«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР ҠЫЛАЙЫҠ!
+  - 

"Батька" ҡушаматы алған анархистар атаһы Нестор Махноның ғәскәре данлыҡлы Ҡыҙыл армияға ҡаршы тора алмай, бер-бер артлы еңелеүҙәргә дусар була. Ғәскәр эсендә паника башлана. "Ҡыҙыл машина" "Батька" ғәскәрен илдең бер мөйөшөнә һыйындыра. Анархистар, һанһыҙ яугирҙарын юғалтып, сигенә-сигенә барып, бәләкәй төркөмгә ҡалғас, бер ауылда туҡтап, татлы йоҡоға тала. Махно тоғро ҡатыны, анархия идеологы Агафья Кузьменко (туйҙарынан һуң Галина исемен ала) менән айырым йортҡа урынлаша. Таң һарыһында, йоҡоларының иң татлы мәлендә ауылға ҡыҙылдар көтмәгәндә һөжүм итә. Байтаҡ ҡына затлы мөлкәттәре булһа ла, Нестор пулемет таҫмалары һалынған йәшникте генә үҙе менән алырға өлгөрә.

Бына улар үҙҙәренең стихияһы һаналған дала буйлап елдерә. Арттарынан ҡыуа төшкән ҡыҙылдарға ҡаршы Махно күптән һыналған хәйләһен ҡулланырға ҡарар итә. Үҙе һәм ҡатыны ултырған тачанканы башта һыбайлылары ышығында дошман күҙенән йәшереп саба. Быға тиклем дә башҡа бик күп алыштарҙа ул тап ошо ысулы менән дошманын ҡырып, дан яулаған була.
Хәҙер килеп, Котовскийҙың ҡыҙылармеецтары бына-бына Махноның ҡалдыҡ көстәрен ҡыуып еттем, тар-мар иттем генә тигәндә, Несторҙың һыбайлылары ике яҡҡа таралып китеп сабып, "Максим" пулеметы ҡуйылған тачанканы дошманының ҡаҡ маңлайына ҡаршы ҡуясаҡ. Хәҙер-хәҙер пулемет телгә киләсәк тә, ҡыҙылармеецтар киҫелгән ағастай гөрһөлдәп ауасаҡ. Алғы рәттә сабып килеүсе аттар ергә түшәлгәс тә, икенсе рәттә килеүселәре уларға эләгеп, һөрлөгәсәк. Мәхшәр ҡубасаҡ. Өсөнсө рәттә килеүселәре инде тиҙ генә аттарының баштарын шаҡарып, табандарын ялтыратасаҡ. Тап шул урында Нестор Махно отряды еңеүен тантана итәсәк, анархистар дәүләте үҙәге Гуляйполела гулять һалдырасаҡ...
...Тап шулай килеп сығырға тейеш ине лә. Нестор тачанка дилбегәһен ҡатынының ҡулына тоттора ла, патрон таҫмалары һалынған йәшниккә үрелә, ҡапҡасын асҡас, асыуынан ҡысҡырып ебәрә. Махно берсә ҡатынына, берсә яҫҡынып килеүсе ҡыҙылдарға күҙ йүгертә. Ҡатыны Агафья-Галина төндә иренең йоҡлаған сағында йәшниктәге патрон таҫмаларын бушатып, урынына ғәскәрҙең бюджетын тәшкил иткән барлыҡ алтын аҡсаларын, күҙ яуын алырлыҡ гәүһәр-яҡут таштарын тултырған була. Ҡатынының ҡомһоҙлоғо (тик ҡомһоҙлоғомо икән?) арҡаһында анархистарҙың ҡалдыҡ көсөнә, уларҙың атаһы Батька Махноға үлемесле һәләкәт янай. Тағы ла бер нисә секундтан ҡыҙылармеецтар уларҙың өҫтөнә килеп менәсәк. Иҙәсәк. Ер менән тигеҙләйәсәк. Ҡындан ҡылыстар һурыла. Асыуҙан тештәр шығырҙай. Яңаҡтар көсөргәнә...
Шул саҡ Агафья-Галина дилбегәһен үҙен туҡтауһыҙ әрләгән Несторҙың ҡулына тоттора ла, йәшниктәге байлыҡты үксәләренә баҫып килеүсе ҡыҙыл һалдаттарҙың өҫтөнә ташларға тотона. Тәүҙә улар унда-бында ялтыраған алтын-гәүһәргә илтифат итмәй, бер аҙҙан өҫтәренә ниндәй байлыҡ яуғанын аңлап өлгөрә. Бына бер һалдат атының башын ҡайырып, ергә төшөп һибелеп ятҡан байлыҡты йыйырға тотона, уға икенсеһе, өсөнсөһө ҡушыла. Күҙ асып-йомған арала ҡыҙылармеецтарҙың барыһы ла эйәрҙәренән төшә. Алтын-гәүһәрҙәр уларҙың аңын юя, зиһенен томалай...
Өмөттәрен бөтөнләй юйған "анархия дәүләте" һуғышсылары шулай ҡотолоп ҡала. Бер аҙҙан уларҙың күбеһе сит илгә китә. Нестор Махно иһә 1934 йылда Парижда эмиграцияла үлә.
...Иҫке йыл менән хушлашҡанда, Яңы йылға аяҡ баҫҡанда бигүк яҡшы булмаған даны менән тарихҡа инеп ҡалған анархистар атаһы Нестор Махноны ни өсөн иҫкә алдым һуң? Эйе, артыңдан баҫтырып килгән әжәлде алтын-гәүһәр, донъя байлығы - дуңғыҙ ҡаны менән тамаҡландырып, иҫән ҡалып та, илеңдән сит тарафҡа ҡасып китеп тә булалыр, бәлки. Ә бына Иҫке йылда яһалған хаталарыңдан, яҙыҡтарыңдан, холҡоңдағы кире һыҙаттарҙан ниндәй хаҡтар түләп ҡотолорһоң икән? Был мөмкинме? Нәфселәреңдең тамағын матди байлыҡ менән туйҙырып буламы? Әгәр ҙә улар артыңдан ҡалышмаһа, Иҫке йылыңда ятып ҡалмаһа, Яңы йылға аяҡ баҫыуыңдың фәтүәһе бармы? Улайһа, йәшәүҙең мәғәнәһе бөтөнләй юҡмы ни? Әгәр ҙә үткәнеңә пистолет менән атһаң, ул һиңә пушка менән яуап ҡайтарасаҡ. Шуға күрә, йәшнигеңдәге патрондарың да ярҙам итмәйәсәк. Ни эшләргә һуң?

ӘЙТКӘНДӘЙ...
"Ҡайҙа барма, шунда эйәрә һинең ҡара һаҡалың", тиҙәр. Кеше "Ҡана, мин яҡшы булайым әле", тип, үҙлегенән ҡапыл ғына ҡотола ла алмай. Ваҡытлыса ҡотолған хәлдә лә, экстремаль ситуацияла барыбер үҙеңдең ролеңде тик үҙең башҡарасаҡһың. Ысынлап та, бәлки, күңелһеҙ үткәнеңдән, хаталарыңдан, иҫке сабаталы холҡоңдан бер нисек тә ҡотолоп та булмайҙыр. Хатта алтын-көмөш, гәүһәр-яҡуттар түләп тә...
Шулай ҙа уларҙан арыныуҙың берҙән-бер юлы бар тип тә уйланыла. Ул да булһа - изге ғәмәлдәр ҡылыу. Был осраҡта үткәндәге хаталарың, яҙыҡтарың, әлеге ҡыҙылармеецтар һымаҡ, Иҫке йылдың ҡалған байлыҡтарына ҡыҙығып, 2018-ҙә тороп ҡалыр. Яңы йыл сәғәттәре һуҡҡанда буш шешә кеүек дыңҡылдап, Иҫке йылда ятып ҡалыр. Холҡоңдағы кире сифаттарыңа Яңы йылда "ашарға" бирмәһәң, уларҙы туйындырмаһаң, 40 көн үтеүгә, улар ыңғырашып йән бирәсәк... Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.19 | Ҡаралған: 582

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru