«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ӨЛГӨҢДӘ ТӘРБИӘЛӘ
+  - 

Күптән түгел Учалы ҡалаһынан Гөлнур менән Илдар Исхаҡовтар ғаиләһе "Йыл ғаиләһе - 2018" Бөтөн Рәсәй конкурсының бүләкләү тантанаһында булып ҡайтты. "Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә" номинацияһында билдәләнде улар. Ошо матур еңеүҙәре менән ҡотлап, ғаилә башлығы Илдар Иршат улы менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Һеҙ яңы ғына Мәскәүҙән, Рәсәйҙең иң яҡшы ғаиләләре йыйылған күркәм саранан ҡайтып тораһығыҙ. Был бәйге ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

- Был бәйгене Рәсәй Хеҙмәт һәм граждандарҙы социаль яҡлау министрлығы һәм Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды үткәрҙе. Унда илдең 85 төбәгенән 329 ғаилә ҡатнашты. Беҙ башта "Матур ғаилә - ил ҡото" конкурсының район, һуңынан республика кимәлендә ҡатнашып, 5 еңеүсе иҫәбенә сыҡтыҡ. Улар араһынан бер генә ғаиләне, беҙҙе Бөтөн Рәсәй конкурсы баһалама ағзалары һайлап алды. Тәүге көндә танышыу кисәһе булды, кемдәрҙер ижади номерҙар күрһәтте. Блиц-интервью, фотоға төшөү ойошторолдо. Икенсе көнө экскурсиялар һәм бүләкләү тантанаһы булды. Ил буйынса 85 ғаиләне бүләкләнеләр. Беҙ аутентик милли кейемдә йөрөнөк, беҙҙең менән фотоға төшөргә теләүселәр күп булды. Был сәйәхәт улдарыбыҙға онотолмаҫ хәтирәләр бүләк итте. Улар ҡыуанғанға беҙ ҙә ҡыуандыҡ. 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына арналған музейға индек. Мин үҙем тарих менән ҡыҙыҡһынам, малайҙарға картиналарҙы, төрлө экспонаттарҙы күрһәттем. Мәсеткә барҙыҡ, метрола йөрөнөк. Самолетта осоу ҙа уларға ҡыҙыҡ булды.

Хәҙерге заман башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш?

- Ғаилә ҡороу - ул хәләл ефетең, балаларың алдында ҙур яуаплылыҡ. Шуға ла ғаилә ҡороуға аңлы рәүештә килергә кәрәк. Бөгөн йәштәр ғаиләле булырға ашыҡмай. Бының сәбәбе көнбайыш мәҙәниәтенә эйәреүҙәлер, моғайын. Унда ғаилә тигән төшөнсә лә юғалып бара.
Башҡорт ғаиләһендә элек-электән атай үҙенең, әсәй үҙенең урынында булған. Ситтәрҙең йолалары беҙгә төҫ түгел, үҙ әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә, тәрбиә ысулдарына таянабыҙ бөгөн дә. Ғаиләлә балалар күп булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Һәм унда тәрбиә эшенә ҙур урын бүленергә тейеш. Мин шуныһы менән бәхетлемен: кәләшем Гөлнурҙың да ғаилә, балаларға ҡағылышлы фекерҙәре минеке менән тап килә. Исемдәрен дә уйлап ҡуштыҡ. Өлкәне Исмәғил, уртансыһы Бәхтийәр, кесе улыбыҙ Мортаза исемле. Төп һөнәрем уҡытыусылыҡтан тыш, традицион яндан атыу менән шөғөлләнәм. Балалар ижад йортонда йәш быуынға уҡ атырға өйрәтәм. Ярыштарға улдарымды ла алып сығам, уртансы улымдың был боронғо спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуы көслө. Уҡ атмайынса, эргәмдә эйәреп йөрөһәләр ҙә файҙаға, боронғо мәҙәниәт менән танышалар, спортсыларға ҡарап, ихтыяр көсө тәрбиәләргә өйрәнәләр.

Улдар тәрбиәһендә айырыуса нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

- Уларға яҡын булырға кәрәк. Бөгөн күптәр матди донъяға ныҡ бәйле. Уҡытыусы булып эшләгәндән килгән эш хаҡым ҙур булмаһа ла, мин тиҫтерҙәрем кеүек оҙон аҡса артынан Себергә сығып киткем килмәй. Эйе, ул саҡта мин бөгөнгөгә ҡарағанда күберәк аҡса эшләйәсәкмен. Әммә балалар аталарын бер-ике айға бер генә күрәсәк. Кәләшем һөнәре буйынса педиатр, кеше етмәгәнлектән, уны ла эшкә саҡырып алдылар. Ә баланы иртән 8-ҙә балалар баҡсаһына илтеп, кисен 6-ла алып, тәрбиәне башҡалар иңенә һалып булмай. Беҙ үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙ тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ҡайҙа йөрөһәм дә малайҙар минең менән. Өләсәй, ҡартатай тәрбиәһен дә инҡар итмәйбеҙ, ял көндәре мотлаҡ ҡайтырға тырышабыҙ. Өмәләрҙә, бесән эшләгәндә улар беҙҙең менән йөрөй. Ошолар үҙе тәрбиә, тип уйлайым, матди яҡты ғына хәстәрләп йәшәп булмай, рухи үҫештәренә иғтибар итергә кәрәк. Ғәйет намаҙҙарына мәсеткә алып барырға тырышам. Хатта нимә ашауҙарына тиклем иғтибарлыбыҙ. Шул уҡ диндә, мәҫәлән, кешенең нисек туҡланырға тейешлеге аныҡ күрһәтелгән. Гены үҙгәртелгән, буялған ризыҡты һатып алмайбыҙ. Милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Ғаиләлә хәләл ефетемә мин ниндәй мөнәсәбәттә, улар аҙаҡтан үҙ ғаиләһендә шулай буласаҡ. Бында ла үҙ үрнәгең иң яҡшы тәрбиә ысулы. Әсәләренә матур һүҙҙәр әйтәм, байрамдарҙа ҡотлайбыҙ, яратыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Балалар баҡсаһына барғансы тик башҡортса һөйләшкәс, туған телдәрендә яҡшы аралашалар. Русса өйрәнгәнгә тиклем бала туған телендә һәйбәт һөйләшә белергә тейеш, шул саҡта уның телмәре боҙолмаясаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 723

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru