«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ РУХ ТА СӘЛӘМӘТ
+  - 

Ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһен ике һүҙ менән аңлатырға ҡушһалар, унда төп лейтмотив булып спорт һәм сәләмәтлек торор ине. Был фекер бер нигеҙһеҙ түгел, сөнки үткән аҙнала башҡа саралар менән бер рәттән Өфөлә боҙҙа мотоциклдарҙа уҙышыу буйынса Европа чемпионаты үтте. Уны традицион рәүештә "Төҙөүсе" стадионы ҡабул итә. "Ярыштарҙы барып ҡараным, әммә стадиондың торошо ҡәнәғәтләндермәне. Унда беҙ ҙур сара ойошторабыҙ. Шуға күрә тейешле документтар әҙерләп, республика Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк", - тине ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин.

Шулай уҡ ул Октябрь районының Нуғай ҡасабаһында яңы модуль медицина пункты асылыуы тураһында бәйән итте (был турала 7-се биттә уҡығыҙ.- Ред.) Ә шулай ҙа көн тәртибендә төп урынға диспансеризация мәсьәләһе сығарылды. "Ул теге йәки был ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлау мөмкинлеге биреп, үлем күрһәткесен кәметеү сараһы ла булып тора", - тине Өлфәт Мансур улы былтыр Өфө халҡын диспансерлаштырыу йомғаҡтары менән таныштырыу өсөн һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгесе Венера Мостафинаға тапшырып.
- Ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм үлем күрһәткесен кәметеүсе сараларҙың береһе булып халыҡтың айырым билдәле бер төркөмөн диспансерлаштырыу тора, - тине Венера Мостафина. - Әлеге ваҡытта Өфөлә 23 медицина ойошмаһы диспансеризациялауҙа ҡатнаша. Былтыр 10 айҙа баш ҡалала тыуым 1000 кешегә 12,1 кеше булып, республика кимәленән 2,5 процентҡа юғарыраҡ, әммә 2017 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 5,5 процентҡа түбәнерәк ине. Үлем кимәле 1000 кешегә 10,6 кеше тәшкил итеп, 1,9 процентҡа кәмегән.
Билдәләнеүенсә, былтыр Өфөлә диспансеризацияның беренсе этабын 214 605 кеше (100 процент) үтә. Шул иҫәптән 14,3 процент кеше 1-се сәләмәтлек төркөмөнә инә, икенсе төркөм, йәғни хәүеф факторы булған төркөмгә 31,5 процент ҡарай, 3А (хроник сирлеләр) төркөмө - 46,4, 3Б (хроник сирлеләр) төркөмө 7,8 процент тәшкил итә. 22102 осраҡта сирҙәр беренсе тапҡыр асыҡланған. Тәүгә асыҡланған сирҙәр араһында беренсе урында ҡан тамырҙары ауырыуҙары (27,6 процент) тора. Икенсе урында - эндокрин системаһы (16,2 процент), өсөнсө урында нервылар системаһы (10,8 процент) сирҙәре.
Быйыл баш ҡалала 215764 кеше диспансеризация үтергә тейеш. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары былтыр ҡануниәткә индергән үҙгәрештәргә ярашлы, йыл башынан хеҙмәткәр өс йылға бер тапҡыр диспансеризация үтеү өсөн эштән азат ителергә хоҡуҡлы, ә пенсионерҙар һәм пенсия алдында тороусылар - йыл һайын ике көн ала. Эшләп йөрөүсе категорияға уңайлы булһын өсөн поликлиникаларҙа профилактика кабинеттары шәмбе көндәрендә лә, ә диагностика һәм лаборатория тикшеренеүҙәре кискеһен дә эшләй. "Ял көнө" диспансеризацияһы баш ҡаланың 19 медицина учреждениеһында ойошторолған. Атап әйткәндә, Орджоникидзе районында 10-сы, 18-се ҡала клиник дауаханаларында һәм 2-се, 32-се поликлиникаларҙа, Совет районында 5-се ҡала клиник дауаханаһында, 48-се, 50-се, 51-се поликлиникаларҙа, Киров районында 1-се, 46-сы, 52-се поликлиникаларҙа, Дим районында ҡала клиник дауаханаһында, Ленин районында 9-сы ҡала дауаханаһында, 44-се поликлиникала, Калинин районында - 12-се ҡала дауаханаһында һәм 13-сө ҡала клиник дауаханаһында, Октябрь районында - 38-се, 43-сө поликлиникаларҙа, ведомствоға ҡараған Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге филиалының поликлиникаһында.
"Халыҡты диспансерлаштырыу буйынса эшмәкәрлекте артабан да камиллаштырыу өсөн киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт биреүҙе көсәйтергә, етәкселәрҙең хеҙмәткәрҙәргә көн биреүен контролгә алырға кәрәк, - тине Венера Мостафина. - Шулай уҡ мәғлүмәт кампанияларына, халыҡты диспансеризация үтеүгә ылыҡтырыу өсөн ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары кеүек йәмәғәт ойошмаларын, ирекмәндәрҙе йәлеп итергә, спорт-һауыҡтырыу инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк". Элегерәк, сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигән девиз йыш яңғырай торғайны һәм ул бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, сөнки рухы сәләмәт кешеләр генә ысын мәғәнәһендә сәләмәт йәмғиәт, сәләмәт дәүләт төҙөй алыуы бер кемгә лә сер түгел.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.19 | Ҡаралған: 711

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru