«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СПОРТ, КҮПЕР ҺӘМ ВЕТЕРИНАРИЯ ХЕҘМӘТЕ ХӘБӘРҘӘРЕ
+  - 



Баш ҡала ғына түгел, тотош Башҡортостан был көндәрҙә тантана итте. Юҡ, Еңеү байрамы айҡанлы һәм, ниһайәт, күптән көтөлгән йылы көндәр килеүенә түгел, ә тарихта беренсе тапҡыр "Өфө" футбол клубының Европа клубтары турнирында сығыш яһау хоҡуғын алыуына ҡыуанды республика. Был, әлбиттә, баш ҡаланың брендын тағы ла бер баҫҡысҡа күтәреүгә тиң.

Шуға ла ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәне Ирек Ялалов тап ошо теманан башланы ла инде. Әммә уның сығышы еңеү шатлығына ҡарағанда, нығыраҡ тәнҡиткә тартты. "Стадионда йәмғеһе 11 мең самаһы кеше булды. Һәм беҙ тағы ла тамашасыларҙың парковкаға ҡуйған автомобилдәрен эвакуациялау мәсьәләһе менән күҙгә-күҙ осраштыҡ. Халыҡ уйындан күтәренке кәйеф менән сыҡты, уларҙың кәйефен мотлаҡ боҙорға кәрәк инеме? Мин махсус рәүештә М. Горький урамы буйлап үттем. Ял көнө, транспорт күп түгел, парковкаланған автомобилдәр бер кемгә лә ҡамасауламай. Хоккей миҙгелендә "Өфө-Арена" тирәһендә лә шундай күренештәр күҙәтелә. Мин хоккей, футбол матчтары уҙғарылған ваҡытта тамашасыларҙың автомобилдәрен эвакуациялауҙы тыям. Эш урынында кеше йөҙлө булып ҡалайыҡ. Беҙҙе, чиновниктарҙы, теге йәки был мәсьәләгә формаль ҡарашта ғәйепләйҙәр. Был осраҡ формаль ҡараштың иң классик өлгөһө. Алдағы көндәрҙә аңлатыу эштәре алып барырға һәм "Нефтяник" стадионында, "Өфө-Арена"ла хоккей матчтары булған ваҡытта яҡын-тирәләге урамдарҙы парковка урыны итеп файҙаланыуҙы көсөнә индерергә кәрәк", - тип, тейешле хеҙмәттәргә һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына бурыс йөкмәтте ҡала мэры.
Ирек Ишмөхәмәт улы баш ҡалала ир-егеттәрҙең көсөн һынау буйынса төрлө ярыштар ойоштороуҙы муниципалитет эшенең бер йүнәлеше тип ҡарай. Шуға ла 2005 йылда планетаның иң көслө кешеһе титулына лайыҡ булған, дүрт тапҡыр Рәсәйҙәң иң көслө кешеһе исемен яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған "Башҡортостан батыры" көс экстримы буйынса ярышты хуплауы һәм ярҙам күрһәтеүе юҡҡа түгел. "Ярыштар мауыҡтырғыс булды, өс сәғәт дауамында халыҡ сығыш яһаусыларҙы күҙәтте. Беҙ был спорт төрөнә милли элементты индерҙек - ҡатнашыусылар 25-28 килограмлыҡ суҡмар сөйөү буйынса ла көс һынашты. Быға тиклем суҡмар ырғытыу буйынса рекорд Бөрйән егетендә булһа, хәҙер Башҡортостандың яңы рекордын бөтөнләй сит милләт кешеһе ҡуйҙы. Шуға күрә, беҙгә, башҡортостандарға, күнегергә кәрәк. Ә инде Эльбрус менән киләһе йылда сараны яңы бейеклеккә күтәреү хаҡында һөйләшеп килештек. Ул "Өфө ҡалаһы мэрының Эльбрус Ниғмәтуллин исемендәге кубогы" тип аталасаҡ", - тип белдерҙе Ирек Ишмөхәмәт улы.
Һәм ҡыуаныслы, күңел йылытырлыҡ яңылыҡтар шуның менән тамамланды, тиергә лә мөмкин. Сөнки сираттағы тема - Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау барышы тураһында булды. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы Р. Мөслимов белдереүенсә, ремонт барышында күперҙә яңы етешһеҙлектәр табылған: "8-се терәүҙең терәү диафрагмаһы ҡәнәғәтләнерлек торошта түгел. Быға тиклем булған тикшереүҙәр ваҡытында уларҙы асыҡлау мөмкинлеге булмағанлыҡтан, был етешһеҙлектәр күренмәй ҡалған. Хәҙер юлдағы плитканың эшлектән сыҡҡан урынын алыштырған ваҡытта икенсе зыянлаған урындар ҙа күренде. "Күперҙәр" ғилми-тикшеренеү институты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте махсуслаштырылған ойошма тикшереү үткәргәндән һуң, уларҙы бөтөрөргә ҡушты. Терәү диафрагмаларының эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн уларҙа ла ремонт эштәрен башҡарыу талап ителә. Өҫтәмә проект ҡарарының асылы шунда: яңы терәү өлөштәре ҡуйыу ярҙамында 8-се терәүҙең майҙанын киңәйтергә кәрәк. Проект 5 технологик тәнәфес менән башҡарылған 25 төр эште үҙ эсенә ала. Барлыҡ эштәрҙе тамамлау быйыл июлдең өсөнсө декадаһына планлаштырыла". Был йәһәттән Ирек Ишмөхәмәт улы муниципалитеттың төп бурысы - капиталь ремонттан һуң объекттың ҡулланыуҙа ышаныслы булыуын тәьмин итеү, тип билдәләне: "Әлбиттә, был эштәрҙе тағы ла бер айға һуҙасаҡ, әммә ҡала халҡы проблеманы аңлап ҡабул итер, тип ышанам. Иҫке объект, ҡарт кеше кеүек: бер ерен дауалаһаң, икенсе ере ауырта башлай. Иң мөһиме - эш тәүлек әйләнәһенә алып барылһын һәм сифатлы булһын".
Икенсе уйланырға мәжбүр иткән тема: Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан һәм яҡын-алыҫ сит илдәрҙән хайуандарҙың кеше ғүмере өсөн хәүефле сирҙәрҙең инеү ихтималлығы. Был хаҡта республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин сығыш яһаны. "Бөгөн Ветеринария хеҙмәте ныҡ ҡурҡыныс булған - 35, шул иҫәптән кеше өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған - 5, хайуандар өсөн дә берҙәй хәүефле булған 12 сиргә ҡарата саралар алып бара. Аҙыҡ-түлек баҙарында контроль тормошҡа ашырыла. Мал-тыуар аша сирҙәрҙең республикаға инеүенә юл ҡуймау өсөн быйыл 1 июлдән эшмәкәрлек алып барған барлыҡ хужалыҡ формаларынан малдың тере ваҡытынан алып әҙер продукция булып етештерелеүенә тиклемге барлыҡ ветеринар документтар мотлаҡ электрон рәүештә тултырыла. Бындай электрон-ветеринар сертификациялау ит продукттарының бөтөн юлын асыҡ күрһәтеп торасаҡ. Әлеге ваҡытта ҡала буйынса 6500 хужалыҡ субъекты булһа, алып барылған аңлатыу эштәре һөҙөмтәһендә 3200-ө генә теркәлеү үткән. Ай ярым эсендә башҡаларының да теркәлеүе мотлаҡ. Был инде алдағы көндәрҙә социаль учреждениеларҙы һәм халыҡты продукция менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Әле Рамаҙан айы башланды. Ҡорбан байрамында баш ҡаланың 18 мәсетендә ҡорбан салыуҙар тормошҡа ашырыла ине. Артабан Өфөлә ҡорбан салыу бының өсөн булдырылған айырым урындарҙа ғына башҡарыласаҡ һәм тикшереү үткән һарыҡтар ғына салынасаҡ. Салынған мал ветеринар-санитар экспертиза үтәсәк һәм уға келәймә һалынасаҡ. Шунан һуң ғына уны өләшергә йәки бешерергә мөмкин буласаҡ. Юҡһа, былтыр Туймазы районында бешмә сире тап ситтән килтерелгән һарыҡтар аша таралған".
Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙенең ҡарашын ҡәтғи белдерҙе: "Һәр мәсеттә мал салыу үткәндәрҙә ҡалырға тейеш. Ғибәҙәт урыны - мал һуйыу урыны түгел". Шулай уҡ ул Ҡорбан байрамына тиклем үҙәкләштерелгән мал салыу урынын билдәләргә ҡушты. Әле был урындың Зинино ауылы эргәһендә булыуы күҙаллана. Һәр хәлдә, бынан бер нисә йылдар элек күтәрелгән тема бөгөн ныҡлы тормошҡа ашырыла башланы: мал салыуҙың үҙәкләштерелгән пункттары булырға тейеш. Был бигерәк тә ауыл халҡына туранан-тура ҡағыла, сөнки уларҙың күпселегенең бөгөн күҙ терәп торған, барлыҡ килем сығанағы шул мал-тыуарҙа. Әгәр йәрминкәләргә, башҡа һатыу нөктәләренә электрон ветеринария-санитария сертификаты булмаған мал итен һатырға килтерһәң, ҙур проблемаларға осрауың ихтимал.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 714

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru