«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОҠОНАН ЯҘҘЫРҘЫ БЫЛ ҠАР...
+  - 



Был аҙнала ҡала округы хакимиәтендәге оператив кәңәшмәнең тәртибе бер аҙ үҙгәрешкә дусар булды. Ғәҙәттә, быға тиклем уҙған аҙналағы мөһим ваҡиғаларға һәм сараларға байҡау яһалһа, әле ул контролгә алынған мәсьәләләр буйынса яуаплы вазифа биләүселәрҙең отчетынан башланды.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Андрей Федосов һуңғы ваҡытта етди иғтибар үҙәгендә торған пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү проблемаһының нисек хәл ителеүе хаҡында бәйән итте. "25 октябрҙән күҙәтеү-тикшереү саралары үткәрелде. 22 ноябргә тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре пассажир автобустары водителдәренә транспорт сараларының техник торошо буйынса 3000 самаһы административ документ төҙөнө. Шуларҙың 93-өнөң даими маршрут картаһы булмауы асыҡланды. 73 транспорт сараһына арест һалынды. Һөҙөмтәлә 27 маршрут буйынса пассажирҙар ташыуға рөхсәте булмайынса эшләүселәр эштән туҡтатылды. Шаҡша, Затон, 8 Март, Нижегородка, Яңы Максимовка һәм башҡа алыҫта ятҡан биҫтәләрҙә транспорт хеҙмәтләндереүе проблемалары бар ине. Уларҙа рөхсәте булмағандар бер үк ваҡытта эш туҡтатҡас, транспорт коллапсы килеп тыуҙы. Әлеге ваҡытта, маршруттар араһында транспорт сараларын бүлеү һөҙөмтәһендә, проблема хәл ителде. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 21 рәсми маршрут буйынса хәрәкәт тергеҙелде, 18 маршруттың хәрәкәт схемаһы үҙгәртелде. Ете маршрутта транспорт саралары һаны арттырылды. 23 ноябргә ҡарата Өфө ҡалаһы территорияһында 102 муниципаль маршрут бар. Уларҙың 45-е - көйләнгән тариф маршруттары ("Башавтотранс" автобустары, троллейбустар, трамвайҙар), 57 маршрутты дәүләт милкендә булмаған транспорт хеҙмәтләндерә. Әлеге көндә баш ҡалала 2600 берәмек пассажир транспорты иҫәпләнә, шуларҙың 1100-ө - шәхси милеккә ҡарай", - тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин халыҡты борсоған һорауҙарҙы күтәрмәй ҡалманы: "Башавтотранс" маршруттарында яңы автобустар сыҡҡанмы, автобустар ниндәй интервал менән йөрөй, туҡталыштарҙа уларҙы халыҡ оҙаҡ көтәме? Андрей Александрович белдереүенсә, әле барлыҡ транспорт ГЛОНАСС системаһына индерелә, 15 декабргә инде маршруттағы транспортты һәм интервал араһын аныҡ күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Өҫтәүенә туҡталыштарҙа автобустың ҡасан, нисә минуттан килеп етәсәге махсус таблола яҙылып барһа, бөтөнләй шәп буласаҡ. Ә бит бындай күренеш хәҙер Европа илдәрендә генә түгел, Рәсәй ҡалаларында ла күҙәтелә. Пассажирҙар өсөн бик уңайлы, ҡасан автобусым килер икән тип баш ҡатырып, көйөп тормайһың, таблола барыһы ла ап-асыҡ күренә.
Хәл ителеше кәңәшмә һайын көн үҙәгендә торған икенсе проблема - урамдарҙың яҡтыртылыуы. Был тармаҡтағы үҙгәрештәр менән "Өфөгорсвет" МУЭП-ы директоры Илдар Чанышев таныштырҙы. Илдар Хәмид улы белдереүенсә, бөгөнгә 8 объект, шул иҫәптән 3 балалар баҡсаһы һәм 1 мәктәп яҡтылыҡ сығанағына тоташтырылған, 5 объект муниципаль милеккә күсерелгән. Әле 45 объект буйынса эштәр алып барыла, яҡтыртылмаған урындар, объекттар һаны асыҡлана. Улар киләһе йылда тормошҡа ашырыласаҡ планға индерелә.
Быға тиклем ал да гөл һымаҡ күренгән медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһе проблемалары ла власть алмашыныу менән ҡапыл ҡалҡып сыҡты. Әммә медицина мәсьәләләре муниципалитет мәнфәғәтендә түгел, шулай булһа ла халыҡ муниципаль райондарҙа йәшәй, тимәк, проблемаларҙы асыҡларға һәм республика Хөкүмәте кимәленә күтәрергә кәрәк. Ә проблемалар етерлек. Мәҫәлән, хакимиәттең халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдереүенсә, улар Инвестиция-төҙөлөш комитеты МУП-ы белгестәре менән берлектә смета төҙөү өсөн 10 фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡабат тикшереп сыҡҡан. Был объекттарҙың 5-һе ремонт талап итһә, ҡалған 5-һен һүтеп, яңынан төҙөргә кәрәк. Карпов, Самохваловка ауылдарын берләштергән һәм киләсәктә халҡы 8 мең кешегә етеүе күҙалланған Федоровка ауылында амбулатория төҙөүгә ихтыяж бар. Барлыҡ был эштәр яҡынса 24,5 миллион һум сығым талап итә. Әлегә был яҡынса сумма, уның үҙгәреүе лә ихтимал...
Ҡыш етһә, ҡала халҡы өсөн дә, ҡала хеҙмәттәре өсөн дә һынауҙар башлана, сөнки ҡасан ҡар яуыры йәки уның туҡтарын бер Хоҙай ғына белә. Ул да ҡартайған, ахыры, ҡайһы берҙә самаһын онотоп ташлай: йә ҡарһыҙ аптырата, йә туҡтатырға онота... Ошо көндәрҙәге ҡапыл яуған ҡар коммуналь хеҙмәттәрҙе етди һынау алдына уҡ ҡуймаһа ла, йоҡоларынан яҙҙырҙы. Сөнки бындай осраҡта улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Кварталдар эсен таҙартыу ҙа иғтибар үҙәгендә. "Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының Торлаҡ хужалығы идаралығы" МБУ-һы директоры Раил Мирхәйҙәров белдереүенсә, йорт эргәләрендәге территорияларҙы таҙартыуға 130 тәгәрмәсле трактор йәлеп ителә, ҡаһы берҙә өҫтәмә көс ситтән саҡырыла. 858 урам һепереүсе ҡар менән көрәшә, сәғәт 9-ҙан һуң уларға ярҙамға слесарҙар, сүп-сар йыйыусылар, иҙән йыуыусылар, йәмғеһе 410 кеше, сыға.
1 декабрҙән әлеге ваҡытта идара итеүсе компанияларҙың, Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығы МБУ-һы сайтына ҡуйылған графикка ярашлы ихаталар комплексы таҙартыла башлаясаҡ. Был эш быйыл өсөнсө йыл дауам итә һәм ҡыйыҡтарҙы, балкондар өҫтөнә үҙаллы эшләп ҡуйылған козыректарҙы (бөгөн бындай ҡоролмалар 12800), балалар майҙансыҡтарын, парковкаларҙы таҙартыуҙы үҙ эсенә ала. Инде халыҡ был эшкә күнегеп, ихаталарҙы таҙартҡанда транспорт сараларын ваҡытлыса алып торорға тейеш, сөнки ихатаны трактор менән таҙартҡанда улар эшкә ҡамасаулай. Әммә йыл да битарафтар йәки күршеләренә ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеүселәр табылып тора. Быйыл да шундай күренештәр булмаһын өсөн райондарҙың йәмәғәт советтары менән осрашып, һөйләшеүҙәр, аңлатыу эштәре алып барыла.
Ҡала хакимиәте башлығы, ғөмүмән, был мәсьәләнең Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләп, граждандар тарафынан киҫәтеүҙәр булдырмаҫҡа тырышырға ҡушты. Әлбиттә, урамдарҙы таҙартыу өсөн махсус техника ла етешмәй, был йәһәттән, хакимиәт башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, ошо аҙнала уҡ 4 берәмек ҡышҡы эштәр өсөн тәғәйенләнгән техника килергә тейеш. Дөйөм алғанда, технопарктың 39 берәмеккә тулыланыуы көтөлә.
Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, уның тышҡы биҙәлеше, дизайн-стратегияһы, тышҡы реклама баҙарын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды һәм яңы бурыстар билдәләнде.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.12.18 | Ҡаралған: 768

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru