«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ БЕЛЕҮ МОДАҒА ӘЙЛӘНҺЕН
+  - 

Үҙ туған телеңде белмәү, ошо телдә хатта көнкүреш кимәлендә аралаша алмау - оят. Шуға күрә балаларға туған телде бәләкәйҙән, балалар баҡсаһынан, улар бөтөн нәмәне еңел үҙләштергән ваҡытта өйрәтә башларға кәрәк.

Мәктәп программаһын артыҡ ҡатмарлаштырмайынса, баланы үҙ телендә һөйләшергә өйрәтеү, грамматика нигеҙҙәрен генә биреү ҙә етә. Ә башҡа милләттәрҙә иһә республиканың дәүләт теле булған башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Ә беҙ, артистар, йырҙарыбыҙ аша туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡбыҙ. Йәштәр араһында башҡорт һәм татар телдәре модалы трендҡа әүерелһә, телдәрҙе көсләп уҡытыу тураһындағы фекер берәүҙең дә башына ла инеп сыҡмаясаҡ. Беҙҙең концерттарҙа рус ҡыҙҙары, сыуаш, рус егеттәре башҡорт йырҙарына ҡушылып йырлай. Был бик яҡшы! Ә инде сәхнәгә әсәләр сығып, йырҙарыбыҙ аша балаларының туған телдәре менән ҡыҙыҡһына башлауы өсөн рәхмәт белдергәндә, мин бигерәк тә шатланам һәм ғорурланам.
Әйткәндәй, был мөрәжәғәтемде социаль селтәрҙәрҙә ни өсөн русса яҙыуым тураһында һорарһығыҙ. Яуап бирәм: мине башҡорттар һәм татарҙар ғына түгел, тотош ил, бөтөн донъя ишетеүен теләйем. Был - минең күңел ораным.

Элвин ГРЕЙ.
("Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 819

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru