«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ БЕЙЕГӘНДӘ КӨМӨШ ТӘҢКӘ ЗЫҢЫН ИШЕТЕРГӘ ТЕЛӘР ИНЕК
+  - 



Халыҡтың борондан формалашҡан йәшәү рәүешен, шөғөлөн, йолаларын, шулай уҡ уның ниндәй тарихи ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәүен асыҡ күрһәтә торған бер күренеш бар. Ул - традицион милли кейем. Ғилеме булған кеше унан халыҡтың донъяға ҡарашы, йәмғиәттең социаль, матди, хатта техник үҫеше кимәле тураһында әллә күпме мәғлүмәт ала ала. Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәргә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәренә иғтибар артты. Әммә хәҙерге заман костюмы, биҙәүестәре - дизайн продукты. Кейем-биҙәүестәрҙең тарихи ерлеген, биҙәктәрҙең мәғәнәһен өйрәнеп ултырыусылар һирәк. Бының кире яғы бармы? Милли кейем тегеү йә биҙәүес яһау алдынан нимәләргә иғтибар итергә? Ошолар тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия ҒӘЙНУЛЛИНА, филолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес Азат ҒАРИПОВ, башҡорт кейемдәрен реконструкциялау оҫтаһы Илдар ҒАТАУЛЛИН менән әңгәмә ҡорабыҙ.

Бөгөн башҡорт традицион костюмы, биҙәүестәре өлкәһендә һеҙҙән дә күберәк эшләгән, һеҙҙән дә күберәк белгән кешеләр юҡтыр, моғайын. Милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү эшенә тотонорға нимә этәргес булды?

А. Ғарипов:
Мин бөгөнгө әңгәмәселәремдең эшен гел күҙәтеп барам, уларҙың фиҙаҡәр тырышлығына һоҡланам, улар ысынлап та был өлкәнең ветерандары. Үҙемде иһә теоретик тип әйтә алам. Тел белгесе булараҡ, һүҙҙәрҙең килеп сығыу тарихы ҡыҙыҡ миңә. Учалыла тыуғанмын, ошо ерлектә йәшәйем һәм башҡорт биҙәнеү әйберҙәре араһында башҡа яҡтарҙа "һаҡал", "селтәр" тип йөрөтөлгән биҙәнеү әйберен учалыларҙың "яға" тип йөрөтөүе миндә ҡыҙыҡһыныу уятты. Һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныу яйлап предметҡа ла күсә. Мин яйлап райондың ауылдары буйлап экспедиция башланым. Маҡсатым - боронғо яғаларҙы табыу ине, быға кәмендә 3 йыл ваҡыт китте.
А. Ғәйнуллина: Элек ниндәйҙер конкурстамы, башҡа берәй сараламы сығыш яһарға булһа, милли кейемдәрҙе клубтарҙан, мәҙәниәт һарайҙарынан ала инек бит инде. Мин дә урындағы музейҙан селтәр һорап тора инем. Бер юлы һүтелеп торған урындарын рәтләп тегеп бирәм. Икенсе юлы селтәрҙең икенсеһен бирәләр, уның да һүтелгән ерҙәрен матурлап алып киләм. Бер барғанымда музейҙың йүнәттерә торған селтәрҙәре бөткән дә, экспонаттарҙы бирергә ярамай, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Шунан селтәрҙе үҙем эшләп алырға дәртләндем. Ҡартәсәйем мәрхүмә менән эшләй торғайныҡ ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен. Тәҙрәләге пәрҙәләрҙе тартабыҙ, ишекте эләбеҙ ҙә, урындыҡҡа ултырып, ҡәртәсәйем селтәргә мәрйендәр теҙә. Мин урамдағы тауыштарға ҡолаҡ һалып, энәгә еп һаплап биреп ултырам. Килеп, селтәрҙәрҙе алып китмәһендәр, тигән ҡурҡыу ҡалғайны бит өләсәйҙәребеҙ быуынында. Әйткәндәй, ҡартәсәйемдең аслыҡ ваҡыттарында ла һаҡлап ҡалған селтәрен Өфөнән бер ғалим, күрһәтәм, тип кенә алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шул селтәрҙе хәтеремә төшөрөп, шуға оҡшатып эшләп алдым үҙемдең селтәрҙе. Ошонан һуң мауығып киттем был һөнәр менән...
И. Ғатауллин: Минең башҡорт милли кейеменә килгән юлым бик оҙон. Башта Урта быуаттар кейемен реконструкциялаған оҫталар менән аралаштым. Унан һуң "Төньяҡ амурҙары" клубы менән таныштым. Уның етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов башҡорт көнитмешенә ҡағылышлы бөтөн нәмәне йыйғайны: хром итектәр, эйәр, кейеҙ, яугир кейеме һ.б. Ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы мине был донъя, үҙемә костюм тегеп алдым. Бородиноға барып ҡайттыҡ. 2010 йылда, башҡорт ирҙәр костюмы тураһында барыһын да беләм, тигән фекергә килдем. Ул төрки телле халыҡтар өсөн уртаҡ, бер тамырҙан. Бары тик ирҙәр костюмындағы биҙәктәрҙең мәғәнәһен, үҙенсәлектәрен генә аңламай инем ул ваҡытҡа. Өфө дәүләт сәнғәт институтында дизайнерға уҡып йөрөй инем, диплом эшемдән тыш, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесен дә тәҡдим иттем. Антиквариат магазиндарында ятҡан биҙәүестәрҙе һатып алып, ысын көмөш тәңкәләр менән яға эшләнем. Ғөмүмән, мин бер кем дә эшләмәгән эшкә тотонорға яратам. Милләттәр араһындағы үҙенсәлектәрҙе юйырға ынтылған совет заманында күп нәмә ысынлап та юҡҡа сыҡҡан. Хатта костюм тегеүсе оҫталар ҙа һәр халыҡтың мәҙәниәтендә булған үҙенсәлектәрҙе онотоп, барыһын да ябайлаштырған. Мәҫәлән, ирҙәр күлдәге башҡа милләттәрҙекенә оҡшап бөткән. Бөгөнгө милли кейем тегеү оҫталары ла эҙләнмәй, өйрәнмәй, ошо ябайлаштырырға тырышыу ҡалыбынан ҡотола алмай. Мин иһә сәхнә кейеме, бутафориянан китеп, ысын традицион кейем йүнәлешендә эшләйем.

Хәҙерге көндә башҡорт традицион милли кейеме, биҙәүестәр, тәү сиратта, дизайн продукты. Уларҙың матурлығынан бигерәк, фәлсәфәүи мәғәнәһе ҡиммәтерәк, әммә быны үҙен оҫта тип иҫәпләүселәргә нисек аңлатырға?

И. Ғатауллин:
Милли кейем һәм биҙәүес бетеү, ауырыуҙан, сир-зәхмәттән һ.б. һаҡлаусы функцияһын үтәгән. Әммә кейем бетеү генә түгел, ул китап та булған. Кейем буйынса башҡорттар йәшәгән донъяны һүрәтләп бирергә мөмкин. Биҙәктәр башҡорттоң ҡайһы ерҙә йәшәүен, нимә менән шөғөлләнеүен күрһәткән. Ниндәй юлдар буйлап йөрөүе лә сағылыш тапҡан кейемдә, йылға буйлап хәрәкәт итһәләр, кейемдәре был турала "һөйләп" торған. Баймы ул, фәҡирме, сауҙагәрме, яугирмы - кешенең йәмғиәттәге социаль хәле лә шунда уҡ күренгән. Балаларға донъя тураһында һөйләгәндә, уны кейемгә күрһәтеп аңлатҡандар. Тирмәләге бөтөн көнкүреш донъяны аңлатҡан. Һәм балалар ошо мөхит эсендә үҫкән. Хәҙерге көндә милли кейемдең мәғәнәһен тулыһынса тиерлек юғалтҡанбыҙ. Унда бер генә тәңкә лә юҡҡа ғына тегеп ҡуйылмаған. Барыһы ла йә йоп, йә таҡ һанда булған. Һәр һан нимәнелер белдергән. Заманса тел менән әйткәндә, кейем кешенең паспорты булған. А. Ғәйнуллина: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә килгәндә, һәр биҙәктә халыҡтың донъяға фәлсәфәүи ҡарашы ята. Ҡартәсәйем үҙе эшләп ултыра, үҙе һөйләй: "Көн нуры эшләйбеҙ, көн нуры..." - ти. Баламын әле, көндөң нурһыҙы ла буламы икән, тип уйлайым эстән генә. Өҫкә лә, аҫҡа ла ҡарап торған ярымтүңәрәк биҙәктәрҙе шулай атай ине ҡәртәсәй. "Көн нуры осона орлоҡ ҡуябыҙ", - ти. Шул зиһенгә һалынғайны. Бынан бер нисә йыл элек Фәндәр академияһы һүҙлек сығарғайны, ҡараһам, көн нуры - ҡатын-ҡыҙ нуры, ай нуры - ир нуры, тип яҙылған. Ҡояш нурынан тыш, ерҙәге орлоҡ та шытым бирмәй. Ир-егет нуры, ҡәртәсәйем әйтмешләй, орлоҡ. Ай нуры һуҙылып төшөп, йәшәүгә, тереклеккә башланғыс бирә. Бына ошонда ғына ла күпме мәғәнә һалынған һәм беҙҙең ҡартәсәйҙәр ошондай кимәлдә аңлы һәм ғилемле булған. Ҡул эшенең энергияһы ла башҡа. Мин селтәр йә һаҡал эшләйем дә, ҙур эш эшләгәндәй, уға һоҡланып, яратып, һыйпап ултырам. Студенттарым да хәҙер шуға өйрәнеп бөткән. Матур килеп сыҡты бит, тип һыйпап ултыралар. Һыйпаһаң, һоҡланһаң, ыңғай энергия әйбергә лә күсә.
А. Ғарипов: Ауылдар буйлар яғаларҙы өйрәнеп йөрөгәндә иң үкендергәне шул булды: кемдәрҙер үҙендә боронғо бай яғаны һаҡлап та, уның тәғәйенләнешен, функцияһын белмәй. Йәғни, әйбер бар, ә ошо кәрәкле мәғлүмәт һаҡланмаған. Кемдәрҙер уны үҙенсә яңыртырға маташып, туҡымаһын алыштыра, кемдер реконструкцияға биреп һүттергән һәм бөтөнләй икенсе яға килеп сыҡҡан. Тәңкәләре боронғо ла, урыны алышынған. Ҡарайған көмөш тәңкәләрҙе, тәбиғи мәрйендәрҙе химик матдәләр менән йыуып, яндырып, ағартып бөткәндәр бар. Шул рәүешле уның боронғолоғо, тарихи ысынбарлығы юғала. Бына ошолар ҙа яғаларҙы өйрәнеү эшен ҡатмарлаштыра.
И. Ғатауллин: Ғөмүмән, борон кейем мода өсөн тегелмәгән. Ул йәшәйеш шарттарына яраҡлаштырып булдырылған. Илдар Шәйәхмәтов менән Бородиноға, хәрби-тарихи фестивалгә барҙыҡ, тигәйнем бит, шунда мин теккән еләнемдең ябынып ятыу өсөн ҡулайлы булырға, өшөмәҫ өсөн ҡулдарҙы, муйынды ҡаплап торорға тейешлеген яҡшы аңланым. Баш кейеменең дә 3-4 дүрт тәғәйенләнеше бар. Һыуыҡ миҙгелдә, ялан шарттарында ошоларҙың барыһын да үҙем аша үткәрергә тура килде. Әгәр ҙә һин теккән костюмыңды ҡалала башлыса берәй конференцияға, байрамға кейәһең икән, әлбиттә, уның тәғәйенләнеше лә үҙгәрә. Бөгөн йәштәр генә түгел, зыялылар ҙа боронғо дөрөҫ костюм менән яһалма тыуҙырылған костюм араһында айырма күрмәй. Ошо ғилемһеҙлек менән дә көрәшәм. Фотосессияларҙа стилләштерелгән костюм кейәләр һәм шулай матур икән тип уйлайҙар. Бер тапҡыр телевидение журналисы миндәге ысын башҡорт милли кейеме өлгөһөн, был ҡайһы милләт кейеме, тип һораны. Белемһеҙлеккә ҡаршы көрәшергә кәрәк әле беҙгә...

Кейем һәм биҙәүестәрҙе өйрәнә башлағанда тәү сығанаҡ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?

И. Ғатауллин:
Тәүге ирҙәр костюмын Руденконың "Башкиры" тигән китабы буйынса тектем. Әгәр ҙә кемдер костюм тегеү менән шөғөлләнә икән, тәүҙә мәғлүмәтте китаптарҙан алһын. Тик китаптарҙы ла табыуы ауыр бөгөн. Магазиндарҙа 5 меңгә лә милли кейем тураһында китап табып булмай, хаҡына ҡарамай һатып алыр инек. Ауылдарҙа Шитованың, Камалиеваның китаптары ла китапханала ғына, ҡулдан-ҡулға йөрөтөргә мәжбүрҙәр. Ниңә ул китаптар ҡабаттан сығарылмай, нисек ошо көнгә төштөк, тип аптырайым, милли кейем һәм биҙәүестәр буйынса бар ғилемде юғалтабыҙ бит.
Кейемдәрҙе музейҙарҙағы өлгөләрҙән дә өйрәнергә була. Әммә музейҙарҙа, мәҫәлән, күсереп алып ҡына тегерлек ирҙәр кейеме юҡ. Унда башлыса совет осорондағы театр реквизиттары һаҡлана. Китаптарҙа һүрәтләнмәгән мәғлүмәт, уйланып йөрөй торғас, үҙе килә. Шуны ла әйтергә кәрәк: хеҙмәттәрҙә хаталар ҙа күп. Мәҫәлән, ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кейемдең түбәнге донъяны һүрәтләгән ерҙәрен уҡығанда, миндә шик уяна. Борон түбәнге донъяны кейемдә һүрәтләмәҫтәр, киреһенсә, унан һаҡланырға тырышырҙар ине. Кейем дә, ундағы бөтөн биҙәк тә тап шул яуыз көстәрҙән һаҡлаусы булған. Шулай ҙа хәҙер, әйтә торғас, ҡашмауҙы дөрөҫ кейә башланылар. Сәстәр ябыҡ, йөҙ асыҡ, муйынды ҡаплаусы һаҡал, һағылдырыҡ бар. Селтәр-һаҡалдар элек аҫта һәленеп тора ине, уны өҫкәрәк тартып таға башланылар. Йәғни, ҡатын-ҡыҙ башланғысын һаҡлаусы әйберҙәрҙе дөрөҫ кейә башланылар.
А. Ғәйнуллина: Селтәр, һаҡал, алмиҙеү, яға кеүек биҙәүестәрҙең һәр береһе буйынса докторлыҡ хеҙмәттәре яҙырға була, әлбиттә. Ромб, кәрәҙ һ.б. биҙәктәрҙең төрөн билдәләп, уларҙы яһау буйынса ла эшләргә кәрәк, егеттәр.
А. Ғарипов: Учалыла ла яғаны тергеҙеүгә әүҙем тотондолар. Телевидение, район бәйгеһе үткәрәйек, тигән тәҡдим менән сыҡҡас, ағинәйҙәрҙе йыйҙыҡ та, һәр бер ауылда ниндәй яғалар булғанын күрһәтеп, мәғлүмәт бирҙек. Ә махсус китаптар юҡ, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Булғандарында ла әйберҙең тасуирламаһы бар, ә мәғәнәһе, фәлсәфәһе яҙылмаған.
Фән кешеһе булараҡ, берәй 50 йылдан әле булған өлгөләрҙең дә тарих туҙанына әүерелерен яҡшы аңлайым. Шуға ла район биҙәүестәренең альбом-каталогын төҙөргә тигән маҡсат ҡуйып, шәхси коллекцияларҙы эҙләй башланым. Бөгөнгө хәлендә уларҙың үҙенсәлектәрен, үлсәмдәрен яҙып, теркәп ҡуйырға кәрәк. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында 20-нән ашыу өлгө бар. Шәхси ҡулдарҙа иһә өй шарттарында һуғып яһалған ерлеккә баҫылған яғалар осраны. Уртаса йәше 100 йыл тирәһе булған 45-ләгән яға барлығын асыҡланым. Халыҡта ҡурҡыу ҡалған, тип әйтте Асия апай, күптәр һаман да ошо ҡомартҡыларҙы күрһәтергә ҡурҡа. Репрессиялар мәлендә ағас төбөнә күмеп, аҙаҡтан тапмағандар ҙа бар. Кемдер сиғандарға тоттороп ебәргән, кемдер һыуытҡысҡа, телевизорға алышҡан. Аңлылары алып ҡалған, әммә уларҙың яғаларын урамда үткән байрамдарҙа күреп булмай, улар һандыҡ төбөндә һаҡлана һәм ул яғаның барлығын күршеһе лә, нәҫел-заты ла белмәй.
И. Ғатауллин: Мин милли кейем, биҙәүес тураһындағы китап ниндәй булырға тейешлеге тураһында күп уйланым. Ниндәйҙер дөйөм йыйылма булһын тиһәк, беҙгә интернетта ҙур музей булдырырға кәрәк. "Мин шул райондан, шул ырыуҙан, минең костюмым ниндәй булырға тейеш?" - тип йыш һорайҙар минән. "Фотоларын күрһәтегеҙ, әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ", - тип яуаплайым уларға. Бергәләп эшләй алыр инек, моғайын, был эште. Матур бер миҫал килтерер инем. Ижевскиҙа халыҡ кәсептәре үҙәге бар, унда үҙ эшен белгән шәп оҫталар эшләй. Уларҙың сайты бар, унда ҡайһы оҫтаның ниндәй тауары бар - барыһы ла күренеп тора. Интернет аша заказ биреп, эшләтеп алырға ла була. Дөрөҫөн әйткәндә, был үҙәкләштерелгән ҙур магазин. Теләһәләр, улар башҡорт милли кейемдәрен дә тегә алыр ине.
Ни өсөн костюм теккәндә белгескә мөрәжәғәт итергә? Борон бөтөн эштәр ырыу эсендә бүленгән булған, мәҫәлән, кемдер кейеҙ, кемдер балаҫ һуҡҡан, кемдер ҡорот ҡайнатҡан, кемдер ҡымыҙ бешкән. Ә кемдер биҙәүестәр яһаған һәм кейем теккән. "Яға" тибындағы биҙәнеү әйберҙәрен алып ҡараһаң, төрлө яҡтан килгән яғалар силуэты буйынса бер-береһен ҡабатлай. Сөнки аныҡ ҡанундар булған, әгәр ҙә һеҙҙең районда яғаны тап ошолай итеп яһаһалар һәм һеҙҙең яғағыҙ уға оҡшамай, айырылып тора икән, иманым камил, башҡалар күҙегеҙҙе лә астырмаясаҡтар һәм һеҙ уны таға алмаясаҡһығыҙ. Һуңғы совет осоро яғаларында был ҡанундарҙы күҙәтеүсе булмаған. Музейҙарҙа ла ошо һуңғы осор биҙәүестәре һаҡлана, уларҙың күбеһенең ерлеге зингер машинаһы менән тегелгән һәм уларҙа тайпылыштар күп. Минеңсә, бөтөн биҙәүестәрҙең дә нигеҙе бер, иң боронғоһо, моғайын, инйәр һаҡалылыр. Унан һаҡалдың бер төрө - Ағиҙел аръяғы һаҡалы, унан инде селтәр килеп сыҡҡан. Яға - формаһын үҙгәрткән Ағиҙел аръяғы һаҡалы. Әммә бында ла һорауҙар күп, ни өсөн Ағиҙел аръяғы һаҡалы тип аталһа ла, Өфө яғы һаҡалдарына оҡшамаған?

Бөгөн беҙҙең тағы ла ниндәй биҙәүестәребеҙ, кейемдәребеҙ тергеҙеүҙе көтә?

И. Ғатауллин:
Мин көмөш тәңкәләр зыңлауын ишетергә теләйем. Милли костюмдың үҙгәреүен Ф. Ғәскәров ансамбле миҫалында ҡараһаҡ, бейеүҙә көслө музыка ҡулланылмаған, ҡурай, ҡумыҙ тауышы ишетелер-ишелмәҫ кенә булған. Боронғо бейеүҙәрҙәге бөтөн хәрәкәттәр костюм тауышланһын өсөн башҡарылған. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә бейеүселәрҙең баштарын һелкетеүе ҡыҙыҡ тойола, ысынында иһә, улар ошо рәүешле тауыш сығарған. Көмөш зыңы юғалды, ә совет, рәсәй тәңкәләре, ҡытай фольгаһының тауышы юҡ. Көмөш сыңы бик моңло, балалар илаһа, биҙәүестәрҙе уларға биргәндәр ҙә ҡуйғандар. Боронғо кейемдәрҙе көмөш тәңкәләр менән тергеҙергә, көйгә ҡушылып сыңлауын ишетергә теләр инем.
А. Ғәйнуллина: Минең дә бар ундай хыялым. Үҙәк каналдарҙың береһендә бер тапшырыуҙа: "Почему башкирскую женщину сначала слышно, потом видно?", - тип һорау бирәләр бер көндө. Мин дә шул көмөш тәңкәләр зыңлауын ишетергә теләр инем. Гәләбәш буйынса һорауҙар күп, уның нисек эшләнгәнен аңларға маташып, Санкт-Петербургтағы музейға бер нисә көн рәттән йөрөнөм. Тотоп ҡарарға рөхсәт итмәнеләр. Икенсе гәләбәш өлгөһө Будапешта, унда барып ҡарарға кәрәк. Унан һуң, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында яурынса (пелерина) бар, тип яҙа Шитова, "Мода энциклопедияһы"нда ул, византия яғаһы, тип килтерелгән. Месапотамия ят ер булмаған, "Урал батыр" эпосын "Гилгәмеш" менән сағыштырабыҙ икән, уртаҡлыҡтар булыуы ихтимал. Бына шул яурынсаны тергеҙергә ине.
Биҙәүес төрө булған мәрүәт мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Сибай ағинәйе Фәниә Сарбулатова өләсәһенең һары мәрүәт тураһында һөйләгәнен хәтерләп ҡалған. Ә минең хәтеремдә ул аҡ булып ҡалған, ҡәртәсәйемдең мәрүәтте һыйпап ебәреүен, уның матурланып китеүен иҫләйем. Аҡ мәрүәт ҡытайҙарҙа юғары баһаланған, тиҙәр. Бәлки, беҙҙә ниндәйен таба алғандар, шуны ҡулланғандарҙыр. Мәрүәтте өҫтөнән йәки уртаһынан тишеп ҡуялар. Һаҡмарҙан, Төйәләҫтән эҙләп ҡараным, йылға ҡабырсаҡтары юҡ хәҙер, булһа, өлөшләп бысып булһа ла баҫыр инек. Балаларҙың кейемдәренә мотлаҡ мәрүәт ҡуйырға кәрәк. Ҡаҙҙың өлпәтәкәйен ҡулланмайҙар бөгөн, элек кейемдең биленә, яурынға тегәләр ине. 2008 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Шәүрәкәй"ҙе ҡуйғанда ҡыҙҙарға маңлайса тегеп, уларҙы ла өлпәтәкәй менән биҙәнек. Маңлайсаға ҡәнәфер орлоғон епкә теҙеп, сикәлек яһаныҡ. Араларына мәрйен дә ҡуйып ебәрһәң, бигерәк матур була. Бармаҡты саҡ ҡына еүешләп, ышҡып ебәрһәң, еҫе сығып тора. Халыҡ йыры юҡтан бар булмағандыр бит. Балаларҙың, ҡыҙҙарҙың биҙәүесендә, әбейҙәрҙекендә ҡәнәфер орлоғо мотлаҡ булырға тейеш.
И. Ғатауллин: Шуныһы ҡыҙыҡ, Башҡортостан сыуаштарының баш кейемдәре башҡа яҡтарҙа йәшәүсе сыуаштарҙан айырылып тора. Беҙҙең сыуаштарҙа хушпу һаҡланған, башҡорттоң бындай баш кейеме юҡҡа сыҡҡан. Гәләбәшкә килгәндә, сыуаштарҙа уға оҡшаған баш кейеме бар, беҙҙә тағы ла юҡ булған.
Беләһегеҙме, башҡорттарҙың биҙәүестәрҙе тәңкәләр менән биҙәргә яратыуын аңлап ҡабул итеп, Мәскәүҙәге, Петербургтағы фабрикаларҙа махсус рәүештә биҙәүестәр, жетондар ҡойғандар. Был, тишеп, аҡсаны боҙмаһындар өсөн эшләнгән. Башҡорттар араһында билдәле булған төрөк, һинд тәңкәләренең күсермәләре яһалған. Жетондарға килгәндә, биҙәүестәрҙән күренеүенсә, улар араһында дин үтеп ингәнгә тиклемге осорҙа ҡулланылған орнаменттар күп ҡулланылған. Дин уларҙы тыймаған, сөнки улар үҫемлек орнаменттары. Башҡорт яугирҙарының ҡоралдарында, кейемендә, баш кейемендә улар йыш ҡулланылған. Бөгөнгө көнгә был биҙәктәрҙең семантикаһына төшөнгәнмен. Улар тәңрелек менән бәйле, башлыса 3, 4, 8 тажлы сәскәләр. Улар боронғо һәм һаҡлау ролен үтәгән билдәләр. Бохара, Төркиә, Шамил ордендарында ла, Кавказда ла бар бындай орнаменттар. Был үҙе айырым тема һәм уның тураһында оҙаҡ итеп һөйләргә була.
А. Ғарипов: Гәләбәш-кәләбәш тигәнгә телсе булараҡ ҡына бер өҫтәмә әйтеп китергә теләйем. "Гәлә" + "баш" тигән ҡушма һүҙ, диалекттарҙа фонетик үҙгәрештәр булыуын иҫәпкә алып, ул йә "гәлә", йә "кәлә" формаһында. "Баш" тигән һүҙ аңлашыла, үҙенең тура мәғәнәһендә ҡулланыла. "Гәлә" тигәндә ауыл кешеһе шунда уҡ ҡаҙҙы күҙ алдына килтерә. Инә ҡаҙҙың башында өлтөкәйе була, "гәлә" тигән һүҙ ошо өлтөкәйҙе белдерә лә инде. Бының баш кейеме менән бәйле булыуы ла, булмауы ла бар, әммә ҡыҙыҡлы сағыштырыу килеп сыға. Күп һүҙҙәр бит йәшәйеш менән бәйле, баш кейеменең атамаһын да йыраҡтан эҙләмәгәндәрҙер, тип фаразларға була.
И. Ғатауллин: Ҡашмау - ҡыҙҙарҙың баш кейеме, тип мин күптән әйткәйнем. Бына бит, ҡашмау - ул ирекле ҡош, ә гәләбәш йорт ҡошо, уны инде бер ҡайҙа ла осоп китә алмаған кейәүҙәге ҡатындар кейгән.
А. Ғарипов: Экспедицияларҙа ҡортбаш менән бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт осраны. Был да тәңреселек осорона бәйле. Этнографик һүрәттәрҙә лә күрәбеҙ, элек мал аҙбары тирәһенә йылҡы малының баш һөлдәһен ҡаҙап ҡуйғандар. Ул әлеге лә баяғы һаҡлаусы ролен үтәй. Йылҡы малының баш һөлдәһен үҙең менән йөрөтөп булмай бит инде, шуға ла ҡортбашты уға оҡшатып, уны баш һөлдәһенең бәләкәй варианты итеп күреп, кейемдәренә теккәндәр. Бына шундайыраҡ фәлсәфәүи ҡараштар осрап ҡуя.
Мәрүәткә килгәндә, халыҡ икенсе төрлө уны "син" тип йөрөткән. Ул "Ҡытай" тигәнде белдерә. Шуға ла ҡытай мәрүәте киң билдәле булғанына аптырарға ярамай. Уны кейемгә тағып ҡына йөрөмәгәндәр, тире ауырыуҙарында бысаҡ менән ҡырып, тирегә һылағандар. Көмөштө лә, аҡыҡты ла тағып та йөрөгәндәр, ҡырып, дарыу итеп тә ҡулланғандар. Түшелдеректәрҙе дөйөм алып ҡарағанда, донъя кимәлендә уның һәр элементын төрлө милләттәр ҡулланған. Ә башҡорттар шуларҙы бергә йыйып, һөҙөмтәлә көслө һаҡлаусы әйбер килтереп сығарған. Унда артыҡ бер нәмә лә юҡ, һәр бер элементы уйланған. Элек тә ялтыр-йолтор әйберҙәр күп булған, сөнки ниндәй генә сауҙа юлы үтмәгән беҙҙән. Юғары зауыҡлы, матурлыҡты аңлаған һәм ҡәҙерләй белгән милләт булараҡ, башҡорттар уларҙың иң-иңдәрен генә һайлап алған һәм ҡулланған. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ҡайһы бер халыҡтар үҙҙәрендә бындай матурлыҡты булдырырға теләй, әммә уларҙа юҡ. Ә беҙҙә тулып ята, ҡәҙерен генә белмәйбеҙ, һаман тәртипкә һала алмайбыҙ.
А. Ғәйнулина: Эйе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренең матурлығын күрҙеләр һуңғы ваҡытта, уны ҡулланырға тырышалар. Әммә... Боҙоуҙар китте. Хакастарҙың түшелдереге күкрәктең өҫтөндә генә ята ла, унда 3 ҙур төймә тора. Хәҙер беҙҙекеләр ҙә хакас булып бөтөп бара, 3 төймәме, 3 биҙәүесме ҡуйып, 3 түңәрәк яһайҙар ҙа, муйындарына ҡыҙыл сепрәк аҫып ҡуялар. Мәғәнәһен өйрәнмәйенсә, биҙәнеү әйбере яһайһығыҙ икән, ул ҡытайҙың тауарынан бер ере менән дә айырылмаясаҡ. Биҙәүестәр, кейем һеҙҙе һаҡлаһын тиһәгеҙ, ғилемгә таянығыҙ, тип әйтке килә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға.

Шулай итеп...
Төрлө йүнәлештә, әммә бер маҡсатта эшмәкәрлек алып барған ҡунаҡтарыбыҙ менән һөйләшеү күптәргә фәһемле булғандыр, тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, башҡорт кейеме һәм биҙәүестәре өлкәһендә һөйләшеүҙәр алда ла булыр әле. Сөнки был юҫыҡта асыҡлайһы әйберҙәр етерлек. Интернетта дөйөм бер сайт булдырып, унда һәр ырыуҙың кейем һәм биҙәнеү әйберҙәрен ҡуйырға кәрәк, тигән фекер буйынса ла һәр кемдең тәҡдимдәре булыр, моғайын. Һеҙҙе лә был һөйләшеүгә ҡушылырға саҡырабыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.19 | Ҡаралған: 1196

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru