«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙ БАЛАЛАР БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ
+  - 



Ошо көндәрҙә Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған ярыштың тантаналы өлөшө йылдағыса сағыу, ҡыҙыҡлы, илһамлы һәм рухлы тамашаға әүерелде.

Конкурстың район кимәлендә быйыл 98 балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, 202 уҡыусы, мәғариф учреждениеларынан 86 фольклор коллективы ҡатнашҡан. Шулар араһынан ҡала кимәленә 21 мәктәпкәсә йәштәге бала, 22 уҡыусы, 13 балалар баҡсаһы коллективы, 17 дөйөм белем биреү учреждениелары коллективы үткән. Конкурс шарттарына ойоштороусылар йыл да берәй үҙенсәлекле үҙгәреш индереп тора. Былтыр тәүге тапҡыр "Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар" номинацияһы булдырылһа, быйыл "Ғаилә менән сәхнәләштереү" тигән номинация өҫтәлгән. Унда туған халҡының ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, телен, рухиәтен балаларына тапшырыуҙы мөһим бурысы итеп һанаған 12 ғаилә ҡатнашҡан. Донъя халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш булдырыу маҡсатында ойошторолған конкурста ҡатнашыусылар башҡорт, урыҫ, үзбәк, ҡаҙаҡ, белорус, тажик, һинд, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай, эскимос халыҡ әкиәттәрен һөйләгән. Конкурстың жюри рәйесе билдәле тележурналист Сәрүәр Сурина тамаша тураһында тәьҫораттарын белдереп, Өфөлә ошондай сара үткәреү ата-әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә нигеҙләнгән булыуы тураһында телгә алды. Ысынлап та, сәхнә түренә күтәрелеп балҡып торған йәш әкиәтселәр күрһәткән һөҙөмтә тәү сиратта ошо кешеләрҙең тырышлығы, эшенә мөкиббәнлеге һәм туған теленә һөйөүенә нигеҙләнгән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та нәҡ шуға бөтәһенең дә иғтибарын йүнәлтте һәм рәхмәтен белдерҙе. "Балаларҙы сәхнәгә әкиәт һөйләргә сығырға әҙерләү еңел эш түгел. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балаларға туған теленә, тыуған иленә һәм халҡына ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған икән, һәр кем үҙ ғаиләһендә лә шул шарттарҙы булдырһын. Киләсәктә лә шарттарҙы һаҡлап ҡалып, ошо йоланы дауам итерлек эш алып барайыҡ", - тине Сынтимер Биктимер улы тамаша залында йыйылған халыҡҡа төбәп.
Сәмле, көсөргәнешле һәм тулҡынландырғыс бәйгелә уңышлы сығыш яһаусылар конкурстың йомғаҡлау кисәһендә үҙ оҫталығын тағы бер тапҡыр күрһәтә алды. Улар араһынан абсолют еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. "Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында 95-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының беренсе синыф уҡыусыһы Мәликә Исхаҡова Гран-при алды. "Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында 144-се балалар баҡсаһы һәм Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының фольклор коллективтары иң оҫта башҡарыусылар тип табылды. "Ғаилә менән сәхнәләштереү" номинацияһында Ленира һәм Ирек Үтәевтарҙың ғаиләһе иң юғары баһаға лайыҡ булды. Улар ҡыҙҙары - 64-се гимназия уҡыусыһы Вилиә һәм 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ильгина менән әкиәт сәхнәләштергән. Балалар өсөн мауыҡтырғыс, ижади ҡараш талап иткән номинацияларҙың береһе - "Йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар". Был йүнәлештә беренсе урынды 249-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ҡаранай Миңлеғолов һәм З. Биишева исмендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Самира Шәрипова, Рафаэль Алешкин, Айсилә Миңлебаева яуланы. Әйткәндәй, Миңлеғолов Ҡаранай иң кескәй ҡатнашыусыларҙың береһе булды, уға ни бары ике йәш тә алты ай тулған. "Р" хәрефен ҡаймаҡлы мискәлә төшөрөп ҡалдырған Мыраубай кеүек һөйләшкән был малай сәхнәлә үҙен иркен тотоп, "Хәйләкәр себеш" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен шартлатып һөйләне. Ул балалар баҡсаһында әкиәттәр һөйләүҙәрен ныҡ ярата, машиналар менән уйнай һәм шиғырҙар ҙа һөйләй белә икән. Ошолар тураһында үҙенән һорашҡан арала "Мышы" тигән шиғырҙы һөйләп, "вәт" тип тел күрһәтергә лә өлгөрҙө шуҡ, телсәр һәм ҡыйыу малай. Ә бына яңғыҙ башҡарыусылар араһында иң юғары баһаға лайыҡ булыусы Арыҫлан Ҡырымсурин бар яҡлап та талантлы бала булып сыҡты. Ул "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының төрлө тапшырыуҙарында төшә, "Юлдаш" радиоһы тапшырыуҙарында ла ҡатнашҡаны бар, "Сулпылар" конкурсында ла йырлаған. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы бик оҡшаны, миңә уйынсыҡ машина бүләк иттеләр, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Арыҫлан. - Мин футбол, хоккей уйнарға яратам, йырлайым һәм бейейем дә. Балалар баҡсаһында русса һөйләшһәк тә, мин башҡорт телен яҡшы беләм, "Тамыр"ҙа ла, өйҙә өләй менән дә башҡортса ғына һөйләшәм". 23-сө мәктәптең 4 синыф уҡыусыһы Иршат Шәрипов та башҡорт телен бәләкәйҙән белә. "Төлкө менән ҡырмыҫҡа" ҡырғыҙ халыҡ әкиәтен һөйләп, призлы урын яулаған малай бик етди һөйләште, киләсәктә кем буласағы тураһында ғына әлегә белмәй, 8 класҡа еткәс уйлармын әле, ти.
Әйткәндәй, "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең ҡала конкурсында ҡатнашыусылар ошо малайҙар кеүек һәр яҡлап та талантлы, ҡыйыу, тырыш һәм, иң мөһиме, туған телен яратҡан рухлы балалар. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән ярыш тап шундай балаларҙы ғына туплауы күптән ғәҙәти һәм тейешле хәлгә әүерелгән булһа ла, йыл да яңы исемдәр асҡан конкурс менән һоҡланыу тойғоһон йәшереп булмай. Илдең, милләттең киләсәге ниндәй булырын тап бына ошондай сараларҙа күреп, күҙаллап ҡайтырға була ла инде. Ә "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы рухлы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан аҡыл туплаған, тарихын һәм мәҙәниәтен хәтерендә тотҡан, туған телен яҡшы белгән быуын үҫеп килеүен сағылдыра.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.18 | Ҡаралған: 905

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru