«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘГӘРЕШТӘР КӨТӘБЕҘ!
+  - 



Өфө ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге оператив кәңәшмәлә, ғәҙәттәгесә, теге йәки был тармаҡ буйынса яуаплы етәкселәр 2-3 минутлыҡ ҡыҫҡа отчет менән сығыш яһап, аҙна дауамында күҙәтелгән хәл-торош менән таныштырҙы.

Граждандар һағы системаһы эше буйынса МБУ начальнигы Рафаэль Әхмәтов белдереүенсә, ғәҙәттән тыш ваҡиғалар күҙәтелмәгән, тормош-көнкүреште тәьмин итеү системаларында авария һөҙөмтәһендә 14 тапҡыр эш туҡтатылып торһа, 49 янғын һәм 36 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡыйыҡтан боҙ һәм ҡар төшөп, 5 кеше зыян күргән, 4 осраҡта ҡар автомобилдәр өҫтөнә төшкән. Аҙна дауамында ҡотҡарыу хеҙмәтенә 19075 шылтыратыу булған, улар буйынса ҡотҡарыусылар 47 урынға сыҡҡан, 17 кешегә ярҙам күрһәтелгән.
Ҡала хужалығы системаһындағы хәл-торош менән идаралыҡ начальнигы Никита Дмитриев таныштырҙы. Ошо ваҡытта ҡалала йылы, һыуыҡ һыу биреүҙе туҡтатып, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе һүндереп торорға тура килгән 14 осраҡ теркәлгән. 79 күп фатирлы йорт террриторияһын таҙартыу буйынса тикшереү үткәрелгән. Рейд һөҙөмтәләре буйынса 21 хеҙмәтләндереүсе ойошмаға административ эш асылған. Транспорт һәм бәйләнештәр идаралығы начальнигы Владимир Петров белдереүенсә, пассажирҙарҙы ташыу буйынса бер ни тиклем үҙгәрештәр бар. 215 маршруттың маршруты оҙайтылып, был линияға хәҙер 10 автобус өҫтәлгән. Транспорт саралары етешмәгәнлектән, һаман да туҡталыштарҙа оҙаҡ ҡына көтөргә лә тура килә. Ә киске сәғәт 8-ҙән һуң "Башавтотранс" автобустары маршрутты хеҙмәтләндереүҙе туҡтата. Үткән аҙнала йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында 9 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 11 кеше йәрәхәт алған. Был осраҡтарҙың алтыһында автобус водителдәренең ғәйепле булыуы асыҡланған. Шулай уҡ рельстарҙы боҙ ҡаплау һөҙөмтәһендә бер тапҡыр трамвай вагоны юлдан сыҡҡан һәм бер сәғәттән ашыу ваҡыт был төр транспорт хәрәкәте тотҡарланып торған.
Артабан ҡала хакимиәтенең Сәнәғәт һәм муниципаль предприятиелар менән эшләү, тариф көйләүе идаралығы начальнигы Елена Суворова февраль һуңында Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә ҡала хакимиәте ойошторған "Өфөнөң инновацион ҡеүәте" махсуслаштырылған күргәҙмәһе хаҡында һөйләне. Күргәҙмә эшендә биотехнологиялар һәм экология, приборҙар эшләү һәм электрониканан программа продукттары, роботтар эшләү өлкәләрендә эшмәкәрлек алып барған 40 яңы иҡтисад предприятиеһы ҡатнаша. Өфө трамвай-троллейбус заводының "Ҡала кешеһе" троллейбус моделе экспозицияһы ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итә. Шулай уҡ "Технопарк - киләсәк ҡалаһы" ҡала белем биреү үҙәге экспозицияһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әлеге ваҡытта технопарк сиктәрендә 22 лаборатория эшләй, унда 1500 бала белем ала. Форумды рәсми ябыу тантанаһында Өфөнөң бер нисә ойошмаһы айырым номинацияларҙа дипломдар менән бүләкләнә. Яҙ етә тиһәң дә, март беҙҙең төбәк өсөн бурандар, аҡман-тоҡман айы. Шуға тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә лә әҙер булырға кәрәклеге бер кемгә лә сер түгел. Ә инде ҡала хакимиәтенең күҙ уңында һаман да юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ихаталарҙы комплекслы таҙартыу темаһы тора. Был хаҡта хакимиәттең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов менән "Торлаҡ хужалыҡ идаралығы" МБУ-һы директоры Раил Мирхәйҙәров бәйән итте. Бөгөн баш ҡалала урам-юл селтәрендә дөйөм оҙонлоғо 1567,6 километр булған 1747 урам иҫәпләнә. Ҡышҡыһын барлығы 15 миллион квадрат метр самаһы юл таҙартыла. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа коммуналь хеҙмәттәр 2 миллион кубометр ҡар сығара. Урам-юл селтәрен таҙартыуға барлығы 437 берәмек техника йәлеп ителә. Быйыл ҡар күпләп яуғанлыҡтан, таҙартыу эштәре көсәйтелгән режимда башҡарыла. Ҡала территорияларын ваҡытында таҙартыу өсөн комплекслы саралар ҡулланыла. Райондарҙың Торлаҡ хужалығы идаралыҡтары ҡарамағында 4625 күп фатирлы йорт бар, уларҙың эргәһендәге асфальтланған территория 5,3 миллион квадрат метр тәшкил итә, был майҙанды таҙартыу менән 167 берәмек техника шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу эштәре лә башҡарыла.
Кәңәшмә һуңында ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ихаталарҙы комплекслы таҙартыу графигы кеүек үк, ҡала территорияһындағы тротуарҙарҙы комплекслы таҙартыу буйынса ла график эшләргә һәм эште уға ярашлы алып барырға ҡушты.

Әйткәндәй...
Үткән аҙнала Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хакимиәттең 2018 йылғы эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡтар менән таныштырғайны. Үҙ сығышында Өлфәт Мансур улы ҡаланың былтырғы социаль-иҡтисади үҫешен ҡылыҡһырлаусы төп күрһәткестәргә иғтибар йүнәлтеп, быйылға һәм яҡын киләсәккә билдәләнгән әһәмиәтле бурыстар менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, йыл яҡшы күрһәткестәр менән тамамланған. Оҙатылған сәнәғәт продукцияһы күләме 2017 йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа артып, 971 миллиард 600 миллион һумға еткән. Өфө предприятиелары республика производствоһы күләменең 60 процентын тәьмин иткән. Ҡала иҡтисадының нигеҙе - уның бюджеты. Былтыр ул 27 миллиард һум, шул иҫәптән үҙенең килеме 12 миллиард һум була. Республика ярҙамы менән муниципаль бурыс һәм уны хеҙмәтләндереү сығымдары кәметелә. Былтыр торлаҡ төҙөлөшө күләме 653 мең квадрат метр тәшкил итә. Социаль объекттар төҙөүгә лә етди иғтибар бирелә. "Быйыл беҙ республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итәбеҙ, - тине Өлфәт Мансур улы. - Уға арнап, ҡалала дөйөм суммаһы 25 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 24 объект төҙөлә..."

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.19 | Ҡаралған: 670

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru