«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АУЫЛҒА КҮСӘМ!"
+  - 



"Фатирыма студенттар индерәм дә, ауылға китәм,- тип хәбәр һалды бер көн күршем.- Квитанциялар килер ваҡыт етһә, йөрәк дарыуын алдан әҙерләп ҡуя башланым. Башҡа түҙер әмәл дә, ҡала йортонда йәшәргә теләк тә ҡалманы. Ә иң яҡшыһы - фатирҙы һатып, ауылдан өй алыу..."

Егерме йылдан ашыу бер туғандар кеүек булып бөткән ҡәҙерле күршемдең был һүҙҙәренә аптыраманым: һуңғы ваҡыт шундайыраҡ уйҙар үҙемдең дә башҡа инеп сыға башлағайны инде. Ысынлап та, һәр ағыуға ҡаршы дауа бар, ти бит аҡыллы баштар. Юғиһә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һаман юғары үрләй барған был хаҡтар ағыуҙан яман ҡанды боҙа, бер ни ҡылыр әмәл юҡ: үҙҙәре теләгән "түңәрәк кенә" сумманы яҙып ебәрәләр ҙә кәрәгенсә шаҡарып түләтеп тә алалар. Бынан алдараҡ электр энергияһы өсөн түләү тарихы үҙе бер "граждандар һуғышы"н хәтерләтеп, бер аҙ онотола биргәйне, хәҙер "БашРТС" тигән компания ҡулланыусы кеҫәһен йолҡҡолау буйынса стихиялы баҙар ойоштороп ебәрҙе. Был ресурстар ойошмаларының ҡулланыусы менән тура килешеүгә күсеүе тип атала. БашРТС тәжрибә рәүешендә эште Черниковка менән Сипайлово биҫтәһенән башларға булды һәм ошо райондар халҡы Яңы йыл ҡотлауҙары менән бергә почта йәшниктәренән әлеге "түңәрәк кенә" суммалар яҙылған квитанциялар ҙа килтереп сығарҙы һәм, әлегесә, корвалол менән валерьянкаға тотондо... Ләкин улар еңеллек килтермәне. Ҡайҙандыр алынып түләү квитанцияларына сәпәлгән был ҡатмарлы һандар буйынса асыҡлыҡ индереү теләге уларҙың контораһына барып ингәс тә юҡҡа сыға, сөнки иртәнге 6-нан барып сират алмағас, офис ишегенә яҡын барырлыҡ та түгел. Аңын-тоңон белмәйенсә, мин туғыҙынсы яртыла барып ингәйнем, бышлығып бөткән сират осонда ла хатта ун биш минут та тора алманым, тиҙерәк саф һауаға ашыҡтым. БашРТС-ты әйтәм, кеше хаҡында көналдын хәстәрлек күреп тә ҡуйғандар бит әле: ялыу менән ябырыласаҡ халыҡ ағымын күҙаллап, Сипайловола бер бүлмәле ярайһы тынсыу офис та асып ебәргәндәр, тик бына уның адресын "Ашығыс ярҙам" станцияһына хәбәр иттеләрме, юҡмы икән. Юғиһә, яңы йылдан бирле уның ишектәрен штурмлайҙар: әле булһа яҡын барырлыҡ түгел, тиҙәр. Шылтыратыуҙан файҙа юҡ. Теге саҡтағы электр энергияһы эпопеяһындағыса, бында ла иҫтән яҙып ҡолаусы "ҡорбандар" һаны берәү генә булмаҫтыр.
Ҡулланыусы кеҫәһен ресурс хужалары ана шулай һәр береһе үҙ яғына тартҡыслай, йолҡҡолай, талай - нисек теләй, шулай ҡылана, тик бында тикшереүсе, тәртип булдырырға ынтылыусы бер ниндәй надзор органдары юҡ - шуныһы аптырата. Ә бит даими алдашыу, урлашыуҙары өҫтөнә, тап ошондай "буйраҡтан" файҙаланып та әллә күпме "навар" яһай икән әлеге ресурс хужалары! Был турала бер ни йәшереп тормайынса, ап-асыҡ итеп, ниһайәт, яңыраҡ ҡына НТВ каналына интервьюһында Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев белдерҙе. Күпселек халыҡ коммуналь хеҙмәттәргә ике тапҡырға арттырыбыраҡ түләй, тине ул. Был Рәсәй төбәктәренең дүрттән өс өлөшөнә тура килһә, ҡалған бер өлөшө, киреһенсә, түләп еткермәй икән. Артемьевтың һүҙҙәренсә, коммуналь хеҙмәттәр буйынса тариф хаҡтарындағы бындай айырмалыҡтар 54 тапҡырға барып етеүе лә ихтимал. Бындай хәлдең сәбәбен тикшерә башлаһаң, унда ниндәйҙер бер юғары чинлы түрәнең йә булмаһа губернаторҙың улы ултырыуы асыҡлана, тип дауам итә ФАС етәксеһе әңгәмәһендә. Һәм улар тейешле төбәк "каналдары" аша үҙ "эштәрен" яйға һалып алған. Бындай "коммуналь монстрҙар"ға граждандар күптән бирле икеләтә арттырып түләй, ә улар был аҡсаны үҙ эштәренә һала: ресторандар, үҙҙәре өсөн ял йорттары, һунарсылыҡ биләмәләре тота. Илдә коммуналь тарифтар өлкәһендәге хәлдәрҙе "башынан алып аяғына" баҫтырырға, йәғни тарифтарҙы көйләү нигеҙҙәре тураһында закон ҡабул итергә кәрәк, ти И.Артемьев.
Уның һүҙҙәрен Дәүләт Думаһы депутаты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Сергей Пахомов та күтәреп алды, ләкин ул, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы кәметеү өсөн был өлкәгә кәмендә 4-6 триллион аҡса һалырға кәрәк, тигән өҫтәмә проблема килтереп ҡуйҙы. Хәйер, беҙҙә бит шундай туҙға яҙмаған тәртип: бер проблеманы хәл итеү өсөн тағы бер йәки ике, өс... проблемаларҙы хәл итергә кәрәк булып сыға. Ә бына Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов бер ниндәй проблемаларға ла һылтанып тормаған: ул туранан-тура ресурс хужалары - урындағы монополистарға ҡаршы көрәш асҡан. "Ошоғаса бындай хәлдең булғаны юҡ ине, - тип яҙа "Комсомольская правда" гәзите (12.03.2019), - Ульяновск өлкәһе властары ошо йылдан йылылыҡҡа, энергияға һәм һыу тәьминәтенә хаҡтарҙы күтәреүҙе тыйып, монополистарға асылда һуғыш иғлан итте..." "Мин яҡындағы йылдарҙа электр энергияһына тарифтарҙы күтәреүҙе тыям һәм тәьминәтселәр менән судлашырға ла әҙермен", - тип белдерҙе губернатор С.Морозов үҙенең ошо хаҡтағы сығышында һәм монополистарҙы үҙ проблемаларын ҡулланыусылар елкәһенә ауҙарыуҙа ғәйепләне. "Предприятие үҙ проблемаларын ҡулланыусы елкәһенә һалмай, ысынында иһә, проблема берәү - электр энергияһы өсөн ваҡытында иҫәпләшмәү һәм бурыстарҙың йыйылып китеүе", - тип яуаплай быға "Ульяновскэнерго". Алыш ни менән барып бөтөр - әйтеүе ҡыйын, ләкин был диалогтан шул аңлашыла: коммуналь хеҙмәттәр өсөн йылдар буйы бер тин түләмәй рәхәтләнеп йәшәгән оятһыҙ әҙәмдәрҙең бурысы ла әлеге намыҫлы ҡулланыусы елкәһенә төшә икән шул. Халыҡты коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүселәр бурыслылар менән мөнәсәбәттәрен "Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәүселәр тураһында" закон нигеҙендә көйләргә бер ҙә атлығып тормай, хатта был йүнәлештә ҡыл да ҡыбырҙатмай, сөнки ябай түләүсенең өнһөҙ ризалығынан файҙаланып, тарифтарҙы күтәреү юлы менән юғалтыуҙарҙы барыбер бишләтә ҡайырып ала, күрәһең. Унан ҡала бурыслыларҙы баштарынан һыйпап, амнистия иғлан итеү, язаһыҙлыҡ, әлбиттә, ҡайһы бер оятһыҙҙарҙы хаттин ашыуға, паразитлыҡҡа килтереп еткерә. Тарифтарҙы көйләү буйынса закон ҡабул иткәндә мәсьәләнең ошо яғы ла ҡаралырға тейештер.
Ә инде бер проблеманы хәл итеү өсөн икенсе, өсөнсө проблемалар килтереп сығарыусылар әле үк аҡса юҡлыҡҡа һылтана һәм тарифтарҙы көйләү өсөн әле "иләнмәгән-һуғылмаған" аҡсаны Рәсәйҙең хәҙер инде сереп бөткән инженер-коммуникация селтәрҙәрен яңыртыуға йүнәлтмәксе. Гонаһ шомлоғо, бында ла берәй "капремонт" статьяһы уйлап сығара күрмәһендәр инде! Өр-яңы йорттарыбыҙ өсөн дә тырышып-тырышып нисә йыл хәҙер "капремонт" түләп киләбеҙ бит... Ә ул аҡса ҡайҙа ята, кем кеҫәһенә китә - бер Алла ғына белә. Ярай ҙа Владимир Ильичтың тыуған төйәгендә монополистарға ҡаршы башланып ҡына торған көрәш осҡоно башҡа төбәктәрҙе лә ялмап алһа...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 570

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru