Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына уңышлы йәш кеше менән әңгәмә тәҡдим итмәксебеҙ. Ҡунағыбыҙ - Денис Булат улы ЙОМАДИЛОВ - әле йәш (29 йәшлек) булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме юғары дәрәжәләргә өлгәшкән, бик күп эштәр атҡарып өлгөргән. Һанап киткәндә, ул: БР Адвокаттар палатаһы Вице-президенты ла, БР Адвокаттар коллегияһы рәйесе урынбаҫары ла, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан Йәш юристар советы рәйесе лә. Әңгәмәбеҙ йәш кешенең уй-фекерҙәре, булмышы, донъяға ҡарашы тирәһендә барасаҡ.
Һүҙебеҙ башында, ғәҙәттәгесә, тыуған төбәк, атай-әсәй, бала саҡ хыялдары, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтеү урынлы булыр, моғайын...
- Белорет ҡалаһында тыуғанмын, унан ғаиләбеҙ Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылына күскән. Оло Ыҡтамаҡта атайым - судья, әсәйем нотариус булып эшләне. Артабан Сибай ҡалаһында йәшәнек. Сибайҙа мин беренсе синыфҡа уҡырға барҙым. Йыл ярым башҡорт лицейында уҡығандан һуң, 1-се урта мәктәпкә күстем. Унда 6-сы синыфҡа тиклем уҡыным да, атайым менән әсәйем мине Өфөләге Башҡорт-төрөк лицейына уҡырға инергә күндерҙе. Бының өсөн мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Унда мин ике йыл уҡыным. Лицейҙа бөтөн предметтар ҙа тиерлек инглиз һәм төрөк телдәрендә уҡытылды. Шул арҡала мин туған башҡорт телем һәм рус теленән тыш, тағы ошо ике телде үҙләштерҙем. 2003 йылда ғаиләбеҙ менән Өфөгә күстек, урта мәктәпте баш ҡаланың 31-се мәктәбендә тамамлап ҡуйҙым.
Минән: "Һин ҡайһы райондан?" - тип һораһалар, мин һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән: "Мин - республиканан!" - тип яуап ҡайтарам. Был һүҙ уйнатыу йәки маһайыу түгел. Бәләкәй Ватан төшөнсәһе минең өсөн күп ҡырлы һәм Белорет, Мәсетле, Баймаҡ райондарын, Сибай, Өфө ҡалаларын үҙ эсенә ала. Былар - минең тыуып-үҫкән ерҙәрем. Һеҙҙә: "Ә ниңә Баймаҡ районы?" - тигән һорау барлыҡҡа килергә мөмкин. Әсәйем яғынан ҡартатайым менән өләсәйем ғүмер иткән Сыңғыҙ ауылын да мин тыуған ерем тип иҫәпләйем. Ҡартатайым - Рәүеф Ғәлләм улы Бикташев - ошо ауылда уҡытыусы булып эшләгән, аҙаҡ директор вазифаһын атҡарған. Уның уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге тураһында был яҡтарҙа әле лә йылы итеп иҫкә алалар. Өләсәйем - Мөьминә Вәли ҡыҙы Бикташева - халыҡ мәғарифы отличнигы. Ул шулай уҡ һәүәҫкәр композитор ҙа. Ул әле булһа бик матур йырҙар яҙа. Минең музыкаға ылығыуым да - өләсәйемдән. Өлкән кластарҙа уҡығанымда мин клуб музыкаһы яҙыу менән мауыҡтым. Ул ижад емештәрем киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаһа ла, дуҫтарым менән тыңлап йөрөй торғайныҡ.
Минең башҡорт телен яҡшы белеүем, тәү сиратта, атай-әсәйемдең, олатай-өләсәйемдең тәрбиәһе һөҙөмтәһе. Йәйге каникулда ауылға барһам, башҡортсаны иҫкә төшөрөп, туған телгә ныҡлы ылығып китәм дә, йәй аҙағына иһә руссаны онота торғайным.
Ғүмеремдең тәүге йылдары сағыу бала саҡ тәьҫораттарына бай булһа ла, киләсәк тураһында, буласаҡ һөнәрем хаҡында бик иртә уйлана башланым. 7-се синыфта уҡыған сағымда уҡ мин үҙемдең атай-әсәйем юлынан - юрист һуҡмағынан барырымды белә инем. Шуға ла һөнәр һайлау бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырманы. Урал дәүләт юридик академияһын тамамлағас, мин Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында лекциялар уҡыным. Юридик фәндәрҙән белем биреү менән бер рәттән, мин адвокаттар коллегияһында стажировка үттем, һөҙөмтәлә, адвокат имтиханын уңышлы тапшырып ҡуйҙым.
Уңышлы кешенең тормошо уның ниндәй белемгә эйә булыуына ғына бәйле түгел, ә ауыр саҡта ярҙамға килергә әҙер торған яҡын кешеләрҙең булыуына ла бәйле икәнен сурытып, әйтеп тормайым. Ғаиләм һәм ышаныслы дуҫтарым тураһында һүҙем. Ошо йәһәттән мин бәхетле кеше, сөнки бынамын тигән ҡатыным (ул Ҡырмыҫҡалы районынан) һәм ике ғорурлығым - улым һәм ҡыҙым бар. Ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк - ғаилә лә шул тиклем нығыраҡ, байрамдар ҙа күңеллерәк була, тип һанайым. Әле кәләшем менән ғаиләбеҙҙе ишәйтеү тураһында ла уйлашабыҙ.
Һеҙҙең йәш кенә көйө ошондай уңыштарға өлгәшеүегеҙҙең сере нимәлә икән?
- Был, тәү сиратта, ғаиләбеҙгә бәйле. Беҙҙең ғаилә балаларға әхлаҡи тәрбиә биреү йәһәтенән бик көслө. Атай менән әсәй беҙгә тәртип, әхлаҡлылыҡ нимә икәнен үҙ өлгөһөндә күрһәтте. Миңә улар ҡуйған маҡсатҡа ынтылыш ғәҙәте һалынды. Шул уҡ ваҡытта улар мине ниндәйҙер сиктәргә лә бикләмәне, ҡәтғи талаптар ҡуйманы, һайлау мөмкинлеге бирҙе. Бала, үҫмер, йәш саҡтан мин кешеләр менән аралашырға, кешеләрсә йәшәргә өйрәндем, оло тормош мәктәбе үттем. Ирекле итеп, шул уҡ ваҡытта ныҡлы әхлаҡ нигеҙҙәрендә тәрбиә биргәндәре өсөн атайым менән әсәйемә тағы бер рәхмәтемде еткерәм.
Ҡайһы бер йәш ата-әсәләр балаларын үтә ныҡ ҡайғырта, әпәүләй. Баланы ныҡ ҡайғыртһаң, ғүмер буйы ҡайғыртырға тура киләсәк. Тәүҙән үк үҙаллылыҡ бирһәң, бала үҙаллы йәшәп ала ла китә. Ул үҙаллы аҡса эшләй башлай. Ә был атай-әсәй өсөн ғорурлыҡ ҡына - йөк түгел.
Уңыш тураһында шуны айырып әйтергә кәрәк: минең әлеге халәтемә мәктәп менән университет та ғәйәт ҙур йоғонто яһаны. Үҙемдең белем алыу осоромда мин 4 мәктәп алыштырҙым, академия менән аспирантура тамамланым. Ә был 6 төрлө коллектив һәм бихисап уҡытыусылар менән мөғәмәлә итеү бит инде. Һәр уҡытыусының психологик алымдары, тәрбиә ысулдары, донъяны ҡабул итеүе үҙенсә. Уҡытыусыларымдан мин тормоштоң күп ҡырлы икәнен аңлаһам, синыфташтарым һәм коллегаларым миңә, үҙҙәре үк донъя психологияһы сағылышы булараҡ, әһәмиәтле һабаҡ бирҙе. Былар барыһы ла миңә тормош юлымды дөрөҫ һайларға ярҙам итте.
Уңышҡа өлгәшеү юлында кешенең үҙенең ныҡышмаллығы ла мөһим. Тирә-яҡтағылар һине нисек ҡабул итеүе, һиңә нидәй ҡарашта булыуы күп осраҡта һинең үҙеңә бәйле. Уңыштың нигеҙе күпселектә ҡараш киңлегенә һәм эрудицияға барып ялғана. Шуның өсөн дә күп уҡырға, ҡыҙыҡһынырға - быларҙың барыһын да үҙ ваҡытында эшләргә - мәктәптә башлап, ғүмер буйы дауам итергә кәрәк.
Бер уйлаһаң, мәктәп тә, университет та кешегә белем генә бирмәй, - тәрбиәләй ҙә. Кеше өсөн белем - бер, ә тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеү, үҙ юлыңды табыу - икенсе, бәлки, тәүгеһенә ҡарағанда ла мөһимерәк мәсьәләлер. Шуға ла, Башҡорт-төрөк лицейы миндә бары тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ул лицейҙың уҡытыусылары иһә, һәр уҡыусыға шәхес тип ҡараны, һәр кемгә иғтибарын йәлләмәне. Дәрестән һуң бөтә уҡыусыларҙы ла сәйгә йыйыу ғәҙәте бар ине. Сәй эскәндә һөйләшеп ултырыу сит телгә өйрәнеп китеүҙе тиҙләтә, был эште ябайлаштыра. Миңә тормошта ныҡ кәрәге тейгән инглиз һәм төрөк телдәрен өйрәткән төрөк уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Ниндәй генә сит илдә булһам да - Төркиәләме, Израилдәме, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәме - тел ҡаршылығы тоймайым. Күп телдәр белеү мейегә лә файҙаға ғына. Иң ҡыҙығы шул: һәр телдең һөйләм төҙөлөшө үҙенсәлекле. Әгәр һин бер үк фекерҙе төрлө телдәрҙә шул килеш еткерә алаһың икән, был һәләтең һинең фекерләү офоҡтарыңды шаҡтай киңәйтә. Шуға, башҡорт йәштәренә: "Туған телдән тыш, сит телдәрҙе лә өйрәнегеҙ, төрлө телдәрҙә йырҙар йырлағыҙ, төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен бейегеҙ. Был һеҙҙе үҫтерер, тормошта ныҡ ярҙам итер", - тип өндәшке килә.
Мин 2 бала атаһымын, юрист эшмәкәрлегемдә лә, йәмәғәт тормошонда ла ниндәйҙер уңыштарым бар. Ә шулай ҙа барыһы ла алда һымаҡ тойола. Һәм мин шундай аңлауға киләм: һине алда ниндәйҙер еңеллек көтә, тип, үҙеңде бушҡа өмөтләндерергә кәрәкмәйҙер. Беҙ мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инеүҙе көттөк, юғары уҡыу йортонда саҡта тиҙерәк эш башлауҙы теләнек. Ысын бәхет маҡсатыңа ҡарай хәрәкәт иткәндә татылалыр, тип уйлайым. Маҡсат булмаһа, барыһы ла төҫһөҙләнә. Әйткәндәй, эшләгән, алға хәрәкәт иткән саҡта йәшәп өлгөрөргә лә оноторға ярамай.
Адвокаттың эше ниҙән ғибәрәт? Ысынында, һеҙ енәйәтсене яҡлайһығыҙ булып сыға түгелме?
- Адвокат - ул закондарҙы яҡлаусы кеше. Ул үҙе яҡлаған кешегә закон сиктәрендә уны нимә көтөүен аңлата. Адвокатҡа гонорар эшенең һөҙөмтәһе өсөн түгел, ә барлығы өсөн түләнә. Шуға, һөҙөмтә ике кешегә: адвокатҡа һәм ул яҡлаған кешегә бәйле. Ҡайһы берҙә кеше үҙ ғәйебен йәшерергә тырыша. Ә факттар һәм ҡыланыштар - икенсе нәмә тураһында һөйләй. Ундай саҡта ғәйебеңде танымау ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңлатабыҙ. Әгәр һин яҡлаған кеше ысынлап та ғәйепһеҙ икән, уны ҡотҡарыу өсөн аҙаҡҡаса көрәшәһең. Ә кешенең ғәйеплеме-түгелме икәне тәжрибәле адвокатҡа тәү ҡарауҙан уҡ күренә бит ул. Адвокат та енәйәтсенең хөкөмгә тарттырылыуын теләй, әммә уның ҡылған ҡылыҡтары өсөн ҡаралған хөкөм бирелеүе өсөн көрәшә. Адвокат енәйәтселекте яҡламай, ул дөрөҫлөктө һәм законды яҡлай.
Төп эшегеҙ менән бергә, һеҙҙең иңгә бик күп йәмәғәт эштәре лә һалынған...
- БР Йәмәғәт палатаһына тиклем, 2011 йылдан алып, мин ике саҡырылыш буйы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһында әүҙем эшмәкәрлек алып барҙым. Йәштәр йәмәғәт палатаһында эшләгәндә мин бер нисә тапҡыр ғәмәлдәге закондарға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттарын төҙөүҙә, алдан уҡыуҙарҙа ҡатнаштым. Йәштәргә бына шулай сәйәсәттә, республиканың йәмәғәт тормошонда үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреүҙе дөрөҫ юл тип һанайым.
Быйылғы йыл минең өсөн үҙемде йәмәғәт эшмәкәре булараҡ һынап ҡарау йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле булды. Май айында республика Йәмәғәт палатаһының 5-се саҡырылышы составына ҡабаттан һайландым. Палатаның бер комиссияһы рәйесе булараҡ, мин ваҡыты-ваҡыты менән республика райондарында урындағы йәмәғәт советтары ултырыштарын ойошторам. Бынан тыш, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлегем минең дәүләт власы органдары уҙғарған төрлө кәңәшмәләрҙә ҡатнашыуҙы ла күҙ уңында тота. Һинең йәмәғәт эшмәкәрлегеңде танып, билдәләп тороуҙарын белеү ҡыуандыра. Мин бының әле юлымдың башы ғына икәненә, алда граждандарҙың һәм халҡымдың тормошон яҡшыртыуға арналған бихисап мөһим социаль реформалар һәм проекттар булырына ла ышанам.
Йәштәребеҙ менән йыш аралашаһығыҙҙыр, уларға төбәп әйтер һүҙ-кәңәштәрегеҙ ниндәйерәк булыр?
- Был мәҡәләне оло быуын да уҡыясағын беләм, шуға, иң башта уларға өндәшкем килә. Йәштәр быуындар араһында бәйләнеш булдырыуға, 5 баланан кәм булмаған ныҡлы ғаилә ҡорорға ынтылып торһон өсөн ололар уларҙа ғаилә традицияларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләһә ине.
Ә йәш егеттәргә иһә физик тороштарын да, аҡылдарын да, рухтарын да нығытырға кәңәш итер инем. Спорт холоҡто ла, рухты ла, еңеүгә ынтылышты ла сыныҡтыра. Хәйер, кемдер: "Тышҡы күренеш мөһим түгел, иң мөһиме - эске йөкмәтке", - тиһә лә, минеңсә, көҙгөлә күргән һыныбыҙ беҙгә ышаныс та өҫтәй, йә булмаһа, комплекстарыбыҙҙы тәрәнәйтә. Мәҫәлән, мин 14 йәшемдән төрлө спорт төрҙәре: бокс, ҡул алышы менән шөғөлләндем. Хәҙер ҙә үҙемде "формала" тоторға тырышам. Ирҙәр - локомотив, улар - аҡса табыусы. Шуға ир кеше һәр ваҡыт яңынан-яңы белемдәр алып, уларҙы ғәмәлдә ҡулланып, үҙ ғаиләһенең лайыҡлы йәшәү кимәлен булдырыу юлдарын табып торорға тейеш.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ла әйтер һүҙем бар. Ғаиләләге тәртип ҡатындың фиғеленә бәйле. Йәһүдтәрҙә милләт юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙ линияһы буйынса бирелмәйҙер. Ир ниндәй генә яҡшы булып та, ҡатын насар икән - ул ғаилә барыбер уңа алмай. Ҡыҙҙарыбыҙҙа тоғролоҡ сифаттары ла көслө булырға тейеш. Улар - ғаилә усағын һаҡлаусы. Ирҙе хәстәрләүҙән тыш, үҙеңде ҡарауҙы ла оноторға ярамай.
Әйтер һүҙем тағы шул - бизнес менән шөғөлләнергә тейеш заман йәштәре. Ошо урында билдәле бер эшҡыуарҙың әйткәне хәтергә төшә: "То, что я разбогател, связывают с тем, что мой отец давал мне деньги. Да, действительно так! Но я богат не потому, что отец давал мне деньги, а потому, что давал мне нужные советы, благодаря чему я разбогател".
Бизнеста уңышҡа өлгәшеү темаһына яҙылған трактаттар бихисап ул, улар ҡайһы бер мәлдәрҙә бизнес планы төҙөгәндә ярҙам да итеүе бар, ләкин ул ғына әҙ - бизнесты башлағанда, тәүҙә ул бизнестың ерлеген ҡапшап ҡарап, ҡайһы нигеҙҙә тороуыңды тойоп алырға кәрәк. Шунһыҙ был эшкә өйрәнеп китеү мөмкин түгел. Бизнесты башлар алдынан белем кәрәк. Ә белемде ҡайҙан алыуың мөһим түгел. Шул уҡ ваҡытта, һәр саҡ бары тик үҙеңә генә таяныу һәм ышаныу мөһим.
Был өлкә буйынса бик белеп һөйләйһегеҙ, тимәк, һеҙ үҙегеҙ ҙә бизнес менән шөғөлләнеп өлгөргәнһегеҙ буламы?
- Эйе, мин дә үҙ ваҡытында бизнес менән шөғөлләндем. Үҙемдең эшемде Сибайҙа саҡта уҡ башлағайным. Өфөгә күскәс, уны дауам иттем. Әммә бында йәнә барыһын да яңынан башларға тура килде. Икенсе ҡала, икенсе иҡтисад, икенсе ҡағиҙәләр. Еңел булманы, әлбиттә, шулай ҙа тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ арҡаһында йәштәштәрем күңел асҡан ваҡытта мин үҙемә бер нисә яңы автомобиль һатып ала алдым, 2-се курстан алып ғаиләмде үҙем ҡарауым, сит илдәргә сәйәхәттәрем тураһында әйтеп тә тормайым. Студент саҡта бизнес менән яңғыҙым шөғөлләнһәм, бөгөн мин башлаған эште ҡатыным уңышлы ғына дауам итә. Тәжрибәмдән сығып, бизнесты аҙҙан башларға кәрәк, тип һанайым. Ул тәғәмхана булһымы, башҡа нәмәме - барыбер. Бынан тыш, тәүҙә бизнестың системаһын үҙеңә аңлап алырға кәрәк. Үҙеңдең белемеңде һәм тәжрибәңде бизнеста ҡуллана алған өлкәлә ялланып эшләп алыу ҙа яҡшы. Бынан тыш, иҡтисадты, уның төҙөлөшөн белергә кәрәк. Конкурентлыҡҡа һәм еңелеүҙәргә лә әҙер булыу талап ителә, сөнки, бизнеста йә һин берәйһен йотаһың, йә һине йоталар. Шулай ҙа бизнеста иң мөһиме - идея. Ә идея белем булғанда ғына барлыҡҡа килә торған ҡиммәт. Кешегә уның мейе эшмәкәрлеге килем килтерә. Уй эшмәкәрлеге - үҙе үк капитал.
Тағы шуны өҫтәге килә: белемең, тәжрибәң һәм идеяң булһа, үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Уңышлы бизнес алып барыусының иң мөһим сифттарының береһе - ҡыйыулыҡ ул. Шуға күрә ҙур ҡалала уҡып бөткәс, өйгә ҡайтырға ашыҡмағыҙ, ҙур ҡаланы яуларға тәүәккәлләгеҙ. Башҡорт йәштәрен бизнес өлкәһендә күберәк күрге килә. Улар аҡсаны күпме кәрәк, шул ҡәҙәре эшләһен ине.
Шулай итеп...
Денис Булат улының атаһы Булат Ғүмәр улы Йомадилов - БР Адвокаттар коллегияһы президенты, БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты икәнлеген дә әйтеп үтергә кәрәктер. Шундай етди, эшенә бирелгән белгес, үҙенә алмаш тәрбиәләй алыуы менән Булат Ғүмәр улы ла маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ, беҙҙеңсә.
Байым РӘХИМЙӘНОВ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА