«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ДОНЪЯҺЫНДА ЗӘҢГӘР КҮҘЛЕЛӘР ҘӘ, ЕРӘН СӘСЛЕЛӘР ҘӘ ЕТЕРЛЕК
+  - 



Башҡорт, тигәндә, күҙ алдығыҙға ниндәй ҡиәфәттәге кеше баҫа, тип һораным төрлө милләттән булған дуҫтарымдан. Яуап төрлөсә булды, ләкин дөйөм һыҙат тип башҡорттарҙың ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө, ҡыҫыҡ күҙле булыуҙарын, күберәген монголоидик расаға ҡарауҙарын билдәләнеләр. Уларға яуап формаһында аҡ йөҙлө, зәңгәр йәки йәшел күҙле, һары сәсле, ерән башҡорттар ҡатнашҡан "Light Bashkorts" исемле фотопроекттың интернет селтәрендәге һылтанмаһын ебәрҙем. Улар һүрәтләгән йөҙ-һыҙаттан ҡырҡа айырылып торған ҡиәфәтле кешеләрҙе күргәс, "Былар, ысынлап та, башҡорттармы?" тип һораны күптәр. Халҡыбыҙҙың ошондай вәкилдәренә иғтибарҙы йәлеп итеү ниәте ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы, проекттың ниндәй һөҙөмтәләр биреүе хаҡында уның авторҙарының береһе Роберт ДӘҮЛӘТШИН һәм башҡорт халҡын өйрәнеүҙә, уның генофондын асыҡлауға ҙур өлөш индереүсе, "Башҡорт ырыуҙары тарихы" күптомлығы серияһы авторҙарының береһе, БР Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшереүҙәр институтының социаль культурология һәм антропология үҙәге етәксеһе Юлдаш ЙОСОПОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Был проектты башлауға нимә этәрҙе? Башҡорттарҙың йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарата булдырылған дөйөм ҡараштың нигеҙе нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Роберт Дәүләтшин:
Үҙем Баймаҡ районы Бөрйән ырыуы башҡортомын. Сибайҙа уҡыған саҡта минең аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле булыуым күптәрҙе аптырауға һалыр ине. Хатта мине башҡа милләт вәкиле итеп ҡараусылар ҙа булды. Республиканан ситтә лә башҡорт булыуыма шикләнеп ҡараусылар йыш осраны, сөнки күптәрҙең, бигерәк тә сит төбәктә йәшәүселәрҙең, күңеленә беҙҙең милләт тураһында тик ҡара сәсле, ҡыҫығыраҡ ҡара йәки һоро күҙле тигән тулыһынса дөрөҫлөккә тап килмәгән стереотип һеңгән. Ләкин беҙҙең арала ҙур йәшел йәки зәңгәр күҙле, һары һәм хатта ерән сәсле кешеләр күп. Ошо стереотипты емереү маҡсатында әлеге проектты уйлап сығарып, тормошҡа ашырҙыҡ.
Юлдаш Йосопов: Теге йәки был халыҡ тураһындағы стереотиптың барлыҡҡа килеүенә һәм йәмғиәттең хәтерендә нығыныуына мәҙәни мөхит көслө тәьҫир итә. Яҙыусылар үҙҙәренең китаптарында, режиссерҙар - фильмдарында, рәссамдар - картиналарында милләттең тышҡы йөҙ-ҡиәфәтен ниндәй сүрәттә күрһәтеүенән сығып, халыҡ тураһында фекер төйнәлә. Башҡорттарҙың ҡара ҡыҫыҡ күҙле, ҡара сәсле милләт тигән стереотип 19-сы быуатта крайҙы өйрәнеүселәрҙең һәм сәнғәт әһелдәренең эштәренә ҡарап һалынған. Мәҫәлән, шул осор крайҙы өйрәнеүселәре һәм тарихсылары күберәк Ырымбур яҡтары буйлап сәйәхәт иткән һәм, билдәле, шул биләмәлә йәшәүселәрҙең тормош-көнкүрешен, йөҙ-ҡиәфәтен күргән һәм өйрәнгән. Әлбиттә, Башҡортостандың төньяғы буйлап сәйәхәт итеүселәр һәм күргәндәрен яҙып ҡалдырыусылар булған, ләкин уларҙың әҙ генә һандағы яҙмалары киң таралмаған. Ә 20-се быуат профессиональ яҙыусылары һәм башҡа өлкәләге ижад кешеләре ошо стереотипты үҫтереп, үҙ эштәре ярҙамында нығытып ҡуйҙы.
Роберт Дәүләтшин: Башҡорттар элек шулай булған, ә бөгөн былай, тип әйтеп булмай. Һәр заманда ла, бөтә быуатта ла төрлө ҡиәфәтле, буйһынлы башҡорттар йәшәгән һәм әле лә шулай. Алдағы быуаттарҙа башҡорттоң образын формалаштырыуҙа аныҡ ҡына миҫалдар ҙа бар. Шуларҙың береһе, минеңсә, Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия бейеү ансамбле, тип әйтер инем. Уның составына ҡара ҡашлы һәм күҙле, ҡара сәсле, йәғни бер типтағы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе алғандар. Улар Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә күпләп сығыш яһай башлағас, ундағы халыҡ милләтебеҙҙе алдарында баҫып торған ижадсыларҙан сығып һынландырған. Шулай уҡ әлеге ансамбль бейеүселәренә ҡарап, үҙебеҙҙәге башҡа хеҙмәт өлкәһендә лә, бигерәк тә радио һәм телевидение, филармония һәм театрҙарҙа, нәҡ ошондай типаж башҡорттар эшләй башлаған. Ә башҡа төрлө төҫ-ҡиәфәтле башҡорттар ситләтелгән, иғтибарҙан ситтә ҡалған. Ошо образдың күпләп күҙ алдында булыуы беҙҙең һәм башҡа милләттәрҙең аңына "башҡорттар ошолай була", тигән стереотипты һеңдергән.

Был проект нимәһе менән әһәмиәтле?

Юлдаш Йосопов:
Егеттәрҙең был проектын беҙ милләтебеҙгә юғалырға бирмәгән, уны артабан да йәшәтеү мөмкинлеге биргән проект-конструкторҙар рәтенә ҡуйырға була. 20-се быуатта милләттең юғалып ҡалмау ысулы булып милли парадигма торҙо. Әлеге ваҡыттың глобаль тенденциялары ла беҙҙең милләттебеҙгә яңы һорауҙар, талаптар һәм бурыстар ҡуя. Ул шул уҡ күп мәғлүмәтте үҙ эсенә туплаған һәм таратҡан интернет селтәре менән дә бәйле. Ошо мәғлүмәти арауыҡ араһында беҙ ҙә үҙебеҙҙең мөйөшөбөҙҙө, урыныбыҙҙы табырға тейешбеҙ. Унда кем ул башҡорт, хәҙерге заман башҡорто ниндәй икәнлеген күрһәтеүсе мәғлүмәт булырға тейеш. Үткән быуаттың урталарында формалашҡан башҡорт образы яңы мәғлүмәти бушлыҡты тултырыу өсөн тура килмәй. Беҙгә үҙгәрештәр кәрәк. Беҙҙең образыбыҙға. Беҙҙең үҙаңыбыҙға. Ошоларҙы тормошҡа ашырыуҙа әлеге проект та мөһим роль уйнай. Уның әһәмиәте беҙгә ҡағылышлы ҡалыплашҡан стереотиптарҙы үҙгәртеүгә, ә бәлки, бөтөнләй яңынан формалаштырыуға ҡайтып ҡала. Этноталаптар бүтән бөгөнгө заманда. Һәм һәр бер халыҡ үҙенә ҡағылышлы мәғлүмәти майҙанды - антропологик йәһәттән дә, тел өлкәһендә лә, башҡа даирәлә лә -киңәйтергә тейеш.
Роберт Дәүләтшин: Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында күк, йәшел, зәңгәр күҙле, һары һәм ерән сәсле, һипкелгә "бай" башҡорттар күп йәшәй. Ләкин улар үҙҙәрен башҡорт булараҡ танымай, беҙ ҙә башҡорттар рәтенә индермәйбеҙ. Тик уларҙың тамыры башҡорт, ата-бабалары беҙҙең милләттән. Ваҡытында ситләтелгән башҡорттарҙы яйлап туғандаш халыҡ "йота" башлай. Ә ул ситләтеүҙең бер сәбәбе булып йөҙ-ҡиәфәттәренең беҙҙең аңыбыҙҙағы өлгөгә тап килмәүе тора ла инде. Беҙгә ошо яңылышлыҡты төҙәтергә, уларҙың тарихи милләте рәтенә ҡайтыуҙарына булышлыҡ итергә кәрәк. Үҙ диалектында һөйләшкән, әммә "Мин башҡорт" тип алдыбыҙға килеп торған, мәҫәлән, ерән сәсле, йәшел күҙле кешене уның теленә ҡарап ҡына фекер йөрөтөп, ситкә тибергә ярамай. Шуға күрә беҙҙең проект үҙ эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә лә алып барҙы һәм халыҡ тарафынан ҙур теләктәшлек тапты. Нәҡ ошо төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ әүҙемлек күрһәтте. Уларҙың күбеһе беҙҙен проекттан һуң тамырҙарын барлап, ата-бабаларының башҡорт булыуын асыҡланы. Дөйөмләштереп әйткәндә, проектта 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Юлдаш Йосопов: Бөгөнгө көндә тел теге йәки был милләтте билдәләүсе күрһәткес түгел. Дөрөҫөрәге, телдең функцияһы үҙгәрҙе. Шуға күрә диалектик яҡтан икенсе төрлө һөйләшкән башҡорттарҙы үҙебеҙҙекеләр итеп күрергә өйрәнергә кәрәк. Шулай уҡ әлеге проектта ҡатнашҡан, йәғни асыҡ йөҙлө башҡорттар тип әйтәйек, ошо уҡ трендта тора. Хәҙер глобализация, космополитизм, мультикультурализм көслө. Беҙгә ошо тенденциялар араһында юғалып ҡалмаҫҡа тырышыу мөһим. Кем ул беҙ - бөгөнгө башҡорттар? Элекке образдар бөгөнгө көн талаптарына тура килмәй һәм донъя ла беҙҙе элекке форматта ҡабул итмәй. Бөтә тармаҡта ла яңы ҡараш булырға тейеш. Ә яҙыусы, рәссам, дизайнерҙар, коммерция мөхите, ғилми берләшмәләр, ғөмүмән, барыһы ла халыҡтың үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүенә үҙ өлөшөн индереүе мөһим. Шулай уҡ беҙҙең алда торған тәүмаҡсаттарҙың береһе - төбәкте рекламалау, йәғни республиканың брендын булдырыу. Ә бының өсөн урындағы милләткә йәки унда йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә генә түгел, ә тотош төбәккә ҡарата яңы ҡараш булдырыу кәрәк. Егеттәрҙең был проектын ошо йәһәттән башҡарылыусы эштәрҙең береһе, тип һанайым.
Роберт Дәүләтшин: Халыҡ һанын арттырыуҙы тик бала табыуға, уларҙың һанын ишәйтеүгә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Бында үҙҙәрен "юғалтҡан", әлегә тиклем икенсе милләт вәкиле тип һанаған, әммә тамырҙары менән башҡорт булғандарҙы ҡайтарыу өҫтөндә лә әүҙем эшләргә кәрәк. Шуға күрә проекттың маҡсаты һәм әһәмиәте - фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ойоштороу ғына түгел, ә халҡыбыҙға икенсе күҙлектән сығып ҡарауға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Беҙҙең проекттың лозунгы - "Башҡортлоҡ - күңел торошо".
Юлдаш Йосопов: Был проекттың әһәмиәте Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләттәр өсөн дә ҙур. Башҡортлоҡ - бөтә донъя мәҙәниәте байлығы. Әгәр ҙә кеше икенсе телдә аралаша, йөҙө лә беҙ өйрәнгән башҡорт тибына оҡшамаһа һәм хатта ул икенсе милләт вәкиле булһа ла, ни өсөн башҡорт булмаҫҡа мөмкин? Беҙҙең республика - Башҡортостан. Тышҡы ҡиәфәтең, аралашҡан телең ниндәй булыуы түгел, ә күңел торошо, үҙеңде кем итеп тойоуың мөһим.
Роберт Дәүләтшин: Әйткәндәй, проектта милләте башҡорт булмаһа ла, үҙен башҡорт итеп тойоусы ҡатнашыусылар ҙа булды шул. Әлегә тиклем ҡиәфәтенең һалынған стереотипҡа тура килмәүе һөҙөмтәһендә үҙен башҡорт тип танытмаған кешеләр ҙә әүҙемлек күрһәтте. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ, проектҡа фотоларҙы зәңгәр күҙле, һары сәслеләр үҙҙәре түгел, ә уларҙың ҡара ҡашлы, күҙле һәм сәсле ағай-апайҙары күп ебәрҙе.

Башҡорт ырыуҙары араһындағы ошондай антропологик һәм башҡа төрлө айырмалыҡтар ниндәй дәүмәлдә?

Юлдаш Йосопов:
Башҡорт ырыуҙары араһында, билдәле, ҡушылыуҙар бар, ләкин улар араһындағы айырма ла күп. Кешенең ниндәй ырыуға ҡарағанын шул уҡ йөҙ-ҡиәфәткә лә ҡарап, әҙме-күпме айырырға мөмкин. Ниндәй ырыуға ҡарау социаль тормошта әллә ни ҙур роль уйнамаһа ла, аныҡ кешене идентификациялаусы булараҡ әһәмиәтле. Башҡорттарҙа бер-береһенән айырылып торған дүрт этнографик төркөм бар: төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш. Антропологик яҡтан ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙа беҙҙең эраның 4 меңйыллығына тиклем йәшәгән фин-уғыр халыҡтарына хас булған, йәғни асыҡ йөҙ, зәңгәр, йәшел күҙ, һары сәс кеүек билдәләр һаҡланған. Ә ир-егеттәрҙә иһә, шул уҡ антропологик йәһәттән һүҙ йөрөткәндә, Көньяҡ Себер, Үҙәк Азия, Кавказ халҡы гендары ныҡ сағылған.
Милләттең барлыҡҡа килеү тарихын реконструкциялау өсөн, тәү сиратта, уның Y хромосомына, йәғни мәғлүмәтте иң күп һаҡлаусы сығанаҡҡа, иғтибар итергә кәрәк. Ә ул тик ир-егеттәрҙә генә була. Митохондриаль, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың ДНК-һы, бындай үҙенсәлеккә эйә түгел. 19-сы быуаттағы төбәкте өйрәнеүселәр яҙып ҡалдырыуынса, үҫәргән ырыуы башҡорттары үҙҙәрен иң яҡшылары тип һанаған. Уларҙың араһында, әлеге проектта ҡатнашыусылар һымаҡ, күк йәки йәшел күҙле, асыҡ йөҙлө вәкилдәр күп булған. Бәлки, улар ошо ҡиәфәт үҙенсәлектәренән сығып, үҙҙәрен өҫтөнлөклө урынға ҡуйғандарҙыр ҙа. Ә, бәлки, башҡорттарҙың йөҙө ул ваҡытта күберәк ошо типҡа тура килгәндер. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр үҙҙәренең ниндәй милләткә ҡарауын аныҡ ҡына әйтә алмаһа ла, генетика улар өсөн яуап бирә ала. Мәҫәлән, үҫәргәндәр менән Яңауыл районында йәшәүсе уран, гәрәй, ҡырғыҙ һәм башҡа ырыуҙар генетик яҡтан ныҡ яҡындар. Шулай уҡ унда, антропологик яҡтан ҡарағанда, европеоид расалы ҡиәфәткә тура килгән халыҡ йәшәй.
Экспедициялар ваҡытында, гендарҙы билдәләү маҡсатында ҡан өлгөләрен йыйғанда ырыуҙар араһындағы айырмалыҡтарҙы күреп йөрөнөк. Күҙгә ташланған иң күптөрлөлөк - көньяҡта. Ул яҡтарҙағы һәр ырыуҙың үҙ генофонды бар. Был төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар бер-береһе менән әллә ни бәйләнешкә инмәгән, һәр береһе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған мини-дәүләт булған, тип әйтергә мөмкин. Бигерәк тә юрматы ырыуына ҡарағандарҙың гендарында үҙгәрештәр, ҡушылмалар юҡ кимәлендә. Быны юрматыларҙың да үҙ рәттәренә ситтәрҙе алырға һәм башҡаларҙың да уларға ҡушылырға теләмәүе тип ҡарарға була. Был ырыуҙың ир-егеттәре генофонды үҙенә башҡа һәм башҡа ырыуҙарҙыҡынан ныҡ айырыла. Ҡыпсаҡтарҙың күбеһенә хас булған Р1А гены юрматыларҙа ла осрай, ләкин ул бөтөнләй башҡаса. Ул гендың ҡайҙан, ни рәүешле килеп сығыуын аңлатып булмай. Ғөмүмән алғанда, юрматыларҙы бер кем менән дә ҡушылмаған, ситтән күсеп килеүселәрҙе үҙҙәренә индермәйенсә, йомолоп ҡалған айырым халыҡ тип ҡарарға була. Ә бына Стәрлебаш районында йәшәүселәрҙә бындай "таҙалыҡ" юҡ, уларға ҡайҙандыр килеп ҡушылыусылар күп булған. Тамъян ырыуына, киреһенсә, ҡушылырға теләүселәр күп булған. Ләкин гендары буйынса улар барыбер икенсе ырыу кешеләре булып ҡалған. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары башҡаларҙан ҡырҡа айырыла. Улар быуаттар дауамында арта торған, бүленеп сыға торған. Бөгөнгө көндә табындарҙың генын Татарстанда йәшәүселәрҙә, шулай уҡ мишәрҙәр араһында ла күп осратырға була. Көньяҡ ырыуҙарының һәр береһенең генофонды айырым. Ул яҡтарҙа йәшәгән ырыуҙарҙың ир-егеттәре икенсе ырыуҙарҙан кәләш алғандар, тик үҙҙәре ситкә китмәгән. Мәҫәлән, бөрйән ырыуында әлеге ваҡытта ла 100 процент Р1В гены һаҡланған.

Һәр заманда ла милләттәр алдына ҡуйған талаптар, шарттарҙы йырып сығып, башҡорттар ниндәй генә системала ла үҙ урынын табып, халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалған. Бының өсөн улар төрлө юлдар эҙләп тапҡан. Милләтебеҙҙең артабанғы үҫешендә, һаҡланып ҡалыуында ошо проекттың урынын нисек баһалайһығыҙ?

Роберт Дәүләтшин:
Ысынлап та, һәр осорҙа ла башҡорттар яңы дәүләтселек системаһында үҙҙәренең урынын табырға мөмкинлек биргән һәм, иң мөһиме, унда тиң хоҡуҡлы булыуҙы тәьмин иткән юлдарҙы таба белгән. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди һәм уның иптәштәре үҙ ваҡытында автономия системаһын булдырыуҙы тәҡдим иткән. Һәм уларҙың тәҡдиме ҡабул ителгән. Ә уҙған быуатта, СССР тарҡалып, илдең артабан ниндәй юлдан барыуы, ниндәй сәйәси системала йәшәү мәсьәләһе килеп тыуғас, нәҡ башҡорттар барыһын да ҡәнәғәтләндергән республика формаһындағы ил булдырыу тураһында һүҙ башлай. Күреүебеҙсә, был тәҡдим дә хуплау тапҡан һәм әлегә тиклем актуаль.
Юлдаш Йосопов: Башҡорттар Алтын Урҙа осоронда ла, Нуғай Урҙаһы ваҡытында ла, Ҡаҙан ханлығы, Мәскәү бөйөк кенәзлеге, Рәсәй империяһы, Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы, ғөмүмән, һәр ваҡыт халыҡ булараҡ юғалып ҡалмаҫлыҡ мөмкинлектәр тапҡан. Ә бит бөтә милләттәр ҙә ошо рәүешле үҙгәреш кисерә алмай. Мәҫәлән, мишәрҙәр. Улар, милли проект булдыра алмауҙары арҡаһында, татар һәм башҡорт милләтенә ҡушылып китеп, юғалып ҡалды. Ә башҡорттар быға нисек өлгәшкән? Беҙгә ошо һорауға яуап табырға кәрәк. Ә бының өсөн, алда әйтелгәнсә, башҡорттарға ҡағылышлы ҡалыплашҡан стереотиптарҙы боҙоу мөһим. Әле беҙ яңы мәғлүмәти дәүерҙә йәшәйбеҙ. Күп нәмә аңлашылып етмәй, шулай ҙа милләт булараҡ артабан да һаҡланып ҡалыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге күҙаллана башланы. Тәү сиратта, үҙ асылыбыҙҙы, шул иҫәптән тышҡы йөҙ-ҡиәфәтебеҙгә ҡағылышлы булғандарын да, төшөнөргә кәрәк. Ошондай оло бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әлеге проекттың да тотҡан урыны ҙур, сөнки Light Bashkorts беҙгә, башҡорттарға, ҙурыраҡ контекста ҡарарға мөмкинлек бирә.
Роберт Дәүләтшин: Проектты башлаған мәлдә "Ни өсөн был проект кәрәк?", "Беҙҙең халыҡ өсөн нимә бирә?" һәм башҡа ошондай һорауҙар күп яңғыраны. Былай ҙа бүлгеләнеп бөткәнбеҙ, ә һеҙ ошоно тағы ла киңәйтергә тырышаһығыҙ, тип ғәйеп ташлаусылар ҙа булды. Ләкин уларға беҙҙең маҡсат тап киреһе, йәғни төрлө антропологик ҡиәфәтле башҡорттарҙы берләштереү һәм милләттебеҙҙең артабан да һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итеү икәнлеген аңлата алдыҡ, тип ышанам. Тырым-тырағай халыҡтың әлеге замандың ҡатмарлы шарттарында юғалып ҡалыу хәүефе ҙур, ә берҙәм, төрлө ҡиәфәтле булыуҙарына ҡарамай, бер үк милләт икәнлеген таныусы, белеүсе ҡәүем бер нәмәгә лә бирешмәйәсәк.
Юлдаш Йосопов: Егеттәрҙең ошондай проекттары менән бер рәттән, аҡыллы текстар кәрәк беҙгә, сөнки ташҡа баҫылған әйбер күп нәмәгә йоғонто яһай. Улар аңды формалаштыра, кешенең фекерен үҙгәртергә, ниндәйҙер аңлашылмаған әйбергә төшөнөргә булышлыҡ итә. Ошондай бер яҙманы хатта бер нисә генә кеше уҡыһа ла, ул - файҙаға. Шуға күрә башҡорттарҙа эпостар системаһы үҫешкән булған. Мөһим мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған эпостарҙың, тарихи риүәйәттәрҙең халыҡта һаҡланып ҡала килеүенән милләттең йәшәйеше, һәр яңы дәүергә яраҡлаша алыуы өсөн ҙур мәғәнәгә эйә булған. Һәм был бөгөнгө көндә лә үҙ актуаллеген юғалтмаған, сөнки бер яҡтан ҡарағанда, эпостарҙың әлеге тормошобоҙҙа кәрәге юҡ кеүек, ләкин нәҡ улар беҙгә артабан алға барырға ярҙам итеүсе нигеҙ булып тора.
Роберт Дәүләтшин: Беҙ ошо проектты киңәйтеп, "Башҡорт ырыуҙары" китаптарына таянып, төрлө ырыу вәкилдәре менән "WEST-BASHKIR" исеме аҫтында фотосессия уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Унда беҙ әлеге форматты киңәйтеп, төрлө ырыуға ҡараған әүҙем, билдәле замандаштырыбыҙҙы ғаиләләре менән бергә төшөрөп, уларҙың эшмәкәрлеге, шөғөлдәре хаҡында яҙып, шәжәрәләрен дә күрһәтергә итәбеҙ. Элек төшөрөлгән фотоларҙы ҡарайым да, ундағы кешеләр тураһында күберәк белгем килә, ә мөмкинлек юҡ. Шуға күрә, тулы һәм фотоһүрәтле мәғлүмәт киләсәк быуындар өсөн файҙалы буласаҡ, тип уйлайым. Ә бөгөнгө заман йәштәре ошондай арҙаҡлы кешеләр миҫалында уңышҡа ынтыласаҡ. Был идеябыҙҙы тормошҡа ашырып, проектты республикала ғына түгел, ә Рәсәй, бөтөн донъя кимәленә сығарырға ине, Алла бирһә.

Әңгәмәбеҙҙе ниндәй фекерҙәр менән йомғаҡлап ҡуйыр инегеҙ?

Юлдаш Йосопов:
Беҙгә башҡорт донъяһының киңерәк төшөнсә булыуын аңларға, башҡорт халҡын тик ырыуҙар рәүешендә генә ҡабул итеүҙән тайпылырға кәрәк. Әлбиттә, ырыуҙар беҙҙең өсөн мөһим, ләкин башҡа системалар тураһында ла оноторға ярамай. Милләтебеҙгә ҡарата киләсәкте күҙ алдына аныҡ баҫтырыусы ниндәйҙер стратегик ҡараш булырға тейеш беҙҙә. Үҙебеҙҙең артабанғы үҫешебеҙгә ҡағылышлы "Башҡорт халҡының киләсәге" исемле план төҙөү мөһим. Әлеге ваҡытта ул юҡ. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, Әбйәлил һәм Краснокама районы халыҡтарына бүленгән иғтибар араһында айырма ҙур. Был дөрөҫ түгел, сөнки уларҙың икеһендә лә башҡорттар йәшәй һәм милләт тураһында уйлағанда, ошоно оноторға ярамай. Роберт Дәүләтшин: Беҙҙең көньяҡ-көнсығыш яҡтары башҡорттары төньяҡ-көнбайышта йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе "ситләтә". Проектты эшләгәндә лә ошо мәсьәлә ныҡ күҙгә ташланды. Был дөрөҫ түгел. Ике урталыҡта тороп ҡалған башҡорттарыбыҙға ҡул һуҙырға, уларға табан аҙым эшләргә кәрәк. Беҙҙеке кеүек йәки башҡа проекттарҙа ҡатнашырға теләк белдерһәләр, уларҙы дәртләндерергә, ярҙамлашырға тейешбеҙ. Эйе, улар беҙ күнеккән телдә һөйләшмәй. Эйе, бәлки, ҡапыл ғына бер-беребеҙҙе күп йәһәттән аңлап та етмәҫбеҙ. Ләкин беҙ бер милләт икәнебеҙҙе аңлап эш итергә тейешбеҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмә барышында Роберт: "Проектты башлағанда беҙҙе тәнҡит утына тотоусы, милләтселектә ғәйепләргә тырышыусылар ҙа табылды. Һәм иң ҡыҙғанысы, ул һүҙҙәрҙе үҙебеҙҙең башҡорттар ауыҙынан ишетеү ине. Шулай ҙа эшебеҙҙе ыңғай яҡтан баһалап, беҙҙе дәртләндереп, проекттың әһәмиәтен күтәргәндәр, барыбер, күберәк булды", тигәйне. Һәр яңы башланғыстың ниндәйҙер ҡаршылыҡтарға осрауы ғәҙәти хәл, ләкин уларҙы маҡсатыңа барыуҙа кәртә итеп күрмәү шарт. "Light Bashkorts" проект авторҙарының ошоно аңлап, үҙ ниәттәренән баш тартмайынса, уны аҙағынаса еткереүҙәре хуплауға лайыҡ. Уларға барлыҡ ниәттәренең дә тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 906

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru