2025
әйт, тиһәгеҙ...
Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Дилә Муллабаева Силәбелә булып үткән Клавдия Шульженко исемендәге Бөтөн Рәсәй актер йыры конкурсының "Театрлаштырылған йыр" номинацияһында юғары наградаға - 1-се урынға лайыҡ булды. Быйыл 19 майҙа Наум Орлов исемендәге Силәбе дәүләт академия драма театрында Клавдия Шульженко исемендәге 12-се Бөтөн Рәсәй актер йыры конкурсы үткәрелде. Билдәле артистар һәм талантлы йәштәр 12-се тапҡыр инде йырҙы ҡыҫҡа, ләкин иҫтә ҡалырлыҡ драматик спектаклгә әйләндереү буйынса һәләттәрен һынап ҡараны. Был конкурста беренсе тапҡыр Өфө артисы ла ҡатнашты. Дөрөҫөрәге, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан. Дилә Муллабаева - З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Студент сағында уҡ әле ул үҙен көслө темпераментҡа һәм ҙур ижади мөмкинлеккә эйә артист итеп күрһәтте. Ә уның нисек йырлағанын ишетһәгеҙ! Был уның быйылғы йыр конкурсында икенсе еңеүе - март айында ул Өфөлә булып үткән "Яҙ актрисаһы" актер йыры конкурсында 1-се урын алғайны инде. Ә Гран-прины унда БР Милли йәштәр театрынан Алтынай Хамматова яуланы. Ҡурсаҡ театрында Дилә өмөтлө артистарҙан иҫәпләнә. Һығылмалығы, музыканы тәрән тойоуы менән айырылып тора; ҡурсаҡтар менән оҫта эш итә, "тере" планда ла тәбиғи ҡабул ителә. Уның яңы эштәренән - "Муза-Цокотуха"лағы - Ҡыҙыҡай, "Мең дә бер кис"тәге - Әсирә, "Мөғжизәле ете теләк" спектаклендә Йәмилә ролдәрен айырып билдәләү кәрәк. Ә "Һинд легендаһы" спектаклендә ул яңғыҙ бейеү партияларын башҡарыуы менән таң ҡалдырғайны.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Рух камиллығын үтескә алып та, һатып алып та булмай. Һатылһа ла, һатып алыусыһы булмаҫ ине. Уның ҡарауы, түбәнлек көн дә һатып алына.
(Сенека).