«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ ҺӘМ БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ХӘҠИҠӘТИ ҺҮҘ
+  - 



Генерал Шайморатовтың атлыларҙы рейдтан сығарыу һәм фронт һыҙығын үтеү тураһындағы был данлы юлы хаҡында бер генә яҙма ла табылманы. Шундай яуаплы көндәрҙә лә эскелектән арынмаған генерал Борисов рейд тамамланғандың һуңында үҙенең яуапҡа тарттырыласағын күҙаллаған һәм ниндәйҙер мәкерле ҡылыҡтар ҡылған, күрәһең.
Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө тарихсылар ҙа, журналистар ҙа Шайморатовты ат өҫтөндә ҡылыс болғаған килеш кенә күрһәтә. Ә уның ниндәй зирәк, аҡыллы, алдан күрә белеүсе етәксе, хәрби хәрәкәттәр оҫтаһы икәнен күҙҙән ысҡындыралар. Башта телгә алған Шайморатов тураһында яҙған коллегаларыбыҙ ҙа украин тарихсыһы А.А. Масловтың "асышына" таяна. Улар фекеренсә, ҡаты яраланған Шайморатовты дошманға һатылған Дон казактары язалай. Хатта видеофильмда ла ошо версия төшөрөлә. Голливуд киносылары күҙлегенән был күренеш, әлбиттә, отошло, геройҙың яҙмышы драмалыраҡ килеп сыға. Әммә тарихи хәҡиҡәткә хыянат итеү был. Шайморатовтың яу яланында табылған мәйете урындағы халыҡ тарафынан "билдәһеҙ юғары дәрәжәле командир" булараҡ хөрмәтләп ерләнә. Күпмелер ваҡыт үткәс, экспертиза үткәрелә. Был эштә Шайморатовтың ҡатыны Ольга Павловна ла ҡатнаша. Ентекле тикшереүҙәр кәүҙәнең Шайморатовтыҡы икәнен иҫбатлай. Был документтар Мәскәүҙә юғары инстанцияларҙа һаҡлана, шулай уҡ Өфөнөң дәүләт үҙәк архив фондына ла тапшырыла. Журналистарҙың нимәләрҙер ижад итер алдынан ошо документтарҙы өйрәнеп алыуҙы бурыс итеп ҡуймауы аптырата мине...
Башҡорт атлылары Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, данлы юл үтә. Әйтеүе генә анһат, ул юл бөгөнгө Липецк, Воронеж өлкәләре ерҙәрендә башланып, Сталинград тарафтарында дауам итә. Украинала дошман тылына 70 километрға үтеп инеп, гитлерсыларҙы ваҡытлыса оялап алған төбәктәрҙә дөмбәҫләй улар. Артабан башҡорт яугирҙарының һуғышсан юлы Украина, Белоруссия, Польша аша Берлинға юллана. Был юл Берлин ҡалаһының көнбайыш өлөшөндәге Моабит төрмәһенән тотҡондарҙы азат итеү менән тамамлана. Һуғыш тамамланған көндәрҙә беҙҙең батырҙар Эльба йылғаһында ат һуғара, американдарға йылға аша дуҫлыҡ ҡулдары һуҙа. Шуныһы үкенесле, уларға Еңеү байрағын елберләтеп Башҡортостанға ҡайтыу бәхете генә тәтемәй. Данлыҡлы гвардияны Ҡаф тау артындағы пехотаға ҡушалар. Был хәлгә хатта аттар ҙа ризалашмай ыҙалата. Баҡһаң, был хәлдең дә үҙ сәбәптәре булған икән...
1941 йылдың көҙөндә, Сталиндың фарманы буйынса, 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы менән бер рәттән, Кавказ һәм Урта Азия халыҡтарынан торған тағы ла 19 милли атлылар дивизиялары ойошторолған була. Ләкин уларҙың күптәре беҙҙекеләр кеүек ныҡлыҡ күрһәтә алмай, ҡайһылары фронтҡа барып еткәнсе үк тарҡала. Дөрөҫөрәге, бары тик Башҡорт кавдивизияһы ғына һуғыштың аҙағынаса һаҡланып, ҙур көс булып ҡала ала. Байрағыбыҙҙа дүрт хәрби орден, сафтарыбыҙҙа 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалеры була! Тарихсылар раҫлауынса, был күрһәткестәр буйынса СССР ҡоро ер ғәскәрҙәрендә уларға тиңдәш дивизия табылмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дан менән күтәреү урынына, беҙҙекеләрҙе Карабахҡа ебәреп, пехотаға әүерелдерәләр.
Сталин һуғыштан һуң милли дивизияларҙы телгә алыуҙан тыйылып торорға ҡуша. Сөнки төркмән, үзбәк, ҡалмыҡ, чечен һәм башҡа төбәктәрҙә формалашҡан дивизиялар хаҡында әйтер һүҙ ҙә булмай. Ә бер Башҡорт дивизияһына ғына дан йырлау һис килешкән эш түгел, йәнәһе. Бына шундай бик буталсыҡ хәлдәр ҡылына тарихта. Шайморатовтың үлеме лә серле ваҡиғаға әйләндерелә, оҙаҡ йылдар исеме лә телгә алынмай. Күренекле тарихсыбыҙ Тамимдар Әхмәҙиев "Башкирская гвардейская кавалерия" исемле тулы йөкмәткеле китабында ла Шайморатов хаҡында урыҡ-һурыҡ ҡына телгә ала. 1948 йылда Сталиндың юғарыла аталған тыйыуы алып ташланһа ла, Шайморатов һәләкәте идентификацияланһа ла, уның һәм башҡорт атлыларының һуғышсан батырлығына дан йырлау һаман баҫылып килде. Бары тик "Шайморатов генерал" йыры ғына халыҡ теленән төшмәй йырлана килде...
Башҡортостан етәкселеге Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе 1948 йылда уҡ юллап сыға. Ул ваҡыттағы республика етәксеһе Сабир Ваһаповтың уңышҡа өлгәшәсәгенә шик булмай. Ләкин юллау ҡағыҙына ҡултамғаһын һорап, С.М. Буденныйға барғанда, С. Ваһапов көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осрап, баҙап ҡала. "Я что-то такого генерала не знаю и не помню", - тип хәбәр һала Семен Михайлович. Уның был ҡылығының сәбәбе һуңынан асыҡлана. Семен Михайлович Дон казактары өсөн төрлө наградалар юллауға күп көс һалған була, ләкин уның тырышлығы менән Герой исеме алғандар араһында боҙоҡ ҡылыҡлылар ҙа булыуы асыҡлана. Шуға ла Сталин уға ҡаты иҫкәртеү яһай һәм башҡаса наградалар юллап мөрәжәғәт итмәҫкә бойора. Әммә ошо хәлдән һуң ун йыл үткәс, С.М.Буденный КПСС Үҙәк Комитетына үҙ фекерен яҙа һәм Шайморатовтың был юғары исемгә лайыҡлылығын иҫбатлай: "Мне стало известно, что Башкирский обком и правительство БАССР обратились с просьбой о присвоении посмертно звание Героя Советского Союза генерал-майору Шаймуратову Минигали Мингазовичу, бывшему командиру 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. Я знал М.М. Шаймуратова как человека большой силы воли, способным военоначальником и горячим советским патриотом. В те дни тяжелой борьбы с немецко-фашисткими захватчиками он проявил себя умелым организатором и командиром кавалерийского соединения, неоднократно показывал пример личного мужества, доблести и геройства.
Присвоение Шаймуратову посмертно звания Героя Советского Союза будет достойной оценкой его заслуг в борьбе против черных сил фашизма и послужит благодарному делу воспитания советских людей в духе беззаветной преданности нашей великой Родине.
Поддерживаю ходатайство Башкирского обкома и Совета Министров БАССР о присвоении посмертно звания Героя Советского Союза генерал-майору Минигали Мингазевичу Шаймуратову.
М.С. Буденный".
Әммә Шайморатовҡа ошо юғары награданы юллауға ҡамасаулаусы тағы бер ваҡиға ҡалҡып килеп сыға. Үрҙә телгә алынған генерал Борисов фашист тотҡонлоғонан ҡотолғас, совет суды алдына баҫа һәм язаһын еңеләйтеү өсөн күп кенә бәләләрҙе Шайморатовҡа япһара. Ул, Шайморатов минең бойороҡто үтәмәне, шул арҡала дивизиялар һәм корпус дошман һөжүменә дусар булды, тип яҙа. Һәләк булған батырға ҡара яғып, Борисов үҙ йәнен аяп ҡалмаҡсы була. Судта бәйән ителгәнгә тиклем уның был бысраҡ ялыуы Мәскәүгә һәм Өфөгә ебәрелә. Билдәле инде: нахаҡ хәбәр иң үтемле көс, уның дө-рөҫлөгөн тикшереүсе табылғанға тиклем бер ғәйепһеҙ кешене лә бысратыу сараһы була ала...
Шулай итеп, Шайморатов шәхесенә юҡ ғәйеп ташлап, үҙ язаһын йомшартыуға өлгәшә генерал Борисов. Һуңынан, үҙен намыҫлы кеше итеп күрһәтеү маҡсатынан, Өфөгә - Башҡортостан етәкселегенә, унан Мәскәүгә - оборона министры Р.Я. Малиновскийға хаттар ебә-рә. Йәнәһе, хаталары булһа ла, яуҙашын ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ тип иҫәпләй. Әммә был ваҡытта уның баштағы дәлилдәре көсөнә инеп өлгөргән була. Ул Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙарына ла хәбәр ебәреп ҡарай, тик уларҙан яуап ала алмай. Сөнки тарих та, халыҡ та хыянатты онотмай шул...

Фәрит ВӘХИТОВ.
(Аҙағы. Башы 7-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.18 | Ҡаралған: 1205

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru