«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛЫМ, МИЛЛӘТЕМ, ТУҒАНДАРЫМ – ОШОНДАЙ УРТАҠ МАҠСАТ ТИРӘҺЕНДӘ ОЙОШАЙЫҠ!
+  - 

Күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева быйыл яҙ үҙенең 75 йәшлек, ә күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Сабир Нәғим улы Шәрипов 70 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Улар менән ҡорған әңгәмәбеҙ халҡыбыҙ яҙмышы, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт проблемалары хаҡында.


Элегерәк, беҙ бала, үҫмер саҡта 50-60 йәшкә еткән кешеләр ҡарт күренә торғайны. Хәҙер бына элекке самалар менән Мәрйәм апайға ҡараһаң - 75, Сабир ағайға - 70 йәш биреп булмай. Әлхәмдилүллаһ! Был ҡартлыҡтың йәшәреүеме, әллә киреһенсәме? Һәр хәлдә, һеҙ бала, үҫмер саҡта әлеге һеҙҙең йәштәгеләр нисек булып күренә ине?

Сабир Шәрипов: Был һорауҙың социаль мәғәнәһе лә ҙур. Мин, мәҫәлән, һуғыштан һуң тыуғанмын. Беҙҙең заманда 40-50 йәштәгеләр ҙә ҡарт күренде. Икенсенән, беҙҙең яҡта, мәҫәлән, урман ҡырҡыу, ағас ташыу уғата ауыр. Был хәтәр кәсеп һаулыҡты ала, күп урмансылар оҙаҡ йәшәй алмай. Һал ағыҙыуҙа, ҡыуғында йөрөүселәр, ҡыштарын диләнкәлә эшләүселәр һыуыҡ тейгеҙеп, олоғая килә тиҙ бирешә. Медицинаның артта ҡалыуы ла урмансыларҙың уртаса йәшендә сағылыш тапҡандыр. Һуғыш ваҡытында яуҙа ла, тылда ла булған ауырлыҡтар, һуғыш яралары, аслыҡ йылдарындағы миктәүҙәр - халҡыбыҙ шул осорҙа күргән ыҙалыҡтарҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел инде ул.

Мәрйәм Бураҡаева:  Мин дә, Сабир ҡусты әйткәнсә, ғүмер оҙайлығында йәшәү рәүешенең сағылышын билдәләр инем. Әммә бер үк заман кешеләре, йәғни йәштәштәр араһында ла айырма бар бит. Һикһән йәшлектәр араһында тетә һуғып донъя көтөүселәр ҙә, үлем көтөп ятыусылар ҙа юҡ түгел. Йылдар иҫәбен дә, йәш билдәләүҙе лә кешелек донъяһының аҡыллы баштары уйлап тапҡан бит. Әммә тәбиғәт тарафынан түгел. Тимәк, тәбиғәттә йәш билдәләү зиһен яҡтылығына, аң торошона, йәшәү маҡсатына, сәләмәтлеккә, ҡыҫҡаһы, күңел донъяһына бәйлелер, тип уйлайым. "Эй, ҡыҙым, беҙҙең йәшкә ет әле, ҡартлыҡтың ни икәнлеген аңларһың", - ти ине ололар. Артабан инде: "Инәй, һеҙгә нисә йәш ул?" - тип һораусылар була башланы. Яҙмыштың иркә балаһы, сәскәнән-сәскәгә ҡунып йәшәгән күбәләк булманым, әммә мин туҡтауһыҙ идеялар, проекттар менән йәшәйем һәм йәш - ул күңел торошо, тигән һығымта яһау дөрөҫ булалыр, тип уйлайым.

Сабир Шәрипов:  Сер түгел: ҡырыҫ себер тайгаһында чукча, эвен, яҡут, тофалар һ.б. милләттәрҙе абхаздар, черкестар ише оҙаҡ йәшәүселәр иҫәбенә индереп булмай. Ләкин, уйлауымса, һәр халыҡ үҙенсә бәхетле, үҙенсә һөйкөмлө.

 Кешенең йәшенән халыҡтың, милләттең йәшенә күсәйек. Үҙем менән булған ҡыҙыҡлы бер ваҡиға хаҡында әйтеп үтәм. Быйыл 24 февралдә Баймаҡ районының Темәс ауылы янында спорт уйындары ойошторолдо. Бәйге лә булды. Башҡорт тоҡомло аттар йәшенә ҡарап дүрт төркөмдә сабышты. Башҡа тоҡомло аттар ҙа үҙ-ара ярышты, һуңынан санаға егелгән аттар, юртаҡтар ике тәгәрмәсле арбала уҙышты. Бәйгегә Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылынан дүрт йәшлек башҡорт тоҡомло айғырҙы алып килгәндәр. Республика, Рәсәй, төбәк-ара бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәгән ул айғыр. Үҙенең йәшендәге аттар менән сабышырға мәле килеп еткәйне, сабышыуҙан баш тартты ла ҡуйҙы. Айғырҙы сабышырға алып килеүсе танышым, Айыуһаҙы ауылы ир-уҙаманы Биктимер Кәримов миңә был хәлде шулай аңлатты: баҡтиһәң, башҡорт айғыры сабышырға йыйылған аттар араһында ҡатнаш ҡанлы аттарҙың барлығын һиҙә лә, улар менән ярышҡыһы килмәй икән. Был хәл мине ныҡ тетрәндерҙе. Ни өсөн тигәндә, беҙ, Евразияла йәшәгән боронғо халыҡтарҙың береһе булһаҡ та, һуңыраҡ осорҙа формалашҡан халыҡтар менән нимәләлер ярышырға теләйбеҙ. Бында айғырҙың ҡылығы беҙҙе шул хаҡта иҫкәртмәйме: беҙ был осраҡта йөҙ йәшлек ҡарттың егерме йәшлек егет менән йүгереп ярышҡан хәлдә түгелбеҙме?

Мәрйәм Бураҡаева: Йәшәү дәүерендә этнос бер нисә фаза аша үтә. Был һорауға яуапты улым Илгизәр әле яңыраҡ икенсе тапҡыр нәшер ителгән "Башҡорт көсө" (Илгизәр Диҡҡәт, 2017) исемле китабында "Боронғо ауаздың шаңдауы" тигән яҙмаһында бик төплө яуап бирә. Ул былай тип яҙа: "Бөйөк ғалим Лев Николаевич Гумилевтың этногенез теорияһы буйынса һәр бер милләт, кеше һымаҡ, тыуа, үҫә, ир ҡорона инә һәм ҡартая... Был осор, йәғни этногенез арауығы, башҡа халыҡтар йәки дәүләттәр тарафынын көслө йоғонтоға йәки ҡырылыуға дусар булмаһа, 1200 йылдан 1500 йылға тиклем дауам итә. Ошо дәүерҙе йәшәгәндән һуң ул, боронғо әкиәт батыры һымаҡ, өс юл сатына килеп баҫа һәм артабанғы яҙмышын үҙе һайлай". Тимәк, халыҡ үҙ яҙмышын үҙе һайлаған саҡта төрлө шарттарға дусар була. Әйткәндәй, егет ҡоро сағында башҡорттар даланың ғәйрәтле ҡәүеме һаналған, ике ҡитғаны дер һелкетеп тотҡан ҡыпсаҡтарҙы ла йотҡан. Был осорҙа халыҡтың ир-аттары күберәк тыуа. Улар икенсе яҡтан ҡыҙҙарҙы кәләш итеп алырға тырыша.

Ярышыуға килгәндә, беҙ әлеге фазабыҙҙа ярышмайбыҙ, олпатлыҡ беҙҙең ҡанға һалынған барыбер ҙә. Бөгөнгө көндә беҙгә үҙебеҙҙе раҫлау, булған ҡиммәттәрҙе ныҡ тотоу, тыуған еребеҙҙә ышаныслы баҫып тороу, ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн татыулыҡ һаҡлау, бер-беребеҙҙең ҡаҙаныштарын күреү, шәхестәребеҙҙе күтәреү (билдәле: шәхесен күтәрә белгән халыҡ үҙен күтәрә), ҡаныбыҙға һалынған һәләттәрҙе асыу, донъя кимәленә сығыу йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Беҙ бит иҫ китмәле бай рухлы, рухи ҡиммәтле халыҡ. Тик үҙ баһабыҙҙы үҙебеҙ генә белеп етмәйбеҙ. Ә үҙ баһаһын белмәгән халыҡ үҙен раҫлай алмай.

Беҙҙең рухи булмышыбыҙ икенсе берәүҙекенә лә оҡшамаған. Милләтте рухи тормош, рухи булмыш бар итә. Әхмәр ҡустым, һин әйткән хәлгә килгәндә иһә, Темәстәге бәйгелә сабышыуҙан баш тартҡан айғыр дөрөҫ эшләгән. Сөнки уға бындай тойомлауҙы, бындай аңды тәбиғәт һалған. Тик бына беҙ, кешеләр генә, үҙебеҙҙең бындай тәбиғи һиҙгерлегебеҙҙе юғалта барабыҙ.

Сабир Шәрипов: Телевизорҙан туған телендә һөйләшкән 500 кешеһе генә ҡалған халыҡты күрһәттеләр. Беҙ шулай уҡ борон заманда бик көслө ҡәүем һаналып, хәҙер ер йөҙөнән юғалған халыҡтарҙы ла беләбеҙ. ХХ быуат башында төрөк халҡына яңы өмөт, һулыш биргән Мостафа Кемал минең ырыуҙаш - кирәй ҡыпсаҡ ырыуынан булған. Ул Ғосман империяһы ярсыҡтарын тәшкил итеүсе төрлө халыҡтарҙы берләштереп, Төркиә дәүләтселеген төҙөй, дө-йөм алфавит булдыра. Ул күптәрҙе үҙ ҡәүеменә саҡырып ала. Бик күп сауҙагәрҙәр, сәйәсмәндәр уның саҡырыуын ҡабул итеп, Төркиәгә китә. Туҡайҙың "Беҙ китмәйбеҙ" тигән шиғыры тап шул хаҡта. Яныбай ағай Хамматов башҡорттарҙың ҡасандыр 7-8 миллион кешене тәшкил итеүе хаҡында яҙғайны. Тулы тормош менән йәшәгән милләт артырға тейеш бит инде, тик беҙҙә бөгөн әллә ни артым тойолмай. Был уйландырып ҡына ҡалмай, хатта һиҫкәндерә лә.

 Беҙ яңырыу осорон кисерәбеҙ. Сабир ағай һан буйынса артыу мәсьәләһен күтәрҙе. Был йәһәттән шундай бер теориям бар. Боронғо милләттәр һан буйынса артыуҙы маҡсат итеп ҡуймайҙыр ул. Милләттең эсендә ниндәйҙер үҙкөйләнеш бара. Мәҫәлән, үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарында ауылдарҙан ҡыҙҙар ҡалаларға китте. Уларҙың күбеһе дөйөм ятаҡтарҙа йәшәп, кейәүгә сыҡмайынса ҡартайҙы. Ҡыҙҙар киткәндән һуң ауылдарҙа ҡалған егеттәр өйләнмәйенсә, һаҡалдары биленә етте. Ҡыҙҙар йәмһеҙ булғаны, бала табырға эшкинмәгәне өсөн йәки башҡа сәбәптән кейәүгә сыҡмай ҡалманы бит инде. Егеттәр ҙә донъя көтөргә эшкинмәгәне, булдыҡһыҙ булғаны өсөн өйләнмәй торманы. Ошо күренештең сәбәптәре нимәлә? Үҙемсә шулай уйлайым: донъяла бөтә нәмә иҫәпле, шул иҫәптән халыҡ өсөн бирелгән йәндәр ҙә һанаулы. Миҫалға Алтын Урҙа империяһын алайыҡ. Үҙ заманында ғәскәренең һаны буйынса донъяла иң ҙуры һаналған, халыҡ мыжғып торған территорияла бөгөн 3 миллион самаһы ғына кеше йәшәй. Рәсәйҙә лә халыҡ һаны кәмей, киләсәктә Ҡытайҙы ла, Һиндостанды ла, Африканы ла шундай уҡ яҙмыш көтә. Ошонан сығып, минең теориям: боронғо халыҡтар һан буйынса артмау иҫәбенә ҡәүемдең йәшәү мөҙҙәтен һуҙмаймы икән?

Сабир Шәрипов: Беҙҙең халыҡтың күп ир-аттары яуҙарҙа, ихтилалдарҙа ҡырылған. Беҙ быға тиклем ауыл иҫәбенә тулылана килә инек. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәрҙең һаны кәмеүе дөйөм халыҡтың һанында ла сағылыш таба. Башҡалар өсөн нисектер, ауылдарҙың кәмеүе беҙҙең өсөн яҡшыға түгел. Тел дә зәғифләнә, йолалар онотола бара.

Мәрйәм Бураҡаева: Әхмәр ҡустым, һин әйткән теория буйынса ҡарағанда, әгәр ҙә халыҡтың һаны тәбиғи юл менән артмай икән, шул уҡ тәбиғәт үҙенә кәрәк саҡта халыҡтың һанын күбәйтә лә алалыр. Әлеге ваҡытта беҙгә күберәген тышҡы факторҙар йоғонто яһай. Беренсенән, булмышыбыҙ иркенлектә йәшәргә өйрәнгән, беҙ ҡала ерлегендә башҡалар менән аралашып йәшәүгә, шунда үҙеңдең ишеңде табыуға ҡулайлашмағанбыҙ, тейбеҙ. Әммә ҡулайлаша барабыҙ бит. Өфөлә күпме башҡорт ғаиләләре теркәлә. Алтмыш биш-етмешенсе йылдарҙа мин Башрадиола йәштәр өсөн тапшырыуҙар әҙерләгәндә, Никах теркәү йортона барып, үҙ-ара өйләнешкән башҡорт ғаиләләре тапмай бер булғайным. Ә хәҙер ҡарайыҡ! Ғаилә байрамдарында ғына ла ниндәйен йәштәр ҡатнаша!

Сабир Шәрипов: Беҙҙең халыҡты Сталиндың сәйәси золомо ныҡ киҫә. Ҡайҙалыр уҡығайным, хатта беҙҙең республикаға ике мең кешене иркенән мәхрүм итергә, тигән разнарядка була. Урындағы властар был һанды илле мең кешегә алып барып еткерә, йәғни ошо моментты файҙаланып, милләттең ҡаймағын, зыялыларын юҡ итә.  Үкенескә күрә, хәҙерге көндәге күп кенә проблемаларыбыҙ тап ошо факторға бәйле икәнлеген дә танырға мәжбүрбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Салауат батырҙар, Зәки Вәлиди, Мортазиндар, Башҡорт ғәскәре айбарлы көрәшмәһә, бөгөн беҙ булыр инекме икән? Ниндәй халыҡҡа әйләнер инек? Шөкөр, бихисап ҡорбандар аша бөгөнгө хәлгә күтәрелгәнбеҙ, тим.

Мәрйәм Бураҡаева: Дөрөҫ. Ошо фекерҙе үҙебеҙгә ҡарата ла ҡулланайыҡ. Йәшәү - ул көрәш, тигән хәҡиҡәт бар. Бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙ ете юл сатында тора. Кем дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер? Киләсәктә берәү: "Әгәр яҙыусы Сабир Шәриповтар йәки Мәрйәм Бураҡаевалар үҙ ваҡытында шул-шул фекерҙе әйтмәһә, китабында шулай тип яҙмаһа, беҙгә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтмәһә, бөгөнгө көндә башҡорт булыр инеме?" - тип, беҙҙең быуынға рәхмәтле булырға тейеш бит! Үҙебеҙҙең ҡулдағы бөтөн сараларҙы: матбуғатты, радио-телевидениены, интернет бәйләнештәрен файҙаланып, заманындағы бөйөк зыялыларыбыҙ башҡарғанды дауам итергә тейешбеҙҙер ул?

Әгәр ҙә һин сәйәсәт менән шөғөлләнмәһәң, сәйәсәт һинең менән шөғөлләнәсәк, тигән һүҙҙәр бар. Беҙ барыбер ҙә үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәшеп йәшәргә бурыслыбыҙ.

Сабир Шәрипов: Сәйәсәт власҡа, фирҡәләргә генә кәрәкмәй. Һәр кеше үҙенсә сәйәсмән ул барыбер ҙә. Әгәр ҙә беҙ һуғыш теләмәйбеҙ икән, был осраҡта ла сәйәсмәнбеҙ. Элек һайлауҙарҙа Мостай Кәримдәр, Рәсүл Ғамзатовтар, Заһир Исмәғилевтар мотлаҡ сығыш яһап, беҙ уларҙың сығыштарын ҙур тиражлы гәзиттәрҙә баҫа торғайныҡ. Һуңғы һайлауҙарҙа бер яҙыусының да һүҙе яңғыраманы. Беҙҙә лә, Мәскәүҙә лә шул уҡ күренеш күҙәтелде. Күберәген эшләпәле режиссерҙар нотоҡ уҡыны, артистар сығыш яһаны. Был яҡшы күренеш түгел.

Мәрйәм Бураҡаева: Шуны әйтәм дә инде. Әммә яҙыусылар әүҙем түгел, тип әйтә алмайым. Әле исемләп һанап китмәһәм дә, халыҡ белә һәм уларға рәхмәтле. Халыҡ алдына сығыусы яҙыусылар булды. Һайлауҙарҙа башҡортса бюллетень талап итеү ҙә шул уҡ көрәш. Берәү: "Бөтә нәмә өсөн көрәшәбеҙ, арыным", - тип яҙа интернетта. Мин уға: "Тормош ул үҙе көрәш, көрәшеүҙән арыу - йәшәүҙән арығанһың тигән һүҙ", - тинем.

Мәрйәм апай, һеҙҙең "Ағиҙел"дең март айында сыҡҡан "Мөхит тәрбиәһе" мәҡәләһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Ни өсөн был мәсьәлә үтә лә мөһим. Сөнки башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән, башҡорт мәктәбендә уҡыған балалар урамға сыҡҡас та дө-йөм аралашыу теленә күсә лә ҡуя. Бында мөхиттән тыш, тағы ла башҡа шарттар хаҡында ла уйланырға, саралар күрергә кәрәктер.

Мәрйәм Бураҡаева: Бында эске рухи көсөңдө арттырыу хаҡында һөйләшергә кәрәктер. Үҙеңде башҡорт итеп тойоуың, телеңә, милләтеңә мөнәсәбәтең мөһим. Башҡорт балаһы үҙенең туған телен, милләтен яратырға, башҡаларға кәмһетергә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Таңсулпан ҡыҙымдың иптәштәре килә лә, уға "Тансулпан" тип һүҙ ҡушһа, яуап бирмәй ҙә ҡуя. "Мин Тансулпан түгел, ә Таңң-ң-ң-ң-ңсулпан", - тип өйрәтә ине әхирәттәренә. Был Таңсулпандың үҙенең теленә ҡарата мөнәсәбәте. Беҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙ балаларыбыҙға кәмһенмәү тойғоһо һалһаҡ, ғорурлыҡ тойғоһо уятһаҡ, был тел дә һаҡланасаҡ. Рәми Ғарипов әйткәнсә, "Бер телдән дә телем кәм түгел, кәм күрер уны тик кәм күңел". Кәм күңел булмайыҡ. Халыҡтың һан яғынан аҙ йәки күп булыуы телеңдең бөйөклөгөн йәки түбән кимәлле булыуын аңлатмай. Бөтөн телдәр ҙә тиң!

Тел мөхитен булдырыу, һаҡлау ауылдарыбыҙҙы һаҡлау менән туранан-тура бәйле. Ауыл мәктәбен һаҡлау өсөн балаларҙың ата-әсәһен эш менән тәьмин итеү тәүшарт. Тимәк, тел мөхитен һаҡлау рухиәт мәсьәләһе булыуҙан тыш, иҡтисад мәсьәләһе лә. Шулай түгелме?

Мәрйәм Бураҡаева: Ата-әсә-һенә йәшәү рәхәт булған ауылда балаһы ла йәшәргә ҡала. Шө-көр, мин барған саҡта Ейәнсура районының Ибрай ауылы ике генә урам ине, хәҙер ул дүрт урамлы булып китте. Эш урындары ла юҡ, мал көсө менән йәшәйҙәр, халыҡ шул тиклем татыу, бер-береһенә ярҙамсыл. Ауылда ҡул эштәре лә табалар, ситкә сығып эшләп тә ҡайталар, ләкин өйҙө Ибрайҙа һалалар. Себерҙә эшләгән егеттәр ярышып бура күтәрә. Һуңғы йылдарҙа ғына ете ике ҡатлы йорт ҡалҡып сыҡты. Тик тырым-тырағай таралып аҡса эшләү, әлбиттә, берҙәмлекте ҡаҡшата, әммә ауылым, милләтем, туғандарым, тигән уртаҡ маҡсат тирәһендә ойошоуҙы көсәйтергә тейешбеҙ.

Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһаусы Батырхан Мырҙабаев: "Ситтә йөрөһәгеҙ ҙә һис юғы үлергә тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ. Һис юғы кәүҙәгеҙ сереп, тыуған еребеҙгә ашлама булыр", - тигәйне...

Мәрйәм Бураҡаева: Хәҙер ауыл халҡына ашлама ғына кәрәкмәй шул. Уларға ауылдашының тере ваҡытында ярҙамы кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәр, осрашыуҙар, байрамдар аша араларҙы һыуытмау сараһы күрергә кәрәк. Дәреслектәргә тарихи романдарҙы тыңҡыслап тултырыусы авторҙар ҙур зыян эшләне. Балалар әҙәбиәттән һыуынды. Үҫә килә әҙәби китап уҡыу, эшкә киткән саҡта үҙең менән яратҡан китабыңды алып китеү тигән ғәҙәт юҡҡа сыҡты.

Сабир Шәрипов: Үҙҙәре мәк-тәптә бер дәрес тә уҡытмаған әҙәмдәр эшләне инде быны. Уларҙы тыйыусылар булманы. Ул тарихи романдар бик ҡатмарлы, хатта өлкән кешеләр ҙә аңларлыҡ түгел.

Һуңғы ваҡытта ҡурайыбыҙға дәғүә итеүселәр күбәйҙе. Быға нисек ҡарайһығыҙ?

Сабир Шәрипов: Ҡурай үләненең Уралда ғына үҫкәне, унда башҡорт ҡына уйнағаны һәр кемгә мәғлүм. Ҡаҙаҡ та, татар ҙа ҡурайҙа уйнамаған, юҡ менән булышалар.

Мәрйәм Бураҡаева: Ҡурайыбыҙға ғына түгел, һәр төрлө рухи байлыҡтарыбыҙға: йырҙарыбыҙға, бейеүҙәребеҙгә, тарихи шәхестәребеҙгә дәғүәләшәләр. Беҙгә үҙебеҙҙең боронғо йәшәү ҡанунына таянырға кәрәк: кешенекен алма, үҙеңдекен бирмә. Билдәле бит: башҡорт бер кемдең дә ерен баҫып алмаған, фәҡәт үҙенекен бирмәҫ өсөн яуға күтәрелгән.

Һуңғы ваҡытта һеҙ әҙәби әҫәрҙәр яҙмайһығыҙ, Мәрйәм апай. "Шишмә", "Һылыуҡай", "Йәнтөйәк" һымаҡ әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыусы ныҡ һағына. Халыҡтың яҙмышына бәйләп, ошо идеяларығыҙҙы һалып, бер роман яҙһағыҙ булмаймы? Әҙәби әҫәрҙең йоғонтоһо бөтөнләй икенсе төрлө була бит.

Мәрйәм Бураҡаева: Мин шиғыр яҙа белмәйем, шуға ла халыҡтың аңын уятырлыҡ публицистик әҫәрҙәр, ҡыҫҡа фекерҙәр яҙам. Халыҡҡа тос, артабанғы йәшәйеш өсөн йүнәлеш бирерлек трибун шағирҙар һүҙе кәрәк бөгөн. Аҡмулла - белем алыу мөһимлеге, Бабич - тупраҡты йәғни еребеҙҙе һаҡлау зарурлығы, Ғафури - халыҡ мәнфәғәтен аңлай белеү өсөн һәр саҡ уның менән бергә булырға кәрәклеге, Рәми Ғарипов - туған телдең әһәмиәте тураһында ниндәйен көслө шиғырҙар яҙып, халыҡтың йоҡомһораған зиһенен яҡтыртып ебәрҙе заманында. Әле туған телдең әһәмиәте тураһында туҡтауһыҙ аңлатыу эше алып бармаһаҡ, яҙмышыбыҙ киләсәге томанлы. Һуңғы ун биш-егерме йыл фәҡәт публицистик әҫәрҙәр яҙыу, халыҡ араһында мәғрифәтселек менән шөғөлләнеү менән мәшғүлмен. Әлегә минең башымда шул ғына.

Ер йөҙөндәге бөтә тауышлы йән эйәләре үҙ-ара өн аша аралаша. Әгәр ҙә беҙ икенсе телгә күсәбеҙ икән, балабыҙ менән арабыҙға пәрҙә ҡорабыҙ. Беҙҙең өсөн иң тәүҙә өн, моң яҡын, шунан һуң ғына туған телебеҙ килә. Беҙгә фәҡәт үҙ балаңды үҙеңдән алыҫлаштырмау өсөн туған өнөбөҙ нигеҙендә бар булған телебеҙҙе өйрәтергә кәрәк. Һәр хәлдә, тәбиғәт тә шулай. Шуға күрә лә минең барлыҡ уйҙарым шул тирәлә әйләнә.

Ата-әсәһенән алыҫлашҡан бала милләтенән дә алыҫлашамы?

Мәрйәм Бураҡаева: Эйе. Ата-әсәһен һанламаған кеше уның телендә һөйләшмәй, милләтен һанламаған кеше халҡы телендә һөйләшмәй. Әле роман яҙыусылар булыр әле, мин иһә халҡыма кәрәк булған публицистика жанрында эшләйем. Әле "Нимә ул туған тел?" тигән яҙмалар өҫтөндә көс түгәм.

Быйыл март айында үткән президент һайлауында бер эксперт бик ҡыҙыҡлы фекер әйтте. Ер шарында, Рәсәйҙә һан нисбәте буйынса ҡатын-ҡыҙҙар иң күбе иҫәпләнә. Һайлауҙарға ла күбеһенсә улар йөрөй, президенттарҙы ла улар һайлай. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ әүҙем. Беҙҙәге ағинәйҙәр хәрәкәтен генә алайыҡ. Хатта ки, ҡатын-ҡыҙ риза булмаһа, беҙ, ирҙәр уларға өйләнә лә алмайбыҙ. Асылда, ҡатын-ҡыҙ беҙҙе һайлай. Дөйөмләштереп әйткәндә, һайлау хоҡуғына ла улар хужа. Шулай бит, Сабир ағай?

Сабир Шәрипов: Телде лә ҡатын-ҡыҙ нығыраҡ һаҡлай. Юҡҡа ғына туған телде әсә теле тип әйтмәйҙәр. Кавказда ҡырҡлаған милләт вәкиле йәшәй, береһе лә үҙ телен онотмай. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ эшләмәй тиерлек, уның ҡарауы, ғаиләне, йола-традицияларын, туған телен һаҡлай.

Мәрйәм Бураҡаева: Иисус Христостың, йәғни Ғайса пәйғәмбәрҙең ҡайтыуы айҡанлы бөтөн телдәргә лә "Библия"ны тәржемә итәләр. Шунда Себерҙәге ҡайһы бер халыҡтарҙың телдәре бөтөнләй юғалғаны асыҡланған. Шул телдәрҙе тергеҙеү маҡсатында Библия институты аҡса бүлә. Эште нимәнән башлағандар? Кухня теленән. Баҡтиһәң, кухняла йөрөгән ҡатын-ҡыҙ милли ризыҡтарҙың, ҡорамалдарҙың атамаларын, эш процесындағы төшөнсәләрҙе туған телдәрендә һаҡлап ҡалған икән.

Сабир Шәрипов: Рәсәйҙә лә бар ундай халыҡтар. Ненецтар, шорҙар ныҡ кәмегән, бер нисә ауылда ғына тороп ҡалған.

Мәрйәм апай, Сабир ағай, яҙмышығыҙ ижад, яҙыусылыҡ юлына бәйле булмаһа, ниндәй һөнәрҙе һайлар инегеҙ?

Сабир Шәрипов: Мин уҡытыусы булыр инем. Юҡҡа ғына иң тәүге уҡыу йортом да педучилище түгелдер. Бала сағымды атайҙарҙың, ағайҙарҙың һал ағыҙғанын күреп, киләсәктә һалсы булырға ла хыялландым. Урман ҡарауылсыһы булып эшләһәм дә үҙ хеҙмәтемә намыҫ менән ҡарар инем. Белоретта мәғдәнсе булып эшләп, байтаҡ ҡына аҡса эшләп ҡайтҡан ағайҙарҙы күреп, мәғдәнсе лә булырға хыялланған саҡтарым булды.

Мәрйәм Бураҡаева:  Мин дә уҡытыусы булыр инем. Әле лә үҙемде был һөнәрҙән ныҡ айырылғанмын тип әйтә алмайым. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә бер генә йыл эшләп китһәм дә, элекке уҡыусыларым минән: "Апай, һеҙ беҙҙә нисә йыл эшләнегеҙ ул?" -  тип һорайҙар. Бындай һорау мине шатландыра. Тимәк, аҙ ғына ваҡытта мин уҡыусыларым күңелендә иҫтә ҡалырлыҡ булып ҡалғанмын.

 

Шулай итеп:

Халыҡ мәнфәғәтенән айырылған әҙәбиәттең әһәмиәте юҡ. Бигерәк тә милли әҙәбиәт үҙе ижад ителгән телдә һөйләшеүсе халыҡтан, уның көнүҙәк проблемаларынан, рухиәт мәсьәләләренән алыҫ тора алмай. Был - аксиома. Ил инәһе, ил ағаһы йәшенә еткән әҙиптәребеҙгә рух ныҡлығы, ғаилә ҡыуаныстары, ижад шатлыҡтары насип булһын!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 666

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru