Заман ата-әсәләре балаларына алдынғы белем биреү, уңышлы шәхес итеп тәрбиәләп үҫтереү өсөн бер нәмә лә йәлләмәй. Ҡайһы берәүҙәр дәүләт белем биреү учреждениеларындағы шарттарҙы үҙһенмәй, шәхси учреждениеларға мөрәжәғәт итә. Өфө ҡалаһында эшләп килгән шәхси белем биреү мәктәптәренә килеүселәр күпме, улар дәүләт ҡарамағында булғандарҙан нимәһе менән айырыла, өҫтөнлөктәре нимәлә булыуы тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы һөйләшеү үткәргәйне. Унда баш ҡалала әлеге көндә эшләп килгән лицензиялы ете шәхси белем биреү учреждениеһы етәкселәре ҡатнашты.
"Шәхси белем усағының дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙән айырмаһы, өҫтөнлөгө нимәлә?" тигән һорауға әллә ниндәй етди аргументтар килтермәне осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Ата-әсәләрҙең шәхси учреждениеға мөрәжәғәт итеүе, тәү нәүбәттә, ҡәҙимге балалар баҡсаһында сираттың күп булыуына һәм мәктәптәрҙә һәр балаға иғтибар бүлеп еткерелмәүе менән бәйле, тип иҫәпләй шәхси белем биреү учреждениеһы етәкселәре. Балалар баҡсаһына сират тороуы оҙаҡ һәм уңайһыҙ процесс булыуы менән килешмәй булмай, ләкин хәҙер, билдәле анекдоттағы кеүек, бала әрме йәшендә булғанда "Сиратығыҙ етте" тип шылтыратмайҙар бит...
Шуныһы бар, шәхси учреждениелар уҡытыуҙы ойоштороу буйынса төрлө эксперименттарҙан ҡурҡмай. Мәҫәлән, "Солнечный круг" белем биреү үҙәгендә уҡытыу Мария Монтессори методы буйынса алып барыла, бында 6 синыфҡа тиклем уҡыусыларҙың өлгәшен баһалау өсөн билдә ҡуйылмай, синыфтарға бүлеү ҙә юҡ. "Детская академия" шәхси белем биреү учреждениеһында юғары синыф уҡыусыларына яҡшы белгән предметты ситтән тороп өйрәнеп, Берҙәм дәүләт имтиханы биргән предметтар йәки ауыр үҙләштергән предметтар буйынса ғына дәрескә йөрөү мөмкинлеге бар. Шәхси мәктәптең ойоштороусыһы Константин Миняев быны ыңғай баһалай: уҡыусы буш ваҡытын башҡа төрлө файҙалы шөғөлдәргә сарыф итә ала, ике смена уҡырға, шәмбе дәрестәр ҡуйырға кәрәкмәй. Чесноковка ауылында урынлашҡан "Миллениум" мәктәбе үҙен саф һауала уҡытыу, спорт йүнәлешенә ҙур баҫым яһаған белем усағы итеп танытҡан. "Иң мөһиме, белем биреү кимәле беҙҙә күпкә юғары, - ти "Я гений" директоры Лилиә Исламова. - Сөнки беҙҙә юғары квалификациялы һәм белемле педагогтар эшләй".
Шәхси белем биреү учреждениеларына бөтә уҡытыусылар ҙа эшкә урынлашырға йөрьәт итмәй. Кадрҙар етешһеҙлеге улар өсөн дә актуаль проблемаларҙың береһе. Шәхси белем биреү усаҡтарының бынан тыш тағы бер етди проблемаһы - уҡытыу өсөн яраҡлы бина табыу. "Биналар булһа, әллә күпме мәктәп асып, бөтәһен дә уҡырға алып бөтөргә булыр ине", - ти "Супер школа" директоры Лилианна Яруллина ла. Тимәк, теләүселәр күп булғас, бизнес күҙлегенән белем биреүҙе килемле өлкә тип иҫәпләргә мөмкиндер. Ни тиһәң дә, баланың киләсәген хәстәрләүсе ата-әсәләр аҡса йәлләмәй. Шулай ҙа хәҙер бушлай белем алған уҡыусыға төрлө репетиторҙар, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн дә етди генә сығымдар талап ителә. Ә шәхси мәктәптә уҡығанда репетитор менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеү талап ителмәй, тип бара уны ойоштороусылар. Әммә шәхси мәктәптәрҙең дә етешһеҙлеге юҡ түгел, унда... туған телдәр өйрәнелмәй.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Әлегә шәхси белем биреү усаҡтары уҡырға теләүселәргә ҡытлыҡ кисермәй, киләсәктә тағы ла күбәйер, тигән фекерҙә директорҙар. Сөнки тотош илдә балаларҙы шәхси белем усағына урынлаштырыу модаға әйләнә. Ата-әсәләр сифатлы белем һәм балаһына күп иғтибар бүленеүен көҫәй. Был яҡшымы, әллә насармы тип баһалап булмай, әлбиттә. Киләсәк күрһәтер.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|