Миңлегөл ҠАНСУРИНА, химия фәндәре кандидаты: Борондан башҡорт ғаиләһендә быуындар араһында ныҡлы бәйләнеш булған. Атайым ғаиләлә иң бәләкәй ул булыу сәбәпле, әсәйемде килен итеп тыуған йортона төшөргән. Шуға ла беҙ, мин, ҡустым һәм һеңлем, ҡартатайлы, ҡәртәсәйле булып үҫтек. Мәҫәлән, миңә сәғәт йөрөшөн, иҫәбен ҡартатайым өйрәтте. Ҡәртәсәйем бер намаҙын ҡалдырмаған дини кеше ине. Уны аятҡа саҡырһалар, мине лә үҙе менән ала. Ауылдың әбейҙәре менән сәй эсеп йөрөнөм мин шулай бала саҡта.
Әле булһа ла ҡәртәсәйемдең ҡайһы бер әйткәндәрен, кәңәштәрен иҫкә төшөрәм дә, ауыл әбейе уны ҡайҙа белгән икән, тип уйлайым. Матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлаша ине, битегеҙҙе эҫе һыу менән йыумағыҙ, тирегеҙ сирыша, тиер ине. Бөгөнгө йәштәрҙең ҡәйнә менән бер өйҙә һис йәшәгеләре килмәй. Ә әсәйем ҡәйнәһе менән ике тиҫтә йылдан ашыу бергә йәшәнеләр. Йолаға ярашлы, һәр кеме үҙ урынын белде, бер һүҙле булдылар.
Ғөмүмән, беҙҙең өйҙә балаларҙың буйын ғына түгел, күңелен дә үҫтерә белделәр. Белем алыуға ла иғтибар ҙур булды, эш эшләп үҫтек. Баҡса үҫтереү, емеш-еләкте, һыйыр ағын төрләндереп эшкәртеү, аш-һыу әҙерләүҙә әсәйемә тиңдәр һирәк, атайым да уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йүнселдәр, донъялары матур. Йәшлек һөйөүен юғалтмай, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәүҙәре үҙе бер матур күренеш. Ике яҡтан да бер туғандары менән татыуҙар, бергәләр. Ғаилә ошолай булырға тейеш, тип уйлайым, шуға ла уларҙан өлгө алам.
Бөгөн телмәребеҙҙә туғанлыҡ терминдары һирәк ҡулланыла. Мин, киреһенсә, әсәйем менән атайымдың туғандарға ҡайнаға, ҡәйенбикә һ.б тип өндәшкәнен күреп-ишетеп үҫтем. Иремдең ғаиләһендә лә шулай булып сыҡты. Беҙ рәхәтләнеп бер-беребеҙгә ҡәйнәм, ҡайным, ҡәйнеш, бикәс, балдыҙ, килен тип әйтәбеҙ. Юғиһә, хәҙерге ҡәйнәләрҙең кейәүҙәрен исеме менән атауын да күреп йөрөйбөҙ бит.
Урал ЗАКИРОВ, инженер: Бөтөн бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, тигән бит бөйөк яҙыусы. Минеңсә, өлгө алырҙай бәхетле башҡорт ғаиләһендә атай абруйы бар, халыҡтың йолалары тотола, унда туған телдә һөйләшәләр. Әҙәп-әхлаҡ нормалары ла ғаиләлә тәрбиәләнә. Ситтән ҡарағанда, бындай бәхетле ғаиләләр арабыҙҙа ифрат күп. Әммә мин шуны ла аңланым, ғаиләнең эсендә нимә барлығын башҡалар күрмәүе лә ихтимал. Шуға ла кемделер өлгө итеп ҡабул итеү дөрөҫ түгелдер ул.
Ғаиләнең ниндәй булыуының көҙгөһө булып улар тәрбиәләгән балалар тора. Кемдең кем булыуын белгең килһә, балаһына ҡара. Ҡурайҙы, боронғо йырҙарыбыҙҙы, халыҡ ижадын, тыуған ерен, туған телен яратһын тиһәң, быларҙы бала саҡтан һал күңеленә. Концертҡа, театрға бергә алып йөрө, исмаһам. Тәбиғәткә алып сыҡ, үләндәрҙе танырға өйрәт, тауҙарға артылығыҙ. Һәм быларҙың барыһы өсөн дә башлыса әсәй кеше яуаплы. Шуға кәләш һайламағыҙ, егеттәр, буласаҡ балаларығыҙҙың әсәһен һайлағыҙ. Яратам, тип баш юғалтыуҙы ата-бабалар әллә ни хупламаған. Дәрәжәле вазифалар йөкмәгән абруйлы шәхестәребеҙ араһында бынамын тигән балалар үҫтереүселәр күп. Белемле, илһөйәр булыуҙары менән бер рәттән, ололарҙы ололай, кеселәрҙе кеселәй беләләр. Танау буйынан ҡарап йөрөмәйҙәр, ихластар, алсаҡтар. Милләт өсөн дә эшләйҙәр. Бына ошондай балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә эйәрергә була, исмаһам.
Гөлнәзирә ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш әсәй: Мин үҙем килен булып төшкән ғаиләне үрнәк итеп килтерер инем. Сөнки улар балаларына матур тәрбиә бирә алғандар. Инәһе көслөнөң - иләүе көслө, тип халыҡ ҡалай тапҡыр әйткән, тип уйлайым йыш ҡына. Ҡәйнәм көслө рухлы, һәр нәмәгә үҙенең фекере бар, һәр осраҡта ла ғәҙел булып ҡала белә. Ундай ғаилә, ундай әсәй, ундай ҡәйнә башҡа юҡтыр ул. Күп һөйләмәй, ғәйбәткә урын ҡалдырмай, ундай һүҙҙе тыңлап та тормай. Үҙебеҙ ҙә өс балаға атай-әсәй һәм улар үҫә барған һайын дөрөҫ тәрбиә биреүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлайһың. Шуға ла мин һуңғы ваҡытта матур ғаиләләрҙең балаларын нисек тәрбиәләүенә иғтибар итергә ғәҙәтләндем. Мәҫәлән, ҡайным менән ҡәйнәм хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур урын бүлгән. Уларҙың балалары бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, бөтөн эште лә эшләй беләләр. Кемдер үҙ ғүмерендә бер йорт та һалып инә алмай. Ә уларҙың улдарына бындай эш бер ни түгел, тотоп эшләй ҙә ҡуялар. Ҡайным менән ҡәйнәм байрам, уйын-көлкө тип артыҡ иҫтәре китеп бармай. Улар өсөн иң мөһиме - ғаилә байрамдары. Ғаиләлә атай һүҙе, әсәй һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә, бындай кәңәш-теләктәргә мотлаҡ ҡолаҡ һалына. Ҙурайышып бөтһәләр ҙә, атай-әсәй менән ултырып кәңәшләшеү матур йолаға әүерелгән.
Шулай уҡ бер туған апайымдың ғаиләһе минең өсөн өлгө. Улар урыҫтар араһында йәшәп, ғаиләлә милли рухты һаҡлап ҡала алдылар. Өйҙә балаларҙың береһе лә урыҫ телендә һүҙ һөйләмәй. Ә мәктәптә барыһы ла алдынғы уҡыусы. Урыҫ телен белмәү арҡаһында уңышҡа өлгәшә алманым, тигәндәрен күп ишеткәнем бар. Шуға ла балам ыҙаламаһын, уны урыҫса ғына һөйләштерәм, тиҙәр. Был фекерҙең дөрөҫ түгеллеген апайымдарҙың ғаиләһенә ҡарап аңларға була. Бөгөн йәш ғаиләләр балаларына бөтөнләй эш ҡушмаһа, улар, киреһенсә, балаларын эшләтеп үҫтерә.
Ләйсән НАФИҠОВА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА