Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ТӘРБИӘ ҺАБАҠТАРЫ АРАЛАШЫУҘАРҘАН ДА ТЫУА
|
Башҡортостан Республикаһында "Ғаилә йылы"на арналған саралар үткәрелә башланы ла инде. Дәүләт кимәлендә генә түгел, белем биреү учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары тарафынан да уртаҡ эшкә бер өлөш индерелә. Ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткәрелгән "Татыу ғаилә - ил күрке" ғаилә ҡиммәттәре фестивале проектының презентацияһы нәҡ шундай сара булып сыҡты.
Был фестиваль гимназия, уның ата-әсәләр комитеты, "Гимназистар ҡоролтайы" юғары класс уҡыусылары советы, "Аманат" мәрхәмәтлек фонды, БР Яҙыусылар һәм БР Рәссамдар союздары тарафынан йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәтен үҫтереү һәм нығытыу, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатында уҙғарыла. Ул йыл дауамында барасаҡ һәм белем усағында уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, билдәле шәхестәр ҡатнашлығында тематик дәрестәр, осрашыуҙар, фольклор байрамдары, спорт ярыштары, конкурстар, байрам саралары ойоштороу ҡаралған. Фестивалгә старт "Батыр егет - ил күрке" тип аталған бик йөкмәткеле саранан башланды. Гимназияла белем алған уҡыусыларҙың өлгөлө атай-олатайҙары асыҡ дәрестәргә саҡырылды. Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Эдуард Саргаевтың олатаһы РФ һәм БР атҡаҙанған табибы, юғары категориялы хирург Марс Юлдашев Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһы Тимербулат Миңлеғәли улының батырлыҡтары, михнәтле йылдар тураһында иҫтәлектәрен һөйләне. Был хәтирәләр һуғыш бөтөү тураһындағы яңылыҡты бөтә ил халҡы ниндәй ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итеүе, илһөйәр-лек, батырлыҡ төшөнсәләре хаҡында булды. Ошо уҡ синыф уҡыусыһы Кәрим Латипов та олатаһы - Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне. Гимназияның Бө-йөк Ватан һуғышы геройҙарына арнап йыһазландырылған уҡыу кабинетында үткән был дәресте уҡыусылар йотлоғоп тыңланы. Ошондай уҡ быуындар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ иткән, тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле дәрестәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева, СССР-ҙың Почетлы энергетигы, техник фәндәр кандидаты Шамил Әбдрәшитов, БР Фәндәр академияһы ағзаһы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев, БР-ҙың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Филүс Ҡаҙаҡбаев һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты. "Татыу ғаилә - ил күрке" ғаилә ҡиммәттәре фестиваленең тәүге сараһына юҡҡа ғына ир-егеттәр саҡырылмаған, ойоштороусылар ғаиләлә көслө заттың абруйын арттырыу, өлгөлө атай-олатайҙар миҫалында буласаҡ ғаилә башлыҡтарына дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатын да күҙаллаған. Осрашыу гимназия уҡыусыларының күңеленә хуш килеүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел, асыҡ дәрестәрҙән һуң тамаша залына шығырым тулып йыйылған балаларҙың ихлас алҡышы, үҙ-ара тәьҫораттары менән бүлешкәнен ишетеп-күреү ҙә етте. Килгән ҡунаҡтар ҙа тик ыңғай тәьҫораттар алыуы тураһында һөйләне.
- Был бик әһәмиәтле сара, - тине профессор Ғиниәтулла Ҡунафин. - Бөгөн интернет заманы, унан күпме мәғлүмәт алырға була, тибеҙ. Ләкин бында күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, өлкән быуын менән йәш быуындың аралашыуы мөһим. Халыҡ әйтмешләй, "Аҡмаһа ла тама" тигән һүҙ бар. Бына шул "тамыу" тигәндең дә мәғәнәһе бар, ҙур булып тамған нәмәнең дә файҙа килтермәүе бар, ә бәләкәй генә тамсының да бала күңелендә уйылып ҡалып, киләсәктә уның ниндәйҙер хата аҙымдарҙан һаҡлап алып ҡалырға, йә булмаһа ниндәйҙер ынтылыштарға этәр-гес биреүсе бер бәләкәй генә булһа ла импульс булып китеүе бар. Шуға гимназия бындай сараларҙы үткәреп бик дөрөҫ эшләй...
ӘЙТКӘНДӘЙ...
М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткәрелгән "Татыу ғаилә - ил күрке" ғаилә ҡиммәттәре фестивале сиктәрендә март айында "Бала шатлығы - әсә шатлығы", апрелдә - "Хеҙмәт төбө - хазина", майҙа - "Батыр үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә", июндә - "Ғаиләм - минең ҡәлғәм", сентябрҙә - "Һөнәрле ғаилә - бай ғаилә", октябрҙә - "Беҙҙең өйҙөң йә-ме", ноябрҙә - "Ғаилә - бәхет асҡысы" тигән темаларға бағышланған сағыу саралар планлаштырылған. Ошо атамаларға күҙ һалып та ойоштороусыларҙың башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәренә, йолаларына, әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәренә таянып, йәш быуынды тәрбиәләүгә йү-нәлтелгән фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһаларға мөмкин. Изге ниәттән башланған был эш уңышлы тамамланһын, тип теләргә генә ҡала.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 881
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|