«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТАҘАРТҠЫС ТРАКТОР КИЛӘ - МАШИНАҢДЫ АЛЫП ТОР!
+  - 



Ниһайәт, көттөрөп, һағындырып ҡына ҡар яуып, инде ялҡыта башлаған туҙанды баҫтырып та ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта йыл башында аномаль ҡар яуыуын хәтергә төшөрөп, бер аҙ хәүефләндерҙе лә. 2017/2018 ҡыш миҙгелен ҡаршыларға ҡала хеҙмәттәре әҙерме? Ошо һорауға асыҡлыҡ индереү маҡсатынан Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов киң мәғлүмәт саралары журналистарын матбуғат конференцияһына йыйҙы.

Дөрөҫөн әйткәндә, был сара ҡәләм оҫталарына ликбез булды, сөнки ҡайһы берҙә хәбәрселәр аңын-тоңон уйламай, ниндәйҙер күренешкә анализ яһамай һәм нимә күрә, шуны үҙенсә интерпретациялап, тиҙерәк халыҡҡа еткеререгә ашыға. Был йәһәттән Салауат Сәхи улы тәү сиратта ҡала территорияһын тотоу, таҙартыу һәм хеҙмәтләндереү бүленеше менән таныштырҙы. Йәғни, Өфө ҡалаһының Коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡарамағына юлдар, ихаталар һәм йорттар, парктар, тыҡрыҡтар ҡарауын, ә ихаталар, йорттар үҙҙәре, ихаталарҙан сығыу юлдары - Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идараһы ҡарамағында булыуын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Ошо бүленеште хәҙер тест рәүешендә эшләнгән интерактив карта аша ла асыҡларға мөмкин (http://ufacity.info/territory). Унда ҡала территорияһының муниципаль һәм шәхси предприятиелар араһында яуаплылыҡ зоналары бүленеше күрһәтелгән. Ул һәр кемде үҙ территорияһында ҡар таҙартыу эштәрен ваҡытында башҡарырға мәжбүр итәсәк, сөнки үҙ бурысын үтәмәгән өсөн вазифалы кешеләрҙән алып ойошмаларға тиклем административ яуаплылыҡ - штрафтар ҡаралған, ә инде граждандар өсөн йәмәғәт контроленең тағы бер элементы булып торасаҡ. Салауат Хөсәйенов килтергән һандарға күҙ һалһаҡ, ҡала ҡарамағында булған дөйөм майҙан яҡынса 20 миллион квадрат метр тәшкил итә, шуларҙың 17,7 миллионы - ҡаланың юл селтәре, 290,6 мең квадрат метры - тротуарҙар, 1,6 миллион квадрат метры - газондар, 64,4 мең квадрат метры - туҡталыштар. Урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 1546 километр.
- Ҡышҡыһын ҡала биләмәһен ҡарҙан таҙартыу раҫланған регламентҡа ярашлы алып барыла, - тине Салауат Сәхи улы. - Төп билдәһе булып техниканың әҙерлеге тора. Быйылғы ҡышта урам-юл селтәрен таҙартыу өсөн 410 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы бар. Улар Коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡарамағында булған юлдарҙы, ҙур тыҡрыҡтарҙы таҙартыу менән шөғөлләнәсәк. Бөгөнгә техниканың дөйөм әҙерлеге һәм коммуналь хужалыҡтарҙың ҡомло-тоҙло ҡатнашма менән тәьминәте 100 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ Салауат Сәхи улы ни өсөн урамдарға быға тиклем ҡулланылған һәм составы билдәле булған ҡомло-ташлы ҡатнашма ҡулланыуға өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында ла аңлатып үтте. "Бер ҡышҡа нисә пар аяҡ кейеме алыштыраһығыҙ? - тип һорау менән мөрәжәғәт итте ул. - Әгәр Мәскәүгә оҙаҡҡа барырға булһағыҙ, бер нисә пар аяҡ кейеме алығыҙ, сөнки унда юлдарға һибелгән химик матдәләр аяҡ кейемен ашап, эшлектән сығара. Шуға, Өфөлә химия ҡулланырға тырышмайбыҙ, юҡһа, аяҡ кейемдәре тиҙ туҙыуҙа ла ҡала округы хакимиәтен сәбәп итеп ҡуйыуҙары бик мөмкин".
Урамдарҙы таҙартыуҙан тыш, коммуналь хеҙмәттәр ҡарҙы ҡаланан ситкә сығарыу менән дә шөғөлләнә. Ҡарҙың ниндәй урамдарҙан сығарыласағы билдәләнгән һәм бында төп шарт булып машиналарҙың үтеүен тәьмин итеү тора. Әммә бында ла сетерекле мәлдәр бар. Мәҫәлән, уҙған миҙгелдә ҡарҙың күпләп яуыуы һөҙөмтәһендә Коммунистик урамында Ленин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешенә тиклем юл ситтәрендә ҡар өйөләп ятыуына күптәр шаһит. Ғәмәлдә иһә, быға тиклем унда тротуарҙар була һәм ҡар күп яуған йылдарҙа улар ваҡытлыса тротуарға өйөлөп, юл полотноһы транспорт өсөн асыҡ була. Юлдарҙы киңәйтеү һөҙөмтәһендә тротуарҙар алына, һөҙөмтәлә ҡарҙы өйөргә урын юҡ. Ул юл ситенә өйөлгәнлектән, урам таҙартылмаған тәьҫир ҡалдыра.
Һуңғы биш йылда ҡала һәм республика бюджеты иҫәбенә 116 берәмек махсус техника һатып алыныуға ҡарамаҫтан, ҡар таҙартыу техникаһына ҡытлыҡ бар. Бөгөн коммуналь хужалыҡтар балансында 410 берәмек техника иҫәпләнһә, шуларҙың 83 проценты иҫкергән. Әгәр нормативтар буйынса иҫәпләп ҡарағанда, Өфөнөң урам-юл селтәрен таҙартыу өсөн генә 1288 берәмек техника талап ителә. "Әгәр хатта аҡса табып, шул сама техника һатып алған хәлдә лә, уларҙы артабан тоторға кәрәк. Был тағы ла бюджетҡа, йәғни һеҙҙең менән беҙҙең кеҫәгә һуға. Шуға күрә, башҡа миҙгелдәрҙә бушҡа ултырған техника һатып алғансы, предприятиелар, "Сурсис" (Өфө-Аэропорт юлы, юл сиселештәре, күперҙәр ошо ойошма ҡарамағында), "Горзеленхоз" (барлыҡ парктар, скверҙарҙы хеҙмәтләндерә) МУП-тары менән килешеүҙәр төҙөп, аномаль ҡар яуыу ваҡытында өҫтәмә техника йәлеп итәбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, транспорт йөрөгән юлдарҙы таҙартыу өсөн өҫтәмә рәүештә 67 берәмек техника кәрәк", - тип хәл-торошҡа аңлатма бирҙе С. Хөсәйенов. Был осраҡта, һандарға мөрәжәғәт иткәндә, бер берәмек техникаға - 367 мең квадрат метр (нормативтан 8 тапҡырға артыҡ), бер автогрейдерға 1 миллион 115 мең квадрат метр (нормативтан 4 тапҡырға күп) юл тура килә. Әле 20 тонналыҡ 9 үҙбушатҡыс һәм 9 шнекороторлы тейәгестәр һатып алыу мөмкинлеге ҡарала.
Торлаҡ хужалығы идаралығы йорт алды территорияларын таҙартыу өсөн 153 берәмек ҡар таҙартыу техникаһын, шул иҫәптән 122 - тәгәрмәсле, 13 - сылбырлы, 18 МКСМ (күп маҡсатлы коммуналь-төҙөлөш машинаһы) старт һыҙығына ҡуйған. Тәгәрмәсле техниканың эшкә сығыу-сыҡмауы, уның маршруттан тайпылмауы реаль ваҡытта "ГЛОНАСС" юлдаш системаһы аша күҙәтелә.
Көн һайын йорт алды территорияларын таҙартырға 950 урам һепереүсе сыға. Райондар ошо кадрҙар менән яҡынса 91 процентҡа тәьмин ителгән. Уларҙың 60 проценты ҡалаға яҡын райондарҙан, ауылдарҙан килеп эшләүселәр. Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәткәрҙәргә ятаҡтан урын бирелә, уртаса эш хаҡтары 22-25 мең һум. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа ҡаланың барлыҡ муниципалитеттарында ла эш ике сменала ойошторолған.
Көслө ҡар яуыуынан һуң йорт ихаталарын таҙартыу маҡсатында идара итеү ойошмалары тарафынан ихаталарҙы комплекслы таҙартыу графигы эшләнгән һәм раҫланған. Былтырғыса, улар Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында ҡуйыласаҡ, сөнки бындай ысул үҙен аҡлаған һәм ихаталарҙы таҙартыу эшен тиҙ, сифатлы башҡарыу мөмкинлеген бирә. Шулай ҙа, график эленеүгә, халыҡ алдан иҫкәртелеүгә ҡарамаҫтан, йорт алдарында парковкаланған машиналарҙың ҡайһы бер хужалары таҙартыу эштәре барышында автотранспортын күсереп торорға йәки алып ҡуйырға ашыҡмай. Был йәһәттән, Салауат Сәхи улы ихаталарҙан транспорт алынмай икән, үтеп булған территория ғына таҙартыласаҡ йәки бөтөнләй таҙартылмаясаҡ, тип белдерҙе. Техника эвакуацияланасаҡ тип борсолорға ла түгел - был процедура башҡарылмаясаҡ, әммә граждандарҙың һайлау хоҡуғы үҙҙәренә бәйле - машиналарҙы билдәле бер көндә ихатанан алып сығып, территорияны таҙарттырырғамы, әллә ҡарға бата-сума йөрөргәме?
Матбуғат конференцияһы барышында Салауат Хөсәйенов журналистарға хәл-торошто халыҡҡа объектив аңлатыуҙарын, аңлашылмаған ваҡыттарҙа хакимиәттең Мәғлүмәт-аналитика идаралығына (347) 279-05-62 (матбуғат хеҙмәте) йәки электрон почта аша (pressa@ufa city.info) мөрәжәғәт итеүҙәрен, ниндәйҙер күренеш буйынса власҡа кире ҡараш тыуҙырырға тырышырға түгел, киреһенсә, репортаждар, һүрәтләмәләр, комментарийҙар аша уның эшенә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.17 | Ҡаралған: 853

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru