Баш ҡалабыҙҙа "Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале өсөнсө йыл үткәрелә һәм ул республика халҡы өсөн матур бер йолаға әйләнде. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа 8 июндән 12 июнгә тиклем бер нисә көн ағымында барған ҡыҙыҡлы күренештәрҙе күреп ҡалырға теләүселәр райондарҙан, башҡа төбәктәрҙән йыйыла. Быйыл да, көндәр һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан, тамашасы ла, сараларҙа ҡатнашыусылар ҙа аҙ булманы.
Фестиваль сиктәрендә Милли кейем байрамы ла ойошторолдо. Йылдағыса, был күренеш байрамдың иң сағыу өлөшө булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был йола йәш быуында милли кейемдәргә ҡарата иғтибар һәм ихтирам уятыу, милли кейем төрҙәрен белеү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелеп килә. "Башҡорт милли кейеме" тип башланған проект яйлап киңәйеп, бөгөн инде төрлө милләт кейемдәре кимәленә барып етте. Шулай ҙа төп баҫым үҙебеҙҙең милли кейемдәргә яһала.
Төрлө район, төрлө ырыу, ерлек кейем төрҙәре килгәйне байрамға. Һәр береһендә бер үҙенсәлек, башҡаларҙан айырмалы булған һыҙаттар күҙгә ташлана. Кемдәрҙәлер - традицион селтәрҙәр, икенселәрендә - арҡыры яға, өсөнсөләрҙә - тамбурлы алъяпҡыстар, дүртенселәрҙә - сигеүле балитәктәр, бишенселәрҙә таҡыялы япмалар... Шундай сағыулыҡ, байлыҡ, күркәмлек.
Тәү ҡарашҡа уҡ айырылып торған бер төркөмгә күҙем төшөп, барып танышмай ҙа булдыра алманым. Милли кейемдәре боронғолоғо һәм үҙҙәрендә ниндәйҙер айырым милли һыҙаттар һаҡлағанлығы менән ҡарашты йәлеп иткән апайҙар ысынлап та ҡунаҡтар - ҡурған башҡорттары булып сыҡты. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Ҡалмаҡ-Әбдерәш ауылынан Гөлсара Лоҡманова өс киленен һәм апаһын алып килгән байрамға. Барыһы ла үткән быуат оҫталары ҡулында эшләнгән кейем-биҙәүестәрҙә. "Был яғаны миңә инәйем 15 йәшемдә эшләп биргәйне, шунан һаҡлайым, - тип һөйләй инәй түшен ябып ятҡан биҙәүесе тарихын. - Комсомол сағымда "кәрәкмәй" тиһәм дә инәйем яһаны, биш ҡыҙына ла ҡомартҡы итеп тапшырҙы. Башымдағы француз яулығым да үҙемә бирнә булып килгән әйбер ул. Килендәремдәге яулыҡ-ҡашмауҙар ҙа боронғо, уларҙы мин ололарҙан һатып йәки ҡомартҡыға алып ҡалғанмын. Һәр береһе бер хазина уларҙың" . Бына бит, рухлы йәндәр Ҡурған һынлы Ҡурғандан милли кейемдәрен күрһәтергә, башҡаларҙы күрергә тип килеп еткәндә, бындағылар ни йөрәк менән ситтә ҡалырға тейеш?
Тағы ла бер үҙенсәлекле кейемгә тап булдым. Уның хужабикәһе Ишембай районы Ҡолғона ауылынан Раушания Мусина булып сыҡты. Ул өләсәһе Бибиғәлимә (1880-1964) теккән күлдәкте кейеп килгәйне. Боронғоса ирекле бесеүҙәге күлдәк бөгөнгө заманса костюмдарынан бер яғы менән дә ҡайтыш түгел. Бына ниндәй оҫта булған халыҡ тегенселәре һәм әле беҙ белмәгән-күрмәгән күпме кейем төрҙәре бар икән.
Аллы-гөллө костюмдар парады Салауат Юлаев һәйкәле янына ҡуҙғалып, Зәки Вәлиди урамы аша "Ватан" этнопаркына төштө. Унда рәсми теркәлеү үтеп, дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә әйләнде. Меңдән ашыу кеше теркәлеп рекорд һанын һуҡҡан халыҡ майҙанда сихри бер калейдоскоп йәки йыһандағы йондоҙҙар әйләнеше һымаҡ булып күренде. Күҙ алдынан төрлө кейемдәр, йөҙҙәр, костюмдар үтте. Үҙ халҡы кейемендә булған тиҫтәләгән төр милләт вәкиленең һәр береһенең йөҙөндә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сағылыш таба ине.
Байрамда бигерәк тә йәштәр, парлы, бала-сағалы ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы күренеш булды. Ә республика ағинәйҙәре инде әллә ҡайҙан күренеп тора, бер иштән сынъяһау кейенешеп, балҡып йөрөйҙәр.
Был сара үтте лә китте. Әммә улар ябай теркәү булып ҡына үтмәне, ә әллә күпме халыҡта ойоп ятҡан рухты уятып, сәмде ҡуҙғытып, илһамды талпындырып ебәрҙе. Кемдәрҙер был көндө бығаса ҡулына ла тотмаған милли кейемен кейеп ҡараны, берәүҙәр ошо сараға тип бағышлап биҙәүес алды, икенселәр тәүге тапҡыр башына япма һалды. Был да файҙа. Шулайтып, берәр аҙымлап, мыҫҡаллап булһа ла милли асылыбыҙға, ысынбарлығыбыҙға ҡайтып барабыҙ, тарихи миллилегебеҙҙе бөгөнгө тормош кимәленә, заман әйләнешенә сығарабыҙ. Шулай булғанда, миллилектән айырылмағанда, юғалмабыҙ, таралмаҫбыҙ, тарҡалмаҫбыҙ, тип ышанам.
...ҠУРАЙҘАРҘА ҺЫҘҘЫРЫП
"UFA - Kuraifest" проекты милли уйын ҡоралыбыҙ - башҡорт ҡурайына арналды. Проект сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар ойошмаһы форумы үтте. Форумда БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, ҡурай оҫталары Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Артур Ғайсаров һәм башҡа белгестәр, уҡытыусылар, артистар, студенттар ҡатнашты. Шулай уҡ Ырымбур һәм Мәскәү ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Төрлө йәштәге, ҡараштағы һәм кимәлдәге форумсыларҙың теләге бер ине: ҡурайҙы һаҡлау, пропагандалау, йәштәрҙе өйрәтеү, оҫталар үҫтереү.
Шул көндөң кисенә инде ҡурай үҙе сәхнә түренә сыҡты. Ҡурайҙа халыҡ, эстрада, эстрада-электрон һәм классик көйҙәр уйналды. Төрлө һәм сит халыҡтар музыка ҡоралдарына ла ҡушылып һыҙҙырҙы ҡурай. Бер һүҙ менән әйткәндә, уйнатты ла, уйлатты ла, йырлатты ла, бейетте лә тыңлаусыларын моңло ябай көпшә үлән.
Был сараның төп һәм мөһим ваҡиғаһы ла булды - ҡурайҙың Башҡортостан Республикаһының төбәк милли музыка ҡоралы булараҡ билдәләнеүе тураһындағы патент тапшырылды. Был мәртәбәле билдәне БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡабул итеп алды һәм таныҡлыҡ Республика халыҡ ижады үҙәгендә һаҡланасаҡ.
Байрамдың концерт программаһын 10 йәшлек кенә һәләтле ҡыҙыҡайыбыҙ, "Зәңгәр ҡош" Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсы финалисы, "Ирәндек моңдары - 2018" Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһенең балалар араһындағы еңеүсеһе Ләйсән Золотарева ҡурай хаҡындағы риүәйәт менән асып ебәрҙе. Артабан иһә ҡурайға бәйле булған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре телгә алынды. Айҙар сәсән, Ҡаһым түрә, Салауат батыр, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм башҡа данлы ата-бабаларыбыҙҙың исемдәре, һүрәттәре сыҡты сәхнә экранына, улар ижад иткән көйҙәр яңғыраны, йырҙар башҡарылды.
Тамашасыларҙы был көндө үҙ сығыштары менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, барыбыҙ ҙа яратып өлгөргән "Zaman", "Дар-Ман", ZAINETDIN төркөмдәре, "Урал моңо - 2018" Халыҡ-ара төрки йәштәр бәйгеһе еңеүселәре, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсылары һөйөндөрҙө. Һәм быларҙың барыһын да Башҡортостан Республикаһы Халыҡ инструменттары милли оркестры биҙәп ултырҙы.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА