«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭТ КЕҮЕК ТОҒРО БУЛҺАҠ ЙЫЛДАРЫБЫҘ ИЗГЕЛЕКТӘР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘР
+  - 



Көнсығыш йондоҙнамә һәр йылды уның символы булып торған теге йәки был йәнлек йә ҡош сифаттары менән ҡылыҡһырлай. Ниһайәт, Эт йылына аяҡ баҫабыҙ. Мәғлүм булыуынса, эттең холҡо ябай һәм бер төрлө генә түгел, ләкин был йән эйәһе менән аралашҡанда күп нәмә үҙебеҙгә лә бәйлелер, шәйт, сөнки эт - кешенең тоғро дуҫы, юлдашы, һаҡсыһы. Шуғалыр ҙа, бәлки, эткә бәйле кеше сифаттары ла ифрат күп бит. Эт кеүек үк, намыҫлы, дуҫлыҡҡа, милли идеалдарыбыҙға, асылыбыҙға тоғро, ғәҙел булһаҡ, йылыбыҙ ҙа беҙгә шундай уҡ изгелектәр менән яуап бирер, моғайын. Әммә шул уҡ ваҡытта был хайуандың кире сифаттары хаҡында ла бик күп тапҡыр халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре бар: "Эт яманы өрмәй тешләр", "Этте күп ашатһаң, эйәһен тешләй", "Эткә - эт үлеме", "Эткә таяҡ закон" һ.б. Бөгөнгө һөйләшеүҙә беҙ яңы йыл хужаһы - эткә бәйле ҡайһы бер кеше сифаттары һәм мөнәсәбәттәре хаҡында бер аҙ фекер йөрөтөп алмаҡсыбыҙ. Гәзитебеҙҙең әүҙем авторҙары - биология фәндәре докторы Әғләм ШӘРИПОВ, отставкалағы хәрби табип Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, Бөрйән районы "Таң" гәзите гәзите журналисы Таңһылыу БАҺАУТДИНОВА менән ситтән тороп әңгәмә ҡорҙоҡ.

Иң тәүҙә эттең тоғролоҡ сифаты күҙ алдына баҫа. Ләкин кешеләр араһында был сифат "ҡытлыҡҡа" әйләнеп бара түгелме? Һәм, ғөмүмән, тормошобоҙҙа осрап торған был әхлаҡи төшөнсә хаҡында ниҙәр һөйләр инегеҙ?

Ә. Шәрипов:
Тоғролоҡ тигән күренеш ябай ауыл ғаиләләрендә күберәк урын ала, тип иҫәпләйем. Улар ғүмерҙәре буйына тыуған телгә, милләткә, тыуған төйәккә, тәбиғәтебеҙгә тоғро ҡала бит. Ысынлап та, тормош ҡуйған ауыр һынауҙарға бирешмәй донъя көткән, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрендә күп балалар тәрбиәләргә, иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә көс тапҡан ғаиләләр һәр ауылда бихисап. Бындай рухлы ғаиләләр исемлегенә мин үҙемдең ҡәҙерле атай-әсәйемде лә индерә алам. Хәҙер улар күп-тән мәрхүмдәр инде. Урындары йәннәттә булһын. Мин үҙем күптән илле йәште үткәнмен. Үҙемдең ошо йәш күҙлегенән сығып ҡарайым да атай-әсәйгә тағы бер һоҡланып ҡуям. Атайға ҡырҡ, әсәйгә утыҙ йәш тулған мәлдә улар ғаилә ҡороп ебәргәндәр. Уларҙың былай һуң өйләнеүенә замана ғәйепле. Атайға егерме йәш самаһы булған мәлдә уны, кулак балаһы булараҡ, Себер тарафтарына оҙатҡандар. Себерҙә ул шахтала егерме йыл самаһы эшләгән. Кире тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан мәлдә уға, алдан әйткәнемсә, ҡырҡ йәш самаһы булған. Ошо ҡырҡ йәштән һуң һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерергә дәрт иткән атай-әсәйгә нисек һоҡланмайһың инде! Быны мин үҙем батырлыҡ тип һанайым. Атай-әсәйгә рәхмәт, улар һәр беребеҙгә юғары белем бирҙе. Шуныһы фәһемле, ниндәй генә ауыр тормош һынауҙарын үткән булһалар ла, улар бер ваҡытта ла кемделер әрләп ултырманы. Атайҙың яратҡан һүҙе бар ине. "Ленин бабай нимә тип әйткән? Ул, уҡығыҙ, уҡығыҙ һәм эшләгеҙ, тип әйткән. Тәүҙә мәктәптә тырышып уҡығыҙ, унан институтта тырышып уҡығыҙ һәм аҙаҡ тырышып эшләгеҙ". Бер мәл арабыҙҙан кемдер әйтә ҡуйҙы: "Атай, Ленин бабай бит өс тапҡыр, уҡығыҙ, тип әйткән. Эш тураһында нишләптер өндәшмәгән". Атайҙың яуап ошолай булды: "Ун биш йыл буйы уҡып та аҙаҡ йүнләп эшләй алмаһағыҙ, һеҙҙең уҡыуҙан ней файҙа". Ысынлап та, бик дөрөҫ әйткән ул. Беҙ, балалары, үҙ сиратыбыҙҙа, атай-әсәй әйткән һүҙҙәргә, улар биргән тәрбиәгә, көс түгеп юғары белем биреүҙәренә, һайлаған һөнәрҙәребеҙгә тоғро ҡалдыҡ, тип әйтә алабыҙ. Алдан әйткәнемсә, мин үҙебеҙҙең ғаиләне миҫал өсөн генә килтерҙем. Дөйөм алғанда, туған телгә, милләткә, тыуған төйәккә тоғро булған бындай ябай ауыл ғаиләләре ифрат күп. Х. Һөйөндөков: Йондоҙнамәгә лә, күрәҙәләүҙәргә лә ышанмайым, ә шулай ҙа яңы йыл хужаһы эттең тоғролоғо, "кешелеклеге", ә бәғзе кешеләрҙең "этлеге" хаҡында әңгәмәләшеп алыу, эйе, файҙалы булыр. Кемдер берәү хаҡында "Ул бит эт йылында тыуған, шуның өсөн дә "абалап", кешегә ташланырға әҙер тора", тип әйтһәләр ҙә, уның ҡапма-ҡаршыһы булған икенсе бер яғымлы кеше тураһында ла нәҡ шулай уҡ "Ул бит эт йылында тыуған..." тиеүселәр табыла. Әҙәм балаһының ыңғай һәм кире яҡтарын ниндәйҙер хайуан сифаттары менән сағыштырыу борондан килгән бит инде. Ҡайһы бер эскерһеҙ, алсаҡ, ябай кешене "алабай" тип тә әйтәләр беҙҙең яҡта. Ҙур кәүҙәле, әммә ифрат та йыуаш булған шундай тоҡомло эт менән сағыштырғандар, күрәһең. "Ҡатыныңа, атыңа ышанма - этеңә ышан", тигән әйтем дә бар халыҡта. Был да бөтә ҡатындарға, аттарға һәм эттәргә берҙәй ҡағыла, тип уйлау ярамай, әлбиттә. Берәй мәл атың тыңламай, йәиһә ҡатының "сығынлай" башлау осрағында ғына ҡуллана торған әйтемдер был. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҡатыныңа ышанмай икәнһең, бер ғаиләлә йәшәүҙең һис мәғәнәһе юҡтыр, тип уйлайым. Тоғролоҡ хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ғаиләңә, дуҫыңа, илеңә, телеңә ҡағылышлы булһынмы, уны һәр кемдә булырға тейешле иң гүзәл сифаттарҙың береһе, тип ҡарау кәрәк. Ә инде дингә килгәндә, был - айырыуса мөһим. Динебеҙҙә ике йөҙлөләр - ҙур гонаһ ҡылыусылар, башҡалар алдында динле булып ҡыланып, Аллаһ Тәғәләне лә алдарға маташыусылар. Уларға тоғролоҡ тигән сифат бөтөнләй хас түгел инде.
Т. Баһаутдинова: Эттең тоғролоғо тураһында һүҙ сыҡһа, бала сағымдағы бер ваҡиға иҫкә төшә. Беҙҙе, 5 ҡыҙын, әсәйем яңғыҙы үҫтерҙе. Ғаиләлә иң өлкәне булған Сәйҙә апайым Сибай медицина училищеһында уҡып йөрөй ине ул мәлдә. Байрамға ҡайтыр булһа, Баймаҡ районының Бетерә ауылына тиклем автобуста килә лә, был яғына 25 саҡырымды йәй, яҙ, көҙ айҙарында, ғәҙәттә, йәйәү ҡайта. Ҡышҡыһын ҡурҡыныс - бүре күп. Беҙҙең Байғаҙы менән Бетерә араһында йүнле юл да юҡ. Әсәйем берәйһенән ат һорап тора ла, мине иптәшкә алып, кашауай санала апайҙы алырға китәбеҙ. Сөнки ғаиләлә ир заты юҡ. Береһендә апай киске автобус менән ҡайтты. Беҙ кирегә юлға сыҡҡанда эңер төшә башлағайны инде. Байтаҡ ҡына буранлап та тора. Әсәй һай-һайлап атты ҡабаландырған була. Бәхеткә күрә, ат хужаһының эте лә эйәргәйне беҙгә. Ат янында уйнаҡлап килде лә был бер ерҙә уңға ҡайырылып, өрөп тик ултыра. Ат та аҙымын яйлатты. Әсәй сыбыртҡылап ҡарай. Шунан ҡапыл аңлап ҡалды - эт бит беҙ ауыл яғына борола торған ерҙә ултыра. Ат юлына буран ҡар һалған да, беленер-беленмәҫ кенә булып ҡалған икән. Ә беҙ ағас ҡырҡҡан диләнкәгә китеп барғанбыҙ. Шулай эт беҙҙе ҡышҡы һыуыҡта төнгө урманда аҙашыуҙан алып ҡалды.
Эйе, килешәм, кешеләр араһында тоғролоҡ төшөнсәһе аҡһай башланы. Ысын дуҫ тигәнең бер көн килеп һатып та ҡуя. Заман кәмәһендә аҡса ишкәк булғанда, дуҫың ишәк булғанға аптырарға түгел.

Эйе, һунарға барамы, урманға йә башҡа тарафҡа юлға сығамы - үҙе менән һәр саҡ этен эйәртә әҙәм балаһы. Ә һеҙҙең был донъяла ышаныслыларығыҙ бармы? Ғүмер үтә килә, иң ышаныслы тип иҫәпләп йөрөгән дуҫтар ҙа ҡай саҡ был иҫәптән төшөп ҡала бара бит...

Ә. Шәрипов:
Әлбиттә, был тормошта ышаныслы дуҫтар бик кәрәк. Минең балалыҡ дуҫтарым Баймаҡ интернат-мәктәбе менән бәйле. Арыҫлан, Рәмил, Нияз кеүек дуҫ класташтарым менән беҙ һаман да бергәбеҙ. Бала саҡтан уҡ эс серҙәрен бергә түгеп, бер-береңә һәр ваҡыт ышаныс-таяныс булып йөрөгән дуҫтар бер ваҡытта ла иҫәптән төшөп ҡалмай икән ул. Улар менән, бәлки, көн һайын аралашып та булмайҙыр. Ә шулай ҙа һинең күңелдә, ауыр-кәрәк саҡта был иптәштәр һине ситкә типмәйәсәк, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәсәк, тигән ныҡлы уй йәшәй. Мин ваҡыты-ваҡыты менән, был тормош ошондай ышаныслы кешеләр менән матур, тип ҡыуанып ҡуям. Докторлыҡ диссертацияһын яҙған мәлдә мин быға әллә нисә тапҡыр инандым. Әйткәндәй, был хеҙмәт бер кешенең генә хеҙмәте түгел бит ул. Уны бер нисек тә яңғыҙ яҙып булмай. Башҡаларҙың эскерһеҙ ярҙамы кәрәк. Миҫал килтереп китәйем әле. Бына миңә үҙемдең диссертация өсөн "Башҡортостан" дәүләт ҡурсаулығының һуңғы илле йыл эсендә йыйылған мәғлүмәттәре кәрәк булып сыҡты. Шуға күрә мин был ҡурсаулыҡтың етәкселегенә мөрәжәғәт иттем. Уның директоры Вәсилә Яныбаева, уның ярҙамсыһы Марс Нәбиуллин миңә шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы, эскерһеҙ ярҙам итте. Ошо мәғлүмәт булмаһа, бәлки, минең был хеҙмәтем дә булмаҫ ине. Әйткәндәй, ошо диссертация яҙған мәлдә миңә уйламаған кешеләр ярҙам итеп ебәрҙе. Әлеге һөйләшеүҙә уларҙың барыһын да исемләп атарға мөмкин дә түгел. Был турала, бәлки, айырым яҙыу кәрәктер. Шуға күрә мин, тормош ни тиклем ҡатмарлы булмаһын, барыбер яҡшы кешеләр күп донъяла, тигәнерәк исем менән айырым мәҡәлә яҙырмын тип уйлап йө-рөйөм әле.
Х. Һөйөндөков: Был донъяла башҡа кешеләр менән аралашмайынса йәшәп булмай, шуға күрә лә яҡын-тирәләгеләр араһынан ышаныслы булған дуҫтарҙы таба белеү ҙә бик мөһим. Йәшлек, студент йылдарында булған бер хәл хәтеремдә. Яҡын дуҫым, тип һанап йөрөгән бер яҡташым менән Өфө урамы буйлап китеп барабыҙ. Ҡаршыға ҡала хулигандары килеп сыҡты ла, ниҙер һорап, бәйләнә башланы. Шул саҡ йүгереүгә ифрат шәп булған минең "дуҫым" кинәт кенә йән фарман ҡасты ла китте. Ә әлеге егеттәр, ғәжәпкә, минең хаҡта, гүйә, бөтөнләйгә онотто, уның артынан йүгереп, кварталдар араһында юҡ булды. Күҙ асып йомғансы тиерлек булған ошо хәлгә аптырап, ни уйларға һәм ни эшләргә лә белмәй, урам уртаһында бер үҙем торҙом да ҡалдым. Дуҫым менән бергә "ҡасышмағаныма", тегеләрҙең артынан йүгермәгәнемә үкенеп тә алдым. Дуҫтарҙың тоғролоғо, күпселек осраҡта ауырлыҡтар килгән саҡта беленә шул. Ышаныслы дуҫтар әллә ни күп тә түгел, әммә улар - бар. Ер йөҙөндә яҡшы кешеләр һәр саҡ була килгән. Шулай ҙа, минең инаныуымса, тормошта иң тоғро кешеләрең бер туғандар араһында булалыр. Мин, шәхсән, үҙемдең ҡайһы бер эс серҙәрем менән, башлыса, ағай-энеләрем менән булешеүсәнмен. Йырсы Тимербаевтар парлашып:
...Һөйгән ташлай һәм дуҫ һата.
Туған - туған булып ҡала,
Йән тартмаһа ла, ҡан тарта... тип йырлай бит әле. Ә күп кенә нәмәләр хаҡында хатта бер ҡасан да һәм бер кем менән дә бүлешмәйенсә, уны "үҙең менән алып китеү" хәйерлерәктер. Тик бер Аллаһы Тәғәләнән генә серҙәрҙе һис йәшереп булмай. Шуға күрә, аулаҡта Уның алдында ғына ниндәйҙер кире яҡтарың өсөн йыш ҡына ғәфү үтенеп тороу фарыз.
Т. Баһаутдинова: Ышаныслы дуҫтарым бар, тип ауыҙ тултырып әйтә алам, шөкөр. Хеҙмәттәшем, бер бүлмәлә ултырып эшләгән яҡын дуҫым, әхирәтем, шағирә Айһылыу Ғарифуллина менән бөтә серҙәребеҙ уртаҡ тиһәм дә хата булмаҫ. Йылдар буйы һыналған дуҫлыҡ ул. Ауыр саҡта уның мине, минең уны ташламаҫыбыҙға иманым камил. Йылдар ағышында дуҫтар иләктән иләнә барып, иң ышаныслылары ғына ҡала ул барыбер. Бик талантлы ғына прозаик булып танылып килгән Миңнур Ҡасимова, сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева, шағирә Айһылыу Ғарифуллина дүртәүләп шатлыҡта ла, хәсрәттә лә бергәбеҙ. Йәнә ныҡ ышаныслы күршем бар. Үҙемдән 10 йәшкә өлкән Фатима апай менән хәҙер 20 йыллап күрше йәшәйбеҙ. Апалы-һеңлеле кеүекбеҙ. Уның киң күңеллелегенә, кеше йәнле булыуына, егәрлелегенә һоҡланыуҙан туҡтағаным юҡ. Иң тәмле ризыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ. Уның медик булыуы ла Хоҙай тарафынан насип бүләктер тип уйлайым. Ниндәйҙер йөрәкте өйкәгән проблемам булһа ла уға йүгерәм. Ул да шатлығын да, хәсрәтен дә минең менән бүлешә. Ғөмүмән, дуҫың ышаныслы, өлгө алырлыҡ булырға тейештер ул.

Ә бына "Эт күңеле бер һөйәк" тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Ҡайһы саҡ аралағы мөнәсәбәттәрҙе йомшартыу, кәртәләрҙе емереү, мәсьәләләрҙе хәл итеү, компромисҡа килеү өсөн яҡты йөҙөбөҙҙө, йылы һүҙебеҙҙе, хатта бәләкәй генә иғтибар билдәләребеҙҙе йәлләмәйбеҙме икән? Ғорурлыҡ ҡушмай, йәнәһе. Ә бит килешеүгә беренсе булып аҙым яһауҙы динебеҙ ҙә хуплай. Ҡөрьәндә лә әйтелә ки: туғандарың менән өс көндән дә артыҡ һөйләшмәй йөрөү - гонаһ, тип...

Ә. Шәрипов:
Дөрөҫ, ваҡыты менән беҙҙең милләткә ҡатылыҡ сифаты хас булып китә. Баш эймәйем, тигән булып, ҡайһы саҡта баш китәрлек эштәр эшләп ташлайбыҙ. Ә бына элегерәк ауыл ағинәйҙәренең бындай мин-минлеген еңә алмай йөрөүселәрҙе бик оҫта тәрбиәләп алғанын хәтерләйем. Хәҙерге йәш күҙлегенән ҡарап, ул шул тиклем шәп тәрбиә мәктәбе булған икән, тип ҡуям. Әсәйем үҙ-ара бәхәстә булған кешеләрҙе телгә алып, "Эй, уларҙы яраштырырға бер самауыр сәйем етә", ти торғайны. Шунан беҙҙе: "Шуға-шуға барығыҙ ҙа, әсәйем һеҙҙе сәйгә саҡырҙы, тип әйтеп ҡайтығыҙ", - тип, теге бер-береһенә тәү башлап баш эйә алмағандарҙы саҡырырға сығарып ебәрер ине. Әлбиттә, әсәй ҡатындарҙы ғына сәйгә йыйып ала. Күршеләр ҙә ҡалмай. Ошо сәй табынына йыйылған ҡатындарға әсәй оло хөрмәтен күрһәтә. Һәр ваҡыт бикле, шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт серле булған һандығын аса һәм унан һинд сәйен ҡулына ала. Әле уйлап ҡуям. Ауылда халыҡ бер-береһенә иғтибарын йәлләмәгән, килеп тыуған ҡытыршылыҡтарҙы мәлендә күрә һалып, уға үҫеп китергә мөмкинлек бирмәгән. Бына ошондай тәмле сәйгә, яҡты йөҙгә, йылы һүҙгә ҡоролған сәй табынында килеп тыуған тормош кәртәләре үҙенән-үҙе юҡҡа сығыуы көн кеүек асыҡ бит инде. Хатта апай-инәйҙәр аралағы бәхәстәр тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатып тормағандыр әле. Эйе, ауыл ағинәйҙәре үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе бик уйлап һәм аҡыллы хәл иткән. Сәйгә хөрмәт итеп саҡырыу - үҙе генә лә "һәр эт күңеленә бынамын тигән бер елле һөйәк". Етмәһә, ағинәйҙәр ғәйеплеләрҙе әрләп түгел, ә сама менән маҡтап, сама менән шелтәләп, үҙ баштарынан үткәндәрен миҫал итеп һөйләп тәрбиәләгән бит.
Х. Һөйөндөков: Эйе, был әйтем дә туранан-тура кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла. "Кешеләргә бер йылы һүҙ етә..." тип тә йырлайҙар. Йылы һүҙ тигәндәй, уның ни тиклем мөһим булыуына ябай ғына бер миҫал: кемдер һиңә ниҙер хаҡында һорау бирҙе, ә һин яуабын белмәйһең икән, ти. "Ғәфү ит, был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынам", йәиһә "Әлләсе, белмәйемсе..." тип кенә әйтеү, минеңсә - дөрөҫ. Ә инде "Мин уны ҡайҙан беләйем?", "Ҡайҙан алып бирәйем мин һиңә?" тигән һымағыраҡ яуаптар тиктомалдан кешенең күңелен ҡырыуы мөмкин. Бына шулай, бер үк мәғәнәле һүҙҙе төрлөсә итеп әйтергә мөмкин. Мин үҙем бала сағымдан уҡ шуның һымаҡ "арҡыс-торҡос" һөйләшеүҙәрҙе ифрат та ауыр кисерәм. Сирек быуат әрме шарттарында ла йәшәгән булыуыма ҡарамаҫтан, күп тапҡырҙар килеп бәрелгән кирбескә өйрәнә алмаған баш һымаҡ, үҙ-ара тупаҫ мөғәмәләләргә тәки күнегә алманым. Һәр кем дә башҡаларҙың үҙенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтен теләйҙер. Һөйләшкәндә бүтәндәрҙең күңелен, уй-кисерештәрен дә һәр саҡ күҙ уңында тотоу кәрәк. Яғымлы итеп һөйләшеүсе кешегә ҡарата шунда уҡ ихтирам тойғоһо уяныусан була бит.
Т. Баһаутдинова: Мин үҙем өс минуттан артыҡ турһая алмайым шикелле ул. Йәшерәк саҡта ирем менән әҙерәк һүҙгә килешеп алһаҡ та, мин 3-5 минуттан онота ла ҡуя торғайным. Тегегә һүҙ ҡушһам, был өндәшмәһә, нимәгә улайтып ултыра һуң әле ул, тип уйлайым да, "Әй-й, һуң беҙ үсегешкәйнек бит әле", тип, уны ла "реанимациялау" яғын ҡарай инем. Ә туғандарға килгәндә, ике туған ҡустым: "Апай, һин бит ул беҙҙе берләштереп тороусы", - ти. Шунан да ҙур баһа юҡтыр ул.

"Эт менән эт булма", тигәне лә бар аҡылдың. Ҡайһы саҡта тормош юлында шундай "эттәр" осрай, нисек ҡотолорға белмәҫһең. Быныһының да беҙҙең халыҡтың принципиаллегенә төбәп, тыйып әйтелгәне раҫтыр илла. Сөнки беҙгә йыш ҡына башлағанды ташлап ҡуймау, аҙағына еткереү һәм, иң мөһиме, бәхәс-низағты еңеү менән тамамлау теләге хас. Теләк - бер, ә бына берәйһенең этлегенә баттыңмы - унан бысранмай, имен килеп сығыуы, ай-һай, күпме нервы, йоҡоһоҙ төн һәм хәүеф-хәтәргә торошло. Ошо хаҡта һеҙҙең фекер?

Ә. Шәрипов:
Бик дөрөҫ һүҙҙәр былар. Беҙгә атай мәрхүм ошолай әйтә торғайны: "Тел менән түгел, ә эш менән еңегеҙ, ә телегеҙҙе уйлап ҡына ҡулланығыҙ". Был аҡыллы һүҙҙәр мине күп бәләнән ҡотҡарғандыр әле. Әле атайымдың был һүҙҙәрен мин үҙемдең балаларыма гел әйтә киләм. Әйткәндәй, мин үҙем биш балаға атай. Эш мәлендә төрлө хәлдәр була бит инде. Бына әле етәксе берәүҙе әрләп ташланы. Йәнәһе лә, ул эшләмәй, эшләһә лә, насар эшләй һәм фәлән дә фәсмәтән. Ә теге егеттең һәйбәт эшләгәнен, һис юғында, башҡаларҙан бер ҙә генә кәм эшләмәгәнен барыһы ла белеп тора. Ә бына мин "Уның урынында булһам, мин нимә эшләр инем икән?" тип фәһем алып торам. Ә теге егет аҡыллы. Эт менән эт тә булмай, шул уҡ ваҡытта үҙ бәҫен дә төшөрмәй. Ҡыҫҡаһы, етәксе әрләй, ә хеҙмәткәр өндәшмәй. Ҡаршы өндәшмәгән кешене оҙаҡ әрләп булмай икән, тигән һығымтаға килеп ҡуям мин. Етәксене әйтәм, аптырағас, теге егетте нисегерек кәмһетергә белмәй, ошолайыраҡ әйтеп ҡуйҙы: "Минең алда һайлау мөмкинлеге булһа, мин һине түгел, ә фәләнде һинең урынға ҡуйыр инем". Теге егет тыныс ҡына яуап бирә: "Ысынлап та, ул бик шәп егет бит, минең һайлау мөмкинлеге булһа, хатта мин уны һеҙҙең урынға директор итеп ҡуйыр инем". Бындай яуапты көтмәгән етәксе: "Нисек упёртый булдың, шулай упёртый булып ҡалдың", - тип кенә әйтә алды. Теге егет, аптырап киткән кеше булып, башын тырнап алды: "Ә мин ул һүҙҙе белмәйем, әллә маҡтанығыҙ инде", - ти. Эт менән эт булырға кәрәкмәй, мәле менән башты алйотҡа һалыу өсөн дә аҡыллы баш кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым мин шул саҡ.
Х. Һөйөндөков: "Эт менән эт булма", тип тә халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Бында ла әлеге "бахыр" эттең һис кенә лә ҡыҫылышы юҡ. Ә насар кеше менән низағлашмауҙың хәйерлерәк булыуы хаҡындалыр был әйтем. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, бында ниндәйҙер берәй артыҡ мөһим булмаған мәсьәлә буйынса кем менәндер бәхәс ҡуйыртыуҙың килешеп етмәгән яғы күҙ уңында тотола. Ундай миҫалдар тормошта етерлек. Һәр кем үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатларға тырышып, хатта оло ғауға сығыу осраҡтары ла булғылай. Мәктәп йылдарында бер малай менән бәхәсләшеп киттек. Ай менән Ер хаҡында. Ерҙең тәбиғи юлдашы булараҡ, Ай дүрт мәртәбәгә Ерҙән бәләкәйерәк булыуы хаҡында китаптан уҡыған инем. Был турала синыфташыма әйткәс, уға оҡшаманы. Ул, киреһенсә, Ай Ерҙән ҙурыраҡ, тигән уйҙа булған икән. Үҙемдең хаҡлығымды иҫбатлай торғас, шул "пүстәк" кенә нәмә өсөн тегенең менән һуғышып киттек. Хәҙер уйлайым: бәлки, миңә бәхәсләшергә кәрәк тә булмағандыр... Кемдер берәү һиңә насарлыҡ ҡылып та, уны ғәфү итһәң, һинең ниндәйҙер башҡа гонаһтарыңды Алла Тәғәлә ғәфү итер, тигән Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, һис юҡҡа башҡалар менән үсләшеп йөрөү мосолман кешегә хас булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта, әгәр берәүҙең яман кеше икәнен белеп тә, уның менән дуҫлашып китеү ҙә "эт менән эт булыу"ға оҡшаш...
Т. Баһаутдинова: "Эттәр" менән эт булмаҫҡа тормош үҙе өйрәтте. Йәнә "Тиҙәк менән булышһаң, эҙе ҡалмаһа ла еҫе ҡала" тиҙәр бит. Йәшерәк саҡта, эйе, еңге килеп кенә тора. Хәҙер "Алйот, еңдем, тиер, аҡыллы, ҡуйҙым, тиер" тигәне яҡыныраҡ. Эт этлеген итте, берҙе тешләп китте, тигән һымаҡ, эттәр ғүмере буйы эт булып ҡала инде ул. Юҡ-юҡта ла үҙҙәрен һиҙҙереп, абалап ҡалғылайҙар. Ләкин эт менән эт булмау принцибына инанғанмын. Йәнә Хоҙайға яҡынлау тормошҡа ҡарашты ныҡ үҙгәртә. Ҡиммәттәр үҙгәрә. Шул күҙлектән ҡарағанда, "эттәр" сүп кенә бит ул.

"Эт этлеген иткән - үҙ башына еткән" - бындай хәлдәрҙе лә күреп-белеп торабыҙ йыш ҡына. Ғүмер буйы кеше менән булып, яманлашып, көнләшеп, ғәйбәт сәйнәп йәшәгән әҙәм ҡасан да булһа үҙ язаһын ала (әлегә алмағандары ла күп, әлбиттә). Ошоноң менән килешәһегеҙме?

Ә. Шәрипов:
Минеңсә, бындай кешеләрҙе йәлләргә генә ҡала. Улар бит сит кешенән бигерәк, үҙҙәрен эстән бөтөрә. Халыҡ та ихтирам итмәй уларҙы. Быны мин сит ил кешеләре менән аралашҡанда айырыуса аңланым. Бер мәл Бөрйәнгә немецтар килгәйне. Тәржемәсе мине алдан уҡ аңғартып ҡуйҙы: "Был немецтар бергә килһә лә, үҙ-ара артыҡ аралашмай-ҡатышмай. Быға аптырамағыҙ. Бында ғына түгел, хатта үҙ илдәрендә лә артыҡ ҡатышып бармайҙар. Хатта күршеһе күршеһенә бик һирәк инә. Ҡатышырҙар ине, сәбәп юҡ. Етеш, мул тормошта йәшәйҙәр. Аҡса бар, өй бар, өй эсендә бөтә нәмә бар. Шуға, нимә тип күршеңә инеп бараһың да, нимә тип туғаныңа китеп бараһың?" Тәржемәсе миңә ошоларҙы һөйләй, ә мин ипләп кенә эскәмйәлә ултырған дүрт немец ғаиләһенә күҙ һалам. Тәү ҡарамаҡҡа, ҡәҙимге кешеләр. Бары тик ҡараштары ғына моңһоу. Шул мәл урман араһынан тырылдап "Восход" матайында берәү килеп сыҡты. Килеп туҡтау менән үк, һаумы - һау, хәлдәр нисек - хәл бер көйө, тигәнерәк йәнле һөйләшеү башланып китте. Шул арала геүләп яныбыҙға "Жигули" килеп туҡтаны. Унан өсәү килеп сыҡты. Бишәү булып киттек хәҙер. "Ҡайҙа китеп барыу? - Балыҡҡа. - Селәү алдығыҙмы? - Һинән алырбыҙ тигәйнек. - Миндә бөттө шул, бер Баймаҡҡа ҡайтҡанда тағы алып килеп ебәрмәйенсә булмаҫ инде. - Теге һуңғы алып килгәнең бигерәк шәп үрсегәйне. - Улары таҙа тоҡомло ине бит. - Шулай шул, нисәмә йыл үтте, ә һаман "Б" тигән тамғалылары һирәкләп осрап тора. - Селәү булмағас, нимә эшләйбеҙ инде хәҙер? - Әлегә сиңерткәгә тотоп ҡарағыҙ. - Тотам тиһәң, ул һикерә лә инде..." Бына ошолай буш хәбәр һөйләп, шуға риза булып көлөшәбеҙ шунда. Ә аҙаҡ немецтар әйтеп ҡуйҙы: "Нисек бәхетле икәнегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ генә белмәйһегеҙ". Уларҙың ошо һүҙҙәренән һуң тормошҡа ҡарашым күпкә үҙгәрҙе, буғай. Минең уйымса, ғүмер буйы кеше менән булышып, яманлашып, көнләшеп, ғәйбәт һөйләп йәшәгән әҙәм был тормошта уҡ үҙ язаһын ала башлай. Башҡалар менән ысын күңелдән һөйләшеп тороуҙан, кеше менән ихлас аралашыуҙан, ябай ғына һөйләшеүҙән дә шатлыҡ таба алмауҙан мәхрүм бит ундай кешеләр.
Х. Һөйөндөков: "Эт этлеген иткән - үҙ башына еткән", тигәндәй, башҡаларға һәр саҡ яуызлыҡ ҡылып, кешеләр хаҡында һәр төрлө ғәйбәт һөйләп, ғөмүмән, тирә-йүндәгеләргә зыян эшләп йөрөүселәр, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Кешенең ғәмәл дәфтәрендә уның һәр бер ҡылығы яҙылып бара, яҡшыһы ла, насары ла. Ҡылған яҡшы ғәмәлдәре өсөн әжер-сауаптар, ә насар эштәре өсөн бәндәләренә был донъяла йә ахирәттә яза биреү, йәиһә, ысын күңелдән тәүбә иткәндәрҙе ярлыҡау - тик бер Раббыбыҙ ҡөҙрәтендә. Әҙәм балаһы, әлбиттә, "этлек" ҡылған берәй яуыздың фәҡәт ошо донъяла яза алыуын күреп ҡәнәғәтләнгеһе килә. "Нисек шундай әҙәмдәрҙе Ер күтәрә?.. Нишләп был "эттәр" менән һис бер ни ҙә булмай?" тип һөйләнгеләй бәғзеләр. Ә уның язаһын ғәҙел Аллаһ, бәлки, ахирәткә ҡалдыралыр... Шулай ҙа, яманлашҡан кешенең язаһы был донъяла ла ҡайтарылыу миҫалдарын әллә күпме килтерергә, дөрөҫөрәге, шул хаҡта уйланып, фаразларға булалыр. Оҙайлы хәрби хеҙмәтемде тамамлап бөтөп барғанда, ниндәйҙер бик ашығыс документ алырға тип, штабта ултырған бер кешегә мөрәжәғәт итергә тура килде. Теге кеше "хәҙер минең ҡабул итеү сәғәтем түгел" тигән һылтау менән минең үтенесемде кире ҡаҡты. Әммә минең дә бирешергә иҫәбем юҡ ине. "Мине, табип булараҡ, төн уртаһында йә ял көнө булһа ла, госпиталгә саҡыртып алып китәләр. Ошо көнгәсә бер кемгә лә ярҙам итергә баш тартҡаным юҡ. Һеҙ, исмаһам, минең табиплығымды булһа ла иҫәпкә алығыҙ, зинһар..." - тинем. Ә теге иптәштең яуабы ҡыҫҡа булды: "Ә мин табип түгел!" Тик бер-нисә көндән ул кинәт кенә сирләп, миңә приемға килде. Бында мине осратырмын, тип уйламағайны, буғай, йөҙөнә уңайһыҙланыу билдәһе сыҡҡанын тойомланым. Бер ҡасан да табипҡа бармаясаҡмын, тигән һымағыраҡ инаныуҙағы булған был кешегә, әлбиттә, бер ни ҙә өндәшмәнем, пациентымды иғтибар менән ҡарап, анализдар тапшырырға һәм рентгенға ебәрҙем. Тик ул миңә ҡабат әйләнеп килмәне. Оялғандыр, тип фаразланым. Был уның әлеге "этлеге" менән бәйлеме-түгелме икәнлеген, әлбиттә, беҙ раҫлай алмайбыҙ, Аллаһу Әғләм, йәғни, тик бер Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә белә.
Т. Баһаутдинова: Килешәм. Үҙебеҙҙе уратып алған тормошта бәғзе берәүҙәрҙең "этлеген итеп, үҙ башына еткән" миҫалдар етерлек. Их, кеше ошоларҙы өйөрөлтөп уйлап, киләсәгенә фәһем алһын ине лә бит. Бер нәмә лә осраҡлы түгел инде ул. Яҡшылыҡ сәсеп кенә изгелек урып була икәнен онотмаһын ине әҙәм балаһы.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА һорауҙар бирҙе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 1020

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru