға ҡаршы. Янғын булғанда был фасадтар шундуҡ янып бөтәсәк. Беҙҙә арыш үҫтерелмәй, тик бойҙай үҫтерәбеҙ. Бойҙай һабағы ҡыҫҡа һәм уның менән ҡыйыҡ ябып булмай. Беҙ өй баштарын дранкы менән ябабыҙ, уларҙы башҡорттар ылау-ылау итеп килтереп һата. Аңлатма: башҡорттар урмандағы ҡарт ағастарҙы киҫеп, шуларҙан дранка яралар". 18-се быуатта Ырымбурҙа 500 ихата була, ә Ҡарғалыла - 550 хужалыҡ, йәғни был ауыл Ырымбурға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булған. Һәм шундағы өйҙәрҙең башын ябыу өсөн башҡорттар һатҡан материалды файҙаланғандар. Тимәк, әллә ҡайҙа ятҡан урман башҡорттары дала яҡтарын ағас материалдары менән дә тәьмин иткән.
Рычковтың яҙмаларындағы "ҡырағай, ярым күсмә, наҙан, дыуамал" башҡортто кәүҙәләндереп, шул күҙлектән сығып яҙылған ғилми хеҙмәттәр тәҡдим итеп, әллә ниндәй түбән менталитет уйлап сығарып, башҡорт тарихын беҙҙең үҙебеҙҙең "белемселәр" болғап ташланы ул. Был хата ғына түгел, ҙур гонаһ. Халыҡ алдындағы, милләт алдындағы гонаһ.

Тарихи материалдарҙағы хәҡиҡәттән ситләшеү, йәғни хаталар ебәреү нимәнән килә һуң?

- Буржуаз осорҙа тарихсыларыбыҙ артыҡ күп булманы, ә совет осоронда, уларға нисек ҡушылған, шулай яҙылды тарих. Бөгөн шарттар бөтөнләй икенсе, иркенлек, архивтарға ишектәр асыҡ, әммә тарих фәнендә яҙыу һәм тикшеренеү өлкәһендә артыҡ үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Партия бәпләүенән ысҡынған ғалимдарыбыҙ ҡайһы яҡҡа ҡарай юл алған булһа, уңына-һулына ҡарамай, тик бер йүнәлештә китеп тик бара. Кандидатлыҡ диссертацияһына ниндәй тема алған булһа, шул теманы үлгәнсе яҙа ла яҙа. Башҡа темаларға уның фекере лә, ҡыҙыҡһыныуы ла юҡ. Ә беҙҙең милләттең дә, республиканың да тарихы бик ҡатмарлы. Бер хәл-ваҡиғаны ла, хатта бер генә герой тормошон да дөйөм тарихтан айырып ҡарап булмай. Киң даирәлә, бөтә өлкәләрҙә лә ғилемле булыу зарур. Мәҫәлән, билдәле Мәскәү ғалимдары бер ваҡытта ла бер тема менән генә сикләнмәгәндәр. Беҙгә һөргөнгә ебәрелгән тарихсы Любавскийҙы ғына алайыҡ, ул Рәсәйҙең 16-17-се быуат тормошон өйрәнә лә, бында килгәс, башҡорт ихтилалдары, ер эштәре һәм тағы ла бер-нисә йүнәлеш буйынса тикшеренеү эштәре алып бара. Баҫылып өлгөрмәгән өс монографияһы ятып ҡалған уның. Ә бит ул бында тыумаған да, үлгәнсе йәшәмәгән дә, бары нисәлер йылын ғына үткәреп киткән. Тимәк, тарихсы булараҡ, уның уйлау даирәһе, эҙләнеү тәрәнлеге киңерәк һәм тәрәнерәк булған. Үҙебеҙҙең дә шундай ғалимыбыҙ булған - Әбүбәкер Усманов ул. Уның да донъя күрмәгән материалдары архивта ята. Күп төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән, төплө фекерле ғалим булған. Был исемлеккә тағы ла Нияз Мәжитовты, Раил Кузеевты, Билал Юлдашбаевты индерер инем. Беҙ инде олоғайғанбыҙ, артыҡ йөк һөйрәр әмәл юҡ. Ә бына йәш ғалимдарыбыҙға бер темаға ғына ҡанығыу алымын ҡуйырға кәңәш итер инем.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.17 | Ҡаралған: 1012

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru