«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НАҘГӨЛДӨҢ БӘХЕТЛЕ БИЛЕТЫ
+  - 

"Һин ҙур йыһан бульдозеры менән беҙҙе тапап үтеп киттең. Һаман да тәндәр земберләп тора... Ә инде беҙ боролғас, уттарҙың күплеге һәм, әлбиттә, һинән урғылған яҡтылыҡ күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы... Был ниндәйҙер мөғжизә ине! Миңә хатта нимәлер тип әйтеү ҙә мәғәнәһеҙ кеүек", - тине уның сығышынан һуң Беренсе каналда барған "Голос. Дети" проектының баһалама ағзаһы йырсы Пелагея.

Ысынлап та, музыкаль белемһеҙ һәм музыка серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусыһыҙ Салауат районының Янғантау ауылында йәшәгән Наҙгөл Отузова Лара Фабиан версияһындағы Adagio композицияһын башҡарып, тотош Рәсәйҙе һоҡландырҙы, тиергә мөмкин. Ютуб каналындағы был видеояҙманы ошо көндәрҙә генә 400 меңгә яҡын кеше ҡараған.
"Голос. Дети" тапшырыуының кастингына саҡырыу алғас, бер аҙ шаңҡып ҡалдым, хатта илап алдым. Был минең өсөн бик мөһим. Биш йыл элек кенә тормошомда шундай үҙгәрештәр булыр тип уйламай ҙа инем", - тип яҙа Наҙгөл "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә. Биш йәшендә тәүге тапҡыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында сығыш яһаһа ла, нәҫел-нәсәбе араһында сәнғәт кешеләре юҡ ҡыҙҙың. Күрәһең, бында, ысынлап та, Валерий Меладзе әйтмешләй, Янғантауҙың шифалы һауаһы уның тауышын асҡандыр, тип фаразларға ғына ҡала. Әйткәндәй, Наҙгөл үҙе лә һәләтен тыуған яғы тәбиғәтенең йоғонтоһона бәйләй. Ә күңеле, ысынлап та, йыр-моңға тартыла. Сәхнәлә ул йырламай, ә донъяһын онотоп, ниндәйҙер икенсе һа-ләткә инә, йыр һүҙҙәре, көй булып ағыла. Район күләмендә үткәрелгән "Йәш тауыштар" конкурсында ҡатнашҡандан һуң, ҡыҙҙың моңло һәм көслө тауышына, башҡарыу үҙенсәлегенә иғтибар иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уны район кимәлендә, шифаханала үткән һәр концертҡа саҡыра башлай. "Наҙгөл бәләкәйҙән тырыш, маҡсатына ынтылышлы булды. Мәктәптә бер сара уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй, - ти әсәһе Юлиә. - "Уфимская волна 2016" конкурсында "Балалар" номинацияһында еңеү яулауы уға тағы ла киңерәк офоҡтар асты. Әйткәндәй, "Уфимская волна 2016" конкурсында уға "Голос. Дети" финалистарының Өфөлә үтәсәк концертына ике билет бүләк иттеләр. Бәлки, тап улар бәхетле билеттар булып, бөгөнгө ҡаҙанышына шулар этәргес булғандыр. Һуңынан ҡыҙым ошо проектта ҡатнашыу хыялы менән янды. Былтыр республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа бер-бер артлы дүрт гран-при яуланы".
Санкт-Петербургта үткән "На крыльях таланта" конкурсында - 1-се дәрәжә лауреат, "Илһам" конкурсында - 1-се дәрәжә лауреат. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған конкурс - гран-при, Халыҡ-ара "Таланттар планетаһы" конкурсында - гран-при, Бөтә Рәсәй "Гәлсәр мозаика" конкурсында - гран-при, "Башҡортостан таланттары"нда - гран-при... Бынан тыш, уға Бөтә Рәсәй "Орленок" лагерында ял итеп ҡайтыу бәхете лә тәтей. Унда ла тиҫтерҙәрен һәм вожатыйҙарҙы тауышы менән әсир итә. "Ҡыҙығыҙҙың сығышы ваҡытында ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?" - тигәнгә, Юлиә ханым: "Уның сығышын ҡарау мөмкинлеге теймәне. Эштә инем. Бер ваҡыт телефоныма ҡотлауҙар яҙылған смстар килә башлағас ҡына Наҙгөлдөң беренсе этаптан үтеүен аңланым", - тип яуапланы. Мәскәүгә үҙенең барыу мөмкинлеге булмағас, ҡыҙын Салауат район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Нелли Рәхмәтуллина менән ебәрә әсә.
"Наҙгөл күҙегеп ҡуйыр тип ҡурҡмайһығыҙмы?" - тигән һорауымды ла бирмәй түҙмәнем. Юлиә ханым: "Әлбиттә, әҙерәк шик бар, яман күҙҙәрҙән һаҡларға тырышабыҙ инде", - тип, тыныс ҡалырға тырышһа ла, ғәзиз балаһы өсөн тулҡынланыуы, борсолоуын тауышы ғына белгертте. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Башҡортостан данын тағы ла бер баҫҡысҡа күтәргән йәш милләттәшебеҙ Наҙгөл Отузоваға яңынан-яңы үрҙәр, юлында тик изге күңелле кешеләр генә осрауын, Аллаһы Тәғәләнең уны үҙ хозурында ғына йөрөтөүен теләйбеҙ!

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 764

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru