«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨҘ ҺАНАРҒА СЕБЕШ АЛ!
+  - 



Йәшел сиҙәмдә үлән ашап йөрөгән себештәр - ауылдың үҙенә күрә бер йәме ул. Боронғо кеүек ҡаҙ, тауыҡ себештәрен баҫтырып сығармаһалар ҙа, берәү ҙә ҡошһоҙ ҡалғыһы килмәй - һатып алып булһа ла үҫтерәләр. Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Ләйсән менән Хәйҙәр ЙОСОПОВтар ҡошсолоҡ менән 8 йыл шөғөлләнә. Бер тәүлеклек себештәрҙе һатып алып, 7, 15, 30 көнлөк итеп һата улар. Йорт хужабикәһе менән ошо шөғөлдәре, себеш үҫтереү серҙәре тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Ғәҙәттә, эшҡыуарлыҡҡа аҡса күплектән түгел, аҡса юҡлыҡтан тотоналар, тиҙәр. Һеҙҙе был эшкә нимә дәртләндерҙе?

- Беҙ никах уҡытҡанда бүләк ителгән аҡсаны ошо эшкә һалып, туй үткәрергә аҡса йыя торайыҡ, тигән ниәт менән тотонғайныҡ. Атай-әсәйҙәргә ярҙам булыр, тип уйланыҡ. Март аҙағында себештәр һатып алып, уларҙы 30 апрелгә тиклем үҫтереп һаттыҡ. Аҙаҡтан туйҙың аҡсаһын да ошо эшкә һалдыҡ. Ирем Хәйҙәр Хөсәйен улы фельдшер, бөгөн дә "Тиҙ ярҙам" машинаһында эшләй. Ә мин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжын тамамлап, 7 йыл ауылдың мәҙәниәт йортонда директор булып эшләнем дә, хәҙер ошо эш менән булышам. Фермер хужалығы ла асып ебәрҙек, һыйыр малдары көтәбеҙ. 4 ул үҫтерәбеҙ, өлкәне Салауат ҡалаһында индустриаль колледжда уҡый, икәүһе - мәктәп уҡыусыһы, бәләкәсенә 3 йәш. Улдарыбыҙ беҙҙең ҙур ярҙамсыларыбыҙ.

Бер миҙгелдә ҡулығыҙҙан күпме себеш үтә?

- Яҡынса 12-13 мең. Өйҙән генә килеп алалар, беҙ баҙарға сығып, себештәргә инфекция йоҡтороп йөрөмәйбеҙ. Шуға ла себештәр осһоҙораҡ та, сәләмәтерәк тә. Миҙгелде июнь аҙағында ябабыҙ. Март-апрелдә бройлерҙар һатабыҙ. Был ваҡытта алһағыҙ, себештәр тиҙерәк күтәрелә, ауырыуҙарға ла бирешмәй. Мәҫәлән, йәйге йортоғоҙ бар икән, һыуыҡ килмәҫлек итеп, уның иҙәнен күтәреп, шунда тоторға була. 7 көнлөк себештәр үҙҙәре йылы бүлеп сығара башлай. Кемдер уларҙы мал йортонда, мунсаһында, хатта өйөндә мейес артында ла тота. Ультрафиолет йылытыусы лампалар ҡулланып, аҫтын таҙартып, алдына һыу ҡуйып торһаң, етә. Махсус аҙыҡтарҙа иһә бөтөн витаминдар бар. Унан өйрәк, ҡаҙ, муларт китә. Өйрәкте апрелдән сентябргә тиклем алырға була, ул 3 ай эсендә өлгөрә. Сентябрҙә алынған өйрәк бәпкәләре үҫтереүгә еңел була. Көндәр йылы икән, 1 ай тышта йөрөтөп үҫтерәһең дә, һимертергә ҡуяһың. Бындай өйрәктең ите йомшаҡ та була. Ҡаҙ, бройлер, муларт кеүек гены үҙгәртелгән ҡоштарҙы иртәрәк, майҙан да һуң ҡалмай алырға кәңәш итәм.

Тимәк, бындай ҡаҙҙы ябай ҡаҙ кеүек йылға буйына ебәреп ҡуйып үҫтереп булмаймы?

- Йыл һайын үҙебеҙ 600 ҡаҙ үҫтерәбеҙ, мин уларҙы ағын һыуға бөтөнләй төшөрмәйем. Шуға ауырлыҡтары ла яҡшы була. Көнө буйы һыуҙа йөрөһә, ашатҡаның һыуға китеп тик тора инде. Ҡаҙ көткәндә режим күҙәтеү яҡлымын. Мәҫәлән, 6-ла торҙоң, ашаттың, сығарып йөрөттөң, 9-10-дарҙарҙа тағы ашатаһың, төш эҫе ваҡытта бикләп тораһың, һалҡын төшкәс, тағы сығарып йөрөтәһең. Һыуҙа йөрөтөп үҫтерһәң дә, 4 айҙан һуң бикләп, һимертергә ҡуйып, 2 ай ашатырға кәрәк.

Себеш алырға теләүселәргә ниндәй кәңәштәрегеҙ бар?

- Иң тәүҙә себештәр торасаҡ урынды дезинфекцияларға. Ҡайһы бер сирҙәр 15 йыл буйына һаҡлана. Бигерәк тә таҡтанан яһалған оялар хәүефле. Инфекциялар ағаста 15 йылдан да күберәк йәшәй. Фармолин менән эшкәртеү мотлаҡ. Йәшел үлән сыҡҡансы себештәргә 1 ай булып, улар нығынып өлгөрһә, яҡшыраҡ. Сөнки үләндә шулай уҡ былтыр көткән ҡоштарыңдың, башҡа төрлө инфекциялар һаҡланыуы ихтимал. 8 йыл элек себештәрҙе артыҡ дарыу эсермәй генә үҫтерә инек. Был дарыуҙарға ҡоштарҙа иммунитет барлыҡҡа килеп, йылдан-йыл уларҙың ҡеүәтлерәктәре талап ителә, сөнки инфекциялар көслө хәҙер. Был дарыуҙарҙың кешенең сәләмәтлегенә зыяны юҡ, ҡурҡырға ярамай. Уларҙы бер туҡтауһыҙ эсермәйһең бит, бройлерға 1 айға тиклем эсерәһең, ҡаҙҙарға ла 1 айға тиклем эсерһәң, аҙаҡтан йөн менән ҡапланһа, бер ниндәй дарыу ҙа кәрәкмәй. Бер айға тиклем ныҡ яуаплы ҡараһаң, ҡалған айҙарында бер дарыу ҙа, витамин да кәрәкмәй.
Бер көнлөк себештәрҙе алғанда тәпәйҙәренә иғтибар итегеҙ: улар тулы, йылы, йомшаҡ, һары, аҡһыл һары, алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Тәпәйҙәр һыуыҡ, ҡоро, ҡаты, көрән йә күгерәк төҫтә, ҡан тамырҙары күренеп торһа, бармаҡтары аҫҡа бер аҙ кәкере булһа, был себештәр оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ торған. Ундайҙар ауырыуға тиҙ бирешәсәктәр. Ҙурыраҡ себештәрҙе алғанда, иң тәүҙә күтәреп, күҙҙәренә ҡарағыҙ: һеҙҙе күрәме, реакцияһы бармы? Тиҙ үҫтереүсе препараттар эскән себештәр үҙҙәрен робот кеүек тота, реакциялары яй. Кикеректәре ҡыҙыл йә алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Кикерек күгәреп тора икән, бройлерҙарға шулай уҡ тиҙ үҫтереүсе препарат бирелгән. Ҡанат аҫтына ҡулығыҙҙы тығып ҡарағыҙ, ҡоштоң тән температураһы юғары түгелме икәнен белеп була. Танауҙарынан асыҡ төҫтәге күпереп торған шыйыҡса аҡмаймы, сөскөрмәйме, ғырылдап тын алмаймы - ошоларға иғтибар итегеҙ. Өйгә алып ҡайтҡас та һыу эсермәгеҙ. Өй температураһында, йә әҙерләнгән урындарында 1-2 сәғәт һыуынып алһындар. Юлдан ҡайтып, һыуынған себештәргә тәүге тапҡыр һыу 36-40 градус йылылыҡта бирелә, ул себештәрҙең эске ағзаларының йылылығы менән бер булырға тейеш. Икенсе тапҡыр һыу бүлмә температураһында булһа ла ярай. Быға тиклем ниндәй аҙыҡ биргәндәр, шуны ашатығыҙ, яйлап үҙегеҙ теләгән аҙыҡты ҡуша-ҡуша ғына уға күсерһегеҙ. Юл оҙон булһа, туҡтап, себештәрҙе болғатып алығыҙ, ҡумтаға тишектәр эшләгеҙ. Бөтөн төр ҡоштарҙы ла бер ерҙән алырға тырышығыҙ, был тағы ла инфекциялар йоҡмаһын өсөн кәрәк.
Тағы ла. Бройлер себештәре эҙләнеп ашап йөрөргә тейеш түгел. Юғиһә, унда ябай йорт тауығының инстинкты уяна һәм ул ябыға, аяҡтары оҙоная, үҙе бәләкәй генә көйө ҡала. Бройлерҙы ябыҡ урында тотоғоҙ, график менән ашатығыҙ. Көнө буйы үләндә йүгереүҙән улар үҫмәй. Бройлерҙы 75 көндән һуя башларға кәрәк, шул саҡ ите тәмле, йомшаҡ, һутлы була. 3 айҙан һуң түш итенең таты булмай, резина кеүек ҡата, ҡороға килә һәм йәшәрә башлай. 15 көндән эремсек бирә башлағыҙ. Яңы ғына һауылған һөт төнгөлөккә бирелә, шул саҡта уларҙың эсе үтмәй. Бөтөн ҡатнаш ризыҡты аҙҙан башлағыҙ һәм төнгөлөккә бөрләтәүҙәре тулы саҡҡа бирегеҙ. Мәҫәлән, һөт 700 грамдан, эремсек 200 грамдан. Үткәрелгән бойҙай, арпа бирәһегеҙ икән, ҡом ҡуйырға онотмағыҙ. Себештәр һарайҙа торһа, аҙнаһына бер тапҡыр көл ваннаһы индерегеҙ, йылы көндө асыҡ урында торһалар, көлдө һауыт менән ҡуйығыҙ. Бер айҙан һуң ойоған һөттө һыуы менән бирергә була, тик ул мотлаҡ ойоп сыҡҡан булһын. Һуҙылып торған, әсегән еҫ килгән, әммә ойоп етмәгән һөттән бройлерҙар зыян күрәсәк.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 844

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru