«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОФОҒОБОҘҘО КИҢӘЙТЕҮ КӘРӘК
+  - 



Кемдер был тормошта инде тапалған бер юлға төшөп ала ла, башын баҫып, ян-яғында нимә барғанын да белмәй ҙә, күрмәй ҙә, ғүмер ахырынаса шул бер һуҡмаҡты тапай ҙа тапай. Ә ул, киреһенсә, һәр яңылыҡты үҙе һынарға, тормоштоң уртаһында ҡайнарға һәм ҡыйыу фекерҙәрен әйтеп кенә ҡалмайынса, уларҙы үҙ елкәһендә татып ҡарарға ынтылыуы, заман менән бер ҡатарҙан атлауы, шул уҡ ваҡытта милләт яҙмышын иңендә йөрөтөүе менән айырылып тора. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - креатив ҡарашлы журналист, күп балалы атай, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында "Йәшлек" гәзите мөхәррире булып эшләгән Артур ИҘЕЛБАЕВ.

Бөгөн телебеҙгә "Өфө башҡорто" тигән һүҙбәйләнеш килеп инде. Был категорияның төп сифаттары нимәлә һәм нисек сағыла?

- Иң тәүҙә Өфө башҡорттары төшөнсәһенә кемде индерергә икәнлеген асыҡлайыҡ: юғары уҡыу йортон тамамлап, баш ҡалала эшләргә һәм йәшәргә ҡалып, өйләнеп, бында тамыр йәйгән кешеме; ниндәйҙер сәбәп менән Өфөгә башҡа ерҙән күсеп килеп, йәшәп-эшләп ятыусылармы; әллә баш ҡалала тыуып, бында икенсе йә өсөнсө быуын булып йәшәүселәрме? Был өс төркөмдөң сифаттары төрлөсә. Тәүге икеһенең башҡа башҡорттарҙан бик айырылып торған сифаттары булмаһа, өсөнсөһөнөкө иһә донъяға ҡарашынан башлап, һөйләшеүҙәренә тиклем икенсерәк. Ҡалала тыуып-үҫкән башҡорттар туған телдә тап-таҙа әҙәби телдә һөйләшә, диалектизмдар ҡушмай. Уның өсөн, мәҫәлән, "Бөрйәнем - йәнтөйәгем" тигән төшөнсә юҡ. Уның өсөн тотош Башҡортостан - ватан. Ҡараш офоғо - киңерәк.
Мин үҙем ошо өсөнсө төркөмгә ҡараусыларҙың бер вәкиле. Билдәле ғалим, яҙыусы, филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев менән журналист, шағирә Гөлфиә Юнысова ғаиләһендә тыуып та, әлбиттә, ҡустым менән миңә бала саҡтан башҡорт мөхитендә, әҙәбиәт, мәҙәниәт, тарих даирәһендә ҡайнап үҫмәү мөмкин дә түгел ине. Был беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙға ла, ижад юлыбыҙға ла үҙ йоғонтоһон һалмай ҡалмағандыр, моғайын. Бөгөн Урал - танылған композитор, ә мин, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаһам да, хеҙмәт юлымды республика матбуғаты менән бәйләп, оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләнем.

Һеҙ уҡыған ваҡытта Өфөлә бөгөнгө кеүек башҡорт мәктәптәре күп булмаған. Шулай ҙа ниндәй белем усағында уҡыуығыҙ менән ғорурланаһығыҙ?

- Бәхеткә күрә, атай-әсәйем мине ҡалала ул ваҡытта берҙән-бер башҡорт урта белем усағы булып торған 20-се мәктәпкә уҡырға бирҙе. Башҡорт мәктәбендә уҡып, башҡорт мәктәбен тамамлауыма бер ваҡытта ла үкенмәнем һәм үҙемдең балаларымды ла ошо мәктәпкә уҡырға бирҙем. Сөнки башҡорт рухлы, башҡорт мәҙәниәтле булыуы өсөн балаға мөхит кәрәк. Бөгөн Фатима Мостафина исемен йөрөткән 20-се ҡала башҡорт гимназияһы был мөхитте бирә лә инде. Хәҙер хатта беҙ уҡыған йылдарҙан да артығыраҡ һеңдерәлер әле башҡортлоҡто. Һеҙ ошо мәктәптә уҡыған балалар ғына түгел, хатта уларҙың ата-әсәләренең вацап аша нисек аралашҡанын белһәгеҙ! Үҙе бер киң даирә! Ата-әсәләр ыңғайына балалар ҙа белем алып ҡына түгел, үҙ-ара һәм ғаиләләр менән аралашып үҫә.

Башҡортостан Республикаһы - уға исем биргән халыҡтың тыуған ере, берҙән-бер аҫаба төйәге. Уның баш ҡалаһы ла берәү генә һәм унда ла милли рух, милли үҙенсәлек күҙгә салынып торһон өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Башҡорттар урыҫтарға, хатта татарҙарға ҡарағанда урбанизацияға һуңыраҡ бирелгән халыҡ. Беҙҙең өсөн был процестар башланып ҡына тора һәм, һис шикһеҙ, емештәре лә күренә. Элек бошҡортлоҡтоң бишеге һәм таянысы ауыл булһа, хәҙер улай түгел. Милли мәҙәниәттең, сәйәсәттең, иҡтисадтың, хатта телде һаҡлап ҡалыуҙың үҙәге ҡалаларҙа, бигерәк тә - баш ҡалала. Өфөлә әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Юлдаш" радиоһы, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, милли баҫмалар редакциялары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттарындағы милли төркөмдәр, Фәндәр академияһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре академик ансамбле булмаһа, беҙ ни эшләр инек! Хатта бөтөн донъяла филиалдарын булдырған "Икеа", "Ашан" кеүек ҙур магазиндарҙа мәғлүмәттәр, алтаҡталар башҡорт телендә яҙылған. Башҡортлоҡ бөтөнләй аңҡып тормай тип әйтеп булмай. Шулай ҙа был тенденцияны нығытыу буйынса эшләйһеләр күп әле, йәғни бөгөн яҡшы икән, һәр ваҡыт шулай булыр тип ышанырға ярамай, ә ошо яуланған үрҙәрҙе артабан да нығытыу, арттырыу йүнәлешендә эшләү мөһим.

Һеҙҙе социаль селтәрҙәрҙә "театрал тәнҡитсе" тип тә атайҙар. Быға һәр мәҙәни сараны, театр сәхнәләрендә ҡуйылған тамашаларҙы ҡалдырмай ҡарап барыуығыҙ һәм уларға ҡарата үҙ фекерегеҙҙе белдереүегеҙ сәбәпселер, моғайын. Ә мәҙәниәт әһелдәре был сығыштарығыҙҙы нисек ҡабул итә?

- Театр артистары, етәкселеге, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән даими аралашып торам. Аллаға шөкөр, улар мине аңлап ҡабул итә һәм әле ошо нигеҙҙә бер кем менән дә асыуланышҡаным юҡ. Киреһенсә, уларға үҙҙәре тәҡдим иткән продукция хаҡында тамашасының фекерен белеү, яңы фекер ишетеү ҡыҙыҡ, шуға күрә тамашаларына һәр саҡ саҡырып торалар, хатта ҡайһыларына барырға ваҡыт та табып булмай. Бында бигерәк тә йәштәрҙе билдәләп китер инем, сөнки улар тамашасы фекерен тәнҡит тип түгел, ә үҫеш өсөн сираттағы баҫҡыс тип ҡабул итә һәм тамашасы фекеренә ҡолаҡ һалып, уның ихтыяжынан сығып эш итә. Әйтеп үтеүемсә, яҙыусылар ғаиләһендә тыуғанғамы икән, йәштән үк әҫәрҙәрҙе (яҙма булһынмы ул, фильммы, спектаклме) энәһенән-ебенәсә һүтеп, фекер алышырға яраттым һәм әле лә шул юлымды дауам итәм.

Бөгөн ҡала башҡорт мәҙәниәте ниндәй кимәлдә?

- Ҡала башҡорт мәҙәниәте төшөнсәһе аҫтында нимә күҙ уңында тотола? Ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәтенең баш ҡалала үҫешеме, әллә мәҙәниәттең нәҡ ҡала башҡорттарына хас булған үҙенсәлектәреме? Икенсеһе булһа, беҙгә был йүнәлеште үҫтерергә лә үҫтерергә әле. Эйе, үҙаллылыҡ йылдарында баш ҡалала "Каруанһарай", "Аманат" кеүек төркөмдәр барлыҡҡа килеп, яңы проекттар ("Урал моңо", "Йәшлек-шоу", "Һылыуҡай") булдырылып, улар милләттең мәҙәниәтен генә түгел, рухын үҫтереүҙә лә ҙур роль уйнаны, баш ҡала ғына түгел, республика мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ләкин, ошо ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, беҙ әле юлдың башында ғына. Мәҫәлән, быуаттар буйына үҫешеп килгән грузин ҡала мәҙәниәтенең үҙ һыҙаттары бар. Был йырҙарында, тостарында, әҙәбиәтендә (шул иҫәптән, ауыҙтел әҙәбиәте өлгөләрендә) сағыла. Әммә беҙҙә лә был йүнәлеш бөгөн дискотека музыкаһында, рэп һөйләү кимәлендә генә туҡталып ҡалмаҫ тигән ышаныс бар.

Өфө башҡорттарында милли үҙаң үҫтереүҙә интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?

- Интернеттың, бигерәк тә социаль селтәрҙәрҙең әһәмиәте тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә бик ҙур. Шул иҫәптән милли үҙаңды һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Йәштәр төркөмдәргә ойоша, араларға ҡарап тормай, туған телдәрендә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, күңелдәренә ятҡан темаларға аралаша, милли музыка, видео өлгөләре менән алмаша, бер-береһен таба. Был яҡшы.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 946

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru