Баш ҡалабыҙҙа Нияз Мәжитов иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән Халыҡ-ара фәнни симпозиумға "Боронғо Өфө" республика тарихи ҡурсаулығы музейы саҡырыуы буйынса Санкт-Петербург ҡалаһынан тарихсы-картограф Александр Григорьевич Юрченко ла килгәйне. Александр Григорьевич тикшеренеүсе, сәйәхәтсе, урта быуаттар яҙыуҙарын уҡый белеүсе генә түгел, боронғо карталар белгесе лә. Беҙҙең сараға ул 1375 йылда төҙөлгән Каталон картаһын алып килгәйне. Картала "Башҡорт" тип билдәләнгән ҡала ла бар. Тарихсы ауыҙынан ишеткән мәғлүмәттәрҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.
Шулай ҙа беҙҙең һеҙҙән, төрки халыҡтар тарихын өйрәнеүсе тарихсынан, аныҡ ҡына яуап ишеткебеҙ килә. Һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй? Өфө-II ҡаласығы Каталон атласындағы Башҡорт ҡалаһы ул, тигән һығымта яһап буламы?
- Археологик ҡомартҡылар, Европа, шәреҡ ғалимдарының яҙмалары, карталар хәҙерге Өфөнөң боронғо Башҡорт ҡалаһы нигеҙендә ултырыуын раҫлай. Башҡорттарҙың үҙҙәренең тарихи хәтеренән теркәлгән яҙмалар ҙа был инаныуҙы нығыта. Ҡасандыр был урында башҡорттарҙың бөйөк ҡалаһы булыуын иҫләүсе инештәрҙән алынған мәғлүмәттәрен Рычков яҙып ҡалдыра. Шулай уҡ "Сыңғыҙнамә" дастанында ла Өфө йылғаһы тамағында ҡала булыуы, унда хандар йәшәүе бәйән ителә.
Тарихсы-географ Матвей Меховский 1517 йылда Краковта сыҡҡан "Трактат о двух Сарматиях" тигән хеҙмәтендә башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе Башкирия тип атай һәм улар үҙ телендә һөйләшәләр, тип яҙа. Карталар тураһындағы һүҙҙе дауам итеп, күренекле фламанд картографы Герард Меркаторҙың эштәрен атап китергә була. Ул 1554 йылда Рәсәйҙең картаһын төҙөй. Унда Волга, Кама, Һамар, Ырғыҙ йылғалары төшөрөлгән. Ағиҙел йылғаһы буйындағы Өфө урынында Pascherty тип яҙылған ҡала билдәләнгән, Урал тауҙары руссаға тәржемәлә "Каменный пояс" тип аталған.
XVII быуат башында Рәсәйгә бер нисә тапҡыр Голландия картографы һәм сауҙагәре Исаак Масса килә һәм Рәсәйҙең бер нисә варианттан торған картаһын төҙөй. Уларҙың береһендә Ҡариҙел йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынындағы ҡала Өфө (Pascharti) тип билдәләнгән. Шулай итеп, Европа ғалимдары төҙөгән урта быуат карталарында хәҙерге Өфө ҡалаһы "Паскерти", "Паскатир", "Пашхерти" тип атала. Хатта XVII быуат аҙағы һәм XVIII быуат башы карталарында ла Өфө ҡалаһы "Башҡорт" тип күрһәтелә.
Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты беҙҙең эраның IV-XV- XVI быуаттарына ҡараған Өфө-II ҡаласығының юғары фәнни һәм мәҙәни әһәмиәтен билдәләй. Өфө-II ҡаласығы быуаттар буйына йәшәп килгән ҙур административ, сауҙа үҙәктәренең һәм Урал-Волга буйы тарихының әһәмиәтле пункттарының береһе һанала. Мәҙәни ҡатламдың һәм органик материалдың яҡшы һаҡланыуы Урта быуаттарға ҡараған урындағы тарихи процесты яҡшы күҙалларға мөмкинлек бирә.
Боронғо ҡаласыҡтың фәнни әһәмиәте шунда: ул Башҡортостандың һәм Көньяҡ Уралдың яҙма тарихҡа тиклемге иң ҡиммәтле тарихи сығанаҡтары иҫәбенә инә. Ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламын ныҡлы һәм комплекслы өйрәнеү Өфө-II ҡаласығын Рәсәй археология фәненең эталонлы объектына әүерелдерәсәк.
Минең фекеремде ишетергә теләйһегеҙме? Боронғо карталарҙағы Башҡорт тип аталған ҡаланың һеҙҙәге археологик Өфө-II ҡаласығы икәнлеген иҫбатлау минең маҡсатым түгел. Әммә мин бығаса алып барылған тикшереүҙәрем һөҙөмтәһендә уларҙың тап килеүен дәлилләйем. Тик, ҡабатлап әйтәм, карталарҙа ҡаланың ултырған тәңгәле асыҡ ҡына әйтелмәй. Мин археолог түгел, мин - картограф. Был тәңгәлдә хеҙмәт иткән башҡорт тарихсыларының хеҙмәттәрен хөрмәт итәм һәм уларға хәлемдән килгәнсә булышлыҡ итәм. Минең фекеремсә, был йомаҡҡа яуапты башҡорттар үҙҙәре табырға тейеш, һәм табасаҡтар ҙа.
Александр Григорьевич, һеҙ тарихты сәйәхәттә өйрәнгән кеше. Ниндәй сәйәхәттәрегеҙҙе мөһим йәки билдәле тип әйтә алаһығыҙ?
-Тәүге сәйәхәткә мин студент сағымда уҡ юлландым. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуым, сәйәхәтселәрҙең яҙмаларын йөрөп тикшереп сығыу хыялы шул тиклем көслө ине, бер рюкзак менән сыҡтым да киттем. 1988 йылда X быуат сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙландың, 1989 йылда Францисканц Иоан де Плано Карпиниҙың, ә 1990 йылда XIV быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттут юлдары буйлап үттем.
Санкт-Петербург университетының бишенсе курсында уҡығанда ҡулыма билдәле ғәрәпсе А.П.Ковалевский тәржемәһендә Әхмәт Ибн Фаҙландың юлъяҙмаларының тулы варианты килеп эләкте. Ошо тәңгәлдә Фаҙландың ысынлап булыу-булмауы тураһында бәхәс ҡуптарыусыларға сәйәхәтсенең булыуы һәм бик күп ҡыҙыҡлы хеҙмәттәр ҡалдырыуы хаҡында әйтер инем. Шул уҡ ваҡытта Фаҙлан хаҡында башҡа ғалимдарҙың да эштәрендә мәғлүмәттәр бар. Уйлап ҡараһаң, шунсама халыҡ нисә быуат буйына ниндәй маҡсат менән ундай алдаҡта ҡатнашырға тейеш? Был мөмкин булмаған хәл. Өҙөп әйткәндә, сәйәхәтсе Әхмәт ибн Фаҙлан булған.
Фаҙлан сәйәхәте менән Болғарға тиклем килеп еткән, башҡорт ерҙәренә эскә инмәгән, башҡорттар араһында ла йәшәп китмәгән. Әммә яҙмаларында ул башҡорттарҙы телгә ала. Каруан Яйыҡ, Урал ер сиктәренән аша үткәндә башҡорттарҙың һөжүменән һағайып килеүҙәре тураһында яҙа. Уларҙы бында ла, башҡа төрки халыҡтары менән мөнәсәбәт тотҡандағы кеүек үк, бүләк биреүҙәр, зиннәтле бүләктәр менән алмашыуҙар кеүек ысулдар ҡотҡара. Сәйәхәтсе башҡорттарҙы әле Исламға килмәгән, ер-һыу аллаларына табыныусы һәм "төркиҙәрҙең иң уҫалы" итеп һүрәтләй.
Сәйәхәттәремдең һәр береһе минең өсөн мөһим булды. Тарихты бары тик китаптарҙан ғына өйрәнеү менән уны башҡа илдәр, халыҡтар архивынан, юлъяҙмаларынан, айырым кешеләрҙә генә һаҡланған инештәрҙән өйрәнеү араһында айырма ҙур. Мин үҙем дә юлъяҙмалар алып барам, күргәндәремде бөгөнгө күҙлектән тәфсирләп теркәйем һәм киләсәктә был яҙмалар ҙа алдағы быуындар өсөн файҙалы ҡулланмалар булыр, тип уйлайым.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
(Аҙағы).
КИРЕ СЫҒЫРҒА