«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛ ТОТМАЙ БУЛМАЙ
+  - 



Һәр кемгә төрлө яҙмыш тейә шул. Миңә инде "Был - ауыл кешеһе" тип алдан яҙылып ҡуйылғандыр, тим. Ысынлап та, ауыл кешеһе бурыстарын тулыһынса иңемә тейәгәнмен дә, алға барыуымды беләм. Өлөшөмә тейгән көмөшөм, тип, ауыл тормошоноң ауырлығына зарланмайым да, эстән генә иңрәһәм дә, тирә-яҡтағыларға һиҙҙермәй, бар донъяға йылмайып ҡарап, тормош юлымды дауам итәм. Юлымда осраған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, һығымта яһап, тәжрибә туплайым, тағы ла көслөрәккә әйләнәм.

Гәзит уҡыусылар менән 2018 йылда булған, иң иҫемдә ҡалған ваҡиға менән бүлешмәйенсә булдыра алманым. Ауылда йәшәгәс, малһыҙ булмай бит инде. Малы булғас, көтөүе лә бар. Уныһын сиратлап көтәләр. Бер һыйырға бер көн көтөү көтөү эләгә. Яллап көттөрһәң дә була. Бер көнгә ике мең түләргә аҡсаң булһа - рәхим ит, көтөүсе ялла. Үәт, бына шулай...
Беҙгә былтыр бер нисә көн буйы көтөү көтөргә тура килде. Ә һыйыр көтөүе беҙҙә үҙе бер һынау: нервыңды ла, тының өҙөлмәй шәп йүгереүеңде лә, тәмле итеп бешереүеңде лә (көтөүселәрҙе һыйларға), күҙеңдең үткерлеген дә, сабырлыҡты ла һынай торған эш. Беҙҙең ауыл һымаҡ ыҙалап көтөү көткән ауыл тағы бармы икән, юҡтыр... Ауылдың яртыһы урман эсенә инеп ултыра. Урманы ла бик ҡуйы, һыйырың бер инеп китһә, табыуҙары ай-һай. Ауылдың икенсе яғында осһоҙ-ҡырыйһыҙ баҫыуҙар. Ә баҫыуҙар сәселгән (әлхәмдүлилләһ). Мал баҫыуға төшһә, хужалыҡтан штраф эләгә. Баҫыуҙағын ашап, һыйырҙың эсе ташыуы ла бар. Малыңды һыулауға төшөрөүе хыялда ғына. Сөнки йылға бәләкәй. Ул ауылға яҡында ғына аға. Төш мәлендә һыйырҙарҙы ауылға яҡын алып килеп булмай. Ҡасасаҡтар. Ә кисен көтөүҙе йылғаға төшөрөүе көнө буйы көткәнгә ҡарағанда ла ауырыраҡ. Көтөүҙе ауылға урман аша алып килергә кәрәк. Яйлап, ҡамай-ҡамай ҡыуаһың. Саҡ ҡына шәбәйтһәң, һыйырҙар ел осорған һымаҡ тарала ла ҡуя, ҡайһыныһы ҡайҙа икәнен күрмәй ҙә ҡалаһың. Беҙҙең ауылда көтөү көтөүҙең ауырлығын һүҙ менән генә аңлатып булһа икән! Шуға, мал аҫырап йәшәүсе ауылдаштарыма ҙур ихтирам!
...Көтөү көтөү беҙгә ураҙаның уртаһында тура килде. Мин дә, улым Арыҫлан да ураҙала. Йәй башы. Уртлам һыу ҙа йотоп булмай. Көтөү көтөшөргә күрше ауылдан Гөлфирә апайымдың улы Дамир килде. Ул да, улым Арыҫлан да мотоцикл менән. Көтөү ҙур. Өс йөҙ башҡа саҡ ҡына тулмай. Иртән көтөү сығарышам да, берәй сәғәт күҙ-ҡолаҡ булып йөрөп, ҡайтып мунсаға һыу тултырам, төшкөлөккә Дамирға ашарға әҙерләйем. Кискелектекен дә ҡайғыртам. Йоҡлап-фәлән китмәгеҙ, күҙ яҙҙырмағыҙ, тип, шылтыратып ҡына торам. Егеттәр ышаныслы. Шулай булһа ла, оло кешенең өгөт-нәсихәте һәр ваҡыт урынлы.
Көтөү көтөүҙең тәүге көндәре тиҙ генә, шыма ғына үтеп киткән һымаҡ булды. Ә аҙаҡҡы көнөндә бар көндәрҙең дә кәттәһен бирерлек ваҡиғалар булды. Таң менән ауылдан сығып еткән ерҙә генә бер һыйырҙың мөгөҙө икенсе һыйыр менән һөҙөшкәнсе һынып китеп, зыр ҡан булды. Ә ҡан еҫенә һыйырҙар шаша башланы. Ауылдың осонда уҡ малдар бер-береһен һөҙөшөргә ынтылып үкереште. Ә шашҡан һыйырҙың ниндәй ҡурҡыныс булыуын әйтеп тормайым. Тапап-иҙеп китергә лә күп һорамаҫ. Ярай, һыйыр таный торған холҡом бар. Теге ҡанлы һыйырҙың кемдеке икәнен таный һалып, Дамирға өйҙәренә ҡыуырға ҡуштым. Тик һыйырҙар һаман туҡтарға уйламаны. Сабышалар, үкерешәләр. Бер-береһенә уҡталалар. Шул саҡ бер һыйыр ҡолап уҡ китте. Башҡаларға шул ғына кәрәк ине. Ул һыйырҙың өҫтөнә менеп баралар. Арыҫлан менән икәүләп ҡолаған һыйырҙы яҡлап, ҡаршы торҙоҡ. Ҡаршы тормаһаҡ, яу булып килгән малдар теге һыйырҙы иҙеп китер ине. Ә һәр һыйыр өсөн мин яуаплы. Шул саҡтағы Арыҫланды йәлләүем. Бер асыуланманы, үпкәләмәне. Ә ҡыйыу рәүештә һыйырҙарҙы туҡтатырға тырышты. Ҡолаған һыйырҙы аралап, аяғына баҫтырыуға Дамир килеп етте. Иркен тын алып ҡалдыҡ...
Тағы ла бер һынау көткән икән беҙҙе ул көндө. Көслө борсаҡ ямғыр яуҙы. Турғай башындай боҙҙар һыйырҙарҙы, үҙебеҙҙе бәргеләне генә. Үтәнән үтә һыуландыҡ. Шаңҡыныҡ. Мал таралыша башланы. Уратып тотоп булмай. Мотоциклдар йөрөй алмай башланы. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ҡалдырманы. Машина менән килеп, һыйырҙарҙы ҡамашырға ярҙам итешер кеше ебәрҙе. Ҡулымда атайымдан ҡалған сыбыртҡы ине. Оҙон, 3 метр тирәһе бар. Һабы шымарып бөткән. Теге егеттәргә тоттормай ғына, "Төшөрөп ҡалдырып ҡуйырһығыҙ" тип, үҙем йөрөттөм. Һыйырҙар ҡуҙғый башлағас, арты менән торған бер һыйырға сыбыртҡымды болғап-болғап һуғып ебәрҙем. Тик сыбыртҡым һыйырға эләкмәне, ә һыйырҙың ҡойроғона уралды ла ҡуйҙы. Һыйыр иғтибар ҙа итмәне. Мин яйлап ҡына сыбыртҡымды тартам. Сыбыртҡы ысҡынырға уйламаны ла. Һыйыр атлай башланы. Сыбыртҡының һабынан тотоп, мин дә атлайым. Тартам. Ысҡынмай. Һыйыр минән ҡурҡып, йүгереңкерәй башланы. Мин дә ҡалышмайым. Иң ҡурҡҡаным - һыйыр ҡасып китер ҙә, сыбыртҡының ҡайҙа төшөп ҡалғанын күрмәҫмен, тип уйланым. Ә ҡойроғонда минең өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы. Ҡысҡыра башланым. Теге ике егет ни булғанын аңламай икән. Ә шулай ҙа мотоцикл менән йәһәт кенә килеп еттеләр. Ә һыйыр әллә ҡасан мине ҡалдырып, сабып киткәйне инде. Дамир һыйырҙы ҡыуып етеп, һеләүһен етеҙлегендә сыбыртҡыны эләктереп, әҙерәк һөйрәлеп барып, уны тартып алып ҡалды...
Шулай бына... Һәр бер нәмә үтә. Һыйыр мөгөҙөндәй кәкре эштәр ҙә булыр, түҙергә кәрәк. Һыйыр мөгөҙөләй шартлап һынып китерлек ваҡиғалар ҙа булыр, үткәрә белергә кәрәк. Сыбыртҡылай ишелеп, тағатып була алмаҫлыҡ хәлдәр ҙә булыр, сабырлыҡ кәрәк. Ҡул ҡаушырып ҡына тороу ярамаҫ. Ҡулыңды сәпелдәтеп, аяғыңды тыпылдатып эшләй белергә кәрәк. Иң мөһиме, Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын, рәхмәтенән айырмаһын!

Фирүзә ХӨСӘЙЕНОВА-ӘБДРӘХИМОВА. Күгәрсен районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.19 | Ҡаралған: 655

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru