«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТОЛАЙЫҠ ИБЛИС ҠОТҠОҺОНАН
+  - 



Беренсе һабаҡ: ояла белеүем ояттан һаҡланы

Оят тигән төшөнсә бер ниндәй закондарҙа ла, әхлаҡи ҡағиҙәләрҙә лә юҡ. Ә кәрәк ине! Ҡыйғыпыр араһында соҡсонған асарбаҡтар ана шул "кешенән оят" тигән планканан түбән төшкән әҙәмдәрҙер. Оялмайҙар икән, тимәк, кеше ҡиәфәтендәге хайуанға әйләнгәндәр. "Соҡсоноусылар"ҙың тағы бер төрө бар. Улары - рөхсәтһеҙ инергә ярамаған күңелдәрҙә ҡаҙыныусылар. Бындайҙары, тәүгеләренән айырмалы рәүештә, икеләтә, өсләтә гонаһлы.
Беҙҙең халыҡта "оят була" тип тәрбиәләү бар. Күп кенә әҙәм балаларының оҙайлы йылдар һуҙымында эсеп йөрөүе ана шул тәрбиәнең онотола барыуынан да киләлер.

Икенсе һабаҡ - ҡурҡыу

Эйе, был тойғо булмаһа, эсеүҙе, ғөмүмән, ташлау мөмкин дә түгелдер. Ҡурҡыу тойғоһо һәр кешелә бар. Үҙебеҙҙе лә йыш ҡурҡыталар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эсеү-тартыуҙың зыяны менән ҡурҡыта. Тик ул күмәртәләп ҡурҡытыуҙың файҙаһы ғына юҡ. Коммунистик идеология осоронда шул идеологияға тура килмәүҙән ҡурҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, ҡурҡыттылар. Коммунистар партия сафынан сығарыуҙан ҡурҡты. Партияға күп осраҡта көсләп индерҙеләр, кире сығарабыҙ, тип ҡурҡыттылар. Хәҙер генә мәҙәк һымаҡ. Ә ваҡытында ул идеология, йәғни театрлаштырылған тамаша бик уңышлы эшләне. Диндарҙар, дин ҡанундарын теүәл тотмағандар, хатта атеист булып ҡыланғандар ҙа, Хоҙай алдында гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡты. Ҡурҡыу кешенең ярты ғүмерен ала, тиҙәр. Алалыр. Күберәген алмаһа әле. Ҡурҡыуҙың баҫымы ни тиклем көслө булһа, шәхес шул тиклем тарҡалыуға дусар. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу күп осраҡта ыңғай һөҙөмтә лә бирә. Әле мин ана шул ҡурҡыу тураһында һөйләмәксемен.
Бер Америка яҙыусыһының хикәйәһен уҡығайным. Авторҙың да, хикәйәнең дә исемен онотҡанмын. Сюжеты ябай ғына. Ике дуҫ осраша. Ҡул биреп һаулыҡ һорашалар. Төп герой дуҫына сигарет тәҡдим итә. Тегеһе хәҙер инде бер нисә йыл тартмауын әйтә һәм, ташларға теләгең булһа, тип, дуҫына тәмәке тартыуҙы ташлатыусы бер фирманың адресын бирә. Күпме генә маташһа ла, тартыуын ташлай алмаған дуҫы был фирма менән ныҡ ҡыҙыҡһына һәм адресы буйынса эҙләп таба. Уны яҡшы итеп ҡаршы алалар. Килешеү төҙөйҙәр, аҡса түләтәләр. Иң ҡыҙығы шул: килешеүҙә ғәҙәти булмаған пункттар була. Йәғни, "әгәр ҙә тәмәке тартыуҙы ташларға теләүсе шул килешеү шарттарын боҙһа, физик һәм психологик язалауға дусар ителергә тейеш". Төп герой Америка кешеһе бит инде. Беҙҙеңсә әйткәндә, "крутой", үҙ илендә үҙен ирекле тойған демократ, бөтөн нәмәгә төкөрөп ҡарап өйрәнгән ковбой тоҡомо. Башта ул был фирманың эшенә төкөрөп ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фирма клиентына ҡарата алған бөтөн вәғәҙәләрен дә үтәй башлай. Башта тәмәке тартҡаны өсөн урамда туҡмап китәләр. Икенсе туҡмаҡ йәшеренеп тартҡаны өсөн эләгә. Өсөнсө юлы балаһын урлайҙар һәм ҡабат тартмаҫҡа ант иттергәс кенә ҡайтарып бирәләр. Быныһы психологик һөжүм була инде. Һаман да ташлай алмай был тәмәкеһен. Артабан тағы бер эләктерәләр һәм уң ҡулының урта бармағын киҫәләр, башҡа бармаҡтарын да киҫеү менән янайҙар. Бары ошонан һуң ғына был меҫкендә ҡурҡыу тойғоһо уяна һәм ул тартыуын ташлай. Дуҫын осратып, ҡулын ҡыҫа. Рәхмәт йөҙөнән. Тик шул саҡта ғына уның да урта бармағы булмағанын һиҙеп ҡала.
Ябай ғына фантастик сюжет. Ләкин был хикәйәгә ҙур мәғәнә һалынған. Беҙҙе Абдуллалағы Шәмсиә әбей ҙә ҡурҡытты. Бының өсөн һүҙҙәрен йәлләмәне, дәлилдәр ҙә килтерҙе. Иң ҡурҡытҡаны - яңынан эсә башлағандарҙы фалиж һуғыу (паралич) булғандыр.
Әбейҙән сыҡҡас, вокзалға төшкән юлда бер ир менән һөйләшеп барҙыҡ. Ул Бөрө районынан килгәйне. Башта ул билдәле психотерапевт Трускаловта дауаланған. Ике бажа шулай яңы тормош башлағандар. Ләкин өс айҙан бажалар Бөрө ҡалаһында осрашҡан һәм, оҙаҡ уйлап тормай, осрашыуҙы ихлас "йыуған".
- Был юлы Шәмсиә әбейгә килергә булдым, - ти ул, - бажа Абдуллаға килеп ҡайтҡандан һуң эсеүен саҡ ташланы. Беләһеңме, беҙҙә эшләгән бер ир ошонан ҡайтҡас, яңынан эскәйне, фалиж һуҡты, әле йөрөй ҙә алмай.
- Шуны белә-күрә тороп килдеңме? - тип һорайым үҙенән.
- Киләһең инде, башҡа сара юҡ. Алла бойорһа, ҡабат эсмәҫмен ул, - тип ышаныслы әйтеп ҡуйҙы.
Собханалла, шулай була күрһен. Уның ҡурҡыуы миңә лә күскәндәй булды. Ни тиһәң дә, үҙ ҡолағың менән тере шаһиттан ишеткән ғибрәт бит!
Өсөнсө һабаҡ - йоҡо тәмен яңынан татыу
Белмәйем, күңел тынысландымы, башҡа сәбәптәнме, хәҙер тыныс йоҡлайым. Ҡыҫҡаһы, йоҡо тәмен яңынан татыным.
Австрия психологы Зигмунд Фрейд йоҡоға бик ҡыҙыҡлы аңлатма бирә. Уныңса, йоҡлаған ваҡытта кеше үҙен әсә ҡарынындағы кеүек хис итә. "Мин йоҡлаған саҡта үҙемде уратып алған донъя хаҡында онотам һәм уға ҡыҙыҡһыныуым да юҡҡа сыға. Йоҡлар алдынан мин донъяға шулай өндәшәм: "Мине борсома, мин һинән арыным, йоҡом килә". Сабый бала, киреһенсә: "Минең йоҡом килмәй, әле арыманым…" - тип ҡаршылаша. Шулай итеп, йоҡоноң биологик маҡсаты - ял, психологик сифаты - донъяға ҡыҙыҡһыныуҙың юҡҡа сығыуы. Беҙ үҙебеҙ теләмәй килгән донъянан арыйбыҙ. Шуға күрә донъяға тыуғанға тиклемге хәлгә, йәғни әсә ҡарынындағы кисерешкә ваҡыты-ваҡыты менән ҡайтып торабыҙ. Беҙ хатта әсә ҡарынындағы кеүек йылы, ҡараңғы һәм бер кем дә борсомаған мөхит тыуҙырырға тырышабыҙ…"
Ҡыҙыҡ аңлатма, эйе бит? Бөгөнгө ғилми әҙәбиәттә быға ҡаршы сығыусылар күп. Шулай ҙа…
Эскән кеше лә иллюзиялар донъяһында йәшәй, наркоман кеүек ләззәт кисерә. Бала кеүек, ул да йоҡларға ашыҡмай. Иллюзияларҙан туймаған әле ул. Бик ныҡ арығас ҡына, һуты һығылған лимон хәленә ингәс кенә, ҡолай. Ул йоҡламай, ваҡытлыса һүнә. Был осраҡта йоҡо тураһында һүҙ алып барып булмай, әлбиттә.

Мораҙым ӘХМӘТОВ.
(Дауамы. Башы 5-7-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.19 | Ҡаралған: 688

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru