Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов "Вся Уфа" телеканалының тура эфирында граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар бер аҙна алдан уҡ килә башлаған һәм уларҙың дөйөм һаны меңдән артҡан. Ҡала мөхитен төҙөкләндереү беренсе урында торһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса килгән мөрәжәғәттәр дөйөм һандың - 32, йәмәғәт транспорты эше, күперҙәрҙе һәм юлдарҙы ремонтлау 23 процентын алып тора. Ҡалған өлөш - маршрут селтәрен, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм ҡалалағы парковкалар мәсьәләһенә тура килә.
Был юлы ошо бихисап һорауҙар рәтендә "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларынан башҡорт халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, рухиәтенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Сибайҙа башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнгән милләттәшебеҙ Денис Өмөтбаев баш ҡаланың монументаль сәнғәтенә ҡағылышлы һорау бирҙе: "Өфө йылдан-йыл үҙгәрә, был, һис шикһеҙ, ҡыуаныслы. Был - ҡала һәм республика хакимиәттәренең ҙур ҡаҙанышы. Әммә республикабыҙ, мәҙәниәтебеҙ, төбәгебеҙ тап монументаль сәнғәтте үҫтереүҙә сикһеҙ ҡеүәткә эйә. Ҡала халҡының, республикабыҙҙың баш ҡалаһына килгән ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында эпик образдарҙы мәңгеләштереп, уларға һәйкәлдәр ҡуйыу мотлаҡтыр, тип уйлайым. Әлбиттә, бында күҙ уңында Урал батыр образын тотам. Беҙҙә әлегә тиклем уға һәйкәл юҡ. Ә бит тап ошо образ менән Урал тәбиғәте, төбәктең фәлсәфәһе тығыҙ бәйләнгән, - тине Денис. - Шулай уҡ мифик ат - Аҡбуҙатҡа ла һәйкәл кәрәк, сөнки республика йылҡысылыҡ төбәге тип иҫәпләнә. Башҡорт аттары хәрби походтарҙа Урал тауҙарынан Елисей ҡырҙарына, Башкавдивизия составында рейхстагка тиклем барып еткән. Әммә уларға һаман тейешле иғтибар бирелмәгән. Киләсәктә ҡала хакимиәте халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы арт-объекттар, һәйкәлдәр эшләүгә иғтибар бүлерме һәм инициатива күрһәтерме?"
Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса ҡала хакимиәте БР Мәҙәниәт министрлығы менән биш йыл дауамында һөйләшеүҙәр алып бара. Барлыҡ ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшләнмәләр бар. "Яҡын арала йәки яҡын йылдарҙа министрлыҡ ижади конкурс иғлан итер, тип өмөтләнәм, - тине ҡала хакимиәте башлығы. - Беҙ иһә эште "Ете ҡыҙ" фонтанынан башланыҡ та инде. Бөгөн ул ҡаланың иң матур өс иҫтәлекле урыны рәтендә. Артабан "Урал батыр" эпосы буйынса һыуҙан сығып килгән аттар образын һынландырырға планлаштырғайныҡ. Ул фонтан рәүешендә "Башҡортостан" концерт залы эргәһендә урын алырға тейеш ине. Бик матур эскиздар бар. Бында үҙешмәкәрлек эштәре бармай, эш юғары художество кимәлендә башҡарылырға тейеш. Бының өсөн ҙур суммала аҡса кәрәк. Был Урал батырға бағышланған монументҡа ла ҡағыла.
Шулай уҡ республиканың төп йылғаларын һынландырған фонтан-һәйкәл кеүек ҡыҙыҡлы проект та ҡаралды. Европала шундай монументтар бар һәм улар бик матур күренә. Дөйөмләштереп әйткәндә, фекерҙәр һәм тәҡдимдәр бик күп. Ул ғына ла түгел, беҙ барлыҡ рәссамдарҙың, скульпторҙарҙың ижади ҡеүәтен берләштерергә тырышабыҙ. Ә инде ниндәй генә арт-объект булмаһын, уны тормошҡа ашырыу өсөн бюджетта аҡса булыу йәки проектты финансларға әҙер булған меценат йәки бағыусы табылыуы мөһим".
Тағы бер уҡыусыбыҙ Булат Ғәлиев ҡала властары Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың аныҡ датаһын билдәләп, йылдарға һуҙылған бәхәскә ҡасан нөктә ҡуясағы менән ҡыҙыҡһынды. Был теманы ҡала хакимиәте башлығы мөмкинлек сыҡҡан һайын айырым билдәләп китергә тырыша һәм һәр саҡ төплө аңлатма бирә. "Ҡаланың йәшенә килгәндә, ул Ҡаҙандан күпкә боронғораҡ һәм быны көлкөгә һабыштырмауығыҙҙы һорайым (быныһын ул тура эфирҙы алып барған, был һорауға үҙ иронияһын өҫтәгән Э. Хәйруллинға төбәп әйтте). Беҙҙең ғалимдар һәм археологтар тикшергән биш ҡаласығыбыҙ бар, уларҙың йәше 1500 йылдан алып 2500 йылға тиклем. Билдәле "Өфө-II" ҡаласығы әлеге ваҡытта өлөшләтә ҡаҙылған. Әгәр иғтибар итһәгеҙ, бер нисә йыл инде беҙ ҡалаға түгел, ә Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙы байрам итәбеҙ. Быйыл был дата өс 4-ле (444 йыл) менән билдәләнә. Стрелецтар килгәндә үк бында ҡаласыҡ булған. Ул бөгөнгө Сочи урамы буйлап Йәшел сауҡалыҡ яғына 10 саҡырымға һуҙыла. Был хаҡта XVI-XVII быуаттар документтарында, карталарҙа теркәлгән. Аныҡ дата билдәләүгә килгәндә, мин дә, вазифа биләүсе башҡа чиновник та быны үҙ яуаплылығына алмаясаҡ, сөнки уны ғалимдар, археологтар, тарихсылар әйтергә һәм тәҡдим итергә тейеш..."
"Киске Өфө" гәзитен уҡыусы Рәсил Бүкәнбаевты ҡасан "төньяҡ амурҙары"на һәйкәл ҡуйылыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. "Быйыл Нидерландтарҙа, Эйсел йылғаһы буйында 1813 йылда башҡорт полктарының Нидерландтарҙы Наполеон баҫҡынсылығынан азат иткән башҡорт яугиры хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды. Шулай уҡ Германияла, Польшала "төньяҡ амурҙары"на һәйкәл бар", - тип нигеҙләне ул үҙенең һорауын. "Башҡорттар Рәсәй империяһының бик күп походтарында ҡатнашҡан, батырлыҡтар, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт өлгөһө күрһәткән һәм ул һәйкәл "төньяҡ амурҙары"на булһынмы, триумфаль арка эшләү булһынмы, уҡ-һаҙаҡҡамы, хәрби ҡаҙаныштарғамы - беҙ ата-олатайҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тәҡдимдәрен ҡабул итергә әҙербеҙ", - тип белдерҙе Ирек Ишмөхәмәт улы.
Әйткәндәй, быйыл беренсе тапҡыр тапшырыу менән бер рәттән, И. Якутов исемендәге паркта "Асыҡ ҡала" телевизион күсмә студияһы эшләне. Унда граждандар тура эфирға һорауҙарын биреү менән бер рәттән, шунда уҡ ҡаланың төрлө хеҙмәттәре һәм предприятиелары вәкилдәре менән күҙгә-күҙ осрашып, аныҡ яуап ала алды.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА