«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КҮСМӘ ТҮГЕЛ, Ә САУҘАГӘР ҘӘ, ИГЕНСЕ ЛӘ, СӘНӘҒӘТСЕ ЛӘ БУЛ
+  - 



Башҡорт халҡының тарихын төплөрәк өйрәнгән һайын ниндәйҙер яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыла бара. Уны бары ҡалыплашҡандан айырып, яратып, үҙ итеп өйрәнергә генә кәрәк. Ошондай фекерҙә хөрмәтле шәхесебеҙ, тарих фәндәре докторы Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН. Беҙ ҙә уның был фекере менән килешәбеҙ һәм уның бәйәнендә гәзит уҡыусыларыбыҙға тарихыбыҙҙың ҡайһы бер ҡыҙыҡлы биттәре менән танышырға тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт ихтилалдарын өйрәнгән ғалим булараҡ, әле беҙгә билдәле булғандарҙан тыш, һеҙҙең эҙләнеүҙәрҙә ниндәйҙер яңылыҡтар, өҫтәлмәлектәр бармы?

- Мине 18-се быуат эсендәге ихтилалдар барышында күпме башҡорт юҡ ителгәнлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Күп ғалимдар асыҡлауынса, уларҙың һаны 29 мең. Тарихсылар Рычковтың яҙып ҡалдырғанына таяна һаман. Ә минең ҡарашым икенсерәк. Беренсенән, Рычков ул рус милләтенән, уның башҡорт тарихын белеүгә артыҡ йән атып тормағанлығы аңлашыла. Икенсе-нән, ул дворянин, юғары синыф вәкиле, ә ихтилалдар тап ошо синыфҡа ҡаршы алып барылған яу. Өсөнсөнән, Рычков - чиновник, губерна канцелярияһы секретары, губернаторҙың уң ҡулы. Шунан уйлағыҙ, ошо позицияларҙы биләп тә, ул ысынбарлыҡты яҙа аламы инде? Дүртенсенән, Рычков кабинетта ғына ултырып эшләгән кеше, уға ниндәй мәғлүмәттәр бирелгән, шуларҙы яҙған да. Ҡыҙрас Муллаҡаев биргән материалдар буйынса эшләгән, тиҙәр, йәнәһе лә, өс көн күсергәндәр был яҙмаларҙы. Һәм ошолар буйынса Ырымбур губернаһы тарихын ҡағыҙға төшөргән дә. Асылда, Рычковтың китабы сыға ла, Муллаҡаевтың яҙмалары юҡ ителә. Шулай булғас, мин үҙ сиратымда, был китапҡа артыҡ ышанмаҫ та инем.
Минең тикшеренеүҙәрем ошондай һөҙөмтә бирҙе: 18-се быуат эсендәге ихтилалдар һөҙөмтәһендә 250 мең самаһы башҡорт ҡырыла. Был бөтөн халыҡтың яртыһы, тигән һүҙ. 18-се быуат башында беҙҙең һан иҫәбе 450-500 мең араһында булып иҫәпләнһә, ошо уҡ быуат аҙағында иһә улар 198-200 меңгә саҡ етә. Йәғни, ул заман баҫмаларында йәки шулар мәғлүмәтенә таянып яҙылған хеҙмәттәр дөрөҫлөгөнә ышанып булмай.
Ә. Усманов, 1755 йылғы ихтилалдан һуң 10 меңгә яҡын башҡорт ҡаҙаҡ далаларына ҡаса, тип яҙа. Был һандар бары тик һуғышсы була алған ир кешене генә сағылдыра. Ә башҡорт бит үҙе китә икән, ғаиләһен дә алып киткән. Ҡатыны, балаларын ҡушып, һәр ғаиләне бишәр кешенән торған тип кенә иҫәпләгәндә лә, 50 мең башҡорт ҡаҙаҡ далаларына киткән, тип алырға була.
Башҡорттар яҡлау эҙләп, ҡаҙаҡ далаларына ҡаса ла ул, батшабикә Елизавета Петровна ҡаҙаҡтың Абулхаир ханына "переловите, мужчин убивайте, жен, детей и имущество забирайте" тигән фарман бирә. Тарихтан билдәле булыуынса, Иртыш йылғаһының үрендәге бер күл янында өс ҡаҙаҡ жуздарының берләшкән ғәскәре шул ҡасып килгән башҡорттар менән дүрт тәүлек буйына һуғыша. Шунан ғына сығып фекер йөрөткәндә лә, дүрт тәүлек буйына берләшкән ғәскәрҙәргә ҡаршы тора алғас, улар 10 мең генә булмаған, әлбиттә. Был теманы дауам итеп өйрәнә бирһәм, Ырымбур архивында шундай ҡыҙыҡлы яҙмалар таптым. Шул илленсе йылдарҙа киткән башҡорттар бары тик һикһәненсе йылдарҙа ғына үҙ туған ерҙәренә ҡайта башлайҙар һәм шуларҙың 15 мең тирәһе теркәлгән. Бына ниндәй аяныслы булған халҡыбыҙ кисергәндәр.

Автономияның 100 йыллығын билдәләйбеҙ, шулай уҡ суверенитет яулау тарихы ла түңәрәк датаға яҡынлаша. Бөтөн был күрһәткестәр халҡыбыҙҙың үҙаллы булыуға ынтылышы ла, әммә бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, күп эштәрҙең сифатлы емеше лә юҡ кеүек...

- Тарих эмоциялар фәне түгел, тиһәм дә, заманында үҙем дә "милләтем, тарихым, азатлығым" тип аҙ янманым. Шулай уҡ ҡоролтайҙарҙа ҡатнаштым, ялҡынлы сығыштар яһаным, ниндәйҙер хоҡуҡтарыбыҙҙы булдырыу, яҡлау яғында булдым. Тик... беҙҙең бынан йөҙ йыл элекке лә, егерме йыл элекке лә үҙаллы булырға ынтылыуыбыҙ һәм шул тирәләге эштәр башҡорттоң тап боронғо ер һатҡандағы "анау ҡайындан, бынау йылғағаса" тигән килешеү кимәленән үтә алмай. Нисек кенә аяныслы һәм тупаҫ булмаһын, уның дөрөҫө шулай. Закон нигеҙендә грамоталы булыу етешмәй һаман да. Яулап алғаныбыҙҙы нығытырлыҡ һәм яҡларлыҡ белемле ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҙа аҙ, булғандары ла халыҡ мәнфәғәтендә түгел, үкенескә ҡаршы. Әлеге көндә башҡорт теленең ошолай ҡыҫырыҡланыуы ла бынан егерме йыл элек яуланған суверенитет хоҡуҡтарын ҡулланып эш итә белгән депутаттарыбыҙ булмауының бәләһе ул. Бөгөн улар нимә генә тип аҡланһа ла, ниндәй генә төтөн осорһа ла, факттар үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләй. Һәм бына бөгөн килеп тағы шул уҡ хәл - халыҡ исеменән сығыш яһарлыҡ дәүләт эшмәкәрҙәребеҙ табылмай.
Ҡылыс болғап, трибунала телмәр һөйләп кенә яуланмай хоҡуҡтар. Уларҙың артында юридик документтар, законға ярашлы дәғүәләр булмаһа, был эмоциялар ваҡыт үтеү менән һүнә-һүрелә лә, һөҙөмтәлә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Миҫал өсөн генә алам: әгәр улар рөхсәтһеҙ үткәрелә торған булһа, митингыларҙың да файҙаһы булмаҫ һәм уның лидерҙарына протокол төҙөлөүҙән ары үтә алмаҫ. Һуң һин ул митингты етәкләйһең, халыҡты ошо сараға саҡыраһың икән, уның закон нигеҙендәге тәртиптәрен дә өйрән. Был митингтан һуң тейешле документтар төҙөлөп, властарға тапшырыламы? Ошо тәртип үтәлмәһә, был митингтың ҡоро шау-шыу булыуынан тыш, бер көсө лә юҡ. Эйе, унда халыҡ үҙ фекерен белдерә. Ә артабан? Документһыҙ, ул йыйылып шаулашыу ғына булып ҡала. Ә бит беҙҙе яҡлаусы закондар юҡ түгел - бар, хоҡуҡтарыбыҙ ҙа теркәп ҡуйылған, шуларҙы төшөнөп, үҙебеҙҙе яҡлап өйрәнеү бурысы тора алдыбыҙҙа.

Һөйләшеү барышында "тарихты яратып өйрәнергә кәрәк", тинегеҙ. Нисек була ул тарихты яратып өйрәнеү?

- Үҙ халҡыңдың тарихын яратып өйрәнеү кәрәк. Кандидатлыҡ яҡлау, профессор булыу өсөн хеҙмәт яҙып ҡына түгел, ә берәй асылмаған мәғлүмәтте асыу, табыу, яңылыҡ килтереү өсөн. Үрҙә әйтелгәнсә, "шул китапта шулай яҙылған" тигәндәр сигенән үтеп, шул халыҡтың улы йәки ҡыҙы булып тикшеренеүең зарур. Шул уҡ ваҡытта уны ғәйепләү йәки башҡалар менән сағыштырыу юлына ла баҫыу ярамай. Бына Бүгәсәү яуын - Крәҫтиәндәр һуғышын күпме өйрәнәләр, ниндәй генә хеҙмәттәр юҡ, тик уның батырҙары һаманға тиклем асыҡланып етмәгән. Салауат Юлаевтан башҡа тағы ла ике-өс кешене генә исемләп беләбеҙ. Ә асылда, унда башҡорттан ғына 93 полковник була. Шуларҙың 19-ы юлбашсы ролен үтәй. Ошоларҙы асыҡлағандан һуң, был өлкәнең әлегә тиклем бөтөнләй өйрәнелмәгәнен аңланым. Һәр хәлдә, башҡорт халҡына кәрәкле кимәлдә өйрәнелмәгән тарихыбыҙ. Ә бит әле әйткәндәремде белеү өсөн тау аҡтарырға кәрәкмәне, бары ҡалыплашҡан урыҫ баҫмаларынан ситләшеп, архивта һәм боронғо баҫмаларҙа соҡонорға ғына кәрәк булды.
Тарихты яратып өйрәнергә, тигәндә, мин бына ошо мәғәнәләрҙе күҙ уңында тоттом. Яратайыҡ үҙебеҙҙе, хөрмәт итәйек тарихыбыҙҙы һәм уны киләһе быуындарға дөрөҫ итеп тапшырайыҡ.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
(Аҙағы. Башы 43-44-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.17 | Ҡаралған: 801

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru