2025
әйт, тиһәгеҙ...
Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай Башҡортостандың төбәк бренды сифатында теркәлде. Роспатенттың Сәнәғәт милке федераль институты ҡурайҙың барлыҡҡа килгән урынын теркәне. Институттың рәсми сайтында баҫылған документта ҡурайҙың сығышы - Башҡортостан Республикаһы тип яҙылған. Ҡурайҙың сығышын теркәү буйынса эш 2014 йылда уҡ башланғайны. Уның башланғысында Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов тора. Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге документтар әҙерләгән ваҡытта өҫтәмә рәүештә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрҙе, архив сығанаҡтарын туплау йәһәтенән күп эш башҡарылды. Башҡортостандың Ҡурайсылар берлеге лә әүҙем ҡатнашты. Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы эксперт комиссияһының 2017 йылдың июнендәге һығымтаһы нигеҙендә ноябрь айында ғариза бирелде. 2018 йылдың 1 мартында ҡурайҙың сығышы Башҡортостан булыуы тураһында рәсми ҡарар баҫылып сыҡты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.
(Сенека).