«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘЙКӘЛГӘ ЛАЙЫҠ ШӘХЕСТӘР: УСМАН ҠЫУАТОВ
+  - 



Рәсәй империяһын дер һелкеткән, Романовтар династияһын юҡҡа сығарған, ғөмүмән, илебеҙҙе яңы үҫеш юлына борған ваҡиға - 1917 йылғы революцияға 100 йыл тулды. Бөгөнгө көндә был ваҡиғаға Рәсәй йәмәғәтселегендә төрлөсә ҡараштар йәшәп килә. Ҡайһы берәүҙәр, революция сит илдәрҙең булышлығында махсус рәүештә, илде тарҡатыу өсөн эшләнгән сәйәси акт, тип иҫәпләй. Быға дәлил итеп Лениндың немецтәр менән бәйләнешен килтерә. Әммә был инҡилаптың объектив сәбәптәре етерлек була. Тәү сиратта, социаль масьәләләрҙең хәл ителмәүе, сәйәси азатлыҡтың булмауы, милли һәм ер мәсьәләләренең хәл ителмәүе бөтәһе бергә илде ошондай тетрәнеүҙәргә килтерә лә инде. Әйткәндәй, ошондай тезисты быйыл Алмата ҡалаһында ойошторолған "түңәрәк ҡор"ҙа Мәскәү ғалимы, тарих фәндәре докторы А.В. Ганин дә әйтеп үтте.

Тарих шуны күрһәтә: әгәр ҙә власть эволюцион үҙгәрештәргә әҙер түгел икән, илде революцион үҙгәрештәр көтә. 1917 йылғы революция илгә тетрәнеүҙәр килтерһә лә, икенсе яҡтан, быуаттар буйына йыйылып ятҡан проблемаларҙың береһе - милли мәсьәләне хәл итеүгә юл асты. Тап 1917 йылдың үҙгәреш тулҡынында Башҡортостан милли дәүләтселеген булдырыу хәрәкәте тыуҙы. Был хәрәкәттә башҡорт халҡының төрлө ҡатлам вәкилдәре ихлас ҡатнаша. Авангардта милли интеллегенция, дин әһелдәре һәм дворяндар тора. Шуға күрә лә совет йылдарында милли хәрәкәткә "буржуаз милли хәрәкәт" тигән ярлыҡ таҡтылар. Ә ысынында иһә, 1917 йылда батша власы ҡолатылғас, бөтөн башҡорт халҡы - ярлыһынан алып байына тиклем мөстәҡиллек идеяһы менән тоҡанды. Башҡорт халҡы берҙәм булып, ошо идеяға фиҙаҡәр хеҙмәт итте, йәғни милли мөхтәриәт яулау көрәшенә сыҡты. Милләттең алдынғы ҡарашлы, белемле, уҡымышлы, дәрәжәле вәкилдәре - дворяндар ҙа был хәрәкәттең етәкселегендә булды. Мәҫәлән, башҡорт дворяндары Мутиндар, Ҡыуатовтар, Солтановтар, Ҡарамышевтар, Өмөтбаевтар, Аҡсулпановтар һ.б. нәҫеләнән булған вәкилдәр милли хәрәкәттең башында торҙолар.
XIX быуаттан билдәле данлы Ҡыуатовтар нәҫеленән булған мөстәҡиллек өсөн көрәшкән аталы-уллы Мөхәмәтғәлим, Ғүмәр һәм Усман Ҡыуатовтарҙың эшмәкәрлеге тураһында бигүк белеп етмәйбеҙ. Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов мәғрифәтсе булып танылһа, Ғүмәр Ҡыуатовты беҙ Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһына нигеҙ һалыусы, тип белһәк, Усман Ҡыуатов әле иғтибарҙан ситтә ҡала килә. Әммә тап Усман Ҡыуатов 1917 йылда 1-се Башҡорт ҡоролтайынан һуң Зәки Вәлиди һәм Илдархан Мутин менән Санкт-Петербургка барып, Ваҡытлы хөкүмәт ҡаршыһында башҡорт хоҡуҡтарын даулап йөрөгән шәхестәрҙең береһе. Быйыл арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 120 йыл тулды.
Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов 1897 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ҡыуат-Бикбирҙе ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районына ҡараған Үтәғол ауылы) тыуған. Үрҙә телгә алып үткәнемсә, ул данлыҡлы башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән. Билдәле булыуынса, Ҡыуатовтар кантон идаралығы осоронда (1798-1865) кантон башлыҡтары ярҙамсылары булып хеҙмәт иткән. Араларынан иң күренеклеһе Әлмөхәмәт Ҡыуатов 1848 йылда Ҡаҙан университеты философия факультетының Көнсығыш телдәр бүлеген тамамлап, киләһе йылына филология (словесность) буйынса кандидатлыҡ дәрәжәһен ала.
Усман Ҡыуатовтың атаһы Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1873-1937) үҙ заманының уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кешеләренең береһе, мәғрифәтсе була. Ырымбур гимназияһында белем ала. Донъяуи фәндәр уҡытыуға ҡоролған тиҫтәнән ашыу башҡорт мәктәбен асыуға өлгәшә. 1891-1894 йылдарҙа үҙе асҡан Сермән ауылы мәктәбендә директор булып эшләй. В. В. Катаринскийға "Букварь для башкир" (1892) китабын әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Улдары Ғүмәр менән Усманды юғары белемле итеү өсөн тырыша. Тәүҙә өлкән улы Ҡаҙан университетының медицина факультетына уҡырға инә, уның артынса Усман шул уҡ факультетҡа бара. Әммә университеттың 4-се курсында уҡығанда илдә ҙур үҙгәрештәр башлана. Рәсәйҙә батша власы ҡолатылып, демократия һәм азатлыҡ һулышы бөтә ил халҡын ҡуҙғата. Усман Ҡыуатов башкөллө Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшенә сума.
1917 йылдың июнь аҙағында Усман Ҡыуатов Ырымбурҙа үткән Башҡорт өлкә бюроһының йыйылышында ойошторолған милли хәрәкәткә етәкселек итеү органы - "Башҡорт халҡының иттифаҡи бюроһы" составына ҡабул ителә. 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән 1-се Башҡорт ҡоролтайында У. Ҡыуатов Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитетына һайлана. Ҡоролтайҙан һуң ул Әхмәтзәки Вәлиди, Илдархан Мутин менән берлектә Петроградҡа юллана. "Мине, Усман Ҡыуатов исемле университет студентын һәм Илдархан Мутин тигән бер зыялыны башҡорттарҙың ер хоҡуғын һәм батша заманынан йыйылып килгән башҡорт капиталын, Ырымбурҙағы Башҡорт ғәскәре биналарын, парк һәм баҡсаларын, мәсетен (Каруанһарай) кире алыу мәсьәләләре буйынса Керенский хөкүмәте менән осрашыу, быуындан-быуынға ҡалып килгән был дәғүәләрҙе хәл итеү өсөн Петроградҡа ебәрҙеләр… Усман Ҡыуатов, йәш кенә медик- студент булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт ер хоҡуғы мәсьәләләрен аңлай ине. Беҙ хөкүмәткә тапшыра торған документта 1906 йылдың 9 ноябрендә, 1910 йылдың 19 ноябрендә, 1911 йылдың 20 майында сығарылған һәм Башҡортостанға урыҫ күскенселәре килеүҙе көсәйткән закондарҙы үҙгәртеү талабы ҡуйылды", - тип яҙа хәтирәләрендә Вәлиди. Башҡорт вәкилдәре Петроградта ер мәсьәләләрендә уңышҡа өлгәшә алмаһа ла, Каруанһарайҙы башҡорт халҡына ҡайтарыу эшен ыңғай хәл итеп ҡайта.
1917 йылдың октябрендә Башҡорт үҙәк шураһы Усман Ҡыуатовты Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә.
1918 йылдың ғинуарында Усман Ҡыуатов башҡорт делегацияһы составында Ҡаҙанда үтәсәк мосолмандарҙың 2-се Хәрби съезына юллана. Әйткәндәй, ошо осорҙа Усмандың атаһы Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов Үҫәргән кантонының съезында күпселек тауыш менән кантон башҡармаһы рәйесе итеп һайлана.

Фотола: Усман Ҡыуатов ғаиләһе менән. Алғы рәттә әсәһе һәм атаһы (Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов). Артта, һулдан уңға: Усман һәм Ғүмәр - Ҡаҙан университетының медицина факультеты студенттары. Һеңлеһе Шәкирә - Ҡаҙан гимназияһы уҡыусыһы. Ҡаҙан ҡалаһы, 1914 йыл.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы,
БР Дәүләт китап палатаһы директоры.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 964

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru