«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМА ОШАҠЛАШТЫМ...
+  - 



Гәзиттең 42-се һанында Хәлил Һөйөндөковтың "Атайыңа ошаҡлама!" тигән мәҡәләһен уҡып сығып, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Ул, әлбиттә, "Атайыңа ошаҡлашма" тип малайҙарға өндәшә. Ә ҡыҙҙарға ташлама яһай, уларға атайға арҡаланыу ярай, хатта кәрәк тә, ти.

Был яҙмаларҙан һуң үҙемдең бала сағымды һәм, ғөмүмән, тормошомдо бер ҡат анализлап сыҡтым. Атай, баланы атайлы итеп үҫтереү, атайлы булыу һәм атайҙарҙың йәшәйештәге төрлө сифаттарын аңлау һәм ҡабул итеү кеүек темалар һәр ваҡыт минең күңелемде өйкәне. Мин Хәлил ағайҙың үҙе менән таныш. Уның шул тиклем дә ипле һәм әхлаҡлы, аң-белемле кеше икәнен дә беләм. Әммә бар атайҙар ҙа уның кеүек кенә түгел шул, үкенескә күрә...
Атайым боласылыраҡ холҡло кеше булды. Ярайһы уҡ ҡаты ла ине. Белеме лә, артыҡ тәрбиәһе лә булмаған ябай ғына ауыл көтөүсеһе ине инде ул. Йәшәйешендә ниндәй генә хәлдәр ҡылып, кемгә ниндәй мөнәсәбәттә булғанда ла, мин уның үҙемә - ҡыҙ балаһына булған ҡарашын бер ваҡытта ла онотмайым. Мәҫәлән, миңә ҡарата әйтелгән бер генә ҡаты йәки тупаҫ һүҙен дә иҫләмәйем. Һүҙ менән дә, ҡул менән дә рәнйетмәне. Ә башҡаларға (күптәргә) уҫал ине. Бала сағымдан ҡайҙа ла яҡлау эҙләгәндә: "Атайыма әйтәм!" - тинем. Урамда малайҙар ҡыйырһытһа ла, мәктәптә берәй низағ сыҡһа ла, йәш саҡта егеттәр бәйләнһә лә, хатта ир менән йәшәгәндә лә "Атайыма әйтәм!" тигән ике һүҙ ҙур көскә эйә булды. Сөнки атайым ысынлап та мине яҡлашты. Бала саҡта ағайҙарым ҡатыраҡ бәрелһә лә, "Атайыма әйтәм!" тийә һалам. Улар шундуҡ шыма. Малайҙарҙы ла табандарын ялтыратырға мәжбүр итә. Егеттәрҙең ҡулын һәм телен тыя. Иремде лә һағайта ине. Йәшәй-бара мин атайымдың төрлө хәлдәрҙәге, ситуацияларҙағы холоҡ-фиғелен башҡаларҙыҡы менән сағыштыра, һынап ҡарай йөрөгәнмен икән. Былар махсус рәүештә башҡарылмаһа ла, әле килеп һығымталар яһай алам.
Ғаиләле булып йәшәгәндә ирем ваҡытында әҙер булмаған аш-һыу, бола өй, табылмаған нәски кеүек нәмәләр өсөн тауыш сығарып ҡуя ине. Тора-бара был йәмһеҙ мөнәсәбәтен ул ҡыҙҙарына ла күрһәтте. Тупаҫ кәмһетеү һүҙҙәре менән ғәрләндереп, хәтер ҡалдырыуҙы ғәҙәти итте. "Эшкинмәгән, ҡулыңдан килмәгәс, булышма", тигәненән балалар бөтөнләй бөлөп китә ине...
Ә минең атайым бер ваҡытта ла миңә "эшкинмәгән" йәки "йүнһеҙ", "белекһеҙ" тигән һүҙҙәрҙе ишеттермәне. Ҡайтып инеп, "Ҡана, ашарға ултырт", тип тамаҡ талап итмәне. "Ҡапҡыларлыҡ берәй нәмәң юҡмы шунда?" тигән була торғайны әсәйем өйҙә булмағанда, үҙен ғәйепле һымаҡ итеп тойоп. Йәнәһе, бала кешенән аҙыҡ һорап тора инде. Мин уны йәлләп китә лә, йүгереп йөрөп, ашарға әҙерләй һала торғайным. Тоҙһоҙмо, ҡуйымы, бешер-бешмәҫме - бер ҡырын һүҙ әйтмәне. Аҙыҡҡа ла, йыйыштырып, таҙалап өлгөрмәгәнгә лә иғтибар итмәне, игәмәне, шелтәләмәне. Бер саҡ бесән мәлендә яланда ашты мин бешерҙем, тик ашыма тоҙ һалмағанмын да ҡуйғанмын. Ағайҙарым ризаһыҙ булышып ултырғанда, атайым: "Ҡатындарығыҙҙан таптырырһығыҙ тәмлеһен, минең ҡыҙға мыжымағыҙ", - тип ауыҙҙарын япты.
Үҫкәндә ҡулыма көрәк-һәнәк тоттортманы. Тотонһам да, күреп ҡалһа, ҡыуып ебәрә ине. Бала саҡта артынан эйәргем килгәндә илатып ҡалдырып китмәне. "Беларус"та уңыш ташығанында эйәреп сыҡһам, кабинаһына ултыртып йөрөтөп килтерә ине. Ат арбаһына менеп ултырһам, ҡайһы бер атайҙар һымаҡ, "төш, ҡоторма" тимәй, әсәйем әрләгәндә лә, "ярай, урам ҡапҡаһына тиклем барһын инде", тип минең яйыма ҡуя. Ҡапҡан-тоҙаҡтарын ҡарарға юлланғанында, саңғы элеп, артынан эйәрһәм, әрләп кире бормай, "арыһаң, ҡалдырып китәм" тигән була ла, ыңғайына йөрөтөп алып ҡайта ине.
Мин уға ошаҡлаштым. Һәр саҡ түгел, әммә бик йәнем көйгәндә, ҡайтып ошаҡлай ҙа ҡуя инем. Ул бер ваҡытта ла "Нимәгә? Ни өсөн?" тип торманы. Һикереп тороп йәки ҡапыл кейенеп сығып китә лә, ғәйепле кешеләрҙең барып кәрәктәрен бирә лә ташлай ине. Бер яҡтан, артыҡ аҡыллы ла булмаған инде, әммә шулай ҡыҙыу һәм ҡапыл хәл итә торған кеше ине. Әсәйем үҙемде әрләй ҙә ҡуя, уға әйтеү файҙаһыҙ, ә атайым минең ошаҡлашҡанымды һәр саҡ ишетә.
Студент саҡта йәйге каникулдарҙа клубтың, китапхананың асҡысын клуб мөдиренән һорап алып ҡала торғайныҡ. Улар ғаиләле апайҙар, килеп, тәртип тураһында вәғәз уҡый ҙа ҡайтып китәләр. Бер саҡ китапханала ултыра биреп сығайым, тиһәм, тыштан йоҙағын элеп киткәндәр. Эстә бер йыуаш ҡына иҫәрерәк ағай менән бергә ҡалғанбыҙ. Был ағай ниңәлер клубҡа йөрөй, йәштәргә тамаша ҡылып ултыра, китапханала журналдар ҡарай торғайны. "Наказ" уйынында шул ағайға наказыңды ҡушһаң (ҡоҙоҡтан һыу алып килергә, мунса ташы табырға йәки урамдан берәйһенең эскәмйәһен күтәреп алып килергә), бара һалып үтәп тә килә торғайны. Шундай бер зыянһыҙ ғына әҙәм ине әлеге минең менән бикле ҡалған ағай. Туҡылдатам, залда уйын бара, берәү ҙә ишетмәй. Бер ваҡыт был ағай тынысһыҙлана башланы, күҙҙәре аларҙы, ишек менән тәҙрә араһында йүгерә башланы. Тупһаға ултырып, "Асығыҙ" тип сыйылдап илай, ауыҙынан күперек китте. Уға ҡарап, мин бик тә ҡурҡтым. "Хәҙер асалар, илама... илама" тип тынысландырырға маташам, тик уны тотоп тыйырлыҡ түгел. Күпмелер шулай ҡаңғырышҡас, кемдер килеп асты. Йүгереп ҡайтып, атайыма ошаҡланым. Ул телевизор ҡарап ултырған еренән һикереп тороп, быймаһы менән тунын кейҙе лә сығып китте. Сыбыртҡы тотоп, клубҡа барып ингән дә, егеттәрҙе уңлы-һуллы һыҙырып ташлаған икән. Һуңынан улары "кем тәҙрәнән, кем мөрйәнән сығып ҡасышып бөттөк" тип көлөп һөйләнеләр. Ауыл егеттәре үҙҙәре лә ҡуйманы, нимәнән дә ҡыҙыҡ табырға тырышып торҙолар. Шул хәлдән һуң ауылға ҡунаҡ булып килгән бер егетте "бар шул ҡыҙҙы саҡырып сығар" тип беҙгә индереп ебәргәндәр ҙә, ситтән күҙәтеп торғандар. Теге егет бер аҙ һуҡмыш, кемдең-кем икәнлеген белмәгән ят кеше, килгән дә ингән. Мин бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡанмын. Атайым тегенең муйынынан эләктереп алып, урамдағы ат санаһы өҫтөнә йығып һалған. Саҡ ысҡындырып алып, айырып ебәрҙем, тип һөйләне аҙаҡ әсәйем. Отпускыға ҡайтҡан моряк булған икән, ҡасҡанында ятып ҡалған бескозыркаһы оҙаҡ ҡына бағанала эленеп торҙо.
Күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡыным. Ауылдан бер үҙеммен. Интернатта саҡта ағас ташыусы краздарға эләгеп ҡайта инек. Атайым ағас ташыусы ир-егеттәрҙең кемдәрҙең улдары йәки туғандары булыуын ураған һайын әйтә торғайны. "Шул өс малай Алтынбайҙарҙың баллары ул, мин уларҙың атаһы менән шунда-шунда бергә булдым...", "Шул ҡап-ҡара егет шул ауылдан Ҡасҡынбаевтарҙыҡы, мин уның кеме менәндер ҡайҙалыр мал ҡыуып апарҙым..." һәм башҡалар. Аҙаҡтан "улар мине белергә тейеш, мин шуның ҡыҙы тип әйт" тип өҫтәй ине. Мин эстән генә "Ул кразщиктарға минең кем ҡыҙы булыуым нимәгә инде?" тип уйлайым. Ун дүрт-ун биш йәшлек ауыл балаһымын, ағайҙарға ултырып, юл йөрөүҙең бер ҡурҡынысын да күрмәйем. Ысынында ул юлһыҙ замандарҙа кемдәргә генә ултырып, ниндәй генә шарттарҙа юл йөрөлмәне һәм "ағайҙар" ысынлап та әхлаҡлы, кешелекле булған икән, тип уйлайым бөгөн килеп. Шулай ҙа ана шул ағас ташыусыларҙың береһе бер саҡ урманға инә биреп ашарға тип туҡтаны ла, сәй эсеп алғас, "Кил, һылыу, ял итеп алайыҡ, ятып торайыҡ аҙыраҡ", тип һалмаһынмы. Минең шундуҡ ҡолаҡ ҡарпайҙы ла: "Минең атайым шул ауылдан, шундай кеше",- тийә һалдым. Теге уйлана биреп: "Һунарсымы атайың?" - тип һорай. "Эйе, - тием мин. - Мылтығы бар". "Ә-ә, беләм атайыңды..." тип ары нимәләрҙер һөйләп, был ағай мине ауылға индереп үк китте. Быларын да һуңынан, йәшәй бирә генә аңланым. Ул шулайтып миңә юлдаш була торған ир заттарына үҙе хаҡында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирҙертергә, минең атайлы һәм яҡлаулы икәнлегемде еткерергә теләгән. Ирҙәр ҙә бындайҙы яҡшы аңлаған, тимәк.
Атайыма бәйле бөтөнләй ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып ҡуя ине. Бер мәл шулай ҡыш көнө Баймаҡ районының Ишей ауылына автобус менән килеп төштөм дә, үҙебеҙҙең районға йәйәүләп ҡайтырға сыҡтым. Фатирға инмәнем, ҡабаланып китеп барыуым. Ҡышын киске биштә эңер инде, тора-бара бөтөнләй ҡараңғы төштө. Урманда ай һәм ҡар яҡтыһы менән генә тоҫмаллап атлайым. Бара торғас, аҙашҡанымды аңлап алдым, таныш урындар юҡ, барам да барам. Арыным. Тик кире боролмайым, сөнки инде оҙон ара үткәнмен. Шул саҡ ҡаршыма ағас тейәгән трактор килеп сыҡты. Кабиналағы ике урыҫ мине күреп шаҡ ҡатты. Мин "шунда-шунда барам" тием. "Был яҡта Шанский, Йылайыр районы", тиҙәр. Былар минең ай-вайыма ҡарамай, ултыртып алдылар. Урыҫ ауылына барып ингәс, "Анау оста башҡорт ҡатыны йәшәй, шунда бар", тип төшөрөп киттеләр. Был ауылда староверҙар һәм улар мосолмандарҙы фатирға индермәй ине. Ауыл осона эҙләп барһам, өйҙөң ҡапҡаһы бикле, тәҙрәһендә ут юҡ. Туҡылдатып, көтөп, оҙаҡ торҙом. Туңдым. Шул саҡ атайымдың ошо Шанскийҙағы таныш һунарсыһы иҫкә төштө. "Ахотник Сашкы" тип әйтә торғайны. "Йүнде кеше түгел ул, йөрөгәне менән бер бур, ҡапҡандарымды урлап китә, урманда осрағанда һаулыҡ та алмай", тип тә һөйләй ине. Шул "ахотник Сашкы" атайымдың йылҡы ҡышлатҡан еренән һунар этен дә урлап киткән булған. Эт утарҙағы кәнтәйгә әүрәп ҡалған да, был һунарсы үтеп барышлай хужаһыҙ этте күреп, сынйырлап алып киткән. Атайым яҡынса һиҙемләп, этен эҙләп барып, нисектер алып ҡайтҡан. Мин был тарихты салы-сарпы ғына ишетә белә инем. Шуларҙы иҫләп, хәҙер киттем "ахотник Сашкы"ның йортон эҙләп. Һорашып барып таптым. Төн. Ҡапҡаһын ҡағам. Ир тауышы ҡапҡа аша һөйләшә. "Кто там?"- ти. "Дочь такого охотника, из такой-то деревни", - тим. "Не знаю такого", - ти был. Башҡа сарам булмағандыр ине: "Вы еще у него белую собаку украли", - тием. Теге бер аҙ өндәшмәй тора ла: "Он же забрал его, что вам еще надо?" - ти. "А я заблудилась", - тип үҙемдекен һөйләйем. Аҙыраҡ торғас, был ҡапҡаһын асты һәм: "Твой батя - басмач! Чуть не застрелил меня из-за собаки, а я тут его детей смотреть должен что ли?" - тип әрләй-әрләй өйөнә алып инде. Яҡтыға ингәс, ҡараһам, урыҫым ҡот осҡос ҡурҡыныс ҡиәфәттәге, шыр наколкалы бер әҙәм икән. Етмәһә, яңғыҙ йәшәй. Әммә сығып китер урыным юҡ, шым ғына үтеп, һикеһенә ултырҙым. Был миңә ябынып ятырға толоп бирҙе, итегемде мейес башына киптерергә ҡуйҙы, ҡап-ҡара итеп ҡаты сәй яһаны, үҙе атайымды әрләп, һөйләнеп йөрөй. Ҡурҡып ҡына ятһам да, арыу алған - йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк урыҫ мине тоғро юлға (был да атайымдың һүҙе ул - тоғро юл, тоғро хәбәр, тоғро килһә, һ.б.) төшөрөп, оҙатып ебәрҙе лә, "Индермәһәм, атаң разборкаға килеп йөрөр ине, хәҙер ул миңә көсөк должен", - тип ҡалды. Ҡайтҡас, атайымдан һорашһам, ул ысынлап та этен эҙләп барып тапҡас, ирҙәр араһында низағ сыҡҡан икән. Урыҫ ҡапҡаһын асмаған, "собаку я купил" тигән. Атайым: "Минеке. Ысҡындыр", - тигән. Ахырҙа, һыбай килеш, ҡойма аша мылтығын төбәп тороп, ысҡындыртып алып киткән. Урыҫ шуны һөйләй. Аҙаҡ атайым уға көсөк алып барып, ике көн эсеп ятып ҡайтҡан. Әйткәндәй, әлеге урыҫ кеше үлтереп тә, туҡмап та, урлашып та ҡат-ҡат төрмәләрҙә йөрөгән әҙәм булған икән. Шулайтып, бында ла мине атайымдың "танышлығы" ҡотҡарҙы.
...Бәләкәс ҡыҙым менән ауылға ҡайтып, диплом яҙып яттым да, ҡабаттан ҡалаға китергә кәрәк. Яҙғы ташҡын мәле. Атайым ике йәшлек ҡыҙымды эйәр алдына ултыртып алып - бер атта, мин икенсе атта һыбай сыҡтыҡ. Ташҡын йылғаға килеп етһәк, минең ат бер нисек тә һыуға төшөргә теләмәй. Төрлөсә ҡыландыра торғас, атайым ҡапыл ҡыҙҙы ла, фуфайкаһын ғына сисеп ырғытып, атты етәкләп, боҙло һыуға төштө лә китте. Ҡайҙа билдән, ҡайҙа муйындан булып һөйрәп алып сыҡты тегене. Беҙ ҡыҙым менән эйәрҙәбеҙ. Хәҙер күп йылдарҙан һуң, ҡыҙҙарым менән һөйләшеп ултырғандарҙа, мин уларға шаяртып: "Һеҙҙең атайығыҙ минең өсөн бер ваҡытта ла боҙло һыуға төшмәне, ә бына минең атайым утҡа ла, һыуға ла инә ала ине", - тип ҡуям. Бына шундай сәйер, ҡырағай, хатта, бәлки, ҡайһы берәүҙәргә аңлашылып та етмәгәндәй ҡурсыу, яҡлау, һөйөү булды миңә атайымдан. Ултыртып һөйләшмәһә лә, ҡағып һөймәһә лә, хәстәрләп бармаһа ла, арҡам ныҡлығын тоя инем. Артабанғы тормошта миңә тап ошо арҡалыҡ - арҡа терәр көс етмәне. Мин шул яҡлауға дусар булып йәшәнем. Атайым ҡарашында, айырым осраҡтарҙа, ҡапыл тоҡанып китә торған ҡырағай ҡыйыулыҡты һәр ваҡыт башҡа ир-егеттәрҙә эҙләр булдым, әммә тапманым... Ниндәй генә булғанда ла, ҡайтып ошаҡларлыҡ атайың булыуы - бер һәм уның, ни булғанда ла, һине яҡлашырға ташланыуы ике бәхет икән.
Һүҙемде йомғаҡлап, Хәлил Һөйөндөковты йөпләйем: ҡыҙҙарға кәрәк саҡта атайҙарына ошаҡлашырға була.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 766

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru