«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТ БИТ УЛ ДӨРӨҪ ҺАЙЛАНҒАН ҺӨНӘР ҘӘ
+  - 



Өйҙә хужалыҡ эштәре менән етәкселек итергә яратҡан ҡыҙым, ниндәйҙер аҙыҡ алып ҡайтһам, йыш ҡына: "Күпмегә алдың?" - тип һорай. Мин иһә уның хаҡын белмәйем. Бик ныҡышһа, чегын эҙләп ҡараған булам, әммә ул чекты, ғәҙәттәгесә, алмағанмын. Шунан ул: "Һәр ваҡыттағыса инде, алған әйберенең хаҡын да ҡарамай", - тип көлөп йә шелтәләп ала.

Ысынлап шулай шул, әлеге мәлдә бына үҙ алдыма иҫләп маташһам да, икмәктең дә, шәкәрҙең дә хаҡын белмәйем. Таныштарға "Шунан тәмле ит алдым" тием дә, шулай уҡ килоһы күпмегә төшкәнен хәтерләмәйем. Бай булғандан түгел был, һандар менән "дуҫ" булмағандан. Ошонда үҙемдең телефон номерын яттан белмәүемде лә өҫтәйем әле. Ул ғына түгел, ун бер йыл уҡып, ҡабатлау таблицаһын ятлай алманым. Башланғыс кластарҙа әсәйем шул таблица төшөрөлгән дәфтәр тышын тоттороп, сәғәттәр буйына ултыртып ҡуя ине, ятлаған кеүек булам да, икенсе көн ул һандар тотошлайы менән баштан юйыла ла ҡуя. Шулай уҡ бер математика ҡағиҙәһен дә аңлай һәм иҫләй алманым. Унан килә физика, химия, биология фәндәре лә ҡараңғы урман булды. Ата-әсәне ҡыҙартмау һәм уҡытыусылар алдында оятлы булмау өсөн генә ҡара тиремде сығара инем. Шуға бик тырышырға тура килә ине. Һәм мин яҡшы уҡыусы булып иҫәпләндем. Ә башҡорт һәм рус теленән юғары класс китаптарындағы оҙон-оҙон поэмаларҙы ятлап алам, класташтарым "Етем төлкө"нө үткәндә, мин ауыл китапханаһындағы китаптарҙың үҙемә ярағанын да, ярамағанын да уҡып бөткәнмен. Мәктәпкә килеп, кино һымаҡ итеп китаптарымдың эстәлеген һөйләп ултырһам, уҡытыусы "Ул китап бит һинең йәшкә түгел", тип тә әйтеп ҡуя ине.
Унан ары институтта уҡыным. Унда үтә торған мифология, сит ил әҙәбиәте, башҡорт әҙәбиәте һәм башҡаларҙы институтҡа тиклем уҡып бөткәйнем һәм асылда белгәнемдән артыҡты алманым. Был этапты мин юғары белемле булыуымды белгертеүсе ҡағыҙ өсөн генә үттем булды инде. Һәм, Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнгә тиклем үҙем белгән һәм яратҡан өлкәлә, ошо бала саҡтан алған, үҫтергән белемемде ҡулланып эшләйем. Хеҙмәтем һәр ваҡыт әҙәбиәт менән бәйле булды һәм башҡарғанымдан йәм таптым.
Мин быларҙы нимәгә шулай теҙеп яҙам? Үҙемә һәм уҡыусыға системалы рәүештә аңлауы еңелерәк булһын өсөн. Күптәрҙең яңылыш юл һайлап, яңылыш эштә эшләп, үҙҙәрен ҡол итеп хис итеп йәшәүҙәрен күҙәткәндән тыуған фекерҙәрем генә. "Уф, ошо эште күрә алмайым. Уй, барғым килмәй. Коллегаларымды өнәмәйем. Хужамдың тауышын да ишетмәҫ хәлдәмен", тигәндәрҙе йыш ишетәбеҙме? Йыш, шулай бит. Асылда, бында эш тә, хужа ла, һауа торошо ла ғәйепле түгел, ә һинең үҙ урыныңда булмауың сәбәпсе. Ошо урында, йәмһеҙерәк булһа ла, бер серҙе сискем килә. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дипломдар, курс эштәре, дәрес пландары яҙҙым. Миңә аҡса кәрәк ине, ә тегеләр... үҙ эштәрен, уҡыуҙарын, һайлаған һөнәрен белмәй һәм аңламай ине. Наградаға тәҡдим ителгән, асыҡ дәрестәр бир-гән, тикшереүҙәргә әҙерләнгән уҡытыусыларға ла дәрес пландары эшләгәнем һанһыҙ булды. Әлбиттә, предметын иҫ киткес итеп уҡытҡандарҙы ла беләм, үҙем шундай уҡытыусы ҡулында үҫтем. Әммә белмәүселәр күберәк, хатта үтә лә күп булды. Шунан сығып, мин бөгөн мәктәптәрҙә балаларҙың (хатта ауыл мәктәптәрендә) башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуы булмауға, бер яҡтан, аптырамайым да кеүек (Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙе уҡытыу һәм белеү яҡлымын!) Үҙе яҡшылап белмәгәндә уҡытыусы нисек итеп үҙ предметына балаларҙа һөйөү тәрбиәләй алһын? Башҡорт теле уҡытыусыбыҙҙы бөгөн булһа хәтерләйем, "Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын"ды уҡығанда илап ебәрҙе, уға ҡушылып беҙ иланыҡ. Тел ҡағиҙәләрен, хатта ҡағиҙәләрен дә түгел, ә уның тәбиғи ағымын шул хәтлем итеп үҙемә һеңдергәнмен, уларҙы тыумыштан белгән кеүекмен.
Гәзиткә тарихи материалдар эҙләү һәм тарихсылар менән йыш аралашыу барышында был өлкәлә лә һөнәрен һөйөүселәр һәм... бары тарих факультетын тамамлау арҡаһында ғына тарихсы булып йөрөүселәр бар икәнлегенә төшөндөм. Кемдәрҙер тарих буйынса тикшеренеүҙәр алып бара, бәхәскә инә, уйлана, ә икенселәр тарих китаптарынан ятлап алынған менән генә сикләнә. Тимәк, бер өлкә лә гарантияланмаған бындайҙарҙан.
Тағы ла бер миҫал. Танышымдың ҡыҙы мәктәптә насар уҡый. Бер фәнгә лә барымы юҡ, ә бына һүрәтте ҡоя ла ҡуя. Шул баланы уҡытыусылар менән әсәһе ыҙалатып ыҙалата инде. Көскә туғыҙынсыны тамамлап, һүрәт төшөрөү колледжына бер һүрәтен генә күрһәтеп инеп китте. Ундағы етәксеһе усында ғына йөрөтә икән, һүрәттәрен Мәскәү күргәҙмәһендә лә иғтибарға алғандар. Ә әсәһе уны медколледжға индерәм, түләп булһа ла уҡытам, тип ҡыҙышты. Шунан йөрөр ине был тупаҫ ҡына холоҡло йомоҡ ҡыҙ бала ауырыуҙарҙы әрләп, эшен ҡарғап...
Ата-әсәләр балаларын әллә ни төрлө шәп һөнәрҙәргә уҡытып "кеше итеү" маҡсаты менән уларҙы түләүле уҡыуҙарға индерәләр, йәндәре сыға яҙып мал-аҡса табып, диплом алып бирәләр. Йәштәр үҙҙәре лә "юғары белемем бар" тигәнде әллә ни күрә. Ә бит бик һирәктәр шул һайлаған һөнәрен ҡулланып, файҙаланып ғүмер итә, шул өлкәлә үҫә йәки иң кәмендә эшен яратып башҡара. Эшеңде яратмау - ул ҙур бәлә. Был хәл ваҡыт үтеү менән ҡәнәғәтһеҙ эске торошҡа, мәңге ризаһыҙ халәткә, сифатһыҙ хеҙмәткә, хатта төрлө нервы ауырыуҙарына ла килтерергә мөмкин.
Заманында бер алдынғы һауынсынан интервью алғанда: "Һыйырҙарымды һағынып барып етәм, урыныма кеше сығарырға тура килгәндә лә, нисек торалар икән, нисек ашатты икән, ҡағып-һуҡмаһа ярар ине, тип уйлайым", - тип һөйләгәйне. Мин шунда, нисек итеп һыйыр һауыуҙы яратырға мөмкин, тип шикләнгәйнем. Хәҙер ышанам, ул апай ысынлап та эшен яратҡан, шул эште яҡшы белгән, малды яҡын күргән, күрәһең.
Мәктәптә "ике"ленән башҡа билдә ала алмаған класташымды бер уҡытыусы " буласаҡ көтөүсе" тип әрләй торғайны. Ә шул малай 6-7 кластарҙа уҡ эшлектән сыҡҡан радионы, магнитофонды төҙәтеп бирә ала ине. Хәҙер шул егет ҡала ерендә шиномонтаж оҫтаханаһы тота, әллә ниндәй электрон техникаларҙы белә, креслоһына инеп ултырып, бер тоҡандырып ҡарауҙан машинаның ни ерендә "ауырыуы" барлығын осам менән тоям, тип ебәрә хатта.
Кеше бөтә һөнәргә лә өйрәнә ала ул, бейергә лә, һанарға ла, бешерергә лә, уҡытырға ла, тигәндәй. Тик өйрәнеү менән күңел һалыу араһында айырма ҙур. Үҙ һөнәрен яратмаған, яңылыш йүнәлеш һайлаған, үҙен көсләп эшләткән һәм шул арҡала әллә күпме трагедиялар яһалған осраҡтар аҙмы? Шул уҡ табиптар хатаһы, уҡытыусыларҙың уҡыусылар менән аңлаша алмауы, сабыйҙарҙы ҡыйырһытҡан тәрбиәселәр, тәмһеҙ бешергән ашнаҡсылар, һорау бирә белмәгән журналистар, әҫәре уҡымһыҙ яҙыусылар, тамашасы йыя алмаған артистар һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта һәр кешенең ниндәйҙер күңеле тартылған, үҙенән үҙе оҫталығы булған йәки тиҙ генә эләктереп ала торған эше, һөнәре лә була. Бары ана шул теләкте, тартылыуҙы тоя, аңлай белергә генә кәрәк. Ата-әсәләргә балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙамлашыу ҙа зарур. Заманға яраҡлы, үҙегеҙгә оҡшағанды түгел, ә баланың аҡылынан, ҡулынан, оҫталығынан килгәндәйҙе. Һуңынан ул үҙе йонсомаһын һәм башҡаларҙы ла ыҙалатмаһын, эше менән бәхетле була белһен, башҡарғанынан йәм табып йәшәһен өсөн. Әлбиттә, шәхси бәхет беренсе урында, әммә дөрөҫ һайланған һөнәр ҙә ҙур бәхет була ала. Быны үҙҙәре кисергәндәр аңлар.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 748

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru