«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҘӘ ЙӘШ ИНЕК БИТ, ЙӘҒНИ ҠОРҘАШТАРЫМА НӘСИХӘТ
+  - 



Атайҙар һәм балалар, ололар һәм йәштәр араһындағы мөнәсәбәт тә халыҡтар өсөн борон-борондан актуаль мәсьәлә булып килә. Йәш быуындың һәм ҡарттарҙың донъяға ҡарашында йыш ҡына осраған айырмалыҡтары илдәге сәйәсәттең һәр саҡ үҙгәреп тороуы һәм тормошобоҙҙоң төрлөләнә килеүе менән бәйле булһа кәрәк.

Бынан илле (хатта ун биш-егерме!) йылдар менән генә сағыштырғанда ла, көнкүрешебеҙгә әүҙем үтеп инә барған фән үҙгәрештәре, ысынлап та, хәҙерге йәштәрҙең оло быуынға бер аҙ өҫтәнерәк ҡарауына һылтау булып торалыр. Шулай ҙа, йәштәребеҙҙең ололарҙы һәр тарафтан тәнҡитләп, улар менән булышыуы ул хәтлем үк һиҙелмәй, быға ваҡыттары ла юҡтыр, күрәһең. Ә бына күп кенә ҡартыраҡ кешеләрҙең: "Ә-ә-әй, хәҙерге йәштәрҙе... Әйтер инем инде... Беҙҙең саҡта йәштәр бөтөнләйгә башҡа булды. Беҙ барыбыҙ ҙа "эш", тип яндыҡ. Колхозда ла бил бөктөк, заводтарҙа лә тир түктек. Әрмегә барып, ил дә һаҡланыҡ. Хәҙер йәштәргә тик комьпютер ҙа уйын-көлкө генә булһын, башҡа нәмә кәрәкмәй..." Ҡорҙаштарымдың, йәғни, оло йәштәге бәғзеләрҙең бына шулай һымағыраҡ итеп һөйләшкәнен ишеткеләгәнем бар.
Бындай хәбәрҙәрҙең мәғәнәһенә әллә ни иғтибар ҙа бирмәй "эйе шул, шула-а-й, хәтерләйһеңме, анау йылдары..." тип, замандашыңдың һүҙен йыҡмай, хатта күтәреп алып китергә лә була, әммә мин бына ошо мәсьәләгә объектив күҙлектән сығып ҡарауҙы өҫтөнөрәк күрәм. Ысынлап та, әгәр хәтерләргә тырышып ҡараһағыҙ, хөрмәтле ҡорҙаштар, беҙҙең турала ла бынан ҡырҡ йылдар самаһы элек ололар тап ана шулай итеп "бурылдашҡылай" торғайны бит. "...Йәштәр боҙолдо, тамам шашты, әҙергә "хәҙер", тиеп кенә тора. Беҙҙең һымаҡ, мылтыҡ тотоп, "За Родину, за Сталина!", тип атакаларға барып, үлем менән көн дә осрашып йөрөһә, белерҙәр ине шәй... Һуғыштан һуң ас-яланғас көйө илде бөлгөнлөктән күтәреүҙәре генә ниндәй ауыр булды. Хәҙер йәштәр Алланы ла бар тип белмәй..." Ғөмүмән, һәр быуын ололары йәштәр менән ризалашҡыһы килмәй.
Тәрәнерәк фекерләп, уйлап ҡарайыҡ әле, туғандар. Хәҙерге замандың йәштәре тормошто нисек алып барыуына күҙҙәребеҙҙе аса биреберәк бағайыҡ. Беренсенән, илдәге барлыҡ етештереү өлкәһендә тик йәштәребеҙ көс түгә лә баһа! Унда-бында осраған, хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен әле бер аҙ дауам итергә теләүсе, йәштәр менән тәжрибә бүлешеүсе олораҡтарҙы ғына иҫәпкә алмағанда. Телевизорҙа йыш ҡына күрһәткән ҙур ғына, хатта гигант производстволарҙы етәкләгән яуаплы эштәрҙә лә күпселек йәштәр йөҙөн күрәбеҙ. "Ҡара әле, әсәһе, бынау заводтың директоры беҙҙең кесе улыбыҙ йәшендә генә бит! Әй, үткән ғүмер..." тип һөйләшкеләп тә алабыҙ өйҙә бәғзе ваҡыт. Икенсенән, илебеҙҙә һәүетемсә генә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәр төрлө фәнни-техник үҙгәрештәрҙе артабан алға этәреү ҙә оло быуын вәкилдәрен алыштырып торған йәш кадрҙарыбыҙ ҡулында. Утыҙға ла яҡынлашмаған фән кандидаттарыбыҙҙың күплеге, әле генә өсөнсө тиҫтәһен тултырған фән докторҙарыбыҙ барлығы күп нәмәгә ишара. Өсөнсөнән, һаулыҡ һаҡлау эшендә лә, ҡатмарлы операциялар атҡарған хирургтарҙың йәп-йәш кенә икәнлеген күреп һөйөнәбеҙ. Тимәк, беҙҙең быуын кешеләре хәҙер "һөйләнмәй" генә, үҙ ҡартлығын ифрат та тыныс ҡаршы алырға тейештер. Дүртенсенән, ил һағында ла йә унда, йә бында сығып торған локаль конфликттарҙа батырлыҡ күрһәткән йәш егеттәребеҙ, хатта ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Борон-борондан Рәсәйҙе, йомшаҡ итеп әйткәндә, яратып етмәгән Ҡушма штаттарҙы һәм башҡа Европа илдәренең батшаларын үҙебеҙ менән һәр саҡ иҫәпләшергә мәжбүр итеүсе дәһшәтле әрмебеҙҙең төп олонон да йәштәребеҙ тәшкил итә. Артабан, икмәк, ит, үҫемлек аҙыҡтары етештереүселәребеҙ - йәштәр түгелме? Кемебеҙҙә хәҙер "ни ашарға", тигән киҫкен проблема тора? Колхоз-совхоздар бөтөрөлөүгә лә ҡарамаҫтан, мал аҫырап, бынамын итеп тормош ҡороп йәшәгән йәштәребеҙ ҙә бихисап. Бынан тыш, беҙ эшләгән осорҙа, беҙҙең эш хаҡынан тотҡан һалымды атай-әсәйҙәребеҙгә пенсия итеп түләп барған булһалар, хәҙер беҙ ай һайын алып торған пенсия ҡайҙан килеп тора тип уйлайһығыҙ? Ифрат дөрөҫ! Әлеге йәштәребеҙҙең эш хаҡынан тотолоп килгән һалым иҫәбенән. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, йәштәребеҙ - беҙҙе хәҙерге көндә туйындырып тороусылар. Күп кенә хакимиәт башлыҡтары, төрлө өлкәләрҙәге министрҙар һәм уларҙың урынбаҫарҙарының да йәше әле ҡырҡҡа ла яҡынлашмағандары булыуы ла, минеңсә, күп нәмәгә ишара. Уларҙан юғарыраҡ органдарҙа ла ҡарт-ҡоролар әллә ни күренмәй бит хәҙер.
Бына ошо хаҡта фекер йөрөткәндә бер мәсьәләне айырып асып һалырға ла ниәтем. Беҙ йәш саҡта бәғзе ололарҙың "Алланы ла һанламайҙар", тигәне ифрат та дөрөҫ булған. Ысынлап та, беҙҙе "һөйөклө партиябыҙ" тап ана шундай рухта тәрбиәләп үҫтерҙе бит инде. Бына был мәсьәләлә хатта беҙҙең оло быуын кешеләре хәҙерге йәштәрҙән үрнәк алырға тейеш, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Аллаһ Тәғәлә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм аша барса халыҡтарға ебәргән оло хәҡиҡәтте аңлаған йәштәр хәҙер күбәйгәндән-күбәйә. Бәғзе беҙҙең кеүек ҡартыраҡтар "...хәййәғәләс-саләһ, хәййәғәләл-фәләх..." (намаҙға ашығығыҙ, ҡотолорға (уттан) ашығығыҙ) тип саҡырған аҙандың мәғәнәһен аңларға теләмәй, йомшаҡ-йомшаҡ баҫып, Аллаһ йортон урап үтеп киткән мәлдә, йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың бер-береһен "Әссәләмү ғәләйкүм!" тип сәләмләй-сәләмләй йома намаҙына ашығыуҙарын күреп һөйөнәһең. Имам һөйләгән хөтбәне тыңларға, йәмәғәт намаҙын уҡырға мәсеткә килгән йәштәребеҙ ололарға ҡарағанда мәртәбәләргә күберәк, айырыуса ҡала ерҙәрендә. Улар бит, кемдер әйтмешләй, барыһы ла "мулла" түгел. Һәр кемеһе ҡайҙалыр эшләп йөрөй. Хатта ауылда имам булып торған бәғзе йәш егеттәрҙең вахта ысулы менән булһа ла ғаиләһенә аҡса эшләп алып ҡайтҡандарын беләм. Әйткәндәй, ҡала ерендәге шундай йәштәрҙең күпселеге үҙҙәренең балаларын башҡорт мәктәбендә уҡытырға тырыша. Бына ни әйтер инем мин хәҙерге йәштәребеҙ хаҡында, ҡәҙерле туғандар.
Әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, проблемаларыбыҙ ҙа етерлек (улар Ер йөҙөндә бер ҡасан да бөткәне юҡ һәм бөтмәйәсәк). Йәштәргә эш етешмәү, моғайын, иң беренсе сиратта торалыр. Әммә уныһын һәр кем үҙенсә хәл итергә тырыша. Кемдер Себергә, йә иһә башҡа яҡҡа китеп аҡса таба. Ә күптәр үҙебеҙҙә лә теләгәненә ирешә. Әле күптән түгел, телевизорҙан "республикала буш эш урындары эшһеҙҙәр һанына ҡарағанда ике мәртәбәгә күберәк" тигән мәғлүмәт күреп ҡалдым. Әгәр был хәбәр дөрөҫлөккә тап килһә, артабан да өмөтләнергә була. Тик мин әле маҡтаған йәштәребеҙҙең исемлегенә иртәнән кискә тиклем, һис "кипмәҫтән" эскелек менән булышҡан, ата-әсәһенең пенсияһына, йә иһә ҡатынының эш хаҡына, йә булмаһа, сабый пособиеһына ғына йәшәп ятҡандар инмәй, әлбиттә. Ундайҙар беҙҙең ваҡытта ла булды, беҙҙән алда ла булғандыр, моғайын. Әммә уларға ҡарап, барлыҡ йәштәребеҙ хаҡында һүҙ йөрөтөү ғәҙел булмаҫ. Ә "суицид", "наркомания", "эскелек" тип аталған афәттән йәштәребеҙҙе тик иманға килеү генә ҡотҡарыр, иншаллаһ. "Эскелек" тигәндәй, кемгә нисектер, әммә миңә һуңғы йылдарҙа ҡала урамдарында иҫерек йәштәр күпкә, хатта мәртәбәләргәлер, һирәгерәк күренгеләгән һымаҡ тойола. Был хаҡта статистика мәғлүмәттәрен белмәйем, әммә беҙҙең заманда "һуҡмыш" йәштәр ҡала урамында аҙым һайын тиерлек осрай ине. Был күренеште лә йәштәребеҙгә бер "плюс" итеп иҫәпләйем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 929

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru