«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ИСЕМЕ БЕҘҘӘ ГЕНӘ...
+  - 



Ошо көндәрҙә Салауат районында милли батырыбыҙҙың тыуған, һуңынан батша карателдәре тарафынан яндырылған Тәкәй ауылында төҙөлгән Таштирмә эсенә Салауат Юлаев хөрмәтенә иҫтәлекле таш ҡуйылды. Ошо хаҡта ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән "Арғымаҡ" этно-төркөмө етәксеһе, Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайы рәйесе Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Таштирмәлә батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа иҫтәлекле таш ҡуйыу идеяһы кемдең инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылды?

- Был эш ике йыл элек Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге, "Салауат вариҫтары" ойошмаһы, Салауат районының Әлкә ауыл советы инициативаһы менән башланғайны. Ошо осорҙа бер ни тиклем тотҡарлыҡтар, аҡса проблемаһы килеп тыуһа, һуңғы ваҡытта бөтөн нәмә ыңғай ғына килде, мин уны Хоҙай Тәғәләнең хикмәте, тиер инем. Был ваҡиға бер үк ваҡытта бер нисә сараны берләштерҙе. Сөнки шул көндә районда "Йөрәк иҫләй..." спорт фестивале үтте. Ул хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, спорт ҡаҙаныштары күрһәткән ваҡытта һәләк булған спортсыларҙың иҫтәлегенә бағышланды. Фестивалдә республиканың туристик, эҙәрмәнлек, хәрби-патриотик клубтары, секциялары, түңәрәктәре, берләшмәләренең 12-18 йәшлек тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Шулай уҡ был көндө Салауат районында баш дирижеры ошо район егете Азат Шаһмөхәмәтов булған Рәсәй Милли гвардияһының өлгөлө-күрһәтмә симфоник оркестры сығыш яһаны. Беҙ Салауат Юлаев мәмерйәһендә лә ошо оркестр менән дә сығыш яһаныҡ. Был ысын мәғәнәһендә йәштәрҙе гражданлыҡ-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү сараларының береһе булды. Быға тиклем оркестр менән уйнарлыҡ сығыштарыбыҙ бар ине, уларҙы беренсе тапҡыр Салауат төйәге ишетте.
Иҫтәлекле таш ҡуйыуға килгәндә, был бигерәк тә үҙебеҙгә кәрәк. Балалар унда барып тарих менән осраша, шунда тыуған батыр эҙҙәренә баҫып йөрөп, ошо ерҙән көс, дәрт, дарман ала, тыуған еренә һөйөүе арта. Мәҫәлән, иҫтәлекле ташты асыуға Әлкә урта мәктәбе балалары килгәйне. Бер бәләкәй генә малай шиғыр һөйләгәндә күҙ алдында үҫеп, ҙурайып китте. Үҙенән шундай ҡеүәт килә. Күҙҙәре яна. Әйтерһең дә, бөркөт килеп ҡунды. Киләсәктә лә был ер халыҡтың рухын ҡайтарырлыҡ урын булып торор тип өмөтләнәм. Батырыбыҙҙың исеме быуаттар аша әле булһа башҡорттарҙы ғына түгел, төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, әле булһа Салауат рухы яңыра тора. Батырҙары ла тыуыр, иншалла.

Башҡарған эшегеҙ - ҙур ғәмәл, уны атҡарып сығыуға финанс сығымдарын нисек хәл иттегеҙ?

- Иҫтәлекле таштар ҡуйыу менән шөғөлләнгән "Камнеград-Уфа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Ришат Ваһаповҡа мөрәжәғәт иткәйнем, хәл итербеҙ, эшләрбеҙ тине. Артабан Сибайҙағы "Башгранит" (Коцуба Павел Юрьевич, Сергей Малкин) йәмғиәтенә сығып, улар гранитты әҙерләп, беҙ Өфөгә алып ҡайтып, гравюралар эшләтеп, алып барып ҡуйҙыҡ. Шулайтып, төрлө яҡтан ярҙам булып торҙо. Ҡуйғанда инде атайым ныҡ ярҙамлашты. Атайым, мин, Салауат районы егете, йырсы Айгиз Ханов бергәләшеп урынлаштырҙыҡ, урындағы егеттәр ҙә булышты.

Салауат Юлаевтың тыуған, һуңынан яндырылған ауылы нигеҙендә булғанһығыҙ. Ошо изге урында ниндәйҙер икенсе рух тойҙоғоҙмо, ғөмүмән, ниндәй кисерештәр солғанышында йөрөнөгөҙ?

- Сәнғәт менән шөғөлләнәм, ҡурайҙа уйнайым бит инде, үҙемә шундай һорау бирә башланым: ни өсөн мин ҡурайҙа уйнайым, ни өсөн башҡа һөнәр эйәһе түгелмен? Шул һорауға яуап эҙләй башлағанда яйлап-яйлап ҡына булмышымда ниндәйҙер яңы тормош уянып китте, донъя мәғәнә менән тулды. "Аллаһ юлында үлгәндәрҙе үлгән тип әйтмәгеҙ, улар иҫән, тик һеҙ һиҙмәйһегеҙ", тиелгән ошо ташта яҙылған аят сүрәһендә. Салауат та был донъянан шәһит булып китә. Тимәк, улар тере рух булып беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Йөрәктә халҡым, ерем, динем, телем тип ялҡынланып йөрөгән, шундай ихлас, иманлы, тәрән аҡыллы, ғилемле, иҫ китмәле бөйөк шәхескә бөйөк ихтирам һәм һөйөү уяна икән, һин уның рухын тоя башлайһың. Ҡайҙа ғына булһам да, ниндәй генә сәхнәгә сыҡһам да, уйланам. "Эй, Аллаһы Тәғәләм, мин ошо сәхнәгә сығам, ошонда минең халҡым. Улар ҡурай моңон тыңларға, мәҙәниәтебеҙҙе, борондан ҡалған йырҙарҙы, ҡобайырҙарҙы тыңларға килгән, миңә ошо йырҙарҙы ихлас итеп башҡарырға көс-ҡеүәт, үҙеңдең бөйөк һүҙеңде уларға ошо моң аша еткереү мөмкинлеге бир. Атай-олатайҙарыбыҙ, батырҙарыбыҙ, ишандарыбыҙ нимә тип әйтер ине икән ошо йыйылған халыҡҡа? Инде мин һөйләмәйем, минең телем менән батырҙарым һөйләһен, минең ҡурайым аша халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре үҙҙәренең һүҙен еткерһен. Сығыш яһағанда егеттәребеҙгә ҡеүәт бир, батырҙарыбыҙ менән рухи бәйләнеш бир. Беҙҙең моңобоҙ аша уларҙың йөрәге уянһын, ата-бабаларыбыҙҙың васыяты уларға барып етһен, халҡыбыҙ үрсеп китһен, ҡеүәт, иман, нур ҡайтһын. Ошо сараларҙы үткәрергә ярҙам ит", - тип сәхнәгә сығам һәм... артыма бөтөн батырҙарыбыҙ теҙелә. Хатта тотош бер ғәскәр тынын тойғандай булам. Ҡурайҙың беренсе ноталарын уйнау менән осоу тойғоһон кисерәм, тәнемдәге барлыҡ күҙәнәктәрем уяна. Бөтөн күңелең менән тулып уйнап ебәрһәң, бер кеше лә битараф ҡалмай. Шуға күрә Салауаттың тыуған ерендә бындай тойғо, әлбиттә, сағыуыраҡ, көслөрәк тойола. Уны әйтеп аңлатырлыҡ түгел.

Һеҙҙең өсөн кем ул Салауат?

- Салауат - ул доға тигәнде аңлата. Ул ябай исем генә түгел, ә процесс. Юҡҡа ғына салауат әйтеү, тимәйҙәр. Биш намаҙ һайын бар мосолман донъяһы һигеҙ салауат әйтә. Шул бөйөк ғәмәлде башҡорт ҡына улдарына исем итеп ҡуша. Башҡа халыҡтарҙа ул исем юҡ. Халҡыбыҙҙа булған Салауат исеме милләтебеҙҙең телгә, дингә, Бәйғәмбәребеҙгә һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡарата мөнәсәбәтен аңлата. Күңелеңдә ошо исемде (доғаны) йөрөтһәң, бөтә юлдар, ишектәр асылып тора, бөтөн эштәрең уңышлы була, бер нәмәнән ҡурҡмайһың, бер нәмә алдында ла аптырап, юғалып ҡалмайһың. Йәғни салауат - ул Аллаһы Тәғәләгә, глобаль тормошҡа асыҡ ҡапҡа. Шундай мөнәсәбәт менән беҙ ҙур ихласлыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтеп, ташты Бәрәкәт төнөндә ҡуйҙыҡ. Аҙан әйтеп, иртәнге намаҙҙы уҡып, эштәребеҙҙе теүәлләп ҡайтырға Хоҙай насип итте.

Рәсәйҙең башҡа ерҙәрендә, шулай уҡ күрше Татарстанда йәйәүлеләр өсөн төрлө маршруттар эшләнә. Салауат районында Рәсәйҙә икенсе булып геопарк барлыҡҡа килде. Бер ыңғай, "Салауат эҙҙәре буйлап" тигәнме, әллә башҡа атама менәнме, мосолмандар, йәғни диндарҙар өсөн маршрут булдырыу планы юҡмы?

- Беҙ был йүнәлеште лә уйлайбыҙ, эштәр алып барабыҙ. Башҡортостан буйлап изге урындар ифрат та күп. Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса комитеты менән берлектә бер-ике йыл элек ошо эш башланды. "Йәшел маршрут" тип атала ул һәм Рәсәйҙең эске туризм маршруттары реестрына индерелде. Унда бер нисә көс сығанағы, шишмәләр, мәсеттәр, мосолмандар өсөн изге урын, ошо Таштирмә лә, шулай уҡ сәхәбәләр ерләнгән ер - Нарыҫтау ҙа бар. 70 процент - тәбиғәт ҡомартҡылары булһа, 30 процент тирәһен изге урындар алып тора. Ул маршрутты башлар өсөн, әлбиттә, халыҡты тәрбиәләргә, уларға мәғлүмәт еткерергә, тапшырыуҙар эшләргә кәрәк. Әммә быны башлап ебәреү бигүк еңел түгел, сөнки кеше осһоҙ хаҡҡа сит илгә барып ял итергә өйрәнгән. Шуға кеше аҡса түләй икән, ул лайыҡлы хеҙмәтләндереү алырға ла тейеш. Әгәр мәсьәләгә системалы ҡараш булһа, уны яйға һалырға мөмкин. Салауат Юлаевтың Таштирмәһе, уның йөрөгән эҙҙәре буйлап матур маршрут ойошторорға була. Мин уның тормошҡа ашырына ышанам. Күбеһенсә был үҙ халҡыбыҙ өсөн кәрәк. Улар шунда асылына, ғөрөф-ғәҙәтенә ҡайтып, рухи һәм тарихи хәтер яңыртасаҡ. Килгән туристарға инде ул башҡорт милләтенең бөтөн донъя тарихында ниндәй урын тотоп торғанын, күпме өлөш индергәнен иҫкәртеп торасаҡ. Күп илдәрҙә Ислам диненең һаҡланыуы - беҙҙең башҡорт халҡы биргән ҡорбандар хаҡы ул. Башҡорт халҡы донъя кимәлендәге тарихҡа ҙур өлөш индергән ҡәүем.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.06.18 | Ҡаралған: 1031

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru