«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙ ТАШЫ ҺӘМ ЯМҒЫР САҠЫРЫУ ЙОЛАЛАРЫ ХАҠЫНДА
+  - 



Оло йәштәгеләр араһында әлегә тиклем теләк теләү йолаһына ғына түгел, шул йолаға бәйле йәй ташының көсөнә ышаныу ҙа йәшәп килә. Сибайҙа нәшер ителгән "Атайсал" гәзитендә шул ҡалала йәшәүсе А. Моталовтың Иҫке Сибай ауылынан алыҫ түгел ерҙәге яңғыҙ таш, боронғолар әйтеүенсә, "сәнскән таш"тың фотоһы менән уның хаҡында мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Автор унда үткән быуаттың 50-се йылдарында Сибай ҡалаһының элекке урынында әлеге "сәнскән таш"тарҙың бик күп булыуы, хатта уларҙың аллея рәүешендә теҙелеп киткәл мәлен бәйән итә. Үкенескә күрә, был ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған таш ҡомартҡыларҙы таусылар ҡалаһы Сибайҙы төҙөгән саҡта ҡеүәтле техника менән ҡырағайҙарса аҡтарып алып, емереп бөткәндәр. Аллеяларҙың береһе тау битләүендә, әлеге Горный урамындағы магазин ултырған урында булған. Әлеге мәҡәлә эҙе буйлап Иҫке Сибай ауылында йәшәгән ҡарттарҙан һорашып сыҡҡас, шул асыҡланды: элек башҡорттар баяғы "сәнскән таш" янында теләк теләү йолаһы үткәрер булғандар. Ҡөрьән уҡып, Хоҙайҙан ямғыр һорап, шул ташҡа һыу һибеп, үҙҙәре лә бер-береһен һыу менән ҡойондорошҡандан һуң, ҡорбан салып, ит бешереп, бер-береһен һыйлағандар.
Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның билдәле дин әһеле, күрәҙәсе һәм халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы яҙмаларында ла йәй ташына ҡағылышлы эпизод бар. Бер йылы шулай Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош ошо төбәктә ай буйы туҡтамай ямғыр яуа. Бының сәбәбен Сибай ҡалаһындағы ниндәйҙер объектты төҙөгәндә йәй таштарының береһе урынынан ҡуҙғатылған, тип фаразлай халыҡ. Мөжәүир хәҙрәт һәм Сибайҙың өлкән кешеләре кәңәше буйынса, ҙур ғына бер таш кире урынына ҡайтарып ҡуйыла һәм шул ғәмәлде ҡылғандан һуң ямғыр яуыуҙан туҡтай, тиелгән.
"Киске Өфө" гәзитендә сығышы менән Баймаҡ районынан булған философия фәндәре докторы, профессор Самат Мөхәмәтйәнов Баҡмал исемле өләсәһенең 1919 йылда йәй ташын табып алыуы һәм уға бәйле артабанғы ваҡиғалар тураһында бик матур һәм мауығып уҡырлыҡ иҫтәлектәрен баҫтырып сығарғайны. Баҡмал оләсәй һөйләүенсә, һыуға барғанында ул Саҡмағош тип аталған йылғала төрлө төҫтәр менән емелдәп ағып килгән йәшкелт-аҡ бер ташты тотоп ала. Шул саҡ ҡапыл ғәрәсәт сығып, көслө итеп ямғыр ҡоя башлай һәм туҡтамай ай буйы яуа ла яуа. Йәй ташын тотоп алыуын ишетеп ҡалған оло ауылдаштары Баҡмал инәйгә (ул ваҡытта йәш кенә киленгә) уны кире урынына илтеп һалырға ҡушалар. Ташты кире илтеп, йылға һыуына төшөрөү менән ямғыр ҙа туҡтай.
Элегерәк Ейәнсура районына ҡараған, 1960 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына күсерелгән Баҡатар тигән башҡорт ауылы кешеһе Ф. Илбулдиндың йәй ташына бәйле башҡорттарҙың ырым-йолалары хаҡында иҫтәлектәре "Башҡортостан" гәзитендә донъя күргәйне. Ошонда уҡ авторҙың Баҡатар ауылы янындағы тау башында табылған йәй ташының фотоһүрәте лә баҫылды. Ф. Илбулдиндың һөйләүе буйынса, элек үҫәргән ырыуы башҡорттары ошо таш ярҙамында ямғыр яуҙырыр йәки оҙаҡҡа һуҙылған яуынды туҡтатыр булған. Бының өсөн улар ҙур ҡаҙанға һыу тултырып, унда йәй ташын төшөргән һәм эргәһенә усаҡ яғып, Хоҙайҙан ямғыр теләгән йәиһә уны туҡтатыуҙы һораған. Бер ваҡыт "Киске Өфө"лә Күгәрсен районынан Миңнулла Әлимғолов Шәмиғол хәлфә тураһындағы яҙмаларын баҫтырғанйы һәм шунда бер ваҡиғаны тасуирлап, ғәҙәти булмағаныраҡ рәүештәге йәй ташының фотоһүрәтен дә баҫтырғайны. М. Әлимғоловҡа ул таш ҡыҙыҡ ҡына килеп эләгә: көслө ел һәм ҡойма ямғыр аҫтында тороп ҡалған егет арҡаһына ниҙер килеп бәрелеүҙән әйләнеп ҡараһа, ҙур булмаған сәйер формалағы бер ташты күрә. Эргәһендә килгән изге әүлиә Шәмиғол хәлфә был таштың ябай ғына түгеллеген, бөтөн эштәрҙә лә уңыш килтерер тылсымы барлығын һәм уның Аллаһ тарафынан ебәрелгәнен, Миңнулланың ташты үҙендә ҡәҙерләп һаҡларға тейешлеген аңлата. Был осраҡта ла таштың ямғыр, һыу менән бәйле булыуын күрәбеҙ.
Үҙемә иһә этнографик экспедицияла йөрөгәндә табын ырыуы башҡорттары йәшәгән Ғафури районының Ерек ауылынан алыҫ түгел Арҡа тип йөрөтөлгән бер урында ошонда йәшәгән башҡорттарҙың күрһәтеүе буйынса ике йәй ташын фотоға төшөрөп алырға тура килде. Бындағы халыҡтың һөйләүе буйынса, йәй ҡоро килгән йылдарҙа өлкән йәштәгеләр йыйылып, ошо таштар янына барып, уларҙы таҙартып, йыуып, өҫтөнә һыу ҡойоп, һары май һылап, Хоҙайҙан ямғыр һорар булғандар. Был таштарға сәбәпһеҙҙән тейергә, уларҙы урынынан ҡуҙғатырға ярамай, киреһенсә, уларҙы һаҡлап, ҡараштырып торорға кәрәк, тип һөйләне боронғоно белгән, ихтирам иткән Ғафури районының табын башҡорттары.
Йәй ташы хаҡында башҡорттарҙың ырым-ышаныуҙары Абдулҡадир Инан теркәп ҡалдырған башҡа төрки телле халыҡтарҙың шундай уҡ йолаларынан бигүк айырылмай, тиергә була. Төркиҙәрҙең ямғыр яуҙырыу көсөнә эйә булған йәй ташы тураһында X-XI быуаттар арауығында Урта Азияла йәшәгән билдәле ғалим әл Бируни (973-1048): "Бер төрки миңә ямғыр яуҙыра торған таш килтереп бирҙе. Мин уны ҡабул итеп алырмын һәм ҡыуанырмын, тип уйлағандыр, күрәһең..." - тип яҙып ҡалдырған. Боронғо төркиҙәрҙәге ямғыр яуҙырыу көсөнә эйә булған Йәй ташы хаҡындағы мәғлүмәттәр Урта быуатта йәшәгән Көнсығыш авторы Ибн әл-Факиһ-әл-Хәмәҙәни хеҙмәттәрендә лә урын алған. Был автор: "Төрки илдәренең бер мөғжизәһе - ямғыр, ҡар, боҙ йәки үҙҙәре ни теләй, шуны яуҙыра ала торған таштары. Был таштар уларҙа ҙур әһәмиәткә эйә һәм киң таралған", - тип яҙып ҡалдырған.
Төрки телле халыҡтарҙың барыһында ла йәй ташы, бер аҙ фонетик айырымлыҡтарын иҫәпкә алмағанда, бер үк атама менән "дьада - яда - сата - джайташ - йәй таш" тип атала.
С.Е. Малов, В.Н. Басилов кеүек билдәле совет ғалимдары, "йәй таш" һүҙенең "йәй", "дьята", "яҙа" өлөшө төрки телдәренә иран телдәре төркөмөнә ҡараған Авеста телендәге "даьда" ("тылсым" "күрәҙәлек") һүҙенә барып тоташа, тигән ҡарашта. Бының менән килешергә лә булыр ине, әммә төрки теле халыҡтарҙа "йәй таш" тураһында әлегәсә һаҡланған мәғлүмәттәр, уларҙың оҡшашлығы был һүҙҙе төрки телдәренең үҙенән аңлатырға кәрәктер, тигән фекер тыуҙыра. Мәҫәлән, башҡорт телендә, "яҙа", "яҙылыу" һүҙҙәре "асылыу, йәйелеү" мәғәнәһен бирә. Башҡорт телендәге миҙгелде аңлатҡан "Йәй" һүҙе үҙе лә ошо "йәйелеү", "киңәйеү", "асылыу" менән бәйлелер. Башҡорттар әле булһа көндөң аяҙайтып китеүен "көн яҙылып китте", тиҙәр, йәғни был һүҙбәйләнеште "көн асылып китте" тигән мәғәнәлә ҡулланалар. Ошо йәһәттән төрлө төрки телдәрендә таралған "дьата, яда, сата, йәй" терминдарының көн торошо менән бәйле булыуын, уның менән идара итергә тырышып ҡулланылыуын күрергә булалыр.
Шулай итеп, был ямғыр яуҙырыу менән бәйле башҡарылған йоланың һәм уны үтәгәндә ҡулланылған "йәй" ("яҙа") ташына бәйле инаныуҙары бөтөн төрки халыҡтары араһында ла әлегәсә тотороҡло йәшәп килеүе был йоланың, инаныуҙарҙың дөйөм төрки тамырҙан булыуына бер ишаралыр кеүек.

Зәкирйән ӘМИНЕВ, этнограф. (Аҙағы. Башы 9-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.18 | Ҡаралған: 896

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru