«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИҘЕР - УЛАРҘА, НИҘЕР БЕҘҘӘ ҺӘЙБӘТ
+  - 



Был аҙналағы оператив кәңәшмә ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың Ҡаҙан ҡалаһына сәфәре һөҙөмтәләре менән таныштырыуҙан башланды. Унда Өфө ҡалаһы вәкилдәре ҡаланың төҙөкләндерелеүе, төҙөлөшө, архитектура биҙәлеше, урамдарҙы яҡтылыҡ сығанаҡтары менән биҙәү, яр буйы ҡаласығы һәм башҡа мәсьәләләр менән таныша.

Ғәҙәттә, ут күрше булып йәшәгән Татарстандың баш ҡалаһы менән сағыштырғанда, Өфө бик күп позицияларҙа артта ҡала, тиергә мөмкин. Әлбиттә, республиканың баш ҡалаһы уның йөҙөн сағылдырып торорға тейеш һәм күршеләребеҙ шул принциптан сығып эш итә лә инде. Һәм был республика Хөкүмәтенең уға ҡарашында, мөнәсәбәтендә лә асыҡ сағыла. Мәҫәлән, Ҡаҙандың йәмәғәт урындарында (парктар, скверҙар, ял зоналары) тәртип булдырыу, уларҙы төҙөкләндереү өсөн федераль, республика һәм ҡала бюджетынан дөйөм алғанда 9 - 9,5 миллиард һум аҡса бүленһә, Өфөгә был сумма тураһында хыялланырға ғына ҡала. Икенсе яҡтан, Яңы йыл иллюминациялары буйынса ла беҙ күпкә ҡалышабыҙ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров киләһе йылда был мәсьәлә буйынса ҡаҙандарҙы үтеп китергә тейешбеҙ тиһә лә, былтыр ҡыш һуңында баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә урамдарҙа уттар булмауын да оноторға ярамай. Яңы йылда балҡып торорбоҙ ҙа ул, әммә уның өсөн энергия менән тәьмин итеүсе ойошма ҡайырып аҡсаһын да алыр. Әгәр республика Хөкүмәте яғынан ярҙам булмаһа, был бурысты үтәп сығыу баш ҡаланың үҙенә генә ауырға төшәсәк. Шулай уҡ Татарстанда парк, урман парктары, йәмәғәт киңлеге зоналарын төҙөкләндереү буйынса Президент советнигы вазифаһын булдырыу ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ундағы йәмәғәт транспорты өлкәһендә урынлаштырылған тәртип тә Өфө өсөн ыңғай миҫал һәм өйрәнелергә тейешле өлгө булып тора. Һәм был мәсьәлә менән баш ҡаланың элекке мэры ла даими шөғөлләнде, яңы практикаларҙы Башҡортостанға алып ҡайтыу йәһәтенән күп эштәр башҡарҙы. Юҡҡа ғына Өфө МАГ-тың тәжрибә алышыу майҙансығы итеп һайланмаған. Был эш электән тормошҡа ашырыла килә, ошо хаҡта ла онотмайыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә лә башҡаларға өлгө булырҙай ҡаҙаныштар бар. Юҡһа, күрше тауығын ҡаҙҙай итеп күрә лә, сағыштырыуҙарға бирелә лә китәбеҙ... Хәйер, тейешле иғтибар һәм финанслау булһа, ундай "ҡаҙҙар" Башҡортостан ерендә лә бик яҡшы "үҫә" ул...
Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса йөкмәткән бурысына ла етди иғтибар бүленде. Баш ҡалала быйыл 543 йортта 1600 подъезда ремонт эштәре башҡарылырға, бының өсөн ошо йорттарҙа йәшәүсе милекселәр менән 15 февралгә тиклем йыйылыштар үткәрелергә, ә ремонт эштәре иһә 1 ноябрҙә тамамланырға тейеш.
Ҡала хакимиәте генә түгел, милекселәр алдында ла торған тағы ла бер мөһим мәсьәлә - ул да булһа ҡулланыусылар һәм энергия ресурстары (йылытыу һәм эҫе һыу) менән тәьмин итеүсе ойошмалар араһында туранан-тура килешеү төҙөп, хеҙмәтләндереү өсөн аралашсыһыҙ түләү мөмкинлеге индерелеүе. Был хаҡта "БашРТС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең "Теплосбыт" филиалы директоры Ирина Попова ентекләп бәйән итте. Йыл башына ҡулланыусыларҙың "БашРТС"ҡа бурысы 3,5 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән 2,5 миллиард һумы (70 процент) - идара итеү ойошмаларыныҡы. Килеп тыуған хәл-торошта аралашсыһыҙ килешеүҙәр төҙөү - ул ҡулланыусылар түләгән аҡсаһының тәғәйен ҡулланылыуы хаҡында белеп торһон һәм түләгән аҡса тәьминәтсегә тулыһынса килеп етһен өсөн эшләнгән алым. Туранан-тура түләүҙәр системаһына күсеү өсөн күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр дөйөм йыйылышта ҡарар ҡабул итергә һәм 10 көн эсендә протоколды тәьминәтсегә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш надзоры буйынса дәүләт комитетына ебәрергә тейеш. Икенсе ысул буйынса тәьминәтсе, әгәр идара итеү ойошмаһының йөкләмәлә ҡаралған күләм буйынса ике айлыҡ бурысы булһа йәки бурыс буйынса суд ҡарары сығарылһа, килешеүҙе бер яҡлы ғына туҡтата ала. Өсөнсө юл - милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә идара итеү ысулы үҙгәргән осраҡта коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү һәм улар өсөн түләүҙәрҙең һаҡланыуы. Сығыш яһаусы аңлатыуынса, тура түләүҙәргә күскән хәлдә лә, милекселәр күп фатирлы йорт менән идара итеү өлөшө буйынса идара итеү ойошмаһы менән, ә идара итеү ойошмаһы энергия менән тәьмин итеүсе ойошма менән дөйөм милекте ҡарау өлөшөндә генә килешеү төҙөй. Яңы килешеү буйынса "БашРТС" тотош йорт өсөн яуаплы булһа, идара итеүсе компания уның эсендә коммуналь хеҙмәт күрһәтеү өсөн яуаплы, йортта йәшәүселәрҙең ялыуҙарын йыя һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе күрһәтеүсе менән бергәләп факттарҙы тикшерә ала. "Тура түләүҙәргә күсеү барышында ҡайһы бер проблемалар ҙа килеп тыуҙы, - ти Ирина Попова. - Төп проблемаларҙың береһе - йылы һыу өсөн тарифтар буйынса билдәләнгән нормативҡа ярашлы түләү. Туранан-тура түләүҙәргә күскәндә идара итеүсе ойошмалар фатирҙарҙың күскән ваҡыттағы беренсе күрһәткестәрен бирә, ә иҫәп-хисап эшләү өсөн иҫәп осороноң һуңғы күрһәткесе кәрәк. Ошо ике күрһәткес булмағанда, иҫәп-хисап фатирҙа теркәлеүселәр һанынан сығып, билдәләнгән норматив буйынса башҡарыла. Граждандар иҫәп приборҙарының күрһәткесен яҙып биреү менән бер ай эсендә ҡайтанан иҫәп-хисап эшләнәсәк. Килешеүҙәрҙе бер яҡлы туҡтатҡанда тағы шундай проблема килеп тыуҙы - бер осорҙа коммуналь хеҙмәттәр ике тапҡыр иҫәпләнгән, ҡулланыусылар ике түләү документы алған, йәғни идара итеүсе компания килешеүҙең туҡтатылыуына күҙ йомоп, ҡулланыусыларға түләү документтары ебәргән. Бөгөнгә был мәсьәлә хәл ителде".
Ошондай күсеү ваҡытында, әлбиттә, аңлашмаусылыҡтар ҙа, һорау тыуҙырған мәсьәләләр ҙә күп була. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, "БашРТС" клиент офисы аса башлаған. Уның тәүгеһе Һупайлы биҫтәһендә эш башлаған, тиҙҙән Октябрь проспектында ла шундай хеҙмәт асыу күҙаллана.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.19 | Ҡаралған: 647

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru