«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮРЕНЕҢ АҠЫЛЛЫЛЫҒЫ...
+  - 



Бүре менән беҙ бәләкәстән үк әкиәттәр аша таныш. Уларҙың иң иҫтә ҡалғандарының береһе - "Бүре һәм кәзә бәрәстәре" әкиәте. Иҫләйһегеҙҙер, Әсәй-кәзә бәрәстәрен өйгә бикләп китә, ә ишекте бер кемгә лә асмаҫҡа ҡуша. Әсәләре күҙҙән юғалыу менән Бүре өй эргәһенә йүгереп килеп тә етә.

Бына шул әкиәтте әйтәм инде. Әммә мин уны бушҡа ғына иҫкә алманым. Был әкиәттә өй (тимәк, ауыл) тураһында бушҡа ғына телгә алынмай, буғай. Эш шунда - ысын тормошта бүре ҡара урман төпкөлөндә, япа-яңғыҙ, айырым көн итергә яратмай. Ул нишләптер кешегә тартыла, кеше көн иткән ерҙәрәк йәшәргә тырыша. Шуға күрә бүренең өйө (дөрөҫөрәге, өңө), ауылса әйткәнсә, кәртә артында ғына. Йыртҡыс, урман санитары тигән насар атамалар алыуға ҡарамаҫтан, бүре бик һәйбәт күрше. Был йәһәттән ул ихтирамға лайыҡ. Бүре ут күршеләре менән (ошо ауылда йәшәгән кешеләрҙе әйтәм инде) татыу йәшәү яҡлы, йәғни ул кешеләрҙең мал-тыуарына бөтөнләйе менән теймәҫкә тырыша. Тамаҡ яғы үтә ныҡ мөшкөлләнеп киткән хәлдә генә, сараһыҙҙан ғына урындағы малға һөжүм итеүе бар. Ә бына сит ауылдың һарыҡ-кәзәһен апаруҡ "санитарлап" тора былай. Әлбиттә, уларҙың малы үтә һимеҙ йә үтә татлы түгел. Бында айыҡ аҡыл өҫкә сыға. Әгәр, тип уйлай бүре, "үҙемдең" ауыл малдарына теймәһәм, "үҙемдең" һунарсылар мине эҙәрләкләп маҙаһыҙламаясаҡ. Бында иҫәп хисапҡа тура килә: бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән, һунарсылар ҙа аптыратмай.
Ә шулай ҙа ваҡыты менән бүреләр үтә әрһеҙләшеп киткән һунарсыларҙы тәрбиәләп, кәрәген биреп тора. Самат ағайҙы тыңлайыҡ әле: "Бер йылды Бөрйәндә улар ике һунарсының дүрт һунар этен талап-ашап киттеләр. Бүре өйөрө ауылды төндә килеп баҫҡан. Нисектер, ике һунарсының өйҙәрен тапҡандар. Етмәһә, ул һунарсылар ауылдың ситендә түгел, ә уның урта өлөшөндә йәшәй бит әле. Һунарсыларҙың өйөн урындағы эттәр күрһәткән, тип әйтеп булмай. Сөнки улар бүренән ҡурҡа. Бүреләр ауылды баҫҡан мәлдә, исмаһам, бер эт өрһәсе! Бүреләр ауылға яҡынлашыу менән ауылдағы бар эттәр тауыш-тын сығармай, үҙ өңдәрендә ҡасып-боҫоп ятып ҡалалар. Ә бүреләр теге һунар эттәрен ҡайһыһын талап, ҡайһыһын ашап киткәндәр. Ысынмылыр-бушмылыр, хатта берәүһен үҙҙәре менән күтәреп алып киткәндәр".
Кеше менән сағыштырғанда, бик иркендә йәшәй бүре. Беҙ ни бары 15 сутый ергә ҡыуанып бер булабыҙ. Ә бүре биләмәһе сутый менән генә иҫәпләнмәй. Ул биләгән ерҙең бер осонан алып икенсе осона тиклемге ара 60 км-ға барып етә! Шул тиклем биләгән ерҙе ул һәр ваҡыт һаҡлап-билдәләп тора. Был турала ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән Иҙрис ағай аптырап ошолай һөйләй: "Элек ферма малына ҡыш буйы Арҡыры яландан бесән ташый торғайныҡ. Ялан апаруҡ ҙур. Бына шул яландың ситендә үҫеп ултырған ялбыр ҡайын бүренең сик биләмәһе ине. Нисәмә йылдар буйы шул яландан бесән ташылды, шунса йылдар буйына бүре үҙенең сиген билдәләп торҙо. Ҡайһы йылы йә көслө буран, йә көслө ҡар аҙнаға һуҙылып китер ине. Аптырамалы инде, көн матурланыу менән бүре үҙ сиген билдәләргә сабып килеп тә етә! Ялбыр ҡайынға ҡыялатып ҡына урман эсенән дә барып була. Әммә бүре гел яландың ҡап уртаһынан килер булды. Урманлы ерҙәр башҡа бүренең биләмәһе булғандыр инде, шуға күрә "беҙҙең" бүре урманға инә алмағандыр".
Бүреләрҙең аҡыллы булыуына күп һунарсылар аптырай. Улар менән урманда күҙмә-күҙ осрашҡан һунарсы Иштуғанды тыңлайыҡ әле: "Ул йылды ҡар ғәләмәт тәрән булды. Саңғы менән китеп бараһың, ә саңғылар үҙҙәре күренмәй. Аҙым эшләгән һайын улар көрткә бата ла ҡуя. Ситтән ҡарап торһаң, тубыҡтан ҡар кисеп барған һымаҡһың инде. Бер мәл көс-хәл менән ҡалҡыулыҡҡа күтәрелдем. Аҫҡа табан күҙ һалһам, аптырап киттем. Биш бүренән торған өйөр бер оло мышыны ҡаяға ҡыҫтаған! Мышының хәле мөшкөл, уның ҡасыр урыны юҡ. Бер яҡтан - текә ҡая, икенсе яҡтан йылғаның текә яры. Мин тиҙ генә мылтыҡты ҡулға ала һалдым. Шул саҡ бүреләр... урманға һибелде, тип уйлайһығыҙмы. Юҡ шул. Тәүҙә берәүһе бар көсөнә һикереп, көрткә сумды. Икенсеһе уның өҫтөнә баҫып ырғыны һәм көрткә сумды. Өсөнсөһә тәүҙә тәүгеһенең, шунан икенсеһенең өҫтөнә баҫып ырғыны һәм көрткә сумды. Ә дүртенсеһе... Ә бишенсеһе... Шул арала беренсеһе... Ҡыҫҡаһы, минең күҙ алдымда биш бүре күҙ асып күҙ йомған арала ошолай "тәгәрәй-тәгәрәй" урманға инде лә китте. Мин аптырауҙан ауыҙҙы асып торҙом да ҡалдым. Аҙаҡ барып самалап ҡараным, һәр бүре кәм тигәндә лә өс метр самаһы һикергән!"
Был һөйләгән хәбәрҙәр күптәрҙең йөрәгенә бер аҙ ҡурҡыу-шом һалалыр. Ә шулай ҙа ғүмер буйы урманда көн иткән кеше бүренән әллә ни ҡурҡып бармай. Мин һаман да Зәки ағайҙың һөйләгәнен көлөп иҫкә алам. Бер мәл ул урман буйлап яңғыҙы ғына ҡайтып барған. Ҡуйы үлән үҫкән урында уға бүре тап булған. Дөрөҫөрәге, бүре ҡасып-боҫоп ятып ҡалырға ҡарар иткән. Зәки ағай ошолай һөйләй: "Нишләптер, үлән араһындағы ҡыштырлауға иғтибар иттем. Яҡшылап ҡараһам, бер бүре ергә һылашып ятҡан һәм күҙҙәрен миңә төбәгән!" Уның һөйләгәндәренән минең баштан береһенән-береһе ҡурҡыныс уйҙар үтеп китә. Ә Зәки ағай моңһоу ғына әйтеп ҡуя: "Ята шунда кеше ҡурҡытып".
Бүрегә бәйле ҡайһы бер һөйләүҙәр шаяртыу-алдауға бәйле. Миҫал өсөн һунарсы Әхтәм ағайҙы тыңлайыҡ әле: "Элек бүрене ат менән ҡыуып етеп, күҫәк менән һуғып алғандар. Былайтып бүрене яланда ғына алып була. Ә урманда бер нисек тә булмай, сөнки бында яландағы һымаҡ иркенлек юҡ. Шуға мин бүрене һуғып алыуҙың икенсе юлын уйлап таптым. Хәҙер мин һунарға барғанда һул ҡулға ярты метрға әҙ генә етмәгән таяҡ тотоп алам. Ышаныслыраҡ булһын өсөн был таяҡтың башына саңғы таяғындағы һымаҡ бау әтмәлләп алдым. Шул бауҙы ҡулға кейҙереп ҡуям. Ә уң ҡулға йәтеш кенә суҡмар алам. Бүре киле сыҡты икән, һул ҡулдағы таяҡты тешләтәм, ә уң ҡулдағы суҡмар менән - шалт тегенең башына! Һуҡҡан ыңғайы ситкә ырғыр кәрәк. Ҡаны сәсрәп, кейемде бысратмаһын өсөн. Бер йылды мин ошолай һуғып (ошо урында ул күҙҙәрен ситкә төбәп, бармаҡтарын бөгә-бөгә шыбырлап ҡына һанай башлай) ете бүре алдым!"

Әғләм ШӘРИПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 677

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru