«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 



Йәй көнө йәштәр өсөн әллә күпме мәҙәни саралар, форумдар, акциялар үтте, улар һеҙгә ысынлап та кәрәкме һәм файҙалымы?

Даян СОЛТАНҒУЖИН, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай янындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы, Хәйбулла яҡташтар берлегенең йәштәр ассоциацияһы вәкиле:
Быйыл "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумын икенсе тапҡыр ойошторҙоҡ, уның төп маҡсаты, билдәле булыуынса, мәктәп һәм вуздарҙа бирелмәгән белем, тәжрибә алыу мөмкинлеге. Йәш кешегә ут-һыу үткән кешеләр менән күрешеү, аралашыу форсаты тейә. Беҙҙең социаль-көнкүреш вакуумына эләккән потенциаль йәштәр күп, шуларҙы дәртләндереп, ҡыҙыҡһындырып, уҡытып, шымартып алырға кәрәк. Бына шундай йәштәребеҙ "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумында ҡатнашырға биш йөҙҙән ашыу ғариза ебәргәйне. Беҙ ғариза биргән йәштәрҙең һәр береһенә шылтыратып, шәхсән һөйләшеп, форумға 250 кешене һайлап алдыҡ һәм сарала бушты бушҡа ауҙарып йөрөүселәр булманы, тиерлек. Быйыл форумда ҡатнашҡан йәштәр РФ Президенты эргәһендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ағзаһы Кантемир Хуртаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Рәсәй һәм республика кимәлендә үҙ бизнес-проекттарын тормошҡа ашырған уңышлы эшҡыуарҙар һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең сығыштарын тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Лекцияларҙан буш ваҡытта командаларҙың кураторҙары ирекмәндәр менән бергә йәштәрҙе таныштырыу, дуҫлаштырыу, берләштереүгә йүнәлтелгән төрлө ярыштар, уйындар, квестар үткәрҙе. Ундай саралар йәштәр ваҡыттарын күңелле үткәрһен, тигән маҡсат менән генә түгел, ә улар араһынан лидерлыҡ сифаттары булған кешеләрҙе асыҡлау һәм артабан үҙебеҙҙең эшмәкәрлеккә йәлеп итеү ниәтендә лә ойошторола.
Йыш ҡына мәғариф форумдарының, бигерәк тә башҡорт йәштәре өсөн ойошторолғандарҙың, файҙаһы тураһында һорайҙар. Тәү сиратта был саралар йәштәргә белем биреү һәм тәжрибә тупларға булышлыҡ итеү булһа, тағы ла шөғөлдәре буйынса дуҫтар, фекерҙәштәр табырға ярҙам итеү, проекттарын тормошҡа ашырырға һәм шәхестәрен үҫтерергә мөмкинлек биреү. "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумының әһәмиәте тураһында һөйләгәндә, йәштәрҙең проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам күрһәтелеүен дә телгә алырға кәрәк. Мәҫәлән, был юлы ун бер проект финанс һәм ойоштороу мәсьәләһен хәл итерлек ярҙам алды. Һөҙөмтәләре нисек булыр, көтәбеҙ. Әйткәндәй, был йәһәттән БР Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы ағзалары бөгөн йәмғиәткә файҙалы эштәрҙе закон сиктәрендә, дәүләт ярҙамын алып ғәмәлгә ашырыу мөмкин икәнен һәм башҡорт йәштәренең ышаныслы, алдынғы ҡарашлы, аҡыллы булыуын күрһәтергә тырышып эшләй. Мәҫәлән, элек беҙ сараларҙы йәштәрҙең үҙ көсө, бер-нисә бағыусы ярҙамында 100 меңдән күп булмаған бюджетҡа үткәреп йөрөһәк, быйыл бөтә саралар өсөн дәүләттән гранттар яуланыҡ. "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте форумын уҙғарыу өсөн Йәштәр эше буйынса федераль агентлыҡтың (Росмолодежь) 700 меңлек һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 700 меңлек грантына лайыҡ булдыҡ, "Йәштәр гвардияһы" ойошмаһы "Я доброволец" тигән проекттарын тәҡдим итеп, 1 млн 300 мең һумлыҡ грант, Байрас Азаматов һәм Наҙгөл Ғәлиева башҡорт йәштәренә тәғәйенләнгән саралар өсөн 100-әр меңлек, мин онкология темаһына арналған проектыма 200 меңлек грант алдым. Башҡорт йәштәре "Аҫылташ" кеүек форумдарҙа сынығып, эштең айышына төшөнөп, йәмғиәткә файҙалы, мөһим проекттарҙы бойомға ашырырға тейеш, тигән маҡсатыбыҙға өлгәшә киләбеҙ шулай.

Артур ӘЛИБӘКОВ, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры: Беҙҙең Үҙәк ҡатнашлығында шулай уҡ күп мәҙәни саралар үткәрелде быйыл йәйгеһен. Мәҫәлән, Хәйбулла районында дүртенсе тапҡыр "Бөйөк дала" Асыҡ республика рок-фестивале үткәрелде. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында был йүнәлештәге билдәле башҡорт музыкаль төркөмдәре нәҡ ошо район ерлегендә барлыҡҡа килеп, башҡорт рок-музыкаһының стилен билдәләне. Ләкин 2000 йылдарҙан алып был йүнәлештә ижад итеүселәр һүлпәнәйҙе. Ә бөгөн халыҡ тере тауышҡа һыуһаған, шуға йәштәрҙе гитарала уйнарға өйрәнергә, йырҙың һүҙҙәрен, көйөн ижад итергә этәргес биреп, талантлы һәм сәләмәт быуын тәрбиәләү маҡсатын күҙ алдында тотоп эшләйбеҙ. Гитарала уйнаһындар, вуздарҙа музыкаль төркөмдәр төҙөп, ижадташ дуҫтар тапһындар, аралашһындар. Иң мөһиме, башҡорт телендә ижад итһендәр һәм уның үҫешенә, киләсәгенә ыңғай йоғонто яһаһындар, йәш быуын араһында популярлаштырһындар. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа тырыш, талантлы йәш башҡарыусыларҙың һөнәри кимәлен үҫтереү, сифатлы аудиояҙмалар сығарыу, инструменттар менән һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү йәһәтендә булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Быйыл яҙ Өфөлә "Урал батыр" Республика башҡорт рок фестивален үткәр- гәндә туғыҙ коллектив ҡатнашҡайны, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә йәштәр тупланып, "Бөйөк дала"ға Башҡортостандың ете ҡалаһынан һәм дүрт районынан 21 төркөм килде. Киләсәктә лә башҡорт рок музыкаһын үҫтерергә, үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән Рәсәй, донъя кимәленә сығырға теләгән йәштәр беҙҙең сараларҙа тағы ла әүҙемерәк ҡатнашһын ине, тигән теләктә ҡалам. Ә быйыл декабрь айында Өфөлә тағы ла бер тапҡыр рок музыка һөйөүселәр өсөн ҙур сара ойошторорға, билдәле кешеләрҙе саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Моңло, сифатлы, йәштәрсә һәм башҡортса ижад итеүселәргә үҙҙәрен һынап ҡарарға, оҫталыҡтарын арттырырға булышлыҡ иткән тағы бер матур майҙансыҡ булыр ул, моғайын.

Артур БАТЫРШИН, "Ҡош юлы" VII башҡорт бард фестивален ойоштороусыларҙың береһе: "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале етенсе тапҡыр үткәрелде. Был сараны шағир, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Юлдашбаев башлап ебәргәйне. Йыл да ойоштороп, тәжрибә туплай килә, хәҙер "Ҡош юлы"ның үҙенә генә хас сифаттары ла төҫмөрләнде: тәү сиратта, ул яңы ғына ҡулына гитара алып, башҡорт телендә тәүге йыр һүҙҙәрен һәм көйөн ижад иткән йәш таланттарға сәхнәгә юл аса. Билдәле булыуынса, тәүҙә ҡатнашыусылар интернет селтәре аша үҙҙәре башҡарған йырҙың видеояҙмаһын ебәрә, шулар араһынан төрлө критерийҙар буйынса иң яҡшылары икенсе турға үтә һәм фестивалдә сығыш яһау хоҡуғын ала. "Ҡош юлы" фестивале быйыл Әбйәлил районында үтте, киләсәктә уны күсмә итеп ойошторорға иҫәп тотабыҙ. Сөнки был йыр-моңға ғашиҡ йәштәргә тыуған еребеҙҙең хозур тәбиғәтендә ял итеп, танышып, аралашып ҡайтырға мөмкинлек бирә. Ә ойоштороусылар өсөн республиканың һәр төбәгендә яңы таланттарҙы табып, йәлеп итеү йәһәтенән мөһим.
"Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленең йәштәр өсөн әһәмиәте тураһында һөйләгәндә, иң мөһиме, уның айыҡ сара булыуын телгә алырға кәрәк. Унан инде, фестиваль үткәрелгән майҙанда тик башҡорт телендә генә аралашыу шарты бар. Ә йәш ҡатнашыусылар өсөн ул һәләттәрен үҫтереү, ижади үҫеш, үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн бик уңайлы майҙансыҡ. Сөнки үҫмер саҡта бөтәһе лә гитарала уйнарға өйрәнергә теләй һәм русса, сит телдәрҙә сығыш яһаған төркөмдәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһынып, үҙҙәре лә шул телдәрҙә йырлай башлай. Ә беҙҙә йәш быуындың башҡорт телендә аралашыуын, башҡортса йырлауын, башҡорт йыр сәнғәтенә үҙ өлөшөн индереүен күреү мөһим. Әйткәндәй, "Ҡош юлы"нда ҡатнашыусыларҙың күбеһе башта русса йырҙар ижад иткән булһа, үҙ асылына ҡайтып, туған телендә башҡарыуға күсте. Бынан тыш, фестиваль фонограммаға йырлауҙан ситләшеп, тере тауыш менән сығыш яһауға булышлыҡ итә. "Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленең тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге - авторлыҡ, йәш кеше башҡарған йырҙың көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙе ижад итә ала. Шиғыр яҙырға оҫталығы етеңкерәмәй икән, беҙ уларҙы фестиваль сиктәрендә үткәрелгән шиғриәт бәйгеһенең талантлы ҡатнашыусылары менән таныштырабыҙ. Әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең күңелен күрергә, яңы үрҙәргә дәртләндерергә теләп, бүләктәрен дә йәлләмәйбеҙ. Ваҡытында әйтелгән хуплау һүҙҙәре йәш кешене әллә ниндәй уңыштар яуларға этәрергә мөмкин.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.18 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru